RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Алдыңмы өлөшөңдө?”

15.02.2017 “Алдыңмы өлөшөңдө?”

“Алдыңмы өлөшөңдө?”йәки Донъя – ҡуласа: һәр рәнйетеүсегә үҙ рәнйетеүсеһе табыла
Шәхси милеккә ҡағылышлы мөрәжәғәттәрҙе барлағанда, ер участкаһы менән бәйлеләрен айырым туплап ҡарарға мөмкин. Үҙ белдеге менән сиктәрҙе билдәләп, йә белмәйенсә, кадастр планынан ситләшеп, күршеһе өлөшөнә инеүселәр һуңынан күршеләренең ерендә төҙөлгән йорт-ҡаралтылары арҡаһында судлашып, низағлашып йөрөргә мәжбүр. Мәҫәлән, С.-тарға ла әллә күпме учреждение тупһаһын тапар­ға, әллә нисә суд иләге аша үтергә тура килә, ләкин барыбер ҡаралтыларынан, бер нисә квадрат метр ерҙәренән, байтаҡ сумма аҡсанан яҙалар.

Бейек таш ҡойма күләгәһендә
Тарих бер нисә йыл элек башлана. Ирле-ҡатынлы С.-тар ҡарт ҡына бер әбейҙең күршеһендәге буш йортто һатып ала. Алтынсы тиҫтәне ҡыуғанда ҡауышҡан ир менән ҡатын ең һыҙғанып оя ҡорорға тотона: ҡарсыҡтың иҫке йортона терәтеп тигәндәй мунса күтәрәләр, уның янында утынлыҡ төҙөйҙәр, унан арыраҡ һарай һалалар (кәзә аҫрай­ҙар). Ҡатындың үҙенең балалары булмай, ирҙең ул-ҡыҙҙары, ейән-ейәнсәрҙәре менән артыҡ ҡатышмай ғына үҙ ыңғайҙарына көңгөр-ҡаңғыр йәшәп ятҡандарында күрше ҡарсыҡ гүр эйәһе була. Әллә ҡайҙа ситтә төпләнеп, тыуған төйәккә ҡайтырға йыйынмаған балалары әсәләрен тәрбиәләп мәңгелек йорт­ҡа оҙатҡас, иҫке өйҙө һата. С.-тарҙың бәхетһеҙлегенә күрә, ул өйҙө урта йәштәрҙәге эшҡыуар һатып ала. Ике-өс аҙнанан ул С.-тарға килеп, мунсаны, утынлыҡты, һарайҙы һүтергә бойора. Ни эшләп беҙ үҙебеҙ төҙөгән ҡаралтыны һүтеп ташларға тейеш, тип яндырай­лан­ған С.-тарҙы эшҡыуар кадастр планы менән таныштырып һыуындыра: “Бына ҡарағыҙ, һеҙ уларҙы минең ерҙә төҙөгәнһегеҙ!” Төрлө инстанцияға мөрәжәғәт итеү файҙа килтермәй, эшҡыуар уларҙы судҡа биреп, үҙенең ерен тартып ала. Суд ҡарары буйынса С.-тарға ҡаралтыларын һүтеүҙән башҡа сара ҡалмай. Эш бының менән генә бөтмәй. Ут-һыуҙы кисеп, йылан аяғын киҫеп өйрәнгән эшҡыуарҙың ҡулындағы кадастр планы буйынса, С.-тарҙың ярты ихатаһы ла уныҡы булып сыға. Тиҙ арала ҡалҡҡан ике ҡатлы ҡупшы йорт С.-тарға тотош донъяны ҡаплағандай тойола.
