RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Маңлайҙарға эҙен һыҙған йылдар Балҡып тора йондоҙ шикелле

10.01.2017 Маңлайҙарға эҙен һыҙған йылдар Балҡып тора йондоҙ шикелле

Маңлайҙарға эҙен һыҙған йылдар Балҡып тора йондоҙ шикелле “Оҙаҡҡа һуҙылған совет ултырышынан һуң, бер аҙ саф һауа һулап, йәйәү атлайыҡ әле, ҡустым”, – тигәнгә, Мөхтәр ағай Сабитов менән ҡыш һалҡыны ныҡлап хөкөм һөргән ҡала урамы буйлап киләбеҙ. Салауат ҡалаһы советындағы һыңар ҡулдағы бармаҡтар менән генә һанарлыҡ башҡорт депутаттарының береһе ул Мөхтәр Абдрахман улы. Беренсе мөҙҙәт кенә һөйрәмәй ул был йөктө, һайлаусылар ышаныс күрһәткәнгә, сираттағы саҡырылышта ла “халыҡ ялсыһы” булып хеҙмәт итәсәк әле.
Нефтселәр проспекты буйлап килә торғас, арттараҡ ҡалғанын аҡларға теләпме, Мөхтәр ағай телгә килде.
– Аяҡтар һыҙлай, ҡустым, прәме баҫырға ирек бирмәй инде.
– Улай атлауы ауыр булғас, машина ғына саҡыртайым, хәҙер шылтыратам.
Кәрәкмәй тигәнде белдереп, папка тотҡан ҡулын һелтәне лә, ары атланы ағай.
– Һуңғы йылдарҙа ҡалабыҙ матурлана, – тине Мөхтәр Абдрахман улы, бер аҙ тын килгәс. – Заманалар ауыр, илебеҙ финанс ҡытлығы кисерә тиһәләр ҙә, ана, яңы йорттар һалына, социаль объекттар ҡалҡып сыға, иҫкеләре төҙөкләндерелә. Тик, ниңәлер, кешеләрҙә элекке һымаҡ дәрт юҡ, рухи күтәренкелек һиҙелмәй. Һин журналист бит, ошо һорауҙар­ға яуап эҙләгәнең бармы?
Бар, әлбиттә, тип, уның алдында яҡшатланырға ла теләмәнем, уны эҙләүҙән ни файҙа, тип, аҡланыуҙы ла кәрәк тапманым, аяҡ аҫтындағы шығырлаған ҡарҙан кинәнес табып, атлай бирҙем.
– Элек кешеләр барыбер күңелле йәшәй торғайны. Иткә, колбасаға сират торһаҡ та, халыҡ йырһыҙ булманы. Эңер төшөр-төшмәҫтән ҡала урамдарында, ял баҡсаларында гармун тауыштары ишетелер ине, ҡала халҡы эркелеп күңел асырға ашыҡты.
Мөхтәр Сабитов егерме йылға яҡын ҡаланың ял паркында директор булып эшләгән, шулай булғас, моғайын, белә торғандыр нимә һөйләгәнен. Ул етәксе булып эшләгән йыл­дар­ҙа Салауат ҡалаһы паркының даны республикабыҙҙа ғына түгел, бөтөн илгә киң билдәле булған. Күрше Ишембай, Мәләүез, Күмертау ҡалаларының парктары емерелеп ятҡанда, Салауат ҡалаһы паркында Бөтә Союз күләмендә семинарҙар, конференциялар уҙа. Хатта салауаттар халыҡ-ара танылыу яулай. Ә Мөхтәр Абдрахман улына Лондонда үткән танылған донъя парктары директорҙарының ғилми симпозиумында ҡатнашыу бәхете тейә.
Паркта эшләгән йылдарында дәүләт именлеге хеҙмәте тарафынан эҙәрләнеүҙәргә лә дусар булғанын беләм Мөхтәр Сабитовтың.
