RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Ваҡытында юридик ярҙам алырға кәрәк»

13.02.2017 «Ваҡытында юридик ярҙам алырға кәрәк»

«Ваҡытында юридик ярҙам алырға кәрәк»Беҙ күҙаллағанса, суд системаһы кеше хоҡуҡтарын яҡлай. Әммә ҡайһы бер осраҡта уларҙың ғәйепһеҙҙе ғәйепле итеп тә ҡуйыуы мөмкин. Бындай мәлдә адвокаттарҙан башҡа үҙеңдең хоҡуҡтарыңды яҡлай ҙа алмайһың. Кемдәргә бушлай адвокат ярҙамы күрһәтелә? Үҙҙәрен адвокат тип таныт­ҡандарҙың барыһына ла ышанырға буламы? Түбәндәге әңгәмәлә БР Адвокаттар палатаһы президенты, Башҡортостан Республикаһының адвокаттар президиумы рәйесе, РФ Адвокаттар федераль палатаһының федерация советы ағзаһы, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Рәсәйҙең почетлы адвокаты Булат Ғүмәр улы Йомадилов менән ошо һорауҙарға яуап эҙләнек.

– Сер түгел, профессиональ за­кон һаҡсылары араһында үҙҙәрен адвокат итеп танытҡан на­мыҫһыҙ юристар ҙа осрай. Һөҙөмтәлә улар үҙҙәренең эштәре менән Һеҙҙең дә абруйығыҙҙы төшөрә…

– Адвокат ярҙамы күрһәтәм, тигән иғландарҙы реклама гәзиттәрендә, иғлан таҡталарында, автобустарҙа күрергә була. Ысынында ялған адвокаттар шундай иғлан бирә. Адвокаттар палатаһында теркәлеү үткәндәре бындай аҙымға бармай, сөнки ул адвокаттың этик нормаларын боҙоу һанала. Адвокаттарҙың эшмәкәрлеге һәм улар күрһәткән профессиональ ярҙам БР Адво­каттар палатаһы менән РФ Юс­ти­ция министрлығының БР буйынса ида­ралығының даими күҙәтеүе аҫтында. Шәхси практика алып бар­ған юристарға ундай контроль юҡ. Ҡайһы берҙәренең хатта белеме, тәжрибәһе лә булмай сыға. Улар тейешенсә күрһәтмәгән ярҙам арҡа­һында ябай кешеләр зыян күрә, һуңынан был хаталарҙы адвокаттарға төҙәтергә тура килә. Күптән түгел Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында, үҙен юридик ойошма итеп танытып, күп функциялы юридик үҙәк эш башлаған. Ул 500-ләп «адвокат»ты берләштерә. Бында адвокатура тураһындағы закон тупаҫ боҙолған. Беҙ, был осраҡ буйынса тикшереү ойоштороуҙы талап итеп, Моно­полияға ҡаршы федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығына мөрәжәғәт иттек. Ысын адвокаттар ниндәйҙер ойошмаларға ялланып эшләмәй. Ад­вокат­тар коллегиялары, бюролары, адвокат кабинеттары ағзалары бу­лараҡ, уларҙың адвокаттар йәмә­ғәтселеге етәкселәре билдәле бер талаптар ҡуйған айырым эш урындары бар. Адвокат тип аталыу ялған юристарға халыҡты йәлеп итеү, аҡса эшләү өсөн генә кәрәк. Был статусҡа эйә булыу­сыларҙың исемлеге РФ Юстиция министрлығының БР буйынса идаралығы, БР Адвокаттар палатаһы сайттарындағы «Адвокат­тар реестры» бүлегендә бар.

– Адвокат статусына эйә булыу өсөн ниндәй баҫҡыстарҙы үтергә кәрәк?
– Юғары юридик белем алған белгес үҙенең өлкәһе буйынса ике йыл эшләргә йәки Адвокаттар палатаһында бер йыл стажер булып йөрөргә тейеш. Һуңынан ул беҙгә бөтә документтары менән имтихандар тапшырырға килә. Характерис­тикаһын тикшерәбеҙ. Квалифи­кацион имтихандар ике этапта үтә.

– Имтихан алыусы булараҡ, дә­ғүә­селәрҙең кимәлен нисегерәк баһалайһығыҙ?
– Көслө әҙерлекле белгестәр килә, тип иҫәпләйем. Дәғүәсе­ләрҙең 40 процентҡа яҡыны һынау­ҙарҙы үтә алмай.

