RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ҡырҡ беренселәрҙең арҙаҡлы берәүһе

16.12.2016 Ҡырҡ беренселәрҙең арҙаҡлы берәүһе

Ҡырҡ беренселәрҙең арҙаҡлы берәүһе
Билдәле яҙыусы, публицист, филология фәндәре докторы, профессор Тимерғәле Килмөхәмәтовҡа – 75 йәш

Башҡорт дәүләт университетының журналистика кафедраһын профессор Тимерғәле Әбделғәлим улы Килмөхәмәтовһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында ул кафедра менән 24 йыл етәкселек итте, профессиональ журналистар әҙерләне. Ғалимдың башҡорт әҙәбиәте ғилеме, журналистика теорияһы тураһында уҡыған лекцияларын беҙ, студенттар, бер тында тыңлай торғайныҡ. Курс эштәрен яҙғанда уның дөрөҫ йүнәлеш биреүе, яҙыуға дәртләндерә белеүе үҙ көсөбөҙгә ышанысты арттыра, студенттарына ҡарата булған ябайлығы, кешелеклелеге уҡытыусыға ҡарата һоҡланыу, ихтирам уята ине.
Билдәле яҙыусы, тәнҡитсе, публицист, филология фәндәре докторы, профессор, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, РФ юғары һөнәри белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, Зәйнәб Биишева исемендәге премиялар лауреаты Тимерғәле Килмөхәмәтов ошо көндәрҙә үҙенең 75 йәшлек юбилейын билдәләй. Күркәм байрамы алдынан уның менән редакцияла әңгәмә ойошторҙоҡ һәм остазыбыҙҙы үҙебеҙ өсөн яңынан астыҡ.

– Тимерғәле Әбделғәлим улы, һеҙ – һуғыш йылы балаһы, һуғыштан һуңғы аслыҡ-яланғаслыҡты күреп, атайһыҙ, терәкһеҙ үҫкән быуын вәкиле. Үҙ тырышлығығыҙ, маҡсатҡа ынты­лыу­сан булыуығыҙ менән тормошта юл ярған­һығыҙ. Ябай ғына ауыл малайы фәнгә ниндәй юлдар аша килде икән?
– Атайым менән әсәйемдең көтөп алынған бер бөртөк балаһымын. Минән алда тыуған балалары үлеп тик торған. Атайым һуғышҡа киткәс тыуғанмын. Шуға ла ул әсәйемә, Тимерғәлене берүк һаҡла инде, тип ҡушҡан. Ҡәҙерле кешемдең берҙән-бер вариҫы булып мин ҡалғанмын. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атайға, лейтенант Әбделғәлим Килмөхәмәтовҡа, Бөйөк Ватан һуғышынан иҫән-имен әйләнеп ҡайтырға насип яҙмай, ул һәләк була. Бер туған ике ҡустыһы ла һуғышта ятып ҡала. Әсәйем менән өләсәйем шуға ла мине атайымдың төҫө итеп, ҡәҙерләп, яратып үҫтер­ҙе. Ҡырмыҫҡалы районының Ибра­һим башлан­ғыс мәктәбен тамамлағас, алты саҡрымда ятҡан Бишауыл-Уңғар мәктәбендә урта белем алдым. Элек «Бөтә ауыл менән колхозда ҡалыр­ға!» тигән саҡырыу бик көнүҙәк ине. Күрше Һаҡай мәктәбенең сығарылыш синыфы уҡыусылары менән ауылда ҡалырға һөйләштек. Дүрт йыл колхозда эшләнем. Тракторға ултырып, ер ҙә һөрҙөм, комбайнда иген дә урҙым, иҫәпсе лә булдым. Минең өсөн бик ҡәҙерле йылдар булды. Ауылда булғас, эшләп тә йөрөгәс, донъябыҙҙы ла бөтәйттем: иҫкереп, ергә һеңешеп