Уҙған быуаттың һикһәненсе йылдар аҙағында илдә тетрәнеүҙәр башланғас, беҙҙә лә алдынғы ҡарашлы зыялылар Баш­ҡортостанға союздаш республика статусы биреү тураһында һүҙ ҡуҙғатты. Тәү­геләрҙән булып, хәтерем яңылышмаһа, был ҡыйыу аҙымды салауаттар яһаны. Һуңынан уларға ишембайҙар, мәләүездәр, күмертауҙар ҡушылды. Ахыр сиктә, урындағы йәмәғәтселектең активлығы юғалып ҡалманы, Өфөлә ошо хәрәкәттәрҙе тәртипкә һалыусы, бергә туплаусы “Урал” башҡорт халыҡ үҙәге барлыҡҡа килде.
Салауатҡа әйләнеп ҡайтһаҡ, Мөхтәр Сабитов етәкселек иткән ҡала паркы урындағы милли хәрәкәттә ҡатнашыусыларҙың үҙәгенә әйләнә лә китә. Ҡалала йәшәүсе барлыҡ башҡорттарҙы берләштереүсе милли үҙәк төҙөү тураһында фекер ҙә тәү башлап шунда уйыла. Аҙаҡ уға “Аҡбуҙат” исеме ҡушыу уйы ла шунда ярала.
– Хәрәкәт көсәйә башлағас, минең арттан шымсы ҡуйҙылар, – тип хәтерләй ул ваҡыт­тар­ҙы Мөхтәр ағай. – Ул таң һарыһы беленеү менән үк минең эшкә килеп ултыра. Көнө буйы күләгәм шикелле бер тотам да ҡалмай йөрөй ҙә, минең менән бергә эшен тамамлап, ҡайтып китә. Үҙебеҙҙең егеттәр араһында ла булды шымсылар, ләкин минең уларға үпкәм юҡ, заманаһы шулай ине бит.
1990 йылдың октябрендә Баш­ҡортос­таныбыҙ үҙал­лылығын иғлан иткән тарихи ваҡиғаларҙың да урта­һында ҡайнаны салауаттар. Милли батырыбыҙ исемен йөрөткән ҡаланан Өфөгә биш автобусҡа тейәлеп килгәйне “Аҡбуҙат” башҡорт халыҡ үҙәге активистары.
БАССР Юғары Советы суверенитет тураһында Декларация ҡабул иткәндән һуң да үҙаллылыҡҡа аяҡ салыусылар күп булды әле. Айы­рыуса урындағы чиновниктар теш-тырнағы менән яңылыҡҡа ҡаршы сыҡты. Шул осорҙа салауаттар йәнә көрәштең алғы сафында барҙы. Улар ҡала хакимиәте бинаһының түбәһенә иң беренселәрҙән булып Баш­ҡор­тостан флагын ҡаҙаны. Үтә лә ҡыйыу, хатта ҡурҡыныс та аҙым булды был. Ләкин “Аҡбуҙат” үҙәге егеттәре өркөп ҡала торғандарҙан түгел ине. Ә Мөхтәр Абдрахман улы етәкселек иткән ял паркының тауыш көсәйткестәренән көн һайын теп-теүәл иртәнге һигеҙҙә милли гимныбыҙ һаналған мәңгелек “Урал” көйө эшкә ашыҡҡан салауаттарҙың ҡолаҡтарын иркәләй. Ҡурай моңон ҡарға ҡарҡылдауына оҡшатыусылар ҙа булғандыр араларында, әммә Сабитов мин-минлеген итә, ҡала хакимиәтенән шелтә һүҙҙәре ишеткәндә лә туҡтап ҡалмай. Ә ҡурай моңо Салауат ҡалаһының хеҙмәт иртәһенең бер айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнә.
– Тормоштағы ниндәйҙер бер киҫкен мәлдәрҙә әҙәм балаһы йә батырлыҡҡа табан аҙым яһай, йә ҡурҡаҡлығын күрһәтә, һатлыҡ йәнгә әйләнә. Мин һинең менән ана шундай киҫкен мәлдәрҙә лә булғаным булды, ағай, ҡанһыҙ әҙәм аҡтыҡтары күкрәгеңә ҡуш көбәкле мылтыҡ терәгән ваҡытта нимәләр кисерҙең икән, шуны һаман аңлай алмайым, – Мөхтәр Абдрахман улының хәтирәләр сылбырын тыуған ауылы Ураҙбай тарафтарына борорға тырышам.
