20.02.2017 Тыныс йәшәү ялҡыттымы? Рәхим итеп кредит алығыҙ!
Бер кем дә үҙ яҡындарынан яуызлыҡ көтмәй. Аңғармаҫтан арҡаға бысаҡ ҡаҙар дошман бик алыҫта, сит-ят ерҙәрҙә генә йөрөй кеүек тойола. Әммә, үкенескә күрә, ҡайһы ваҡыт туған-ҡәрҙәштәр ҙә теш ҡайрап, ғәйбәт һөйләп йәки үҙҙәренең холоҡһоҙлоғо менән йәшәүҙең йәмен ебәреп, көнитмеште ағыулай. Хатта финанс ойошмаһынан алынған кредит арҡаһында ла яҡын кешеләр араһында дошманлыҡ хисе тыуыуы ихтимал. С. Х. бәйән иткән хәл-ваҡиға ла шулар рәтенән, буғай. Зарарлы производствола һаулығы ҡаҡшап, хаҡлы ялға үҙ йәшенән иртәрәк сыҡҡан С. апайҙың өс балаһы бар. Өсөһө лә башлы-күҙле булып, үҙ аллы донъя көтә. С. апайҙың һүҙе буйынса, өлкән улы менән ҡыҙы хәләл ефеттәренән уңһа, кинйә улының бәхеткенәһе самалыраҡ – ҡатыны ялҡау, аңһыҙ, ғауғасыл.
– Балаларға айырым торлаҡ алып бирергә хәлдән килмәне, – тип һөйләне С. апай. – Кинйәбеҙ ҙә ғаиләһе менән кеше өйөндә йәшәне. Килен эшләмәй, өйҙә ятты, улым тегендә-бында ҡалымға йөрөп, аҡса йүнәтте. Бәләкәс балалары булғас, көн дә киленгә һөт-маҙарын ташыным. Өйҙәренә килеп инһәң, йырып сыҡҡыһыҙ бысраҡ. Иҙәнде аҙналар буйы йыумай, һепертке менән генә саңын борҡотоп һеперә лә эш тә бөттө. Ашағандан һуң һауыт-һабаһын да йыуа белмәй, гел өҫтәлендә тауҙай өйөлөп ултыра. Балаларҙың өҫтәре ҡаҡашып, еҫләнеп китә, оят инде, оят! Бысраҡҡа шайтан эйәләй, килен, әҙерәк йорт-ереңде таҙартыр инең, тиһәм, беҙҙең тормошҡа ҡыҫылма, тип ауыҙҙы яба. Етмәһә, саҡ ҡына үҙенсә булмаһа, ҡылтая ла, улым менән әллә нисәшәр көн һөйләшмәй, ашарына әҙерләмәй, өҫтөн йыумай. Ниндәй йыуаш улым түҙмәй, уға тауыш күтәрһә, бәрә һуғып ата-әсәһенә ҡайта ла китә. Әллә ниндәй яман ғәҙәт итеп алды шуны. Улым артынан барып, инәлеп, саҡ әүрәтеп алып ҡайта. Йөҙ һыуыңды түгеп, ирлек намыҫыңды тапатып йөрөмә, тиер инем, сабыйҙар йәл. Балаларын алмай бит ул үҙе менән, ҡалдыра. Ана шул алама ғәҙәте минең башҡа ҡайғы булды. Бер шулай үсегеп ҡайтып киткәнендә, улым уны кире ҡайтарыр өсөн затлы әйберҙәр вәғәҙә иткән. Ҡалаға барып, ювелир магазинға ингәндәр икән, килен ҡиммәтле йөҙөк, һырғаларға күрһәткән. Улымдың уларҙы алырлыҡ аҡсаһы булмаған, ыҡ-мыҡ итеп, бәлки, икенселәрҙе ҡарарһың, тигән. Тик килен, юҡ, миңә тап ошолар ғына кәрәк, башҡаһы ҡыҙыҡһындырмай, тип иренен бүлтәйткән. “Һин ирме, түгелме?! Яратҡан кешеңә алтын биҙәүестәр ҙә алып кейҙерә алмағас, ирлегеңә төкөрәйем”, – тип ҡысҡырып һуҡранған. Улым кредитҡа алырға ниәтләгәс, һатыусы, беҙ биҙәүестәрҙе кредитҡа һатмайбыҙ шул, тип ҡулдарын йәйгән...
Береһе йөҙөн йәмрәйтеп, икенсеһе башын эйеп урамға сығыуҙарына, бына ул – афиша тумбаһындағы иғлан ҡыҙыл хәрефтәре менән күҙгә бәрелеп, әйҙүкләп тора: “15 минут эсендә заем! Белешмәләрһеҙ! Яуаплылыҡты өҫтөнә алыусыларһыҙ! Ни бары 2 процент көнөнә! Килегеҙ! Проблемаларығыҙҙы күҙ асып йомғансы хәл итегеҙ!” С. апайҙың килене шунда уҡ иренең еңенә йәбешә:
– Ике генә процент тиелгән, әйҙә, шунан кредит алайыҡ та, һин миңә биҙәүестәрҙе бүләк итерһең!