бөткән өйөбөҙҙө һипләп һалдырҙым, аҙбар төҙөнөм, йорт тирәһен кәртәләнем. Йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнағас, ойоштороу һәләтем барлығын күреп, мине комсомол секретары итеп тә ҡуйҙылар. Өҫ­тәүенә, «Колхоз юлы» район гәзитенең дә әүҙем хәбәрсеһемен, мәҡәләләрем сығып тора. Дүрт йылдан һуң ғына уҡыу йортона инергә була ине. Колхоз рәйесе Нәзиров ағай, колхоздан йүнәлтмә бирәм, ауыл хужалығы институтының агрономия факультетына уҡыр­ға инерһең, тип кәңәш бирҙе. «Юҡ, минең Башҡорт дәүләт университетында уҡығым, журналист булғым килә», – тинем. Колхозда иҫәпсе булып эшләп йөрөгән ваҡытымда ҡасып-боҫоп БДУ-ға имтихан бирҙем. Бер көндө уҡырға инеүем тураһында телеграмма килтереп бирҙеләр. Рә­йескә күрһәттем. Нисек, ҡасан өлгөрҙөң, тип барыһы ла аптыраны. Шулай итеп, 1962 йылда БДУ-ның тарих-филология факультетының беренсе курс студенты булып киттем. 25 төркөмдәшемдең, икәүһенән башҡаһы, барыһы ла стажлы егеттәр, ҡыҙҙар ине. Барыбыҙ ҙа, юғары белем алырға кәрәк, тигән маҡсат ҡуйғанбыҙ. Уҡыу еңел бирелмәне, әлбиттә, мәктәптән тура уҡыу йортона инмәгәс, күп нәмәне онотоп бөткәнбеҙ. Беҙ уҡып ҡына йөрөмәнек, I, II курстар­ҙа республика гәзиттәренә яҙыша ла башланыҡ. Икенсе курста уҡығанда «Совет Баш­ҡортостаны» гәзитендә «Ағайымдың йондоҙо», «Буденновка» тип аталған хикәйәләрем донъя күрҙе. Күп тә үтмәй, хикәйәләремде юғары баһалап, әҙәбиәткә өмөтлө ҡәләм килә, тип яҙыусы Ғәйфулла Вәлиев рецензия ла яҙып сыҡты. Журналистиканан әҙәбиәткә тартылыуҙа тәүге аҙымдарым ине был.
Курс эштәрен Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев ижады темаһына яҙҙым, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында уның ижадын төплө өйрәндем. Бишенсе курста ошо теманы үҫтереп, байытып, диплом эше яҙҙым. Комиссия ағзалары ғилми эшемде юғары баһаланы – Ким Әхмәтйәнов: «Килмөхәмәтов диплом эшен кандидатлыҡ диссертацияһына торошло итеп яҙған», – тине һәм мине комиссия М. Ло­мо­носов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты аспирантураһына инергә тәҡдим итергә тигән ҡарар сығарҙы. Илдең абруйлы уҡыу йортона уҡырға инергә БДУ-нан тик өс кеше генә барғайны. Имтихандарымды уңышлы тапшырғас, мине совет әҙәбиәте кафедраһынан Роберт Ғата улы Бикмөхәмәтовҡа беркеттеләр. Диплом эшемде кандидатлыҡ диссертацияһы итеп дауам итеү теләгемде белдергәс, М. Өмөтбаевты бит Мәскәүҙә бик үк белмәйҙәр, темаң ауыр, әйҙә, Мостай Кәрим драматургияһы, жанр эволюцияһы үҙенсәлектәре темаһын ал, тип тәҡдим итте. Фәнгә юлым шулай башланды. Университетты тамамлағанда «Айсыуаҡ» исемле повесым да «Ағиҙел» журналының ике һанында донъя күреп өлгөргәйне инде.