– Һин шуны һаман хәтерләйһең әле ул, ҡустым, – аяғы һыҙлауға ҡарамаҫтан, һылтаңлап артымдан бер тотам да ҡалмай килгән Мөхтәр ағай көлөп ебәрә.
1998 – 1999 йылдарҙа Мәләүез химия заводына сеймал килтереү мәсьәләһе ҡырҡыулашты. Быға ҡә­ҙәре заводҡа фосфорит рудаһын Мурманск өлкәһенән килтерәләр ине. Иҡтисади көрсөк арҡаһында тимер юл транспортына тарифтар ҡырҡа үҫеп китте. Шул сәбәпле завод белгестәре сеймал ятҡылығын яҡындан эҙләй башланы. Әмәлгә ҡалғандай, Ишембай райо­нының Ураҙбай ауылы янында ҙур фосфорит ятҡылығы барлығы асыҡланды. Оҙаҡҡа һуҙмай, завод белгестәре Арҡыяландағы ятҡылыҡты өйрәнеү эшенә тотоноп та китте. Беренсенән, бындағы фосфориттың запасы ярайһы ғына ҙур икәнлеге асыҡланды, икенсенән, Ураҙбайҙан тураға юл тартҡанда, Мәләүезгә 40 – 45 саҡрым ғына. Химия заводын сеймал менән тәьмин итеү өсөн быныһы айырыуса мөһим.
Был вариантты завод, республика хөкүмәте етәкселәре генә түгел, Ураҙбай, Этҡол, Аҙнай, Хажы ауылдарында йәшәгән халыҡтарҙың да бер өлөшө яҡлап сыҡты. Руда ятҡылығын эшкәртә башлаһалар, урындағы кешеләргә эш була, кемдәр ауылдарҙа ҡалырға теләмәй, уларға завод Ишембайҙан, Салауаттан, Мәләүездән фатир алып бирә, йәнәһе.
Кешене бар иткән, йәшәткән нәмә – тәбиғәт. Ул – атлап йөрөр ерең, һулар һауаң, эсәр һыуың. Туған тәбиғәт кешегә барыһын да биргән: ерен-һыуын, аҙыҡ-түлеген, кейем-һалымын, бөтә кәрәк-ярағын. Шуға туған әсәләй ғәзиз һәм яҡын ул туған тәбиғәт. Шулай тип яҙғайны үҙенең “Тормош” китабында әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалы Ғайса Хөсәйенов. Мәгәр ул ваҡытта, завод етәкселәренең татлы һүҙҙәренә ышанған Ураҙбай, Этҡол һәм башҡа тирә-яҡ ауылдарҙа йәшәүсе ҡайһы бер кешеләр тыуған ил, туған тәбиғәт тигән мөҡәддәс тойғоларҙы онота. Барыһы ла түгел, әлбиттә. Халыҡтың күҙен асырға, буталған зиһендәренә йән өрөргә тырышыусылар ҙа була араларында. Мөхтәр Сабитов шундай алдынғы ҡарашлы ауылдаштарының алғы сафында була.
“Йәшлек” гәзитенең үҙ хәбәрсеһе булып эшләп йөрөгән сағым. Бер ваҡыт миңә Мөхтәр Абдрахман улы шылтыратты. “Ҡустым, Ураҙбайға барырға ине. Унда фосфорит ятҡылығын тикшереүсе геологтар килгән, шулар менән һөйләшергә кәрәк”, – тине ул.