– Беҙ хәҙер ҡояш нурын күреүҙән дә мәхрүм, өйөбөҙгә кисен генә әҙерәк ҡояш төшә, – тип зарланған С. ханым һис тә шаштырмай. Улар ысынлап эшҡыуарҙың “П” хәрефенә оҡшатып төҙөлгән коттеджы, бейек таш ҡоймаһы күләгәһендә йәшәй. Бәҙрәфтәренә барып етер өсөн картуф баҡсаһы аша урап йөрөйҙәр. Эшҡыуарҙың участкаһы сиге улар­ҙың солан уртаһынан үткәс, соландарын да емереп, икенсе ерҙән ишек уйырға мәжбүр булған С.-тарҙың ере, әйткәндәй, уймаҡтай ғына тороп ҡалған... Был хәл нисек барлыҡҡа килгәнме? Бик күп йыл элек межа һалғанда һәм участканы кадастр иҫәпкә ҡуйғанда хаталар киткән дә (участканың боролош нөктәләре билдәләнмәгән, бер нисә нөктә ҡыйыш билдәләнгән), уны һуңынан бер кем дә төҙәтмәгән, ә эшҡыуар шуны үҙ файҙаһына оҫта ҡулланған.
– Адвокат, дәүләт пошлинаһы, экспертиза өсөн түләүҙәрҙән башҡа, ҡаралтыларҙы емерер өсөн кеше яллап, уға түләнек, кадастр хатаһын төҙәтеү буйынса сығым­ды ла эшҡыуар беҙҙең елкәгә һалды, – тип иланы С. ханым. – Ҡайҙа ғына ялыу яҙһаҡ та, барыһынан да, ғәмәлдәге закондар буйынса эшләнгән, тигән яуап килде. Эшҡыуар, етмәһә, йөҙөбөҙҙән көлгәндәй, зыянды кадастр эштәрен башҡарған подрядсынан ҡаплатығыҙ, тип кәңәш итте. Ә ул кадастр инженерының үлгәненә йөҙ былтыр. Бер судья, хәлебеҙгә инергә тырышып, үҙ-ара һөйләшеп килешеп ҡарағыҙ, тине, әммә эшҡыуар менән һөйләшеп килешерлекме һуң? Ул үҙенең бер миллиметр ере өсөн боғаҙҙан алырҙай. Суд низағтары эҙһеҙ үтмәне, ирем аяҡтан ҡалды. Хәҙер саҡ-саҡ атлап йөрөй. Башҡа судлашып ҡаңғырмайым, суҡынып китһен, тип ҡулын һелтәне. Әммә минең бирешкем килмәй. Бәлки, һеҙ ярҙам итерһегеҙ?
Юридик вәкәләттәребеҙ юҡлы­ғын аңлатып, шулай ҙа эшҡыуар менән осрашып, һөйләшеп ҡарарға вәғәҙә иттек. Аҡсаны тинләп түгел, меңләп һанап, башҡаларға танау буйынан ғына ҡарап өйрәнгән эшҡыуар, аңлашыу­ҙан баш тартып, барыһы ла закон буйынса эшләнгән, тиеү менән генә сикләнде. С.-тарҙың хоҡуғын яҡлап маташҡан адвокат иһә:
– Бик сетерекле булды был хәл, – тип башын сайҡаны. – Межа планында участканың координаттары бер төрлө күрһәтелһә, ысынбарлыҡта участка икенсе төрлө урынлаш­ҡан. Бының сәбәбен шунан күрҙем: участканың арғы ситенән йылғасыҡ ағып ята, уның яры йылдан-йыл ныҡ ҡына убылып, ашалып, участканың хужалары яйлап бирге яҡҡараҡ күскән дә, күршеләрен дә күсергә мәжбүр иткән, шунан буталсыҡ киткәндер ул. Етмәһә, С.-тар йәшәгән йорттоң элекке хужалары заманында күршеләре менән ер сиктәрен асыҡлап килешмәгән, шуға уларҙың межа планы дөрөҫ түгел, тип табылды. Бәлки, килеш­һәләр ҙә, үҙ-ара һөйләшеп телдән генә килешкәндәрҙер, уныһы беҙгә ҡараңғы. Бынан башҡа ла һыу аҫты таштары туп-тулы ине, һәм закон күршеләре яғында булып сыҡты.