– Бик ҡыҫҡа ваҡытта кандидатлыҡ, докторлыҡ диссертацияларын яҡлауға өлгәшкәнһегеҙ…
– Мәскәүҙә кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлауға сират ҙур. Мин ике йыл эсендә яҙып бөттөм. Етәксем, оҙаҡ көтөргә тура киләсәк, БДУ-ла ла яҡлай алаһың, тигәс, унда яҡланым. Башҡорт әҙәбиәте кафедраһына эшкә алдылар, уҡыта башланым. Кеше яҙғандарҙы уҡытып йөрөп булмай бит инде, үҙем дә дәреслектәр яҙам. Ректор Рәғиб Ғимаев докторлыҡ диссертацияһын яҡларға тәҡдим итте.
Рус драматургияһы поэтикаһын тикшереп, өйрәнеүселәр юҡ ине ул ваҡытта. Мин ике йыл эсендә башҡорт драматургияһы поэтикаһы темаһына докторлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡланым. Тәүге хикәйәләр яҙыуым, фәндәге уңыштарым үҙенән-үҙе тәбиғи, береһе икенсеһенә ялғанып килеп сыҡты. Әлбиттә, быларҙың барыһының да артында йоҡоһоҙ төндәр, эҙләнеүҙәр, ғаиләңә, яҡындарыңа бүлә алмаған ваҡыт ята.
Беҙҙең осорҙа йәштәр эркелеп әҙәбиәткә, шиғриәткә килде. Сәмсел булғанбыҙмы икән, белмәйем. Үҙем яҙышҡас, шуға БДУ-ның «Шоңҡар» әҙәби түңәрәгенә лә етәкселек иттем, БР Яҙыусылар союзының ағзалыҡҡа ҡабул итеү комиссияһы етәксеһе лә булдым.
– Тимерғәле Әбделғәлимович, һеҙ бит әле ауылдашығыҙ, күренекле мәғрифәтсе шағир, тәржемәсе, этнограф, публицист Мөхәмәт­сәлим Өмөтбаевтың да мираҫын тәүгеләрҙән булып өйрәнеп, уның иҫтәлеген мәңгеләштергән кеше. Музейын булдырыуға ла күп көс һалғанһығыҙ…
– Мине йәмәғәт эшмәкәре тип тә йөрөтөүҙәре ауылдашым, мәғрифәтсе Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың исемен халыҡҡа ҡайтарыу менән бәйле. Ул халыҡҡа мулла, дворян бу­лараҡ ҡына билдәле ине. Оҙаҡ йылдар архивын өйрәндем. Матбуғатта тәүге тапҡыр арҙаҡлы шәхесебеҙҙең тыуыуына 125 йыл тулыуға ҡарата «Совет Башҡор­тостаны» гәзитендә әҙәби бит сығарҙым.150 йыллыҡ юбилейын да ҙурлап билдәләнек. Башҡортостан Хөкүмәтенә мөрәжәғәт яҙып, Ибраһим ауылына юғары вольтлы электр уты үткәреүгә өлгәштек. Биш саҡрым арауығында урамда асфальт һалынды, М. Өмөт­баевтың музейын ойоштороу ҙа тулыһынса минең инициатива менән башҡарылды. Музей алдына матур ғына бюсы ла эшләнеп ҡуйылды, ҡәберлегендә кәшәнәһен дә эшләттек. Ибраһимда был музейҙа төрлө тарафтан ҡунаҡтар күп була, бик матур ҡомартҡы ул хәҙер. Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте, М. Өмөтбаевтың хәтерен тергеҙеүҙәге, иҫтәлеген мәңгеләштереүҙәге хеҙмәттәремде баһалап, районыбыҙҙың М. Өмөтбаев исемендәге тәүге премияһын миңә тапшырҙы.
– Яҙыусының ижадында һәр дәүер сағылыш таба. Әҫәрҙәре­геҙҙә ниндәй осорҙо һүрәтләү күңелегеҙгә ятты?