Көҙ айының ямғыр һибәләп торған йонсоу көнө ине. Ураҙбайға килеп еткәндә ун ике – ун бишләп кеше йыйылғайны. Беҙ, бер нисә машинаға тейәлеп, килмешәктәр урын­лаш­ҡан урынға юлландыҡ. Геолог­тар беҙҙе алыҫтан шәйләгәндәрҙер, күрәһең, ике-өсләп кеше вагончиктарҙан сығып, ҡаршыбыҙға атланы, беҙ ҙә машиналарыбыҙҙан төштөк. Тегеләрҙең ҡулдарында мылтыҡтары ла бар. Быны күргәс, әле генә ҡыйыу баҫып килгән еребеҙҙән, шөбһәләнеп, туҡтап ҡалдыҡ. Мөхтәр ағай алға сыҡты. “Мужики, – тине ул, тулҡынланыуын белдермәҫкә тырышып. – Был беҙҙең тыуған еребеҙ һәм беҙ уны бер кемгә лә бирмәйәсәкбеҙ, әйберҙәрегеҙҙе йыйығыҙ ҙа, ҡайтыу яғын хәстәрләгеҙ”. Саби­товтың алдында торған мыҡты кәү­ҙәле ир ҙә бирешергә теләмәне, ауыҙына ҡапҡан тәмәкеһен сәйнәп, ласҡылдатып ергә төкөрҙө лә, мыҫҡыллы йылмайҙы. Өркөрлөк түгел, ҡулында ҡуш көбәк бар бит. Етмәһә, яҡа аҫтарына һалып та алғандар, ахырыһы. “Үксәгеҙҙе ялтыратығыҙ, атам!” – мылтығын Мөхтәр ағай­ға тоҫҡаны ғифрит. Ә күҙҙәре! Ҡан һарҡылған күҙҙәренән нәфрәт осҡондары сәселә! Беҙ албырғап торған арала, Сабитов мылтыҡтың көбәгенән эләктереп алды ла, үҙенең күкрәгенә терәне. “Стреляй! Әммә башҡорттар үҙ ерҙәрен бирмәйәсәк!”
Хәл киҫкенләште, хәҙер ҡан ҡойоласаҡ, енәйәт ҡылынасаҡ! Ләкин тегеләрҙең дә йөрәктәре ике түгел. Араларынан бер аҡыллыһы табылды, араға инде. “Беҙ хәл итмәйбеҙ бит, аңлағыҙ, егеттәр. Беҙ бары тик ялланған эшселәр. Иртәгә хужалар килә, улар менән һөйләшегеҙ”.
Ике-өс көндән техникаларын, вагончиктарын алып, үҙҙәре үксәләрен ялтыратты геологтар. Башҡаса килеп күренмәнеләр. Мәләүез хи­мия заводы ла күптән эшләмәй инде хәҙер. Ә Мөхтәр ағай иҫән-аман, хатта тыуған ауылы Ураҙбайҙа мәсет тә һалдырып ҡуйҙы.
Һуңынан ғына белдем, баҡтиһәң, Мөхтәр Сабитов тыуған ауылын, туған тәбиғәтен, ҡасандыр ҡолас ташлап йөҙөп, һыу ҡойоноп үҫкән Һәләүеген яҡлап халыҡтан әллә күпме ҡултамға ла йыйған, Өфөгә лә, Мәскәүгә лә байтаҡ хат яҙған, күп министрлыҡтарҙың тупһаһын тапаған. Мәгәр үҙ һүҙен һүҙ иткән.
– Әҙәм балаһының характеры бала саҡтан уҡ формалаша. Минең бер дуҫым: “Йәшәй-йәшәй, атай-әсәй биргән тәрбиә бөтә лә, гендар өҫтөнлөк ала”, – ти торғайны. Әле уйлап киләм дә, ҡапыл бер һорау барлыҡҡа килде: һинең ошо ҡыйыу аҙым яһарға этәргән ҡыҙыу холҡоң тәрбиәнән киләме, әллә нәҫел-ырыуығыҙға һалынған гендарҙың ғилләһеме был, Мөхтәр ағай?
– Уйланырлыҡ һорау был, ҡус­тым, ҡапыл ғына өҙә һуғып яуап бирерлек тә түгел хатта. – Мөхтәр Абдрахман улы, әллә минең һорауҙан баҙап, әллә аяҡ быуындарының һулҡылдауына сыҙай алмай, ҡапыл ғына туҡтап ҡалды. Тағы бер аҙ һүҙһеҙ килдек.