Йәш ҡатынының ыңғайына тороп күнеккән ир һис һүҙһеҙ уның артынан эйәрә. Әйтмәксе лә, ун биш көнгә ун мең һум аҡсаны уларға бик тиҙ арала бирәләр: ирҙең паспортын һәм бәйләнеш телефондарын ғына һорайҙар ҙа, килешеүҙәргә ҡул ҡуйғас, тейешле сумманы ҡулдарына тотторалар. Бер аҙҙан ювелир магазинынан ирле-ҡатынлы бәхетле килеп тә сығалар: ир вәғәҙәһен үтәүе менән ғорурлана, ҡатын ҡолаҡтарында, бармағында ем-ем иткән биҙәүестәргә һөйөнә.
Ике аҙна эсендә берәүгә бура күтәреп, ҡалым аҡсаһын алыу менән кредитты ҡаплап ҡуйырмын, тип уйлаған ирҙең пландарын көн торошо боҙа – ямғыр яуып, эште туҡтата. Өс аҙнанан бура өсөн аҡса алып, инде түләйем, тигәс, ҡатыны, һуңғараҡ түләрһең, әлегә башҡа кәрәк-яраҡҡа тотонайыҡ, тип уны ниәтенән кире бора. Шул уҡ көндө С. апай йөрәге сыға яҙып, уларға килә:
– Миңә ниндәйҙер кредит буйынса шылтыратып, ҡотомдо алдылар, баҡтиһәң, улым, һин аҡса алғанһың икән. Тиҙерәк ҡапларға ҡуштылар! Түләй һалығыҙ инде!
Килене бошмай ғына:
– Ана, кешеләр ҡутарып 2 – 3 ерҙән кредит ала, – ти, – алалар ҙа, түләмәйҙәр һәм бер ҙә донъяның аҫты-өҫкә килмәй әле. Түләһәк – түләрбеҙ, түләмәһәк – юҡ!
Килененең һүҙҙәре совет тәрбиәһендә үҫкән С. апайҙың башына һыймай:
– Нисек инде “түләһәк – түләрбеҙ, түләмәһәк – юҡ?!” Мотлаҡ түләргә кәрәк! Әйткәндәй, ниңә өй телефонының номерын уларға бирҙегеҙ?
– Улар һорағас, әйттек, – ти вайымһыҙ ғына килене.
– Әллә адресымды ла бирҙегеҙме? – тип һағая ҡәйнә кеше.
– Һеҙҙә пропискала торғас, һеҙҙекен бирҙек инде, – була яуап.
Ҡәнәғәтһеҙлеген йәшермәгән С. апай, кредитты тиҙ арала түләргә ҡушып, был турала улы менән нығытып һөйләшеп, ҡайтып китә. Һәм бер ни тиклем ваҡыттан һуң йәш ир, ун биш мең һум аҡсаһын тотоп, кредитты ҡапларға килгәс, уны, бурысығыҙ илле мең һум, тип шаҡ ҡатыралар.
– Беҙ 10 мең һум алдыҡ, кире ҡайтарыр өсөн 13 мең 460 һум килтерергә кәрәк, тигәйнегеҙ бит, – ир ултырғысҡа ултыра төшә.
– Әгәр ҙә кредитты ун биш көн эсендә ҡаплаһағыҙ, тап шул сумманы түләр инегеҙ, әммә һеҙ ваҡытында түләмәнегеҙ ҙә, шунлыҡтан неустойка, пеня, проценттар артты, – тип йомшаҡ ҡына аңлата заем биргән ҡыҙ. – Төп бурысығыҙ өсөн түләйһегеҙме хәҙер, әллә проценттарын ҡаплайһығыҙмы?
Аптыраған ир уны йүнләп ишетмәй ҙә тиерлек. Ун биш мең һумды түләгәс, ҡайтып, хәләл ефетенә яңылыҡты ишеттерә. Нервылары ныҡ икән ҡатынының, һис тә хәсрәткә батмай.
– Тапҡанһың ҡайғырыр нәмә, берәү ҙә түләмәй, барыбер уларҙы бер ни эшләтә алмайҙар, – тип әллә йыуата, әллә алдата, – өс йыл үтһә, бурысты ғәфү итәләр ул.
Әммә микрофинанс ойошмаһы уларға бурысты оноторға ирек бирмәй. Эште коллекторҙарға тапшыралар.
Һәм С. апай өсөн ҡурҡыныс көндәр башлана.