– Бөйөк Ватан һуғышынан һуң булған осорҙо айырыуса яратып яҙҙым. Сөнки һуғыш ғәрәсәтен күргән, илебеҙҙең азатлығы өсөн яуҙа һуғышҡан яугирҙар менән бергә эшләнем, күп аралаштым. Һу­ғыштан беренсе булып ҡайтҡан фронтовиктарҙы күреп, шулар араһында буталып үҫтем. Мин улар менән бергә нимәләр генә эшләмәнем. Ошо ир-егеттәр беҙҙе эшкә өй­рәтте. Бөтә ауыр колхоз эшендә йөрөргә тура килде. Инвалид булып ҡайтҡандары ла үҙҙәренә артығын талап итмәне, һау кешеләр менән бер рәттән хужалыҡта бил бөктө. Күп ыҙа кисереп, һуғыштан ҡайт­ҡас, бөлгән ауылды күтәрҙеләр. Бер ҡасан да үҙҙәренең батырлыҡтары менән маҡтанып йөрөмәнеләр. Етешһеҙ тормошто күреп, беҙ һуғышта ла былай асыҡманыҡ, тип әйтәләр ине.
– Педагогик эшмәкәрлегегеҙ ижадтан айырылғыһыҙ. Әҙәбиәт менән журналистиканы тиң алып барғанһығыҙ. Нисек ваҡыт бүлә алдығыҙ?
– Әҙәби әҫәрҙәрҙе ял көндәре, отпуск мәлендә яҙҙым. Фәнни эш менән уҡытҡан ваҡытта шөғөлләндем. Яҙыусылар союзы ағзаларына элек ижад итеү өсөн ял йорттарына барып ҡайтыу мөмкинлеге була торғайны. Мин дә Мәскәүҙәге ижад йорттарына барып, емешле генә итеп эшләп, яҙып ҡайта торғайным. Төрлө өлкәлә эшләһәм дә, ижади, ғилми эштәрем ритм менән барҙы.
– Үҙегеҙҙең автопортретығыҙҙы ҡылыҡһырларға тура килһә, нисек тасуирлар инегеҙ?
– Мин – уңған кеше, эш кешеһемен. Шуға ла башҡаларҙан да егәрле булыуҙы, эштәрен еренә еткереп үтәүҙе, яуаплылыҡ талап итәм.
Үтә лә йомшаҡ күңелле кешемен. Берәй­һенең насар яҡтарын күрһәм дә, уны яҡлайым. Ялҡауыраҡ студенттарҙы ла шулай йәлләй торғайным. Уҡыуҙарында бик үк тырышмаһалар ҙа, бына тигән ижад кешеһе сығырҙайҙары бар ине. Мостай Кәрим ижадын да мин шуға яратам, сөнки ул кире геройҙарын да бит төрлө сюжет, ваҡиғалар аша һүрәтләп, уларҙы яҡлай белә. Үҙем атайһыҙ, күп ыҙа күреп үҫкәнгә лә кешеләр яҡлымындыр инде...
– Бала саҡтан һәр кем күңел төпкөлөндә хәтирәләр һаҡлай. Һеҙҙең күңелдә ниндәй кисерештәр, хәтирәләр уйылып ҡалған?
– Шәмсиямал өләсәйем емеш йыйырға яратты. Еләк йыйып ҡайтһа, уны ойотҡанға бутап ашайбыҙ. Их, тәмлелеге, танһыҡлығы! Бала саҡта ашаған тәмле ауыл ризыҡтары хәтерҙә ныҡ ҡалған. Бер ваҡыт күл өҫтөндә боҙҙа шыуып барғанда һыуға баттым. Бергә уйнаған малайҙар ҡотҡара алманы, ситтән ярҙамға килеүселәр сығарҙы. Өйгә ҡайтҡас, кискеһен сирләп киттем. Тәнем ут кеүек яна, һаташам. Әсәйем юрған ябып ятҡырҙы, үҙенең йылыһы менән һауыҡтырҙы, өшкөрҙө. Шулай ҡәҙерле кешемдең көсө, дауалауы менән аяҡҡа баҫтым, һауыҡтым.