– Атайымдар Ҡазан яғынан килгән татарҙар бит минең, өләсәйем Туҡай менән бергә уҡыған. Уҡыу әсбаптарын сығарып барлап ултырыр ине, мәрхүмә. “Бына быныһы Туҡайҙың дәфтәре, сирләп китеп, бер дәрестән ҡалғайным, шунан Ғабдулла, үҙең булмаған дәрестә беҙ үткән материалдарҙы күсереп алырһың, тип, ошо дәфтәрен бирҙе. Шул килеш ҡалды ул дәфтәр миндә, иҫтәлек кенә инде хәҙер”, – тип, ғорурланып, бөйөк шағирҙың йәдкәрен күр­һәтә торғайны. Атайымдың ата­һы, йәғни олатайым, татар булһа ла, урындағы башҡорт­тар­ҙың ерҙәрен ҡәҙерләмәй, арзан ғына хаҡҡа һатыуҙарына әсенеп, Ғиләжетдин Се­леуки псевдонимы аҫтында китап яҙған. Әсәйемдәр яғынан ҡараһаҡ, әсәйем үҙе лә, уның атаһы ла өҙҙөрөп ҡурай уйнай торғайнылар, ә йырлап ебәрһәләр, Һәләүек туғайҙарындағы һандуғас­тар тын ҡалып, көнләшеп тыңлай ине. Әҙәбиәткә, йыр-моңға булған һөйөү, илһөйәрлек сифаттары ана шул һин әйткән гендарҙың эшмәкәрлегелер инде, күрәһең. Яҙыусы булып китеүемә лә улар этәргес булғандыр.
Беҙ дүртенсе класты бөткәс, ауылдағы туғыҙ йыллыҡ мәктәпте яптылар ҙа, ураҙбайҙарға күрше Этҡол мәктәбенә йөрөп уҡырға тура килде. Шунда үҙемдән ике-өс класҡа юғары уҡыған малайҙарҙы һәм ҡыҙҙарҙы теҙеп алып, һабаҡҡа алып китәм. Уҡыуҙар тамамлан­ғас, Һәләүек башына, Нөгөш буйҙарына экскурсияларға йөрөтәм. Үҙемдән йәшкә лә, буйға ла ҙур ҡыҙҙар һәм малайҙар миңә, ағай, тип өндәшә ине. Быныһы һинең, характер нисек формалаша, тигән һорауыңа яуап булды шикелле. Бәлә­кәйҙән лидер булып үҫкәнгәме, совет армияһы сафына алынып, тейешле ике йылымды тултырғас та, тиҙ генә ҡайтып китергә ашыҡманым, һалдат хеҙмәтемде дауам иттем. Ун ике йылым билемә ҡайыш быуған килеш хәрби формала үтте.
Мөхтәр Абдрахман улы Сабитов – ҡала башҡорттарының рухи ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү өсөн нәшер ителгән “Салауат” гәзитенең тәүге мөхәррире лә. Хәйер, Салауат ҡалаһында башҡорт гәзите бик оҙаҡ һәм ҡыйынлыҡтар аша асылды.
1997 йылда Сабитов Салауат ҡалаһында башҡорт гәзите асыуҙы һорап хакимиәткә бара. “Аҡса юҡ!” – яуап ҡыҫҡа һәм ҡәтғи була. Мөхтәр ағай аптырап тормай, үҙ аҡсаһына гәзит сығарыу эшенә тотона: мәҡәләләр туплай, ҡороусыһын да таба, типография директоры менән һөйләшеп, яңы баҫманы баҫтырыуға ла ирешә. Аҙаҡ, почта хеҙмәте менән килешеп, гәзитте уҡыусыларға тараттыра. Шулай итеп, “Са­лауат” гәзитенең өс һанын нәшер итә ул. Тағы хакимиәткә юллана тынғы­һыҙ Сабитов. “Аҡса юҡ!” – яуап тағы шулай яңғырай. Был юлы Мөхтәр ағай “Са­лауат”тың донъя күргән һандарын ала ла, Өфөгә юллана. Матбуғат министрлығының коридорында уны Марсель Ҡотлоғәлләмов ос­рата. “Ни эшләп йөрөйһөң, Мөхтәр туған?” – ти министр урынбаҫары. Мөх­тәр Аб­драх­ман улы хәлде аңлата. “Әйҙә әле министр­ға инәйек”, – Марсель Әҡ­сән улы Мөхтәр Сабитовты Ғәлим Хисамовҡа алып инә. Гә­зиттең һәр һанын ентекләп ҡарап сыға Ғәлим Афзал улы, һуңынан: “Гә­зитең шәп тә баһа, әйҙә, шулай дауам ит. Тик хакимиәттән аҡсаны үҙең даулар­һың, беҙ хат яҙырбыҙ”, – тип фатихалай.
