RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Минең Яңы йыл мажараларым

16.01.2017 Минең Яңы йыл мажараларым

Минең Яңы йыл мажараларым
Яңы йылды нисек ҡаршы алаһың, шулай үткәрәһең, тигән һынамыш йәшәй. Юрауҙарға әллә ни ышанып бармайым барыуын, әммә тормошта төрлө хәл була. Айырыуса бөтә донъя менән гөр килеп байрамға әҙерләнгән саҡта. Минең менән дә Яңы йыл байрамы һайын төрлө ҡыҙыҡ хәл булып ҡына тора, шуғалыр ҙа, Аллаға шөкөр, йылдар күңелле үтә. Бер нисәүһен “Йәшлек” уҡыусыларына ла тәҡдим итәм.

Арыҫланым минең...
Ауылыбыҙҙа Яңы йыл маскарадын 31 декабрҙә үткәреү матур йолаға әйләнгән. Йорт-ҡураны йыйыу, мунса инеү, табын әҙерләү кеүек мәшәҡәттәр менән бер аҙ тығыҙ тойолһа ла, был тамаша байрамға матур биҙәк өҫтәй. Йыш ҡына маскарадҡа костюм әҙерләп өлгөрмәйбеҙ, шуға күрә уны тамашасы сифатында күҙәтергә тура килә. Үткән йылдарҙың береһендә байрамға дуҫлашып йөрөгән егетем менән ҡайттыҡ. Ҡунаҡ булараҡ, беҙҙе бер нисә урынға байрам табынына саҡырҙылар. Күстәнәстәр мул ине, әллә ни әҙерлек кәрәкмәй. Форсаттан файҙаланып, бал-маскарадта ҡатнашыу өсөн кейем әҙерләргә тотондоҡ. Дуҫым быға тиклем ауылда бер нисә тапҡыр ғына булғайны, уны бер кем дә танымай. Нисегерәк ҡыланырға икәнен өйрәтә-өйрәтә иҫке тундарҙан арыҫлан костюмын тегә башланым. Ул бер аҙ оялсан егет, тик был юлы, бер кем дә танымай, тигәнгәме, ҡыйыу тотоноп китте. Үҙем, ҡуян булыр­ға теләп, аҡ курткамды һөйрәп сығарҙым, һеңлем аҡ ҡағыҙға битлек төшөрә башланы. Шул саҡ, бер нисә дуҫын эйәртеп, Ильяс күрше килеп инде. Байрам менән ҡотлай-ҡотлай сәй эсергә ултырҙылар. Ильястың күҙе миңә тип әҙерләнгән ҡуян битлегенә төштө лә, ҡыҙҙы ла китте: “Әйҙә үҙем ҡуян булып кейенәм”. Йәл түгел, костюмды Ильясҡа тотторҙом. Бер ыңғайҙан дуҫтарына ла кемеһенә Мәскәй әбей, кемеһенә Һыу инәһе булып кейенеү өсөн ваҡ-төйәк кейемде барланыҡ. Егеттәр көлөшә-көлөшә кейенешеп, минең дуҫты ла эйәртеп, клубҡа сығып китте. Байрам башланғансы кешеләрҙе шаяртып, урамды буйламаҡсы ине улар.
Һауыт-һабаны йыуғас, һеңлем, маскарадта ҡатнашам тип, үҙенә төлкө битлеген эшләй башланы. Мин дә, ситтә ҡалмаҫ өсөн, бесәй булмаҡсы иттем. Улай-былай итеп кейемде барлағансы, һуң булып китте, мәҙәниәт йортона сыҡҡанда байрам ҡыҙғайны инде.
Кешеләрҙе йырып индек тә, тамашаға ҡушылдыҡ. Яйлап ҡына беҙҙең егеттәр янына яҡынайҙыҡ. Ильяс, торғаны менән артист инде, һәр уйында ҡатнашыу өсөн һикерә лә тора, үҙе менән йә минең дуҫ егетте алып сы­ға, йә үҙенең ҡунаҡтарын эйәртә. Батырлыҡ өсөн йөҙ грамм төшөргәндәр, буғай, минең дуҫ оялыуҙы бөтөнләй онотҡан, бейеп тә ебәрә, танырға тип яҡыныраҡ килгән кеше­ләрҙе ҡытыҡлап та ала.