Кешегә ҡалған көнөң – ҡараңғы төнөң
С.-тарҙың эшен алып барған судья менән дә һөйләшергә ниәтләгәйнек тә, ул отпускта ине. Булмағас, булманы инде, тип, С. ханым менән суд бинаһынан сығып барғанда ишек төбөндә суд приставы менән көлөшөп һөйләшеп торған өлкән йәштәге ир минең юлдашыма күҙ һирпте лә, һүҙен бүлеп үк, иғтибарлап ҡараны. Шунан: “Бәй, С., һинме шул? Ни эшләп йөрөйһөң бында?” – тип өндәште. С. ханым, аптырап, иргә төбәлде, танығас, буғай, юғалып ҡалды: “Юҡ, мин түгел, яңылыштығыҙ”, – тип мыңғырланы ла, минең менән һаубуллашырға ла онотоп, шәп-шәп атлап сығып китте. “С.! Үҙе! Тап үҙе! – сал сәсле ауыл кешеһе, ғәжәпләнеп, бот сапты. – Ҡалай ҡартайып киткән!” Суд бинаһы һағында торған приставтың атаһы менән шулай танышып, урамға бергә йүнәлдек. Сығыу менән тәмәкеһенә йәбешкән ағай:
– Ни эшләп йөрөй ул бында? – тип һорағас, ҡыҫҡаса эштең айышына төшөндөрҙөм.
– Ула-ай икән, – тип һуҙҙы ул. – Донъя ҡуласа шул...
– Ә һеҙ уны ҡайҙан беләһегеҙ? – тим.
– Мин уны бик яҡшы беләм... С.-тың әбейе, Ф. апай, минең ауылдаш ине, – әңгәмәсем тәмәкеһен ҡат-ҡат һурҙы. – Ф. апайға тормош әсе һурпаһын етерлек һемертте: ире йәш сағында эскән килеш һыуға батып үлгән, армиянан ҡайтҡан улы мотоциклда аварияға осрап һәләк булды, ҡыҙы Себергә эшкә китеп, эҙһеҙ юғалды. Ф. апай ҡыҙын эҙләтеп-эҙләтеп ҡараны, таба алманы. Яңғыҙ ҡартайҙы. Бер ваҡыт уға ҡунаҡҡа ошо С. килде – Ф. апайҙың өлкән апаһының ҡыҙы. Йәйгелеккә ҡунаҡҡа тип килгән кеше йәшәргә торҙо ла ҡалды. Мин ул ваҡытта күмәк хужалыҡта профком рәйесе булып эшләнем. Ниндәйҙер байрам айҡанлы әбей-бабайҙарға бүләктәр тапшырғанда Ф. апайға ла инеп, С. менән һөйләшеп ултырғайным. Бер ҡайҙа ла китмәйем, әбейемде ҡарайым, тине. Афарин, тип маҡтаған булдым, йәнәһе лә, эш килеп сыҡһа, үҙеңде эшкә алырбыҙ. Ә уның аҫтыртын уйы ла булған икән, быны аҙаҡ ҡына белдек. Кешене ярып ҡарап булмай бит, этлек уйлағанын башыбыҙға ла индермәнек. Ауылда йәшәгәнендә С., документтар юллап, әбейен өйҙө һатырға күндергән. Өйҙө һатып, С. әбейенең аҡсаһына икенсе ерҙән йорт алып, күсеп киттеләр. Ф. апай киткәндә, ауылымды һағынырмын инде, тип иланы, тиҙәр күршеләре. Шунан һуң ярты йыллап ваҡыт үткәс, илаҡ көҙгө бер көндө йәйәүләп ауылға ҡайтып килгән Ф. апай­ҙы ауылдаш егет танып ҡалып, машинаһына ултыртып минең өйгә килтерҙе.
– Әбей, өйөмә алып бар, тип үтенә, ә бит уның өйөндә икенсе кешеләр йәшәй, – ти егет. – Ҡайҙа алып барырға белмәнем дә, һеҙгә килтерҙем.
