26.01.2017 Яуыз янъялсынан бер кәлимә
йәки Театр – кейем сисеү урынынан,
ә медицина учреждениеһы регистратуранан башлана
Һаулыҡ һағында алһыҙ-ялһыҙ һаҡта торған табиптарҙың, шәфҡәт туташтарының, санитаркаларҙың ауыр һәм яуаплы хеҙмәтен даими рәүештә юғары баһалап, рәхмәт тойғоларын йыш кисерәбеҙ – дауаханаларыбыҙҙа үҙ эшен белеп, яратып башҡарған профессионалдар бихисап. Медицинала барлыҡҡа килгән уңайлылыҡтар ҙа беҙҙең һәр беребеҙ өсөн ҡыуаныс. Электрон регистратура барлыҡҡа килгәс, айырыуса һөйөндөк. Талондар артынан сиратта тормайһың, табиптарға өйҙән генә интернет йә телефон аша яҙылаһың да, тейешле көндө кәрәкле табипҡа үҙ ваҡытында инәһең (ауыр хәлдә килеп, йәки танышлыҡ аша сиратһыҙ инеүселәр булмаһа инде). Инеүеңә амбулатор картаң табиптың өҫтәлендә ятҡан була. Рәхәт! Ләкин күктәгеләр, былар гел генә алһыу күҙлектә йөрөп рәхәтләнмәһен әле тип, буғай, күңелһеҙлектәрҙе лә ебәреп, нервылар системаһын ныҡлыҡҡа һынай, организмдың тонусын арттырып, елкәнән тотоп һелкетеп ала. Мәҫәлән, яңыраҡ бер дауалау учреждениеһының регистратураһынан (исемен атау артыҡ, сөнки бындай күренеште ҡайҙа ла күҙәтергә була) шәхсән үҙемә “яуыз янъялсы” мөһөрөн тағып ҡайтырға тура килде. Тешһеҙ алабалыҡ уҡ түгелмен, әммә ғауғасылдар иҫәбенә лә индермәй инем үҙемде. Ҡосаҡ тулы етешһеҙлектәремде ҡалыптарға һалып, тартып-һуҙып рәтләүҙән ялҡҡас, уларға күҙ йомоп, үҙ-үҙемдән бик тә ҡәнәғәт булып, башҡаларға ҡамасауламай, тыныс ҡына йәшәйем. Башты текә сәсеп, түш киреп, танауҙы күккә сөймәһәм дә, арҡаны хан ҡыҙындай тура тоторға тырышам. Ләкин регистратурала эшләүсе ихтирамлы йәшкә еткән регистратор ханым һинең “хан ҡыҙы” булыуыңа төкөрҙө, ти. Ҡаты-ҡаты итеп, тупаҫ һөйләште. “Һеҙ” урынына “һин”дән генә һалдырҙы. Әллә, өҫтөмдәге синтепон куртка менән оҙон эсәккә оҡшаған кәпәсем уның башын бутап, йәш кеше менән нисек һөйләшһәң дә батыр, тип уйланымы? Улай тиһәң, өлкән йәштәге ҡатын менән дә тартынып тормай, церемонияларға урын ҡалдырмай, өҙөп-йолҡоп һөйләште...
Ә бит ғәҙәти бер һорауҙан башланды был күңелһеҙ ваҡиға. Табипҡа алдан уҡ әлеге лә баяғы электрон регистратура аша яҙылып, ваҡытынан саҡ ҡына алдараҡ яҡшы кәйефтә учреждениеға килеп индем. Регистратура янынан үткәндә сираттағыларҙың береһенең, мин бөгөн шул ваҡытҡа яҙылдым, амбулатор картам ҡайҙа икән, тип һорауы туҡтарға мәжбүр итте. Тегеләй-былай йүгерекләгән регистраторҙың бер аҙ бушағанын көтөп алғас, мин дә электрон регистратура аша яҙылғайным, әллә бында тағы өҫтәмә рәүештә теркәлеү үтергә кәрәкме, тип йылмайҙым (Хоҙай шаһит, һәр кемгә яҡты йөҙ менән бағам!) Дүртмөйөш – ул өсмөйөшмө, тип һораныммы ни, башы эшләмәгән яртаҡылға ҡарағандай ҡараны, биллаһи: “Әлбиттә! Быны күптән белергә ваҡыт! Һәр береһенә шуны аңлатыр кәрәк. Исем-шәрифең, адресың!” Һораған ыңғайы алдыма ике ҡағыҙ, ручка һалды: “Тултыр!” Ашарға бирмә, яҙырға бир миңә: ҡулыма яратҡан эш ҡоралы эләгеү менән яйлап, бар күңелемде һалып (тырышлыҡтан телде саҡ арҡыры тешләмәй инде), килешеүҙәрҙе тултырырға тотондом. Сиратта минән һуң торған ҡатын да карточкаһын һораны.
