RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Кешеләрҙе яратырға кәрәк”

30.01.2017 “Кешеләрҙе яратырға кәрәк”

“Кешеләрҙе  яратырға кәрәк”Ул сатнама һыуыҡта тыуһа ла, ҡояш кеүек көләкәс. Үҙе лә, башҡарған эштәре лә көлөп тора. Ихласлығы, алсаҡлығы менән яҡындарына нур өләшеп йәшәһә, сағыу сатҡыларын ижадҡа ла һала. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тамашасылары уны ҡыйыу фекерле, мәғлүмәтле, үҙ һөнәренең оҫтаһы булған журналист тип белһә, ваҡытлы матбуғат баҫмалары, интернет ҡулланыусылар хисле шиғырҙар, йырҙар авторы тип тә таный. Һүҙебеҙ – Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, билдәле тележурналист Гөлдәриә Йосопова тураһында. Федоровка районының Бала Сытырман ауылында тыуып үҫеп, 1990 йылда Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетын ҡыҙыл дипломға тамамлаған замандашыбыҙ – төрлө яҡлап та уңышлы шәхес. Тормош иптәше Венер Рафаил улы менән Алмас, Әмир исемле ике ул үҫтереп, матур итеп донъя көтәләр. Өлкән улдары һөнәре буйынса юрист, хәҙер үҙе ҡыҙ атаһы. Әмир М. Горький исемендәге 3-сө гимназияла беренсе синыфта уҡый. 27 йыл буйы республиканың төп телеканалында төп йөктө тартыусы фиҙакәр журналистарҙың береһе алтын юбилейын ниндәй уй-кисерештәр менән ҡаршы ала? Әңгәмәбеҙ шул хаҡта.

– Гөлдәриә Ғәтиәт ҡыҙы, бала сағығыҙҙы хәтергә төшөргәндә, иң тәүҙә күҙ алдығыҙға килгән сағыу кисереш менән уртаҡлашһағыҙ ине...
– Бала саҡ хәтирәләре күп инде ул. Зөлфиә һеңлемде бала табыу йортонан алып ҡайтҡан көн бер ҙә иҫтән сыҡмай. Һикелә ултырам, өләсәйем баҫып тора. Тап шул мәлдә ҙур итеп ишек асылып китеп, бәпес күтәргән атайым менән әсәйем килеп инде. Үҙемде ошо көндән иҫләгән кеүекмен. Миңә өс йәш ине. Тағы ла атайымдың беҙҙең менән уйнауы, алдына алып иркәләүе күҙ алдында. Атайым бик шаян күңелле кеше ине. Ҡышҡы һыуыҡ кистәрҙә ул беҙҙең өсөн мәҙәк тамаша ойоштора торғайны. Ҡурсаҡтарыбыҙҙы һеңлем менән мин булып һөйләштерә, улар берсә татыу ғына уйнай, берсә бәхәсләшеп китә. Йә әсәйемдең кейемдәрен кейеп, күрше инәй булып килеп инә. Рәхәтләнеп көләбеҙ. Атайым беҙҙе урамға алып сығып йөрөргә лә ваҡыт таба ине. Санаға ултыртып, ауылдың бер осонан икенсе осона тиклем бара. Ҡайһы берҙә быға Малай ҡушаматлы этебеҙҙе лә ҡуша. Һеңлем менән эт егелгән сананан ҡолап төшөп ҡалабыҙ ҙа тағы рәхәтләнеп көләбеҙ. Ғөмүмән, беҙ бәләкәй саҡта ауылда балалар күп ине. Күмәкләп тау шыуҙыҡ, ҡыш бабай яһаныҡ, йәй сыр-сыу килеп Ашҡаҙарҙа һыу индек. Ғәйникамал өләсәйем менән еләккә йөрөүҙәр – үҙе бер иҫтәлек... Күктә ҡояш ҡыҙҙыра, хуш еҫле сәскәләргә күбәләктәр ҡуна, бал ҡорттары безелдәшә, ә өләсәйем беҙҙең шатлана-шатлана еләк йыйғанды күрә лә, һауытығыҙға йылан мөгөҙөн һалып киткән, тип ҡеүәтләй. Был һүҙҙәр­ҙең мәғәнәһен аңламаһаҡ та, тағы ла нығыраҡ тырышҡан булабыҙ.
– Ә журналист булыу теләге ҡасан уянды?