– Дәүләт беҙгә юридик яҡтан яҡлау гарантиялай. Кемдәр бушлай адвокат ярҙамын алырға хоҡуҡлы?
– РФ Конституцияһы (48-се статья) граждандарға билдәле бер осраҡта бушлай юридик ярҙам алыу­ҙы гарантиялай. Әммә уның ниндәй шарт булғанда күрһәтелеүе әйтелмәгән. Был ярҙам тейешле хоҡуҡ-норматив акттарында – РФ Енәйәт-процессуаль кодексында һәм бушлай юридик ярҙам күрһәтеү тураһында федераль законда әйтелгән. Енәйәт эшендә, ғәйепләнеүсене яҡлар өсөн килешеү буйынса адвокат ялланмаған булһа, уны тәфтишсе, дознаватель, суд тәғәйенләгән ваҡытта адвокатты саҡырырға тейеш. Сөнки енәйәт эштәрендә уның ҡатнашыуы мотлаҡ. Граждан­дар эштәре буйынса бушлай юридик ярҙам алыу «Рәсәй Феде­рацияһында бушлай юридик ярҙам тураһында», «Баш­ҡортостан Рес­пуб­ликаһында бушлай юридик яр­ҙам тураһында» закондарҙа ҡарал­ған. Беҙҙең БР Адвокаттар палатаһы адвокаттары аҙнаһына ике тапҡыр «Берҙәм Рәсәй» партияһы етәксеһенең, Волга буйы федераль округындағы Рәсәй Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиленең йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәләрендә, БР Йәмәғәт палатаһында ла ҡабул итеүҙәр ойоштора. Мин үҙем дә һәр дүшәмбе граждандарҙы шәхси һорауҙары буйынса ҡабул итәм.

– Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, граж­дан­дарҙың нисә проценты адвокаттарға квалификациялы юридик ярҙам һорап мөрәжәғәт итә?

– Уныһын аныҡ ҡына әйтә алмайым. Хужалыҡ иҫәбе нигеҙендә эшләгән ойошма булһаҡ та, бушлай эшләйбеҙ тиергә мөмкин. Ярҙам һорап килгән кешене кире бороп сығарып булмай бит инде. Бер кәңәш мең бәләнән ҡотҡара. Ваҡытында юридик ярҙам алыу бик әһәмиәтле. Өфөлә һәм Стәрле­тамаҡ ҡалаларында күпме кеше фатир һатып алыуға килешеүҙәр төҙөп алданды. Улар бит закондарҙы, үҙҙәренең хоҡуҡтарын белмәүе арҡаһында шундай тоҙаҡҡа эләккән. Төҙөлөш ойошмаһы менән төҙөгән килешеүҙәрен адвокаттарға алдан күрһәтһәләр, бындай алданыу осраҡтары булмаҫ та ине. Билдәле, һәр төҙөлөш компанияһы юристары фатир һатып алыусынан үҙҙәре менән тиҙерәк иҫәпләшеп бөтөүҙе ҡайғырта. Мин һәр ваҡыт ниндәйҙер килешеүҙәр төҙөр алдынан адвокаттарға мөрәжәғәт итегеҙ, тип тәҡдим итәм.

– Бөгөн ниндәй өлкә буйынса адвокаттарға талап ҙур?
– Беҙҙең коллегияның адвокаттары тәғәйен генә бер хоҡуҡ өлкәһе буйынса эшләмәй. Енәйәт эштәренән тыш, административ, гражданлыҡ, арбитраж эштәрен дә алып ба­рабыҙ. Юғары квалификациялы ад­вокат бер йүнәлештә генә эшләргә тейеш түгелдер, тип иҫәпләйем. Торлаҡ-коммуналь хеҙмәт күр­­һәтеү, эш хаҡы түләмәү, юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса матди зыянды ҡаплатыу, ҡараусыһын юғалтыу буйынса, кадастр хаҡтары менән ризалашмағандар үҙ хоҡуҡтарын яҡлауҙы һорап, күп мөрәжәғәт итәләр.

– Һеҙҙең эшмәкәрлек «РФ Адвокат эшмәкәрлеге һәм РФ адвокатураһы тураһында»ғы федераль закон менән нығытылған. Һуңғы йылда был ҡануниәткә эшегеҙҙе камиллаштырыуға булышлыҡ иткән ниндәй үҙгәрештәр индерелде?

– Йәмғиәт үҙгәреп тора, закон да заман ҡуйған талаптарға ҡулайлашырға, дәүергә тура килергә тейеш. Дөйөм алғанда, адвокатураның абруйы, гражданлыҡ йәмғиәтендә баһаһы үҫте. Минеңсә, был закон адвокатураға беҙҙең йәмғиәттә лайыҡлы үҙ йөҙөн табырға ярҙам итте. Уларҙың хоҡуҡтары закондар нигеҙендә яҡланған. Адвокаттар күп эш башҡара. БР Адвокаттар палатаһы коллегияһы, Башҡортос­тан сиктәренән тыш, ситтә лә филиалдарын асыуға иреште. Ҡырым Республикаһының Севасто­поль, Белогорск, Сим­ферополь, Керчь ҡалаларында, Силәбе, Свердловск өлкәләрендә, Мәс­кәүҙә, Ырымбур ҡалаларында фи­лиалдарыбыҙ бар. Беҙҙең төп маҡсат – граждан­дарҙың хоҡуҡтары һанланыуын тәьмин итеү.