Бер аҙ һөйләшмәксе булып янына барҙым да: “Арыҫланым минең, бөгөн һин миңә үтә лә оҡшайһың”, – тип муйынынан ҡосаҡланым. Ул өндәшмәй генә яурыныма башын һалды...
Тәүҙә парлашып алма ашап ярыштыҡ, бер аҙҙан ҡосаҡлашып шар шартлашып уйнаныҡ. Тамашасыларҙың: “Эй, бынау Арыҫлан менән Бесәй күңелле йөрөй ҙә инде! Кемдәр ул, танымайһығыҙмы?”– тип һоҡлана-һоҡлана танырға тырышыуы мине тағы ла дәртләндереп ебәрҙе. Дәртле көйгә ҡосаҡлашып бейеп йөрөгәндә, тамашасылар араһында торған дуҫ егетемде күреп, күҙем дүрт булды. Үҙенең курткаһын кейеп алған, әсәйем менән һөйләшә-һөйләшә тамашаны күҙәтәләр. Аптырауҙан ҡосаҡлап алған арыҫланымды этеп ебәрҙем дә, тышҡа атылдым. Ҡайтып, кейемемде алмаштырҙым да, ҡабат клубҡа ашыҡтым. Сығып етеүемә, бал-маскарад аҙағына яҡынлашҡайны. Дуҫ егетем менән әсәйемдең янына килеп торҙом. Ул мине ҡосаҡланы ла: “Бик килештереп кенә йөрөй инең, ниңә ҡасып ҡайтып киттең? Арыҫланың етем­һерәп ҡалды”, – тип бышылданы. Асыуымдан шартлар хәлгә етеп, уға йоҙроҡ төйөп алдым.
Баҡтиһәң, урам буйлап йөрөгән саҡта, оялсан дуҫымдан әллә ни рәт сыҡмаҫын һиҙгән күршебеҙ Ильяс уның костюмын һалдырып алған да, күрше ауылдан килгән еҙнәһенә кейҙергән. Кис буйы шулай күрше ауыл ирен, үҙемдең арыҫланым тип уйлап, ҡосаҡлап йөрөгәнмен...

Яңы йыл, дөгө, ахырызаман...
Әхирәтем Әминә 2013 йылды үҙҙәрендә ҡаршы алырға тәҡдим итте. Әйтеүенсә, табын әллә ни ҙур булмаясаҡ, уҙа барһа 6 – 7 кеше. Тик 31 декабрҙә иртәрәк килеп, өҫтәл әҙерләргә ярҙам итергә генә кәрәк ине уға. Байрам хөрмәтенә мине эштән алданыраҡ ебәрҙеләр, ҡайттым да әхирәтемә юлландым. Ул эштә булған арала тәүге әҙерлек эштәрен башланым. Табынға меню алдан төҙөлгәйне, миңә бары тик бирелгән күрһәтмәләрҙе генә үтәргә ҡала.
Меню теҙмәһенә күҙ һалдым. Былау (ғүмер буйы бешерә белмәнем, шулай ҙа итен турап, әҙерләп ҡуйҙым), голубцы (фарш­ты туңдыр­ғыстан алып иретергә ҡуйҙым, кәбеҫтәне эҫе һыуҙа бешекләп алдым, күп итеп һуған тураным, ҡырғыс аша кишер үткәрҙем), краб таяҡсаларынан салат (“һә” тигәнсе әҙер булды), гөбәҙиә (ҡамыр баҫтым, ҡыҙыл эремсек, күрәгә, йөҙөм емештәрен әҙерләнем), дөгө тултырып бешереү өсөн ҡаҙҙы ла әҙерләп ҡуйҙым хатта. Бөтә эш дөгө ярмаһында туҡталып ҡалды. Аш-һыу бүлмәһенең бар тартмаһын тикшереп сыҡтым, тик ул табылманы (ризыҡтарҙы әҙерләгән саҡта уҡ Әминәнең дөгө ярмаһына булған һөйөүен аңлағайным инде, тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙемдән сығып, ҡунаҡтарҙың бөтәһе лә уның был һөйөүен уртаҡлаша тип әйтә алмайым. Ҡытайҙарҙың был ярмаһына һәр саҡ битарафмын).