– Бик бәләкәй саҡта. Атай-әсәйем мин беренсе синыфта уҡығанда “Башҡортостан пионеры” гәзитен алдыра башланы. Баҫманы ҡулға алып, тиҫтерҙәремдең ши­ғыр-мәҡәләләрен күреү менән, был ҡыҙҙар-малайҙар унда нисек яҙған, Өфөгә барғанмы, тип һорағаным хәтерҙә... Ҡыҫҡаһы, шул мәлдә ташҡа баҫылғым килгән. Шунан үҙем дә мәҡәлә яҙып ҡараным. Ул тәүге уҡытыусым тураһында ине. Күп тә үтмәй, Өфөнән: “Гөлдәриә һеңлем, мәҡәләң әлегә гәзиткә баҫырлыҡ түгел, ләкин күңелеңде төшөрмә, яҙышып тор”, – тигән хат килде. Ошо ваҡиғанан һуң, редакцияға сираттағы хатты беренсе уҡытыусым менән бергә ултырып яҙҙыҡ. Шулай яҙышып киттем, пионер гәзитенең йәш хәбәрсеһе танытмаһын да алдым. Шиғыр-хикәйәләр ҙә ижад итеп ҡараным.
– Бала саҡта һәр кемдең хыялы була. Һеҙҙең хыялығыҙ нимә ине? Нимәгә ныҡ итеп ышана торғайнығыҙ?
– Хәҙерге балалар кеүек гаджеттар тураһында хыял итмәнек. Шулай ҙа тәүге хыялдар матур уйынсыҡлы булыу теләгенә бәйлелер. Бер заман һеңлем менән әсәйемдән атлай торған ҡурсаҡ һорап аптыраттыҡ. Ҡайҙандыр табып алып бирҙеләр. Журналист булып ил гиҙеү теләге лә иртә уянды. Ғаиләлә мине бәләкәйҙән тырышып уҡырға, үҙ көсөмә ышанырға өйрәттеләр.
– Ғаиләлә һеҙҙең өсөн кем абруйлы булды?
– Атайымдыр... Шаян булыу менән бер рәттән, талапсан да була белде. Нимәлер оҡшамаһа, күҙ ҡарашынан уҡ аңлай инек. Беҙҙә бәләкәйҙән туған телгә, мөхиткә, йыр-моңдарыбыҙға ҡарата һөйөү тәрбиәләргә тырышты. 12 – 13 йәштә үк минең менән өлкәндәрсә аралашты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бик йәшләй вафат булды. Хәҙер үҙем унан күпкә олораҡ, шуға ҡарамаҫтан, йырҙа йырланғанса, атайҙың әйткәндәре иҫтән сыҡмай. Һеҙҙең бәхеттән, ауыр сирҙән терелеп китһәм ине, тип аҙарынғаны ҡолаҡта һаман яңғырап тора. Атайым өс йыл Германияла хеҙмәт иткән. Унда немец телен яҡшы өйрәнгән. Аҙаҡ миңә лә ошо сит телде өйрәнергә ярҙамлашты. Аксен ауыл хужалығы техникумының көндөҙгө бүлеген тамамланы. Әле булһа әрменән өләсәйемә, уҡыған еренән әсәйемә яҙған хаттарын уҡып, иҫем китә. Әсәһе, ҡатыны һәм сабыйҙары өсөн йән атып йәшәгән кеше нисек абруй булмаһын?..
– Шәхсән уңыш серегеҙ бармы? Һөйләгеҙ әле... Үҙегеҙҙең уңыш сере тип ниндәй сифаттарығыҙҙы атар инегеҙ?
– Бер ҡасан да кешенән кәм булмаҫҡа тырышыу. Мәктәптә уҡығанда һөйләм киҫәктәре темаһы ныҡ иҫтә ҡалды. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәшиҙә Фирғәли ҡыҙы Сәлимйәнова һөйләмдең төп һәм эйәрсән киҫәктәре тәғәйенләнешен аңлатып, ә тормошта эйәрсән киҫәк булып йәшәүҙең ҡыҙығы юҡ, тип әйткәйне ниңәлер. Уҡытыусымдың һүҙен тотоп, тормошта эйәрсән киҫәк булып йәшәмәҫкә, киреһенсә, һәр ваҡыт алғы сафтарҙа булырға тырышам. Һәр ваҡыт маҡсат ҡуйып йәшәргә кәрәк.
– Һеҙ билдәле тележурналист, һөнәр оҫтаһы. Ә көсһөҙ булып ҡалған мәлегеҙ буламы? Булһа, нимә алдында көсһөҙ ҡалаһығыҙ?

– Тормошта гел генә еңеүсе булып булмайҙыр. Шуға ла ҡатмарлы мәлдәрҙе лә лайыҡлы сыға белергә кәрәк. Ә инде һәр журналис­ты иң ҡаҡшатҡаны бюрократия күренештәрелер, бәлки. Бәхеткә күрә, һуңғы йылдарҙа илдә асыҡ йәмғиәт төҙөүгә йүнәлеш алынды.
