RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Был донъяға нимә булған?

27.01.2017 Был донъяға нимә булған?

Был донъяға нимә булған?[b]Һәр мәғлүмәт кешенең аң-белем призмаһында үҙгәрә. Шуның өсөн мәғлүмәттең хаҡлығын йән-йөрәк аша тойоғоҙ.
Был донъяға нимә булған, тигән һорауға яуап табыр алдынан, беҙ, кешеләр, кем икәнебеҙҙе аңларға кәрәк. Алла – ул бөйөк мөхәббәтле аң сығанағы. Кешегә ул мөмкинлектәр, ҡөҙрәт (потенциал) биргән. Был турала Ҡөрьән китабында ла яҙылған. Кешеләрҙең төп йорто – күренмәгән юғары ҡатламдарҙа. Ә ни өсөн Ерҙә йәшәйбеҙ? Әлбиттә, йәнебеҙҙе үҫтерер өсөн. Уны тик түбән тирбәлешле матди, ҡапма-ҡаршылыҡлы (“дуалность” тигән төшөнсә бар) тормошта ғына тиҙ арала үҫтерә алабыҙ. Аҡ-ҡара, һөйөү-ҡурҡыу, насар-яҡшы кеүек төшөнсәләрҙе кисергәндә, кешенең йәне бик тиҙ ваҡыт эсендә үҫә. Беҙ аңлы йән төшә алған иң түбән ҡатламда йәшәйбеҙ һәм тойғолар ярҙамында өйрәнәбеҙ. Миллион йылдар элек Тәңребеҙҙән айырылып, Ергә йәшәргә төшкәнбеҙ ҙә онотолғанбыҙ. Уның менән аңлы бәйләнеште, кире ҡайтыу мөмкинлектәрен юғалтып, меңәр тапҡыр ерҙә ҡабат-ҡабат тыуыу ҡулсаһында йәшәй башлағанбыҙ. Ир-ҡатын-ҡыҙ, ҡол-батша, артист-крәҫтиән, «үлтереүсе-үлеүсе», алкоголик-спортсы һ.б. башҡа бик күп ролде уйнап йәшәгәнбеҙ. Шекспир әйткәнсә, тормош – театр, ә кешеләр актерҙар. Шуның өсөн дә тәңребеҙҙең бер тәғлимәте (заповедь) – кешене хөкөм итмә. Хоҙай күҙлегенән ҡарағанда, Ерҙә йәшәү – ул мөғжизәле бер ҙур уйын, сөнки яҡты донъяла үлем тигән төшөнсә дөрөҫ түгел. Әгәр Хоҙай ҡушыуы буйынса фани донъяла һинең ғүмерең өҙөлә икән, һиңә ожмахта яҡшы тормош бүләк ителә. Бөтә ғәләм – тәңребеҙҙең һәр өлөшөн һиҙеп торған тәне һәм унда тамуҡ тигән насар, ҡара урын юҡ, сөнки тәңребеҙ ап-аҡ яҡты, нурлы, мөхәббәтле энергия. Кеше үҙ теләге буйынса ғына үҙ-үҙенә түбәнге астраль ҡатламдарҙа тамуҡ яһап ала, тик үҙе өсөн генә. Бының өсөн ғүмер буйы насар уйҙар, эштәр һәм тәңребеҙҙән айырыла барған энергияларҙа йәшәү мотлаҡ. Беҙҙең уйҙарыбыҙ – бик көслө энергия. Ул кеше теләге буйынса иртәме-һуңмы тормошҡа аша. Һуғыш барған кино ҡарап, уйҙарығыҙ менән ҡушылып ултыраһығыҙ икән, һеҙ энергияғыҙҙы һуғыш эгрегорына бүләк итәһегеҙ.
Миллион йылдар эсендә барған тәжрибәлә беҙҙең йәндәр Лемурия, Гиперборея, Атлантида цивилизацияларында Ерҙә тыуып йәшәгән. Тик был цивилизациялар технократик юл менән үҫешкән өсөн, йәки йәндәрен онотоп аҡыл менән йәшәгәндәре өсөн, Хоҙайыбыҙ был цивилизацияларҙы бөтөрә. Сөнки ул ваҡытта йәндән мөхәббәт юйылып, тәңрегә кире ҡайтыу һәләте онотолған. Шуға ла төрлө көслө энергия ҡулланып, төрлө планета араһында, материктарҙа һуғыш алып барғанбыҙ. Ул ваҡыттарҙа Фаэтон планетаһы тарҡалған, Марс һәм башҡа планеталарҙа биологик йәшәү юҡҡа сыға. Ерҙең үҙенең ике Айы – юлдаштары – юҡ ителә.
Әлеге цивилизация – бишенсеһе. Бик ауыр, түбән тирбәләшле энергиялар эсендә йәшәһәк тә, йөрәктәрҙә бик ҙур мөхәббәт туплай алғанбыҙ.
