RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Апайым – ынйы бөртөгө

10.03.2017 Апайым – ынйы бөртөгө

Апайым – ынйы бөртөгө
Ул беҙгә, кесе туғандарына, бала саҡтан алып ошо көнгәсә оло ихтирамға лайыҡ, абруйлы кеше булып ҡала

Беҙ бит бер ҡарында яралғанбыҙ,
Бер әсәнең һөтөн имгәнбеҙ,
Бер икмәкте бүлеп ашағанбыҙ,
Бергә илап, бергә көлгәнбеҙ.

Фирүзә Абдуллина.

Мәләүез районының Ҡотлобулат ауылында йәшәүсе Далира һәм Фәрит Ҡунаҡ­баевтар икенсе бала булып донъяға килгән ҡыҙҙарына, күҙгә бәрелеп тормаһа ла, үтә ҡиммәтле таш – ынйы бөртөгө – Фәриҙә исемен ҡуша. Тулыһынса аҡлай был исемде апайым. Эйе, ул минең апайым, берҙән-бер ҡыҙ туғаным, кәңәшсем, серҙәшем, иң яҡын кешем. Үҙемде белгәндән алып Фәриҙә апайым – бәлә-ҡазаларҙан ҡурсалаусы, маяҡ кеүек юлды яҡтыртып, алға әйҙәүсе, шатлыҡ-ҡыуаныс­тарымды уртаҡлашыусы яҡын кеше. Йәш айырмабыҙ бары ике генә йыл булһа ла, ул минең өсөн бала саҡтан алып ошо көнгәсә оло ихтирамға лайыҡ, абруйлы, өлкән кеше. Бәләкәй сағыбыҙҙа сәсемде тарап үреү, кейемемдең бөхтәлеген ҡарап йөрөү ҙә апайыма йөкмәтелгәйне. Ул үҙенән кесе туғандарына ғына түгел, ә ағайыбыҙға, хатта атайыбыҙға ла «апай» булды (яуаплы, үҙ аллы булғанына атайыбыҙ, шаяртып, уға: «Фәриҙә апай», – тип өндәшер ине). Бер нисә йыл элек үткән ваҡиғалар­ҙы иҫләйем дә, апайым ул ваҡытта минән дә йәшерәк булған, ә ҡайһылай фәһемле кәңәштәр биргән, тип уйлап ҡуям. Бер шулай: «Апай булыуы ауырмы?» – тип һораным. «Элек ауырлығын һиҙмәнем дә, шулай булырға тейеш, тип уйланым, хәҙер, туғандарым ҙурайғас, апай булыуы еп-еңел», – тип яуапланы.
Бәләкәйҙән эшкә теремек ул, сөнки әсәйебеҙ талапсан, ғәҙеллеккә, маҡсатлы йәшәргә, эште ваҡытында башҡарырға өйрәтте. Фәриҙә апайым йөкмәтелгән һәр эште еренә еткереп, әсәйебеҙ ҡайтҡансы тамамлатыр ине. «Эште әйтеп эшләт­һәм, мин үҙем дә эшләйем, үҙегеҙ белеп эшләгеҙ», – ти торғайны әсәйебеҙ. Ә атайыбыҙҙан беҙгә сабырлыҡ, барына риза булып йәшәү сифаты күскәндер. «Бар бит, юҡ түгел!» – тиер ине. Уның тағы бер холҡо беҙгә йоҡҡан: нимәгә тотонһаҡ та, кешенән алда тамамларға тырыштыҡ, шуға эште иртәрәк тороп башлай торғайныҡ.
Фәриҙә апайым ул ваҡытта етенсе класта уҡығандыр. Апа­йым, атайым менән өсәүләп утын әҙерләнек. Улар ҡул быс­ҡыһы менән ҡоро ағасты быса, ботаҡтарын бер өйөмгә өйә, ә мин һыбай әҙер утынды ар­ҡан менән һөйрәтеп, урмандан сығарып, бер ергә ташыйым.
– Ике ҡыҙым менән дүрт машина утын әҙерләнек, – тип атайым ҡыуанып һөйләп йөрөгәйне...
Бер шулай хәтирәләргә бирелеп ултырғанда апайым: «Ә беләһеңме, мине бит атайым бесән сабырға өйрәтте, үҙемә бишле салғыны ла һаплап биргәйне», – тип һөйләне. Ғаиләбеҙ менән күмәкләп еләккә, муйыл, баланға йөрөнөк. Фәриҙә апайым: «Ҡайҙа, биҙрәңде күрһәт әле, күпме еләк йыйғаныңды ҡарайым», – тип мине тикшереп кенә торор ине. Йәй айҙарында иптәш ҡыҙҙары Нәфисә, Таңһылыу апайҙар менән ҡулалмаш өй йыуҙылар. «Араларында иң бәләкәйе булһам да, иң яуаплы ерҙәрҙе минән йыуҙырҙылар, Нәфисә мейестәрен минән аҡлатты», – тип хәтерләй ул.