Киске сәғәт һигеҙенсе киткәс, түҙмәнем, магазинға сығып, ярма һатып алырға булдым. Күпме алырға икәнен һорашайым тип, әхирәтемә шылтыраттым. “Ниндәй магазин, өй тулы ырииис”, – тип һөйләнгән тауышынан Әминәнең эштән ни өсөн һаман ҡайтып етмәүен аңлап ҡалдым. Тик күпме генә эҙләһәм дә, ярма табылманы. Сәғәт киске туғыҙ тулыуға күңелләнеп алған әхирәтем ҡайтып инде лә, кладовкаһынан 25 килограмлыҡ тоҡто сығарып “дөңк” иттереп өҫтәлгә килтереп ултыртты: “Бына бит дөгө!”
ҙур табаҡҡа мул ғына итеп ярманы һалдым да, крандан һыу ағыҙып, йыуырға тотондом. Шул саҡ өҫтәл өҫтөндә һин дә мин ултырған тоҡ шааааап итеп тәүҙә ултыр­ғысҡа, аҙаҡ иҙәнгә барып төштө һәм бар тирә-яҡ ап-аҡ ярмаға күмелде. Бешеренеү ҡайғыһы китте, икәүләшеп иҙән һеперергә, дөгө йыйырға тотондоҡ. Етмәһә, иҙән таҡталары араһындағы ектәргә лә ярма тулған. Әллә ярмаһын йәлләп, әллә артыҡ градустары тышҡа урғылдымы, әхирәтем бер аҙ балауыҙ һығып алды.
Ҡунаҡтар килеүгә табын яртылаш ҡына әҙер ине, ярай, магазинға сығып, әҙер билмән һатып алырға өлгөрҙөм. Ҡаҙ менән голубцы төнгө сәғәт икелә генә бешеп сыҡты. Ә икенсе көндө өй йыйған саҡта кладовка бүлмәһендә ултырған тоҡтарҙа тары, ҡарабой­ҙай һәм башҡа ярмаларҙы, ҡумта-ҡумта шырпы, тоҙҙо күреп, иҫем китте. 2012 йылдың 21 декабрендә килеп етәсәк ахырызаманға Әминә шулай әҙерләнгән икән. Тик ахырызаман ғына, уның бындай әҙерлеген белмәгәс, ер шарын урап үтеп китте...
Яңғыҙ йәшәгән әхирәтем уларҙы ҡасан ашап бөтөр – белмәйем. Әммә мин киләһе ун йылда уға байрамды ҡаршыларға ба­рыр­ға ҡурҡып торам әле. Беренсенән, сират тары ярмаһына килеп етер, мин уны бөтөнләй ашамайым, икенсенән, иҙәндән тары йыйыу икеләтә ауырҙыр ул…

“Һәтес-тирҙә-ритәйем!”
Ғаилә дуҫтарыбыҙ Илдар менән Йәмилә Өфө районының Жуков ҡасабаһынан төҙөлөп бөтмәгән йорт һатып алғайны. Йәй­геһен бер нисә тапҡыр уларға йә мунса инергә, йә төҙөлөш эштәрендә ярҙам итергә барырға тура килде. Тотош ауыл төҙөлөш эше менән була, ямғырҙан һуң сыҡҡан бәшмәктәр кеүек, яңы йорттар ҡалҡҡан. Ваҡытында үҙебеҙ ҙә ошо ауылдан өй алмағанға үкенеп тә ҡуйҙыҡ.