– Балаларын миңә ҡалдырып, улым менән киленем кинәт кенә Себергә эшкә сыҡты ла китте, ә ҡапланмаған кредиттары өсөн миңә оборона тоторға тура килде, – тип иҫләй ул хәүефле мәлдәрҙе. – Тәүҙә аҡса таптырып, бер туҡтауһыҙ телефондан шылтыраттылар. Улар өйҙә юҡ, тиһәм, һеҙ түләгеҙ, тиҙәр. Минең пенсиям үҙемә саҡ етә, ҡайҙан тиҫтәләрсә мең һумды алайым? Көн тимәйҙәр, төн тимәйҙәр – шылтыраталар. Улығыҙҙы ултыртабыҙ, тип янайҙар. Бөтә мөлкәтен һыпырып алабыҙ, тиҙәр. Аптырағас, алығыҙ, тинем: “Бар мөлкәте – ҡатыны ла ике балаһы, береһе имгәкләп йөрөй”. Телефондың шылтырауынан ҡурҡыу хисе барлыҡҡа килде, ҡан баҫымым үрле-ҡырлы һикерә, йөрәк тулай. Шнурынан тартып, һүндереп ҡуйһам да, ҡайһы саҡ ҡуйырға тура килә, улар шуны көтөп кенә торған һымаҡ, тағы шылтыратырға тотона. Бер көн ихата эсендә уйнап йөрөгән дүрт йәшлек ейәнем юҡ булды. Уны эҙләп урамға сыҡһам, ҡапҡа алдында иномарка тора. Уға һөйәлгән әзмәүерҙәй ир минең ейәнемде күтәреп алған.
– Бурыстарҙы ҡапларға кәрәк... Балағыҙ йәл түгелме? – тигәйне, теймәгеҙ балаға, тип аҡырып, абына-һөрөнә уларға ташландым, ейәнемә йәбештем. Уны тартып алып, өйгә табан йүгерҙем. Нисек ҡапҡаны япҡанымды, өйгә инеп бикләнгәнемде белмәйем. Инсульт һуғып, үлермен, тип уйланым: ҡолаҡтарым китте шаулап, күҙ алдарым ҡараңғыланды, аяҡ быуындарым тотмаҫ булды. Саҡ дарыуымды ҡабып, “Тиҙ ярҙам” саҡырҙым. Ишек, ҡапҡаны асып йөрөргә хәлем булманы. Дивандан ғына үрелеп тәҙрәне астым да, бер фельдшер шунан инеп, ишектән икенсеһен индерҙе. Баланы әллә нишләтергә уйланы, әллә урларға йыйынды, тип ни булғанын һөйләгәйнем, коллекторҙарҙан барыһын да көтөргә була, тиешеп, телевизорҙан күргәндәрен һөйләп, былай ҙа дерелдәгән йөрәккә ут һалып ҡайтып киттеләр. Икенсе көнөнә бер баланы коляскаға һалып, икенсеһен етәкләп, магазинға икмәккә тип, сыҡһам, өй ҡырынан ситтәрәк торған тағы шул машинаны күреп ҡалдым. Икмәк ҡайғыһымы?! Йәһәтерәк өйгә инеп, бикләндем. Телефон шылтыраны. Трубканы алһам, ир тауышы. “Беҙҙән ҡасып ҡотола алмаҫһығыҙ, бурысығыҙҙы түләгеҙ, юғиһә...” – шундай ҡурҡыныс мәғәнәле шымды, трубканы бәргәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Ултырып илап алдым. Әммә илап ҡына мәсьәләне хәл итеп буламы һуң? Биш минут та үтмәне, тағы шылтыраттылар. Мин һеҙгә управа табасаҡмын, бөгөн үк полицияға ғариза яҙам, тип ярһып ҡысҡыра башлағайным, өлкән улымдың тауышын танып туҡтаным. Ни булды, әсәй, тип әйтеүе булды, үкһеп иларға тотондом. Саҡ мине тынысландырып, хәлдең айышына төшөндө. Улар тыныслыҡта ҡалдырмаясаҡтар, бурысты ғәфү ҙә итмәйәсәктәр, шуға ла түләргә кәрәк, ҡустым менән үҙем һөйләшермен, тигәс, эй, рәхәт булып китте. Аҙаҡ кинйәм шылтыратып, ошо хәлгә ҡалдырғанына ғәфү үтенде, эш хаҡы алыу менән кредитты ҡаплаясағын әйтте. Нисек бисәһенә алҡа-балдаҡ вәғәҙә итеүен, нисек кредит алыуын шунда һөйләне. Ҡайҙан ул аңһыҙ бәрейгә, һис ҡасан туймаҫ убырға барып ҡаптың, тип, килендең тетмәһен теттем генә. Улым бер ни өндәшмәй, тыңлап торҙо. Йәлләнем баламды...