– Исем-шәрифең, адресың! – тине регистратор. Ҡатын исем-фамилияһын атаны ла, шул-шул ерҙә теркәлгәнмен, әммә ысынында иһә шул-шул адрес буйынса йәшәйем, тип аңлатты.
– Мин һинән, ҡайҙа йәшәйһең, тип һораныммы? Ҡайҙа теркәлгәнһең, тим?! Ҡайҙа йәшәүеңдә минең ҡайғым юҡ, миңә барыбер! Ҡайҙа теркәлгәнһең?
Ҡатын ҡыҙарынды, буҙарынды, нәҙек оҙон бармаҡтарын ҡайҙа тығырға белмәгәндәй аҡланып яуапланы:
– Башҡа ерҙәрҙә, киреһенсә, теркәлгән урынды түгел, ҡайҙа йәшәүеңде һорайҙар бит, шуға...
– Башҡа ерҙә нимә һорағандары миңә барыбер! Ҡайҙа теркәлгәнһең, тип ап-асыҡ һораным бит, рәхим итеп, шуға яуапла ла ҡуй, ә улар тота ла төрлө адресты атай башлай.
Гүзәл бармаҡтар хужабикәһе саҡ иламаны, бисара. Интеллигент икәне маңлайына ҙур хәрефтәр менән яҙылған нәзәкәтле ҡатынға тупаҫлыҡ менән күҙгә-күҙ осрашыу баштан-аяҡҡаса йыуынтыла ҡойоноуға бәрәбәр булды шикелле. Тирләп китте, күрһәтмәй генә ҡулъяулығын сығарып, маңлайына, танау япраҡтарына тейҙерҙе, устарын ышҡыны. Халыҡ мәнфәғәттәрен яҡларға тейешле дәүләт учреждениеларында яуаплы әфәнде һәм ханымдарҙың, белгестәрҙең үҙҙәрен донъя тотҡаһындай һауалы тотоп, ябай кешеләр менән тупаҫ һөйләшеүе миңә иһә бөтөнләй икенсе төрлө тәьҫир итә: был мине, хас та корридалағы үгеҙҙе, ҡыҙыл сепрәк менән үсекләүгә тиң. Яуға, йәғни баҫымсаҡты яҡлашырға ташланырға сигнал кеүек. Шуға ла регистраторға хәтер ҡалдырмаҫлыҡ ябай һорау бирҙем:
– Ә ниңә һеҙ пациенттар менән шулай тупаҫ мөғәмәлә итәһегеҙ?
– Яҙып бөттөңмө? Бар приемға, бында сиратты тотоп торма, – булды яуап.
– Ә был килешеүҙәр нимә өсөн кәрәк икән, аңлатмаҫһығыҙмы? – бланктарға ымланым. Йөҙ һүҙгә етте:
– Быға минең ни ҡатнашым бар? Ҡушалар икән, тултыр ҙа кит! Тоталар ҙа минән һорай башлайҙар. Әйтерһең дә, мин уйлап сығарғанмын...
– Ә әйтәйек, мәҫәлән, кешенең тултырғыһы килмәй, ти, ул саҡта, нимә була? – тирадаһына саҡ ҡыҫылам.
– Тултырмайһың икән, тимәк, табипҡа инмәйһең.
– Ә ни эшләп мине табипҡа индермәйәсәктәр? Минең гарантланған күләмдә медицина ярҙамына хоҡуғым бар ҙа һуң?
– Мин ҡайҙан беләйем? Бар, бар, торма минең башымды ҡатырып, сиратты тотҡарлап, һорауҙарың бар икән, ана, мөдиргә ин. Минең былай ҙа эшем күп.
– Ә ни эшләп һеҙ миңә “һин” тип өндәшәһегеҙ?
– Ой, ғәфү итегеҙ, бигерәк ҙур дәрәжәле кеше икәнһегеҙ! Һорауҙарығыҙ менән мине йонсотмағыҙ, был бланктарҙы тултырыуҙы мин уйлап сығармағанмын, өҫтән ҡушалар.
– Рәхмәт, аңланым. Ҡаңғыртҡаным өсөн ғәфү итегеҙ, гел дә бар нәмәнең асылына төшөнөргә теләп, кешене һорауҙар менән күмәм дә ҡуям шул, егерме йылдан ашыу һорау биреү менән махсус шөғөлләнәм, – ошо һүҙҙәрем менән уның алдында аҡ флаг уйнаттым. Ләкин ул тыныслыҡ төрөпкәһен тартырға әҙер түгел ине. Һаман һөйләнде: “Ә мин медицинала ҡырҡ йыл!” Һәм фәлән-фәсмәтән...
Регистратуранан табип кабинетына табан йүнәлдем.