Күшеккән, бәләкәс кенә булып ҡалған, кейеме бысраҡҡа ҡаҡашҡан Ф. апайҙы танымай торҙом, шул тиклем бөтөнгәйне. Үтә күренмәле тарамыш ҡулдарын ҡайҙа тығырға белмәй, керле яулығын рәтләгән булып, күҙемә мөлдөрәп ҡарай, ҡустым, өйөмдө кире ҡайтарыш инде, өйөмә ҡайт­ҡым килә, ти. Ҡатыным өҫтәл әҙерләй һалып, уны сәйгә ултырттыҡ. Хәл-әхүәлен һораша башлағайныҡ, сәсебеҙ үрә торҙо. С. туғаны бер ирекәй менән ҡушылып, йортло булғас та, ҡарт кешегә көн күрһәтмәй, уны һыйҙырмай башлаған икән.
– Үҙ өйөмдә рәхәт йәшәгәнмен, тик шуны белмәгәнмен. Туғанымда тын алырға ла ҡурҡам, ни эшләһәм дә, ни әйтһәм дә, яратмай, уға бер ҙә ярай алмайым, бына сынаяҡ төшөрөп ватҡаным өсөн төрткөләп туҡмап ташланы, – Ф. апай, күгәргән беләктәрен, сикәһен күрһәтеп, яулыҡ осон күҙенә терәй. – Мин һеҙгә ҡамасаулағас, кире ауылыма ҡайтарығыҙ, тиһәм, һиңә бынан бер генә юл – зыяратҡа, тип көләләр. Пенсиямды ҡулыма тоттормайҙар, үҙҙәре тотона. Бөтә дүкәмиттәрем дә унда. Йәшергәндәр. Кейемемде лә йыуыусы юҡ, мунса ла һирәк эләгә, көнөнә бер генә ашаталар, этте ашатҡан кеүек. Йүнләп сәй эсмәгәс, ҡолаҡтарым оторо шаулап, ҡаҡ урында ыҙаланып тик ятам. Койкаһы шундай яйһыҙ, ауыртмаған ерем ҡалманы. Миңә бит хатта урамға ла сығырға рөхсәт юҡ. Кеше көлдөрөп, әҙәм ҡурҡытып йөрөмә ыштубы ла, тиҙәр. Үткәндә сырхап, көнө буйы күҙемде лә аса алмай, тамағым кибеп яттым. Хәл белешергә лә инмәнеләр. Шунан ауылға ҡайтырға ниәтләнем инде. Йәйәүләп булһа ла, имгәкләп булһа ла берәй нисек ҡайтып етермен әле, тип уйланым. Һырт буйлап ҡасып китеп барғанымда С. күреп ҡалды ла, беләгемдән тотоп, өйгә табан елтерәтте, ихата эсенә килеп инеү менән шундай этеп ебәрҙе, тәнтерәкләп барып төштөм. Устарым, бына, тубыҡтарым һыҙырылды.
Ф. апай, яҡлау эҙләгәндәй күҙгә ҡарап, ҡалтыранған ҡулдарын күрһәтә, ә минең йөрәккә ҡан һауа. Яҡын туғаны, ҡатын-ҡыҙ ҙаһа, нисек ҡарт кешене шулай рәнйетмәк, уның тәненә шулай ҡаты ҡағылмаҡ кәрәк, тип уртымды сәйнәйем. Ҡатынымдың да күҙе тулы йәш. Хәҙер мунса яғып ебәрербеҙ, ҡайын миндеге менән елпендер­һәм, бөтә яраларың төҙәлер, тип саҡ әйтә алды. Ә Ф. апай һүҙен дауам итә:
– С., мин һине диуаналар йортона тапшырам, һинең урының шунда, тип янағас, ҡурҡыу­ҙарым... Төнө буйы, ҡотҡар инде бер бисараңды, тип Хоҙайға ялбарҙым. Иларлыҡ күҙ йәшем дә ҡалманы. Икенсе көнөнә С.-тың иренең икенсе районда йәшәгән улы уларҙы ҡунаҡҡа саҡырҙы. Былар мине бикләп, кесе ярау итергә биҙрә ҡалдырып, иртәгәсә түҙер­һең әле тип, йыйынышып сығып китте. Бәхетем бар икән: юлда машиналары түңкәрелгән, С.-ты дауаханаға һалғандар, ә ире бер үҙе генә төнләтә ҡайтып инде. Төнө буйы эсте. Иртән, мин ауылыма ҡайтайым, тигәйнем, бар, бар, ҡайт, ана бара юлың, тине. Ҡыуаныстан бер нәмәмде лә алмай, юлға сыҡтым. С. туғаным артымдан килеп, тотоп алмаһа, кире алып ҡайтмаһа ярар ине, тип ҡотом алынып, яҙмышымды Аллама тапшыр­ҙым. Әлдә һәйбәт кешеләр бар икән, мине юлда туҡтап ултыртып алып, ауылғаса тиерлек килтерҙеләр, аҡса ла һораманылар. Һораһалар, төшөрөп ҡалдырырҙармы икән, тип борсолдом. С. туғаным килмәһә ярар ине. Килһә, нимә эшләрбеҙ икән?
