RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Туған араһын бол боҙормо?

06.02.2017 Туған араһын бол боҙормо?

Туған араһын  бол боҙормо?йәки Атай-әсәйҙән ҡалған донъя малын бүлешкәндә, бәғзеләрҙә туғанлыҡ хисе лә, оят та юғала

Гәзитебеҙгә ниндәй генә хаттар килмәй ҙә, ниндәй генә шылтыратыуҙар яңғырамай! Күпселектә гәзит уҡыусыларыбыҙ ихтирамға лайыҡ ауылдаштарын, таныштарын маҡтап яҙа йә ҡыуаныслы яңылыҡтары менән бүлешә. Ярҙам һорап, оран һалған яҙмалар, шылтыратыуҙар ҙа аҙ түгел.
Һуңғыларының һәр береһендә тиерлек, ғәҙәттә, күсмәй тор­ған милеккә бәйле бик сетерекле мәсьә­ләләр күтәрелә. Проблема­ларҙың осона сы­ғырға, хәлдең айышына төшөнөргә маташ­ҡанда, кешеләрҙең (дөрөҫлөккә тура ҡарайыҡ) юридик наҙанлығы күҙгә ташлана, бер ҡатлылығы хайран ҡалдыра. Хәйер, юридик наҙанлыҡта ғәйепләү бигүк дөрөҫ тә түгелдер. Дәүләт акттары шундай ҡатмарлы, суд практикаһы ҡапма-ҡаршылыҡлы булғас, кеҫәһендә юрист дипломы ятмаған кешенең закондарҙың ҡара урманында юғалып ҡалыуы тәбиғи хәлдер ул. Шуға ла юридик һорау­ҙарың булғанда, хаҡына ҡарамай, бер нисә юрист менән кәңәшләш­һәң дә артыҡ түгел (эш судҡа барып етһә инде, хоҡуҡтарыңды яҡлауҙы мотлаҡ юғары квалификациялы, намыҫлы адвокатҡа тапшырырға). Ләкин ни эшләп ябай проблеманы ла урында хәл итә алмай, республика баҫмаһына мөрәжәғәт итергә мәжбүрҙәр һуң?

енттар юллай, тип һөйләйҙәр, тигәс, киленгә шылтыраттым. Ул, бушты һөйләйҙәр, тип ҡырт киҫте. Ҡустыма ла шылтыратҡайным, тәүҙә ыҡ-мыҡ килде лә, һуңынан, өйҙө һатып, аҡсаһын бүлешәйек, беҙгә ҡайтып йөрөүе яйһыҙыраҡ, хужаһыҙ йорт тиҙ емерелеп, туҙып бара, теләһә кемдәр­ҙең инеүе лә ихтимал, тип ниәттәрен асып һалды. Һин борсолма, документтарҙың бөтәһен дә үҙебеҙ юлларбыҙ, өйҙө һатыу мәшәҡәттәрен дә өҫтөбөҙгә алырбыҙ, тип тынысландырҙы. Ике-өс ай үткәс, килен менән телефондан һөйләшкәндә, өй тураһында һүҙ сығып китте лә, күпмегә һатырға йыйынаһығыҙ, тип һораным. Иҫке өйҙө ҡиммәткә һатып буламы ни, һикһән-йөҙ мең һумға алһалар ҙа бик шөкөр, тине. Осһоҙораҡ күренһә лә, өндәшмәнем, баҙар хаҡын улар яҡшыраҡ беләләрҙер, тинем үҙемсә. Яңыраҡ әлеге лә баяғы сыбыҡ осо туғаным хәл белешергә килеп, атай йортон 600 мең һумға һатаһығыҙ икән, тип аптыратты: “Ауылдаштар иғланды күргән”. Ҡустыма шылтыратһам, алмай. Киленгә шылтыраттым. Ҡаңғырттың даһа шул өй менән, тип асыуланды ла, трубканы бәрҙе. Хәҙер нимә эшләргә лә белмәйем. Өйҙән тороп ҡалдыммы икән, тип тә борсолам, шулай асыҡ ауыҙ булмаһам, исмаһам, балаларыма аҡса булыр ине, тип тә ҡайғырам...