Ошонан һуң проблема хәл ителгән, тип уйлайһығыҙҙыр. Юҡ шул. Әсәһенең тыңлаусан улы, бәлки, бурысын ҡаплар ҙа ине, әммә уның эш хаҡы күскән банк картаһын үҙ ҡулына төшөргән ҡатыны: “Өс йыл үтһә, бурысты ғәфү итәсәктәр”, – тип, уға кредитты ҡапларға бер тин дә бирмәй. Килене менән аңлашырға маташып та, ирешеп тә, талашып та, бер ни ҡыла алмағас, С. апай кредитты үҙе түләргә мәжбүр була. Ә бының өсөн эшкә сыға. Ауырыһа ла, һыҙланһа ла, эшләй.
– Быйыл түләп бөтәм инде, – тип ҡыуанған булды үҙе. – Әлдә коллекторҙарға йүгән табылды, юғиһә бигерәк шашып киткәйнеләр. Ҡалай мине яфаланылар! Улымды бурыстары өсөн ултыртып, йә зәғифләп, сабыйҙарға тейеп, өйгә ут төртөп ҡуймаһындар, тип ҡурҡып, кредиттарын түләргә мәжбүр булдым...
– Улығыҙ менән киленегеҙ Себерҙә эшләй, ниңә үҙҙәре түләмәй һуң? – тип һорағас, әллә, тип иңбаштарын һелкте:
– Килен улымдың картаһын бирмәй бит. Беҙгә торлаҡҡа аҡса йыйырға кәрәк, ти. Һеҙҙең бурысты түләйем, тиһәм, ниңә түләйһегеҙ, түләмәгеҙ, беҙ һеҙҙән түләүегеҙҙе һораманыҡ, тип бартамлай. Эй-й, йәшәп кенә ятһындар. Ике балалары бар, улар ата-әсәһенән башҡа кемгә кәрәк? Улымды, бынан ары кредит тип ауыҙығыҙҙы асмағыҙ, тип тыйҙым. Тик киленгә ышаныс юҡ, ҡабаттан бурысҡа батырмаһа ярар ине, тип ҡотом алына. Ҡасан банктың кредитты ғәфү иткәне, үҙ аҡсаһын бушлай кемгәлер бүләк иткәне бар? Ғәфү иткән хәлдә лә, бәлки, меңгә берәүҙе ғәфү итәләрҙер, ә башҡаларҙың боғаҙынан алһалар алырҙар, ә аҡсаларын кире ҡайтарырҙар. Киленем шуны бер ҙә аңларға теләмәй. Ҡайҙан ул кредитҡа ҡыҙыҡҡандар, тип көйгән С. апайҙың улы менән килене генә түгел, бик күптәр экспресс-кредиттың көнөнә 2 генә (1, 3, 5 кенә) процент тигәненә ҡыҙығып, алдана, ярыҡ ялғашҡа ултыра. “Көнөнә ике генә процент”тың йылына 730 (!) процентҡа барып баҫҡанын уйлап та ҡуймайҙар. Ә уйларға кәрәк. Буш сырҙың ҡайҙа ятҡанын яҡшы беләбеҙ бит.
Кәңәшле эш тарҡалмаҫ
- Бөгөн үк (хәҙер үк) ҙур булмаған сумма аҡса талап ителһә, иң тәүҙә туғандарығыҙға, күршеләрегеҙгә мөрәжәғәт итегеҙ. Ғәҙәттә, ышаныслы кешеләргә ярҙам итеүҙән баш тартмайҙар.
- Әгәр ҙә микрофинанс ойошмаһынан кредит алһағыҙ, уны тейешле көнөндә түләгеҙ. Әлеге лә баяғы туған-күршеләрҙән үтескә алып булһа ла, бурысығыҙҙы ҡаплағыҙ. Сөнки проценттар, штрафтар артҡандан-артасаҡ.
- Эш судҡа барып етһә, адвокат яллағыҙ. Хәйер, уның ярҙамында шаштырылған проценттарҙан бер аҙ арынырға форсат тыуһа ла, суд барыбер кредитты ҡапларға ҡушасаҡ.
- Әгәр ҙә, мәҫәлән, сирләп, эштән ҡыҫҡартылыуға эләгеп йә башҡа сәбәптәр арҡаһында кредитты ваҡытында түләй алмаһағыҙ, финанс ойошмаға, бурысты өлөшләтә түләү мөмкинлеге биреүҙәрен һорап, ғариза яҙығыҙ.
- Һәм экспресс-кредит алыр алдынан тағы бер уйлағыҙ: ә кәрәкме ул һеҙгә, артыҡ баш ауыртыуы? Тыныс йәшәп ялҡтығыҙмы? Ҡайһы ерегеҙ мажара талап итә?