– Берәй яйын табырбыҙ, килеп кенә ҡараһын, – тинем. – Күрмәгәнен күрһәтербеҙ.
С. килмәне. Ауыл советы хеҙмәткәрҙәре уның ҡайҙа йәшәгәнен асыҡлап, бер-ике тапҡыр өйөнә лә һуғылып ҡараны, тик тап итә алманылар. Шуға пенсионерыбыҙға яңынан кейем-һалым йүнәтеп, документтар, пенсияһын юллап, уны яңғыҙ йәшәгән бер әбей янына өйҙәш итеп урынлаштырып, тормошон рәтләнек. Ф. апай­ҙың ҡыуан­ғанын күрһәгеҙ! Рәхмәттәр уҡып бөтә алманы. Йәл, ғүмере ҡыҫҡа булды. Ярай ҙа ауылына ҡайтып өлгөр­ҙө, һуңғы юлға хөрмәтләп оҙаттыҡ.
Осраҡлы тап булған ағай икенсе тәмәкеһен ҡабыҙғанда кеҫә телефоным шылтыраны. С. ханым шылтырата ине. Телефонды алып, алло, тип әйтеп өлгөрмәнем, сал сәсле ағай кинәт трубкаға эйелде лә: “Алдыңмы өлөшөңдө?!” – тип ҡысҡырҙы. Трубкала йыш-йыш гудоктар яңғыраны – С. ханым телефонын һүндерә һалды.
– Уға шул кәрәк, – ағай тәмәке төпсөгөн ергә бәреп, уны асыуланып ботинкаһы менән иҙҙе. – Кеше түгел ул. Тыңлаһағыҙ инде, ярҙам итмәгеҙ уға, тиер инем.
Башҡаса С. ханым шылтыратманы. Шулай ирмәк кенә тамамланды уның мөрәжәғәтенә бәйле хәл. Донъя – ҡуласа, тигәндәре шулмы әллә?

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ
Үрҙә бәйән ителгән ваҡиғанан фәһем, ғибрәт алып, бер ыңғай белгестәрҙең дә кәңәшен хәтер һандығына һалып ҡуйығыҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ. Ергә, күсмәй торған милектең айырым объектына, һорау, ихтыяж һәр ваҡыт буласаҡ, тимәк, алып-һатыуҙа байығырға уйлаған, кеше алдарға әҙер муттар ҙа килеп сығып торасаҡ.
Ер участкаһын һатып алғанда төп башына ултырмаҫ өсөн юристар нимәгә иғтибар итергә кәңәш итә?
Беренсенән, участканың адресы милеккә хоҡуҡ тураһындағы дәүләт актында күрһәтелгән адрес менән тура килеүен-килмәүен тикшерегеҙ. Мәҫәлән, һатыусы яҡшы, тигеҙ, ҡоро урындан ер күрһәтә, һатып алыусы уны оҡшатып, участкаға сат йәбешер кәрәк, тип күҙе тоноп, тиҙ арала килешеү төҙөп, аҡса түләй. Һуңынан ғына таныҡлыҡта бөтөнләй икенсе – һаҙлыҡлы йә ташлы – урындың адресы күрһәтелеүе асыҡлана. Ә алып-һатыу килешеүен ғәмәлдән сығарыу, аҡсаны кире ҡайтарыу – бик оҙайлы һәм ҡатмарлы процесс.