Сабитовтың ныҡышлығы еңәме, министрҙың хаты ярҙам итәме, хакимиәттең ул ваҡыттағы башлығы Әсҡәт Ғәлиев редакция өсөн бина ла таба, тейешле күләмдә аҡса ла бүлә, хатта еңел машина ла бирә. Шу­лай башлана милли батырыбыҙҙың исемен йөрөткән гәзиттең тарихы.
– Ҡустым, тик уҡыусыларығыҙ аҙая бит. Мин хаҡлы ялға киткәндә гәзитте алдырыусылар ике мең ярымдан күберәк ине, хәҙер бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Ни эшләп тиражды үҫтереү йүнәлешендә маҡсатлы эш алып бармайһығыҙ? Был тәңгәлдә теҙгенде ҡатыраҡ тоторға, талапсаныраҡ бу­лырға кәрәк!
Ағайҙың һүҙҙәре йөрәгемә ҡыҙған тимер һымаҡ ҡаҙалды. Әйтер һүҙемде әйтә алманым, телем көрмәлде. Мәгәр, нихәл итмәк кәрәк, хаҡлы бит Мөхтәр Абдрахман улы, тимәк, тәнҡит нисек кенә ҡаты булһа ла, ҡабул итергә генә ҡала.
Ошо йылдар арауығында Мөхтәр Сабитов әллә күпме хикәйә, повестар, драматик әҫәрҙәр, роман яҙырға ла ваҡыт тапты. Уларҙың һәр береһен әҙәбиәт һөйөүселәр көтөп ала, ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡый. Был әҫәрҙәре авторҙың тиҫтәгә яҡын китабына тупланған. Әйт­кәндәй, Мөхтәр Абдрахман улы фиҙакәр хеҙмәте өсөн СССР-ҙың мәҙәниәт отличнигы, Баш­ҡортостан Рес­публикаһы­ның атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре исемдәренә лайыҡ булған. Баш­ҡор­тостан Республикаһы­ның Почет грамотаһы ла бар уның юғары наградалары араһында. “Тирәк мамығы“ китабы өсөн уны Хәким Ғиләжев исемендәге премия менән дә бүләкләнеләр. Был да уның әҙәби эшмәкәрлегенә оло баһа.
Редакция тәңгәленә ки­леп еткәс, хушлашырға тип ҡулын һуҙған Мөхтәр Аб­драхман улын табынға саҡыр­ҙым.
– Әйҙә, ағай, инеп сәйләп алайыҡ, өшөттөрөп тә китте бит.
– Ярай, ҡустым, мин атлайым әле, йомошлайһы йо­моштарым бар, ә сәй ҡасмаҫ, бер бушыраҡ сағымда иркенләп инеп ултырырмын.
Мөхтәр Сабитов һәлмәк кенә баҫып ҡала урамынан ары атланы. Яңы ғына яуа башлаған аҡ ҡар өҫтөндә оҙаҡламай етмешен арҡа­һына эйәр һалыр­ға йыйын­ған ағайҙың эҙҙәре ярылып ятып ҡалды. Хәйер, яҙыусы, публицист, йәмәғәт эшмәкәре Мөхтәр Абдрах­ман улы Сабитовтың баш­ҡорт әҙәбиәтендә лә, республикабыҙ журналистикаһында ла, йәмғиәт тормошонда ла үҙ урыны, яҡты эҙе бар. Һәм тағы булыр әле, иншалла.

Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»