Ниһайәт, төҙөлөш эштәрен тамамлап, йәш ғаилә Яңы йыл байрамында өй туйлар­ға ҡарар итте. Кискә табан Илдарҙың ауылдан килгән апаһы менән еҙнәһен ҡаршы алдыҡ та, ҡунаҡҡа йыйындыҡ. Ауылдан мул күстәнәс килтергәндәр, бүләккә ҙур телевизор һатып алғандар. Беҙ ҙә ҡумта менән мультиварка, ҙур ҡапсыҡҡа һалынған юрған әҙерләгәнбеҙ. Машинаға урынлаша башлағайныҡ, әй­берҙәр­ҙе һыйҙыра алмай бер булдыҡ. Ир-ат бүләктәрҙең бер өлөшөн өйҙә ҡалдырырға, юл төшкәндә индереп тапшырырға тәҡдим итә башланы. Мин ҡырҡа ҡаршы төштөм. Бәхәсләшә торғас, күстәнәсле ҡапсыҡты аяҡ аҫтыма, бүләк юрғанды алдыма ҡуйып, машинаға ултырҙым. Башҡалар ҙа шулай ҡыҫыла-ҡыҫыла урынлашып бөткәс, юлға сыҡтыҡ.
Барып етеүгә ҡунаҡ табыны башланғайны инде. Ишек алды тулы машина, өйҙә музыка яңғырай. Барып инеү менән, шау-шыуға ҡушылдым.”Байрам менән! Яңы йорт ҡотло булһын!” Үҙем дәртле бейеү көйөнә ҡушылып та киттем.
– Һәтес-тирҙә-ритәйем,
Бейей генә белмәйем.
Матур итеп бейер өсөн
Йөҙ грамды кәгәйем! –
тип таҡмаҡ әйтеүем булды, ҡунаҡтарҙың береһе ҡулыма рюмка тотторҙо, артынан ҡаптырырға ит әҙерләп тә ҡуйҙы. “Ҡайҙа хужалар?” – тип һорауыма, мунса яғырға китеүҙәрен әйттеләр. Өҫтәл артына үтешләй, дуҫтарыбыҙҙың бай йыһазландырылған өйөн күҙҙән үткәрҙем. Күрешмәгән һуңғы биш айҙа ярайһы ғына тырышҡандар икән, тип уйлап алдым. Зал бүлмәһенә йәй көнө линолеум түшәгәйнеләр, уны ла паркетҡа алмаштырғандар. Өҫтәл артына барып ултырғайным ғына, иптәшем килеп шым ғына: “Беҙ яңылыш ингәнбеҙ, Йәмиләләрҙең өйө икенсе урамда”, – тип ҡолағыма бышылданы.
Аптырап ҡалдым, нисек сығып китергә? Булған ҡыйыулыҡ сығып осто, ҡунаҡтар алдында нисек аҡланырға белмәй баҙап ҡалдым.
– Ғәфү итегеҙ, бер аҙ яңылышлыҡ килеп сыҡҡан… Урамдарҙы яңылышҡанбыҙ, беҙгә икенсе йортҡа икән…
Ҡунаҡтар һис кенә лә ғәйеп итеп торманы, үҙҙәрендә ҡалырға дәррәү өгөтләй башланы:
– Эй, һылыу, һинең менән үтә лә күңелле ине, бында ғына ҡалығыҙ ҙа ҡуйығыҙ! Ул ҡунаҡҡа иртәгә барырһығыҙ әле!
–Тағы ла бер бейемәйенсә ебәрмәйбеҙ!
Беҙҙең халыҡ ҡунаҡсыл бит, билмән ашатып, бер аҙ ҡунаҡ итеп, бейешә-бейешә оҙатып ҡалдылар. Башҡа яңылышмаҫ өсөн, юл аяғына тип, тағы ла бер рюмка һалып бирҙеләр. Көлөшә-көлөшә дуҫтарҙың йортона ашыҡтыҡ. Мәскәү менән Ленинград нимә ул, бәләкәй генә Жуков ҡасабаһында ла яҙмыш шаяртыуы булып тора. Хас та кинолағы кеүек…

Г. ВӘЛИТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»