Уҡырға ла иртә өйрәнә апайым. «Фәнир ағайыбыҙҙы әсәйебеҙ «Әлифба»нан уҡырға өйрәткәнендә, эргәләрендә тыңлап тороп өйрәндем», – ти ул. Ә инде үҙе лә мәктәптә уҡый башлағас, апайымдың ҡайтҡанын тышта һағынып көтөп йөрөгәнем әле лә күңелем һандығында һаҡлана. Ғаиләбеҙ менән ул ваҡытҡа Иштуған ауылына күскәйнек. Апайым Иштуған һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә гел «бишле» билдәләренә генә уҡыны. Немец телен яҡшы белгәнгә күрә Германия уҡыусылары менән хат алышты. Бер көндө почта та­шыусы апай ҡулыма хат килтереп тоттор­ҙо. «Апай-апай, һиңә Симоне Бомдан хат килде!» – тип өйгә ин­гәнсе шатлығымдан ҡысҡырғаным бөгөнгө­ләй хәтеремдә. Уҡыуҙа өлгәшкән уңыштары, олимпиадаларҙа ҡатнашып, гел алдынғылар рә­тендә булғаны өсөн апайымды Сим­ферополь ҡалаһындағы «Орлёнок» пионер лагерына путевка менән бүләкләнеләр.
Бәләкәй сағынан ул уҡытыусы булырға теләне. Һигеҙенсене тамамлағас, Салауат педагогия училищеһына уҡырға инде. Минең өсөн тағы һағышлы көндәр башланды. Һәр ваҡыт апайым эргәлә булһын да, ҡайҙалыр алыҫҡа сығып китһен әле! Әлбиттә, һағына инем, хатта, әсәйемдәр күрмәһен тип, мунсаға инеп илап та ала торғайным (бәлки, апайым менән бергә булыу теләге көслө булғанға ла мин дә уҡытыусы һөнәрен һайланым). Салауат ҡалаһынан аҙна һайын ҡайтып, бер-бер артлы яңы тыуған мырҙаларыбыҙҙы ҡараша, өҫтәрен йыуыша ине.
«Балаларҙы яратыуым, уҡы­тыу­сыларым Ғәйшә Йәнбир­ҙина, Тулай Рәхимов, Софья Байрам­ғолова һәм Асия Латипованы тәрән ихтирам итеүем уҡытыусы һөнәрен һайлатты. Башланғыс синыфтар уҡытыусыһы һөнәрен һайламаһам, немец теле уҡытыусыһы булыр инем», – ти апайым.
Училищены тамамлағас, Фәриҙә апайым Һарыш урта мәктәбенә эшкә урынлашты. Ошо уҡ ауыл егете Юнир Итәшевҡа кейәүгә сығып, бер-бер артлы ике балаға ғүмер бирҙеләр. Ситтән тороп Стәрлетамаҡ педагогия институтында юғары белем алды. Кемдер кейәүгә сығып, бала ҡарау өсөн академик ял юл­лаһа, апайым, сессияға балаларын үҙе менән алып, курсташтары менән бергә уҡыуын тамамланы. Еҙнәм менән өй һалып сыҡтылар. Донъялары матур, күркәм уларҙың. Районда ике тапҡыр «Өл­гөлө йорт» номинацияһында приз­лы урын алдылар.
Фәриҙә апайым 30 йылдан ашыу бер генә мәктәптә башланғыс синыфтарҙы уҡыта. Юғары категориялы тәжрибәле педагог, үҙ эшенең оҫтаһы. Башҡор­тостан белем биреү порталында уның сәхифәһе иң алдын­ғыларҙан һанала. Ижади һәләтле уҡытыусының эш һөҙөмтәләре лайыҡлы баһаланған. Бала­ларға белем биреү өлкәһендә юғары уңыштарға өлгәшкәне өсөн апайыма «Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре» исеме бирелгән.
Эшендә дә, шәхси тормошонда ла уңған, бар йәһәттән дә уңыш ҡаҙан­ған, ауылдаштары, уҡыусылары, коллегалары араһында абруй яулаған апайымдан:
– Бәхетлеме һин? – тип һораным.
– Бәхет төшөнсәһе йәшәй-йәшәй үҙгәреп тора. Йәш саҡта уға бер мәғәнә һалаһың, ә өлкәнәйә килә икенсе ҡиммәттәрҙе баһалайһың. Һәм үткәндәрҙе барлап, бөгөнгөнө һанлап, йәшәү дәүеремдең һәр миҙгеле бәхетле икәненә инанам, – тип яуап бирҙе.
Бына шундай һоҡланғыс кеше минең апайым. Барыһы өсөн дә уға, рәхмәт, тим. Киләсәктә ижади уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, бәхетле оҙон ғүмер теләйем, Фәриҙә апай, һиңә, нисек барһың, шулай булып ҡал!

Фәнилә КИЛСЕНБАЕВА.
Күгәрсен районы,
Йомағужа ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»