Икенсенән, алып-һатыу килешеүенә ҡул ҡуйыр алдынан бөтөн документтарҙы ла ентекле өйрәнергә, тикшерергә кәрәк. Ергә милек хоҡуғы тураһындағы дәүләт акты менән кадастр паспорты айырыуса ҙур иғтибар талап итә – уларҙа бер үк участка адресы (ғәҙәттә, почта адресы йәки участканың ҡайҙалығын аныҡ билдәләргә ярҙам иткән тасуирлама) күрһәтелергә тейеш. Кадастрға ҡарап, бүлеү схемаһын тикшерегеҙ. Участкаға барып, уның урынлашыуын, сиктәрен план менән сағыштырып ҡарағыҙ. Әгәр ҙә ер участкаһының майҙаны шик тыуҙырһа, уны яңынан үлсәргә хоҡуғығыҙ барлығын онотмағыҙ. Сөнки һатып алған участканың документта күр­һәтелгәнгә ҡарағанда байтаҡҡа кәмерәк тә булыуы мөмкин. Ҡойманың күршеләр өлөшөнә инеү-инмәүен дә күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ.
Өсөнсөнән, документтар­ҙың дөрөҫлөгөн тикшерер өсөн тейешле инстанциялар­ға мөрәжәғәт итеү ҙә артыҡ булмаҫ. Мәҫәлән, Дәүләт теркәүе идаралығына мөрәжәғәт итеп, ҡыҙыҡһындырған милеккә хоҡуҡ хаҡында күсермә алырға мөмкин. Был документ ярҙамында күсемһеҙ милектең ниндәй арауыҡтан алып граждандың мөлкәте иҫәпләнеүен, ми­леккә тыйыуҙарҙың (арест һ.б.) барлығын-юҡлығын бе­лергә була. Урындағы үҙидара органына, участканың адресын һәм уның хужаһын күрһәтеп, ошо мәғлүмәттәр­ҙең дөрөҫлөккә тап килеү-килмәүен раҫлауҙарын һо­рап, ғариза ла яҙырға мөмкин.
Ер участкаһына документтар теүәл булып, участканы үҙ күҙегеҙ менән күргәс, һатыу­сыларҙың намыҫлы кешеләр икәнлегенә инанғас ҡына алып-һатыу килешеүен тө­ҙөргә була.
Килешеү закон талаптарына ярашлы төҙөлөргә тейеш. Унда мотлаҡ:
/ һатыусының һәм һатып алыусының паспорт мәғ­лү­мәт­тәре;
/ участканың ҡыҫҡаса тасуирламаһы (кадастр номеры, кадастр планына йәки милеккә хоҡуҡты билдәләгән документҡа ярашлы дөйөм майҙаны, ерҙең категорияһы һәм маҡсатлы тәғәйенләнеше, адресы);
/ һатыусының участкаға милек хоҡуғы тураһындағы документы;
/ участкаға тыйыуҙарҙың юҡлығын раҫлаған мәғлүмәттәр;
/ ерҙе маҡсатлы тәғәйенләнеше буйынса файҙала­ныу­ға тыйыуҙарҙың булыуы (юҡлығы) хаҡында мәғлүмәттәр;
/ килешеү төҙөүселәрҙең йөкләмәләре;
/ ер участкаһының дөйөм хаҡы;
/ участка өсөн аҡса түләүҙең тәртибе күрһәтелергә тейеш.
Бынан тыш, килешеүҙә үтәлмәгән йөкләмәләр өсөн ике яҡтың да яуаплылығы, килешеүҙең ниндәй осраҡта ғәмәлдән сығыуы ла күрһәтелә. Һатыусы законлы никахта булһа, участканы һатырға уның ҡатынынан (иренән) нотариаль раҫланған ризалыҡ булырға тейеш.
Алып-һатыуҙы законлы рәүештә матур ғына үткәреп, ер участкаһына хужа булғас, уны һис бер ҡыйынлыҡһыҙ ҡулланыр­ға: шунда йорт һалырға, мунса төҙөргә, баҡса үҫтерергә, ҡыҫҡаһы, рәхәтләнеп йәшәргә яҙһын!










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»