Ю.С-тың бәхете бар икән. Әсәһенең мәрхүм булыуына ярты йыл үтмәгәйне, шуға ла таныш юристар менән һөйләштек тә, тиҙ арала нотариусҡа барып, ғариза яҙырға кәңәш иттек:
– Алты айҙан һуң ғына мираҫ хоҡуғы үҙ көсөнә инә, тимәк, ҡустығыҙ менән киленегеҙ әлегә өйҙө бер нисек тә һата алмай.
Аҡсаға ҡытлыҡ кисергән ҡатынды ҡат-ҡат район үҙәгенә йөрөтмәҫ өсөн, бер юлы ниндәй документтар алып барырға кәрәклеген дә аңлаттыҡ:
– Әсәйегеҙҙең үлеме тураһында таныҡлыҡты, йорт кенәгәһенән (ауыл хакимиәтенән) уның ҡайҙа йәшәүен раҫлаған белешмәне, үҙегеҙҙең паспортығыҙҙы, туғанлыҡты раҫлаған документты, йәғни тыуыу тураһында таныҡлыҡты алып барып, нотариуста мираҫҡа ғариза яҙаһығыҙ. Өҫтәмә документтар талап ителһә, уларҙы һуңынан да алып барырға мөмкин. Иң мөһиме, йәһәтерәк ғариза яҙырға!
Ҡатын рәхмәттәр әйтә-әйтә, ҡыуанып, һаубуллашты. Ике-өс көн дә үтмәне, илай яҙып ҡабаттан шылтыратты:
– Ғариза яҙып өлгөрмәҫмен инде ул, яҙмағандыр... Тыуған ауылыма ҡайтып, ауыл хакимиәтенән белешмә алдым алыуға, әммә киленем әсәйемдең үлеме тураһындағы таныҡлыҡты бирмәй, юҡ, тине лә ҡуйҙы. Хәҙер нимә эшләйем икән?
ЗАГС-ҡа барып, ғариза яҙһағыҙ, әсәйегеҙҙең үлеме тураһындағы таныҡлыҡтың күсермәһен (дубликатын) шул уҡ көндө һеҙгә бирәсәктәр, тип шатландырҙыҡ үҙен.
Байтаҡ ваҡыт үткәс, ҡатын тағы бәйләнешкә сыҡты:
– Нотариусҡа барып ғариза яҙыуымды белгәс, ҡустым менән киленем, беҙгә бөтөнләй ышанмайһың икән, тип ирендәрен бүлтәйтте: “Былай булғас, өйҙө үҙең һат!” Мин бер ни ҙә эшләмәгәс (рәтен-сиратын белмәйем дә инде), барыбер һатыу мәшәҡәттәрен үҙҙәренең өҫтөнә алырға мәжбүр инеләр. Үткән аҙнала өйҙө биш йөҙ мең һумға һаттыҡ. Аҡсаны уртаға бүлгәс, был – мәшәҡәттәрегеҙ өсөн, тип, ун меңде алдарына һалғайным, ҡылтайған киленем яҙылды, икеһенең дә күңеле булды. Яҡын туғандар бит беҙ, нимәгә беҙгә талашырға?
Ҡатынға, болдоң рәхәтен күрергә яҙһын, тип теләп, тап яҡын туғандар араһында күсмәй торған милек өсөн оло янъялдар ҡубыуы, аралар боҙолоуы тураһында иҫләтеп торманыҡ. Сөнки ундай хәл-ваҡиғаларҙы байҡай башлаһаң, бәйән итеп бөтөрлөк түгел. Әйтәйек, З. исемле апай, ҡустыһының һүҙенә ышанып, мираҫтан да мәхрүм ҡалған, хыялдары менән дә хушлашҡан.