– Мин һине суд алдында аҡлай алам, суд ҡарары һинең файҙаға буласаҡ, тип адвокат ғәйепләнеүсене ышандырырға тейешме?
– Адвокат, профессиональ юрист булараҡ, бер ҡасан да ундай гарантия бирмәй. Адвокат уны нисектер аҡлауға ярҙам итергә генә бурыслы. Төрлө суд эше була. Судта еңеп сығыу адвокаттың тырышлығына, ныҡышмалылығына, юриспруденция өлкәһендәге бай тәжрибәһенә лә бәйле. Күп осраҡта адвокат гражданлыҡ эштәре буйынса үҙ маҡсатына ирешә ала. Ауыр енәйәт эштәрендә, әлбиттә, енәйәт ҡылыусыға хөкөм язаһы буласаҡ.

– Суд юлын тапағанда күптәр, адвокат күрһәткән хеҙмәте өсөн хаҡты күп ала, тип уны яллау­ҙан баш тарта. Гонорар күләме нисек билдәләнә?
– Хаҡ эштең күләменә һәм ҡатмарлығына, ниндәй бәхәс булыуына бәйле. Граждандар, юридик ярҙам ҡиммәт, тип адвокат ярҙамынан баш тартмаһын ине. Проблема­ларын үҙ аллы хәл итергә маташып, күп осраҡта һуңынан хоҡуҡтарын яҡ­лай алмай, судта еңеп сыға ал­май­ҙар. Күп урында юридик ярҙамды бушлай алырға мөмкин.

– Һеҙҙең адвокатлыҡ практикаһында ҡатмарлы енәйәт эштәре булдымы?
– Бер районда кеше тапатыуҙа М. исемле граждан ғәйепләнә ине. Ул, йәнәһе лә, юлда берәүҙе тапатып киткән. Водитель иҫерек булғас, хәл-ваҡиғаның нисек булғанын, ул кешенең нисек тәгәрмәс аҫтына инеп китеүен бөтөнләй хәтерләмәй. Иргә ҡарата енәйәт эше асыла. район суды, уны был юл-транспорт ваҡиғаһында ғәйепле тип табып, хөкөм ҡарары сығарҙы. Эш Юғары судҡа китте. Беҙ трансологик экспертиза үткәреп, был водителдең автомобиленең тәгәрмәс эҙҙәре мәйеттең йөҙөндәге эҙҙәргә тура килмәүен, тапалыусы өҫтөнән икенсе машина үтеүен асыҡланыҡ. Ғәйепләнеүсе административ хоҡуҡ боҙоу язаһын ғына алды. Хеҙмәт тәртибен боҙоу, законһыҙ эштән ебәрелеү, торлаҡҡа хоҡуҡты тергеҙеү буйынса күп суд эшендә ҡатнашырға тура килә. Хатта бер кешенең торлаҡҡа хоҡуғын раҫлау өсөн, Ҡаҙағстанға барып, документтарын йыйып алып ҡайттым. Минең уйымса, адвокат барыһын да профессиональ эшләһә, эше буйынса һөҙөмтәһе лә буласаҡ.

– Күптәр, адвокат енәйәтсегә енәйәт яуаплылығынан ҡотолорға ярҙам итә, тип иҫәпләй…
– Был дөрөҫ фекер түгел. Адвокат хәл-ваҡиғаға асыҡлыҡ индерергә ярҙам итә, яза биреүҙе йомшартыу сараларын таба, законлы сара ҡулланыуға булышлыҡ итә һәм ҡайһы бер осраҡта судтың хатаһын да төҙәтә. Ауыр енәйәт эштәрендә, әлбиттә, енәйәт ҡылыусыға хөкөм язаһы буласаҡ.

– Адвокаттар үҙҙәре бөгөн ниндәй ярҙамға мохтаж?
– Граждандарҙың мәнфәғәтен яҡ­лаған адвокаттарға дәүләт органдары яғынан ярҙам кәрәк. Мәҫәлән, эш өсөн биналар менән тәьмин итеү. Үрҙә әйтелгәнсә, беҙҙең ад­вокат­тар­ға эшмәкәрлек алып барыу өсөн урын бар. Республика етәкселеге һәм урындарҙағы власть вәкилдәре проблемаларыбыҙҙы аңлай, был мәсьәләләрҙе хәл иткәндә ярҙам итә.

– Һеҙҙең фекерегеҙсә, адвокат ниндәй булырға тейеш?
– Адвокат – ул универсаль белгес, квалификациялы юрист та, психолог та, судта ышандыра алырлыҡ, аныҡ итеп һөйләй белгән яҡшы оратор ҙа. Кешенең хәленә инә, тыңлай белеү мөһим. Сыҙамлылыҡ та, эске мәҙәниәткә эйә булыу ҙа кәрәк. Сөнки ғәйепләнеүсегә хоҡуҡ һәм тәртип һаҡлау органдарының тотош системаһы ҡаршы сығыш яһай, ә адвокат бер үҙе уны яҡлай.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»