– Аллаҡайым, ҡырҡ йыл буйына шулай тупаҫлығы менән кешеләрҙе яфаланымы икән ни?! – артымдан ҡыуып еткән интеллигент ҡатын рәхмәт әйтте. – Ундай кешеләр менән нисек һөйләшергә лә белмәйем, юғалам да ҡалам.
– Ул регистратор күптәрҙең йәненә тейә, ләкин һаман эшләй бирә, уның менән бәйләнмәүең артыҡ, тиһең дә шымаһың, – тип янға килде бәхәскә шаһит берәү. – Үҙебеҙ ғәйепле, беҙгә тауыш күтәрһәләр ҙә, кәмһетһәләр ҙә, өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күрәбеҙ, шунлыҡтан файҙаланалар.
Ҡолаҡҡа регистраторҙың һаман да минең фамилия менән булыуы сағылды: “Янъялсы... яуызлығына баш була алмай... кешене эштән айыра... былай ҙа өлгөрөп булмай”. Регистратураға ҡабаттан яҡынлап: “Мин бөтәһен дә ишетәм, зинһар, минең менән булышмағыҙ”, – тип утыҙ ике тешемде ялтыратырға мәжбүр булдым. Түшемә “яуыз” тигән яҙыу ғына эләһе ҡалды: сиратҡа яңыраҡ баҫыусыларҙың берәүҙәре миңә ғәжәпһенеп, икенселәре сәйерһенеп, өсөнсөләре асыҡтан-асыҡ шелтәләп ҡараны.
Ярай, мин яуыз да, ти. Ләкин, поликлиника регистратуранан башланғас, регистраторҙарға ҙур яуаплылыҡ һалыныуы, йыш ҡына уларҙан сығып тотош медицина учреждениеһының эшмәкәрлегенә теге йәки был баһаның ҡуйылыуы барыһына ла мәғлүм дә баһа. Тимәк, уларға алтын холоҡло уҡ булмаһа ла, иң кәмендә алтын ялатылған йүгән ауыҙлыҡлы булыу зарур! Медицина регистраторы һис бер шарттарҙа ла сығырынан сыҡмай, кешеләр менән һәр саҡ ихтирамлы, ипле, итәғәтле һөйләшергә тейеш. Ярҙам һорап килгән кешеләр тулҡынланғанда хәленән килгәнсә тынысландырһын ул, аңлатһын, төшөндөрһөн, асыуға, үпкәгә, аңлашылмаусанлыҡтарға юл ҡуймаһын. Әгәр кеше менән эшләргә яратмай, халыҡты тыныс йәшәргә ирек бирмәгән ҡаңғыртҡыс бер һоро масса итеп ҡабул итә икән, урынды биләп тотмаһын, икенселәр өсөн бушатһын. Хәҙерге заманда бер кемде лә көсләп эшләтмәйҙәр, урынға бәйләп ҡуймайҙар.
Әлбиттә, медицина регистраторының эше еңелдән түгел. Учреждениеның эшен көйләп, табиптарға талондар бирә, телефон аша заявкаларҙы ҡабул итә, картотеканы тәртиптә тота, амбулатор карталар өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә ала һ.б., һ.б. Иҫәпләүҙәренсә, регистратор бер смена эсендә 15 – 20 саҡрымлыҡ юл үтә. Иң күп ғәйепләү ҙә улар өлөшөнә төшә: табиптар булмаһа ла, регистраторҙар ғәйепле, талондар етмәһә лә, улар яуаплы, ҡайҙалыр өйҙә ятҡан амбулатор картаһы поликлиникала табылмаһа ла, пациенттар асыуын уларҙан ала. Кешеләр әҙәплерәк, яҡшыраҡ булһа, беҙгә эшләүе еңелерәк булыр ине, ти шуға регистраторҙар. Йәғни бәләнең башын беҙ уларҙан күрәбеҙ, ә улар – беҙҙән. Хәҡиҡәт, һәр ваҡыттағыса, алтын урталыҡталыр, ғәйеп атта ла, тәртәлә лә барҙыр.
Мин иһә, ғәйептең ҡап яртыһын үҙ өҫтөмә алған “яуыз ғауғасы”, күп нәмәне талап итмәйем: ҡайҙа ла кешеләргә кешесә мөнәсәбәттә булһындар, тим. Тышҡы ҡиәфәтенә, социаль статусына, милләтенә ҡарамай, берҙәй тигеҙ, юғары кимәлдә хеҙмәтләндерһендәр. Аҡырып-баҡырмай, кешесә тел менән, нимәнең ҡайҙа, ҡасан, нисек икәнен һәр кемгә аңлатһындар. Хан ҡыҙы түгелмен, шуға артығын һорамайым да, кәрәкмәй ҙә.
Баныу ҠАҺАРМАНОВА.