– Әсәйем алдан гүргә инеп, атайым бер йыл аңҡы-тиңке йөрөнө лә, ул да баҡыйлыҡҡа күсте, – тип һөйләне ханым. – Ике һеңлем уңышлы кейәүгә сығып, гөрләтеп донъя көтә, кинйә ҡустыбыҙ ҙа етеш ғаиләнән кәләш алып, ҙур йорт төҙөп сыҡты, бер ҡустыбыҙ ғына һаман өйләнмәй йөрөй. Мин иһә шәхси тормошомдан уңманым: ирем йүнләп эшләмәне, эсте, һуғышты. Эшемдән миңә “малосемейка” биргәйнеләр, ярай шуны приватизациялай алдым. Эскән ир, ике бала менән шул тауыҡ кетәгендә осто-осҡа саҡ ялғап йәшәлде. Ләкин бер нимәгә ҡарамаҫтан, ғаиләлә өлкән бала булараҡ, ата-әсә өсөн яуап­лылыҡты тойоп, уларҙы ҡарарға тырыштым. Аҙна һайын ҡайтып, өйҙө таҙартып, әсәйемде мунсала йыуындырып, керҙәрен йыуып, тәмле аштар, бәлештәр бешереп фатихаларын алдым. Әсәйемдең һуңғы тыуған көнөнә барыбыҙ ҙа йыйылғанда, атай менән әсәй туғандарыма, һеҙ бер нимәгә ҡытлыҡ кисермәйһегеҙ, был өй З.-гә, тип аманат әйтте. Әлбиттә, тиеште ҡусты-һеңлеләрем. Әсәй мәрхүм булған йылды эштән ҡыҫҡартылыуға эләктем. Етмәһә, улым кәләш алып ҡайтты, килен бәпәйләне. “Малосемейка”ла алты кеше тығылып йәшәйбеҙ, йәштәрҙе айырым сығарырға форсат юҡ. Ни ир сығып китмәй, йөрөй күҙ көйөгө булып. Ҡыҙым менән һөйләштек тә, йәй башында атайым янына ауыл­ға ҡайттыҡ. Көҙөн ҡыҙым колледжға уҡырға инде. Мин ауылға күсеп ҡайтҡас, иремде бер яңғыҙ бисә ымһындырып, ниһайәт, айырылыштыҡ. Атайымды риза булып ҡараным. Уны мәңгелеккә оҙатҡас, нервыларым бөтөп, ныҡлап сиргә һабышып, дауаханаға эләктем. Хәлемде белешергә йөрөгән һеңлеләрем, кинйә ҡустым, мираҫтан баш тартып ғариза яҙҙыҡ, тинеләр. Ә буйҙаҡ ҡустым, миңә ышаныс ҡағыҙын яҙып бирһәң, өй менән бәйле бөтә проблемаларҙы үҙем хәл итер инем, тине. Ҡустым да инде, табиптан рөхсәт һорап, икәүләп нотариусҡа барып, ниндәйҙер ҡағыҙҙарға ҡул ҡуйҙым. Ул мәлдә башым эшләмәгәндер ул, ҡустым файҙаһына мираҫтан баш тартҡанмын, имеш. Ҡыҫҡаһы, мине ҡыуып сығарып, өйҙө һатып ебәрҙе, аҡсаһын да бүлешеүҙе кәрәк тип тапманы. Ирешеп-талашып йөрөргә хәлем булманы, һеңлеләрем мине яҡлашып даулаша башлағайны, уларҙы ла тыйҙым. Үҙ ҡустың шулайтып һемәйтһен әле, ғәрлеге ни тора?! Аралашмайбыҙ. Дөрөҫөрәге, осрашырға тура килгәндә ул һис бер ни булмағандай, йылмайып, күрешергә ҡулын һуҙа, ә мин һаулығын ала алмайым. Йәнем үртәлә. Аманатҡа хыянат иткән кеше кешеме ни ул? Атай нигеҙен һыуытмай, шунда ҡош-ҡорт аҫрап, баҡса үҫтереп, тыныслыҡта ҡартайырмын, ҡыҙымды шунан кейәүгә бирермен, тип уйлағайным да, ҡорған хыялдарым юҡҡа сыҡты.
Башҡаларға фәһем булһын, минән ғибрәт алһындар, тигән З. апай, кешене ғүмер буйы белеп тә, уның намыҫлылығына тулыһынса ышанырға ярамай, тип һүҙен йомғаҡланы: “Буштан килгән аҡсаға ҡыҙығып, туған туғанды таларға әҙер”.