Ә ниңә беҙ яҡшы яҡҡа бер ниндәй ҙә үҙгәреш күрмәйбеҙ? Сөнки күҙгә күренгән фани матди донъяла, ваҡыт эҙмә-эҙ бәйләнгән. Матди әйбер, ваҡиға ергә тыуһын өсөн, кешеләрҙең уйҙарына, теләктәренә, аңдарына бәйләнгән ваҡыт үтеү талап ителә.
Тәңребеҙҙең теләге буйынса, беҙҙе 4-се, 5-се үлсәмдәргә күсерер өсөн, төрлө йондоҙҙан килгән цивилизация әһелдәре бик ҙур ярҙам күрһәтә. Әйтергә кәрәк, Ерҙең дә йәне-аҡылы бар, ул да юғары үлсәмдәргә күсергә әҙерләнә. Ерҙең эске тирбәлеше меңәр йылдар буйы яҡынса 7,8 герц булһа, ул 2002 йылдан алып йыл да үҫә башланы һәм бөгөнгә был Шумман тирбәләше 11 герцтан да артып киткән. Быны ғалимдар белә. Тирбәлеш артҡан өсөн беҙгә ваҡыт бик тиҙ үткән кеүек. Ерҙең магнит селтәрен үҙгәрттеләр. Магнит полюстары күсеп йөрөй йә ваҡытлыса бөтөнләйгә юғалған ваҡыттары күҙәтелә башланы. Ерҙең күсәре ауышты. Космостан энергиялар ҡабул итеү өсөн мөһим кристалдар уянды. Ерҙең һәм кешелектең эске тирбәлешен күтәреү өсөн скаляр фотон нурҙары килә башланы. Һөҙөмтәһе булып һуңғы 2-3 йыл эсендә генә 18 – 20 процентҡа тәмәке тартыу, 40 процентҡа спиртлы эсемлектәр ҡулланыу кәмене. Төрлө статистик текшереү быны иҫбатлай. ХХ быуатта ер тетрәүҙәр бик аҙ ине, ә бөгөн көн һайын 20 – 50 тапҡыр күҙәтелә. Тәбиғәт ғәрәсәте 6 – 7 тапҡырға артты.
Ер-әсәгә нимә булды? Ул шулай таҙарына. Нимәнән?
Технологик бысраныуҙарҙан. Меңәр йылдар йәшәп, үҙебеҙҙән сыҡҡан насар, түбән тирбәлешле төрлө уйҙар менән уның менталь тәнен бысратҡанбыҙ. Шуға ла уйҙарығыҙ яҡшы, яҡты булһын. Бөгөн Ерҙең эсендә лә тормош гөрләй. Ҡапма-ҡаршы йүнәлештә үҫешкән цивилизациялар йәшәй.
Түбәндәге процестарға иғтибар итәйек: беҙҙең ғаләм бер туҡтауһыҙ әйләнеп тора һәм 16,4 млрд йылға бер тапҡыр әйләнеш яһай. Беҙ йәшәгән галактика үҙ күсәрендә 125 млн йылға бер әйләнә. 25920 йылға бер тапҡыр Ер күсәре 12 зодиак билдәләрен урап сыға. Бына шуларҙың тамамланыуы ваҡытында беҙ Ерҙә тыуғанбыҙ ҙа инде. Беҙ бик тә бәхетле, сөнки Бөйөк ваҡиғаларҙың шаһиты һәм ҡатнашыусыһы буласаҡбыҙ. Шуға ла, беҙ теләйбеҙме, юҡмы, алдағы йылдарҙа ошо квант күтәрелешен кисерәсәкбеҙ.
Еребеҙ, йәмғиәтебеҙ таҙарһын, тиҙ арала күптән көткән квант күтәрелеш булып, алтын быуат килһен өсөн, һәр беребеҙгә шатланып, һөйөү эсендә генә йәшәү кәрәк. Көрәшмәйек, һәр бәндәгә, етәкселәргә шартһыҙ һөйөү юллап йәшәйек. Шул ваҡытта ғына улар яҡшы яҡҡа үҙгәрәсәк. Үҙебеҙҙең кем икәнебеҙҙе аңлайеҡ. Тәбиғәттә күп йөрөйөк, таҙа шишмә һыуҙарын эсәйек.
Таң алдынан төн ҡараңғы, тигән ваҡытта йәшәйбеҙ. Бар ғәләм беҙҙе көтә. Беҙ һуңғы сәбәп, сөнки иң түбәндә ҡара көстәр менән яуҙы мөхәббәт ярҙамында беҙ алып барабыҙ. Яу яланы – беҙҙең йөрәктә.
Родион МОРТАЗИН.
Мәсетле районы.
(Тәңребеҙ, төрлө Архангелдәр, Крайон, Иисус, Мөхәммәт һәм башҡалар менән хәҙерге көндәрҙә бәйләнешкә инә алған кешеләрҙең мәғлүмәттәренә таянып яҙылды).










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»