– Остаздарҙың да остазы була. Һеҙ кемде үҙегеҙҙең остазығыҙ тип һанайһығыҙ?
– Әлбиттә, тәү сиратта атай-әсәйемде. Тағы ла мине тәрбиәләүҙә Мәрйәм өләсәйемдең йоғонтоһо көслө булды. Һөнәре буйынса уҡытыусы булғанғалыр, беҙҙең уҡыуыбыҙға ҙур иғтибар бүлде ул. Күренекле әҙиптәрҙең шиғырҙарын ейән-ейәнсәрҙәренә яттан уҡыны. Икенсе синыфта уҡ минән Зәйнәб Биишеваның трилогияһын, Һәҙиә Дәүләтшинаның “Ырғыҙ”ын һәм башҡа бик күп ҡалын томлыҡтарҙы ҡысҡырып уҡытты. Нишләп үҙең уҡымайһың, тиһәм, күҙем күрмәй, тип аҡлана торғайны. Ә мин уны йәлләп, уҡыған булам. Дөрөҫөн әйткәндә, өләсәйемдең был хәйләһен күптән түгел генә аңланым. Ә хәҙер үҙем улыма, балам, күҙем күрмәй, уҡы әле, тиһәм, әсәй, күҙлек кей, тип яуаплай. Шулай уҡ тормошта үҙ урынымды табырға ярҙам иткәне өсөн тәүге уҡытыусым Гөлсирә Сәмиғулла ҡыҙы Юлдаш­баеваға ла оло рәхмәтлемен. Ә инде Мәскәүҙә уҡығанда МДУ-ның ул саҡтағы журналистика факультеты деканы Ясен Николаевич Засурскийҙы ошо уҡыу йортон тамамлаған һәр журналист үҙенең иң ҙур остазы тип һанай. Ясен Николаевичты, донъяның иң аҡыллы ун кешеһе исемлегенә инә, тиҙәр ине. Ошо хөрмәтле уҡытыу­сымдың төплө белемле булыуы, студенттарына атайҙарса хәстәрлек менән ҡарауы, уларҙың ижади практика һөҙөмтәләре менән шәхсән ҡыҙыҡһыныуы күңелдә тәрән ихтирам булып һаҡлана.
– Һеҙ ике телдә, хатта немецса ла иркен аралашаһығыҙ...
– Үҙегеҙ үк яуап бирәһегеҙ, кеше менән күп аралашыу өсөн телде белеү мотлаҡ. Бәләкәйҙән күп телле мөхиттә үҫтем. Ауылыбыҙ төп башҡорт ауылы булһа ла, совет осоронда ситтән килеп төпләнгән башҡа милләт вәкилдәре лә күп йәшәй. Әле ике телдә лә эшләүсе журналист булыуымда ла бала саҡ мөхитенең роле ҙур – бәләкәйҙән дуҫтарым менән русса ла, башҡортса ла иркен аралаштым.
– Ошо урында журналистың төп ҡоралы – һүҙ һәм уның ҡөҙрәтенә туҡталайыҡ. Журналист һүҙ менән нисек эш итергә тейеш?
– Төҙөүсе йорт күтәргәндә һәр кирбесте һаҡ ҡына теҙгән кеүек, һүҙ менән дә артыҡ шаярырға ярамай. Бер һүҙ кешене үлтереп тә, терелтеп тә ҡуя ала. Беҙҙең эштә бигерәк тә... Һәр һүҙ төптән уйланылған, һандар һәм дәлилдәр ентекле тикшерелгән булырға тейеш. Үҙегеҙ күргәнһегеҙҙер, күптән түгел баш­ҡортса йыртма календарға иҫтәлекле даталар һәм юбилейҙар тураһында мәғлүмәт биреүселәр ике һанды бутап, мине ун йәшкә олоғайтып ҡуйҙы. Тәүҙә авторҙарға үпкә белдерһәм дә, аҙаҡ уның да кинәйәһен таптым. Эш үткән, календарь һатылып бөткән, ә миңә, йәшемде ҡайғыртып, шылтырауҙар килә лә килә. Киреһенсә (шаярыу ҡатыш), популяр (!) булып киттем...
– Һеҙ кешеләрҙе яратаһығыҙмы һәм ни өсөн?