Өләсәйемдең өс улы ла һуғышта ятып ҡалған. Яҙмышына төшкән оло һынау ҡәҙерле кешемдең һаулығында ла сағылыш тапмай ҡалманы. Бала ҡайғыһы кисергән өләсәй олоғая барғанында яңылыша башланы. Балаҫҡа ултырып ала ла, шундағы төйөндө ыуалай-ыуалай, улдарының исемдәрен атай ҙа атай. Мине лә шулар менән бутаны. Хыялыйға әйләнгән өләсәйҙе өс йылға бер Өфөләге дауаханаға ятҡырып ала торғайныҡ. Ул ваҡытта машиналар һирәк йөрөй, ат егелгән арбала өләсәйҙе алып ҡайтып барабыҙ. бер мәл яулығы һыпырылып төшөп китте. Ҡараһам, оҙон толомдары юҡ, сәстәре ҡырыл­ған. Эй, йәлләнем үҙен. Әлеге шул күренеш һаман хәтеремдә. 86 йәшкә тиклем йәшәне. Йомшаҡ күңелле, кешене йәлләй белгән изге күңелле ҡатын ине. Беҙгә хатта өйөн бүләк итте.
– Уҡытыусы өсөн бөтә уҡыусылар ҙа ҡәҙерле. Үҙегеҙҙең уҡыусыларығыҙҙың ижады менән ҡыҙыҡһынып бараһығыҙмы?
– Үҙемдең педагогик эшмәкәрлегемдә күп уҡытыусы, журналист әҙерләнем. Уларҙың байтағы билдәле, данлыҡлы мөғәллимдәр, хәбәрселәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, етәкселәр булып китте. Ниндәй генә районға барһам да, мине танып, үҙҙәре әллә ҡайҙан килеп һаулыҡ һорашалар, нисәнсе йылдарҙа уҡыт­ҡанымды хәтергә төшөрәләр. Әлбиттә, шулай онотмай хөрмәтләүҙәре күңелемә ғорурлыҡ өҫтәй. 24 йыл буйы журналистика кафедраһына етәкселек иттем. Үҙебеҙҙең киң мәғлүмәт сараларына, радио, телевидениеға әллә күпме профессиональ журналист әҙерләп сығарҙыҡ. Элекке студенттарымдың ижадын күҙәтеп барам. Араларында билдәле яҙыусылар, публицистар булып киткәндәре бар, гәзит-журналдарҙың баш мөхәррирҙәре күп. Студент­тарымдың нимәгә һәләтле икәнлеген күрҙем, үҫтерҙем. Уларҙың уңыштарына ихлас күңелдән ҡыуанам.
– Юбилейығыҙҙа үҙ-үҙегеҙгә нимә теләр инегеҙ?
– Ир-ат үҙ ғүмерендә үҙенә тейешле бурыс­ты атҡарһын өсөн йорт һалырға, ағас ултыртырға, малай үҫтерергә тейеш, тиҙәр. Мин дә атай-олатайҙар нигеҙендә йорт һалғанмын, ағастар ултырттым, ул үҫтерҙем. Ҡатыным Сажиҙә Лотфулла ҡыҙы менән ҡыҙыбыҙ Зөһрә менән улыбыҙ Азаматты үҫтерҙек. Ҡыҙым – табип, улым юрист һөнәрен һайланы, прокуратурала эшләне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улымдың ғүмере ҡыҫҡа булды, ике балаһы ҡалды. Ейәндәребеҙҙе үҫтерергә, уларға аяҡҡа баҫыр­ға ярҙам итергә ине. Иң мөһиме – ғүмер көҙөмдә үҙемә һаулыҡ теләйем. Ҡалған ғүмер­ҙе лә сәләмәтлектә үтергә яҙһын. Аҙ ауырыу, анһат үлем, тип әйтә торғайны әсәйем. Бар маҡсатым – ниәт иткән хикәйә-повес­тарымды яҙып бөтөрөү.
Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА әңгәмәләште.

Тимерғәле Килмөхәмәтовтың юбилейына арналған ижад кисәһе 21 декабрҙә сәғәт 2-лә
Башҡорт дәүләт университетының 404-се аудиторияһында була.
Сараға рәхим итегеҙ!










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»