RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йондоҙнамә (6-12февраль)

07.02.2017 Йондоҙнамә (6-12февраль)

Йондоҙнамә (6-12февраль)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Ҡәҙимге аҙна. Шишәмбелә кемдер кәйефегеҙҙе боҙорға тырышыр. Төп эшегеҙҙә кеше кәңәштәренә артыҡ иғтибар бирмәгеҙ. Нисек эшләү тураһында үҙегеҙ ҙә яҡшы беләһегеҙ һымаҡ.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Осорҙоң тәүге яртыһы аралашыуға бай булмаҡсы. Ғөмүмән, йыш ҡына төрлө икеләнеү кисерер­һегеҙ. Ошо арҡала эш итеү бер аҙ ауырлашыр. Шәмбелә ниндәйҙер серҙе сисә алырһығыҙ.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Әүҙем кешеләрҙе өмөтлө көндәр көтә. Яҡын кешеләрҙән ниндәйҙер ҡыҙыҡлы тәҡдим ишетеүегеҙ ихтимал. Әлегә ҙур аҡсаға өмөтләнмәгеҙ, ләкин бик тиҙҙән ул килер. Йомала бүләк алыуығыҙ бар.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Осор тормошоғоҙҙо ыңғай яҡҡа үҙгәртеү өсөн уңайлы. Был арала яҡындарығыҙ араһында ялған дуҫтарҙы еңел айырырһығыҙ. Кесе йомала ниндәйҙер етди ҡарар ҡабул итергә тура килер. Был һеҙҙең өсөн еңел булмаҫ.

Буға (21.04 – 21.05)
Һәйбәт аҙна. Күптәр был арала һаулығын нығытыр. Йондоҙҙар мөмкин тиклем бурыстарҙан ҡотолорға ҡуша. Үҙегеҙ күрерһегеҙ, тормошоғоҙ шундуҡ еңеләйер. Йомала эске тауышығыҙға таянып эш итегеҙ.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Осор башында артыҡ икеләнеү арҡаһында матди килемдән ҡолаҡ ҡағырһығыҙ кеүек. Артабан ниндәйҙер ҙур эште уңышлы тамамлар­һығыҙ. Кесе йомала яҡшы хәбәр ишетерһегеҙ. Ул матди өлкәгә ҡағылыр, ахыры.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Бөтә иғтибарығыҙҙы үҙ мәсьәләләрегеҙҙе хәл итеүгә йүнәлтеү дөрөҫ булыр. Башҡаларға һәр саҡ ярҙам итеп, үҙегеҙ тураһында онотаһығыҙ. Уйлап эш итһәгеҙ, мотлаҡ уңырһығыҙ. Мәл эш урынын алмаштырыу өсөн уңайлы.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Был арала иғтибарлыраҡ булығыҙ. Шишәмбелә ниндәйҙер уңайлы мәлде күрмәй ҡалыуығыҙ ҙа бик ихтимал. Йома бик уңышлы күренә. Ҡулығыҙға байтаҡ килем инер.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Был арала күберәк үҙ аллы эш итегеҙ. Шишәмбелә яҡшы таныш кеше кәйефегеҙҙе боҙорға тырышыр, ләкин уның маҡсаты барып сыҡмаҫ. Төрлө мәшәҡәт күбәйер, ләкин улар мотлаҡ файҙа килтерер.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Барыһы ла һәүетемсә барыр. Үҙегеҙҙе һәр саҡ ышаныслы тойорһоғоҙ. Матди хәлегеҙ күҙгә күренеп ыңғай яҡҡа үҙгәрер. Аҡса һәм бүләктәр көтөгөҙ. Туғандарығыҙҙың кәңәштәренә мотлаҡ ҡолаҡ һалығыҙ.

Саян (24.10 – 22.11)
Яҡшы аҙна. Һәйбәт яңылыҡтар килеп торор. Бәғзеләрҙең тормош офоҡтары киңәйер. Яңы танышлыҡтар оҙайлы һәм өмөтлө буласаҡ. Киләсәккә маҡсаттарығыҙҙы башҡаларға әлегә белдермәүегеҙ дөрөҫөрәк булыр.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Йондоҙҙар донъяуи мәсьәләләрҙә һәр саҡ булышлыҡ итер. Яңы башлаған эштәрегеҙ күпкә уңышлыраҡ барыр. Һәр хәлдә лә ашыҡмағыҙ һәм барыһын да алдан уйлап эш итегеҙ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»