– Яратам... Кеше йәнле булыу шулай уҡ ғаиләнән килә. Ғәй­никамал өләсәйем ныҡ ҡунаҡсыл кеше булды, кем килһә лә, тиҙ генә сәйен ҡуя, булған ризығын өҫтәлгә сығарыр ине. Әсәйем уны ла уҙҙырып ебәрә, кис эштән ҡайтҡанда автобус туҡталышында күрше ауылдан килеп, ҡайта алмай торған таныш түгел инәй-апайҙарҙы эйәртеп алып ҡайта. Улар беҙҙә йоҡлап, сәй эсеп, иртән рәхмәт әйтеп сығып китер ине. Бына шулай, бер сынаяҡ сәйҙән бер кем дә бөлмәй, ә кешеләр, киреһенсә, һиңә рәхмәт уҡый. Хәҙер үҙем дә, ҡәҙерле кешеләремә оҡшап, ярҙамсыл булыр­ға тырышам. Ғаиләбеҙ менән кеше яратабыҙ.
– Һеҙ бар булмышығыҙ менән яңылыҡтар хеҙмәте хәбәрсеһе. Шуға был һорауҙы бирмәй булдыра аламайым. Иртән уяныу менән ҡайһы каналды, сайтты йәки гәзитте асаһығыҙ?
– Әлбиттә, үҙебеҙҙең каналды тоҡандырам. Ҡасандыр үҙем асыу­ҙа ҡатнашҡан, исемен уйлашҡан “Сәләм“ программаһын ҡарайым. Өйҙәгеләр был ғәҙәтемә күнегеп бөткән. Ҡайһы саҡта Әмир улым, “Әсәй, әйҙә Башҡортостан юлдаш телевидениеһын ҡарайыҡ”, – тип минең нескә ҡылдарымды сиртеп ала. Уның, яңылыҡтарҙы ҡарағанда, хеҙмәттәштәремде танып, һәр береһенең исемен телгә алыуына ҡыуанам. Әмир телевидение тормошоноң эсендә ҡайнап үҫә, ни тиһәң дә... “Юлдаш” радиоһын да яратып тыңлайбыҙ. Айырыуса иртәнге сәғәттәрҙә, эшкә барғанда... Милли матбуғат баҫмаларын да көтөп алып уҡып барам. Әйткәндәй, гәзит-журналдарға йыл да яҙылам, акцияларға ла ҡушылабыҙ. Студент йылдарында “Ленин­сы”, “Совет Башҡортостаны” гәзиттәрендә практика үткән мәлдәрҙе лә һағынып иҫләйем. “Йәшлек” гәзитен асыу тураһында һүҙ генә сыҡҡан ваҡыт. Шул мәлдә йәштәр баҫмаһын асыуҙы ойоштороу­сылар­ҙың береһе, талантлы журналист һәм яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре Вил Ғүмәров мине “Йәшлек”кә эшкә саҡырып ҡоҙаланы. Ныҡ һөйөндөм. Әммә, яҙмыш бойороуы, популяр йәштәр баҫмаһына эшкә барыу яҡты хыял булып ҡына ҡалды...
– Үҙегеҙҙең өс ҙур ҡаҙанышты атағыҙ…
– Иң ҙур ҡаҙанышым да, бәхетем дә – әсә булыуҙа. Шулай уҡ илебеҙҙең төп юғары уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлауыма ғорурмын. Тап ошо арҡала мин бала саҡ хыялына тоғро ҡалып, журналист булып киттем.
– Һеҙгә ҡарап торһаң, гел генә көсөгөҙ урғылып-ташып торған кеүек… Ә бына илһам ташлаған мәлдәр буламы, ошондай кисерештәрҙән нисек арынаһығыҙ? Эшкә, ижадҡа мөнәсәбәтегеҙ үҙгәрәме был ваҡытта?
– Беҙҙең эш үҙе үк илһам сығанағы бит. Күңел төшөнкөлөгөнә би­релгәндә, киреһенсә, күберәк эш­ләргә тырышам. Өйҙә булһам, пыр туҙҙырып донъямды йыйыштырып, иҙән йыуып сығам, эштә үҙемә күберәк йөкләмәләр ҡуям. Эске кисерештәремде сағылдырған му­зыка тыңлайым. Дөрөҫөрәге, тө­шөнкөлөккә бирелеп ултырырға ваҡыт юҡ...
– Иң ҙур һәм алға ҡуйған маҡсатығыҙ?
– Ай, ай-ай (баш сайҡай), әлегә сер булып ҡалһын. Тормошҡа ашҡас, уртаҡлашырмын. Әгәр бер һүҙ менән әйтһәм, балаларымдың тормошта үҙ урындарын табып, лайыҡлы шәхестәр булып үҫеүен теләр инем.
– Рәхмәт, Гөлдәриә Ғәтиәт ҡыҙы, юбилейығыҙ ҡотло булһын! Телевизор ҡараусыларҙы, гәзит уҡыусыларҙы ижадығыҙ, матур яҙмаларығыҙ менән ҡыуандырып тороғоҙ!

Рәйлә КҮСЕМХАНОВА
әңгәмәләште.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»