Эш бөткәс кенә беҙгә шылтыратып ярҙам һораусылар ҙа табыла. Ундай осраҡта, ғәҙәттә, сараһыҙҙан ҡул йәйеүҙән башҡа бер ни ҙә ҡыла алмайбыҙ. А.-ның да ҡатмарлы хәлен еңеләйтә алмай, үкенес солғанышында йәшәргә тура килә. Ғаилә башлығы – ата йортонда йәшәргә ҡалған кинйә малай. Утыҙға ла инмәгән әле ул. Йәш ғаиләлә ике бала үҫә. Олоғайған әсәйҙәре лә тәүҙә улар менән бергә торҙо. “Әсәлек капиталы”на өйгә ре­монт яһап, түбәһен, иҙәнен алмаштырып бөтөүгә, егеттең апаһы, һеҙ, йәштәр, рәхәтләнеп айырым йәшәп алығыҙ, әсәйемде инде үҙем ҡарайым, тип әсәй­ҙәрен үҙенә күсереп алып ҡайта. Күп тә үтмәй, ғаилә башлығы эштә саҡта, ят әҙәмдәр килеп, беҙ был өйҙө һатып алдыҡ, тип, ҡатынға ике көн эсендә өйҙө бушатырға ҡуша. “Аһ” та “уһ” килгән йәш хужабикә иренә шылтырата, уныһы ла яңылыҡтан шаҡ ҡата, күрәһең, адресты бутап, хаталан­ғандар­ҙыр, тигән фекергә киләләр. Әммә ике көндән теге әҙәмдәр килеп, өйҙө бушатмаһағыҙ, үҙегеҙгә үпкәләгеҙ, тип янағас, ҡатын сабыйҙары өсөн ҡурҡып, иренә тиҙ арала ҡайтырға ҡуша. Тормош иптәше эшенән ял һорап, өйөнә ҡайтҡас, йорттоң ысынлап та һатылыуы асыҡлана. “Әсәй мөлкәтте миңә бүләк итте, – ти егеттең апаһы. – Ә мин үҙ мөлкәтем менән ни теләйем, шуны эшләй алам”. “Ә беҙ ни эшләйек, ҡайҙа барайыҡ?” – тигән һорауҙарына, уныһын үҙегеҙ ҡарағыҙ, бәләкәй балалар түгелһегеҙ әле, тигән яуап ишетәләр. А. шул саҡта ҙур хата яһай: өйҙө бушатып, теркәүҙән төшә һәм кеше тупһаһында йәшәй башлай. Бик күп һыу аҡҡас, кеше тупһаһында йәшәү үҙәктәренә үткәс кенә, хәлдәрен һөйләп, беҙгә шылтыраттылар. Тәүҙән үк йүнле юрист ярҙамы менән, бәлиғ булмаған балаларҙың торлаҡҡа хоҡуҡтарын боҙған һатыу-һатып алыу килешеүен ғәмәлдән сығарыуҙы талап итеп, судҡа дәғүә ғаризаһы яҙһалар, прокуратураға ла, яҡлау һорап, мөрәжәғәт итһәләр, закон улар­ҙы яҡлар ине. Бәләкәс балалар теркәлгән өйҙө һатыр өсөн, А.-ның апаһына опека һәм попечителлек органдарынан яҙма ризалыҡ алырға кәрәк булған бит инде, ул уны нисек алғандыр – билдәһеҙ (йорт опека органдары ризалығынан тыш һатылһа, судҡа һатыу-һатып алыу килешеүен ғәмәлдән сығарыуы айырыуса еңел булыр ине). А.-ға, прокуратураға, бәлиғ булмаған балаларҙың хоҡуҡтары боҙолдо, тип ғариза яҙығыҙ, тип кәңәш итһәк тә, ул: “Әй, уның менән ҡаңғырғансы, аҡҡа төшкәнсе, б...а төш”, – тип ҡул һелтәне. Был вайымһыҙлыҡмы, ялҡаулыҡмы? Кәңәште лә тыңламағас, ни өсөн беҙгә мөрәжәғәт иткәндәрҙер...
Закон тарафынан яҡлаулы граждандарҙың да шулай йыш ҡына ярыҡ ялғаш янында ултырып ҡалыуы закондарҙы, үҙ хоҡуҡтарын белмәүенә, тейешле документтарының ҡул аҫтында булмауына бәйле. Сетерекле мәсьәлә килеп тыуғанда, аҡса менән иҫәпләшмәй, нисек тә булһа әмәлен табып, юристар менән кәңәш итеүең мең артыҡ. Бер нисә категория граждандары, мәҫәлән, аҙ тәьмин ителгән граждандар, I һәм II төркөм инвалидтары, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары бушлай юрист консультацияһына лә дәғүә итә ала. Был турала тулыраҡ мәғлүмәтте Юстиция министрлығы (http://minjust.ru/), Баш­ҡортостан Республикаһының адвокаттар палатаһы (http://www.ap–rb.ru/) сайттарынан алырға мөмкин.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»