RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бүләк алғандан биреү хәйерле

12.12.2016 Бүләк алғандан биреү хәйерле

Бүләк алғандан биреү хәйерле
йәки Көн итмеш һабағын етмештән уҙғандарҙан ал

Ғүмер буйы студенттар менән эшләгәс, башлыса һуңғы йылдарға хас күренешкә иғтибар итергә тура килә. Был мәғариф өлкәһендәге реформалар менән бәйлеме икән, аныҡ ҡына итеп әйтә алмайым. Әммә студенттар араһында, дәрес тамамланғас, үҙҙәренә өҫтәмә балл һорап инәлеп йөрөгәндәре бермә-бер ишәйҙе. Элек уҡытыусы ҡуйған билдәгә ризалашып таралыша торғайнылар. Бөгөн иһә арттан ҡалмай, ялбарып тигәндәй, һоранып йөрөгәндәр күбәйҙе. Бер танышым бының сәбәбен бәғзе бер ололар күрһәткән үрнәк менән бәйләй, йәнәһе, улар араһында ла ошолай маҡтаулы исем, премия һ.б. һоранып йөрөгәндәр күбәйеп китте. Ул ғына ла түгел, башлыса ошолары бүләк алырға оҫтарып алды, ти.

Яңыраҡ билдәле Рәсәй яҙыу­сыһының юмористик монологын тыңларға тура килде. Уны тулыһынса килтереп тороуҙың кәрәге юҡ. Ҡыҫҡаса әйткәндә, һүҙ авторҙың ҡатынының 70 йәшенә бүләк алыу мәшәҡәттәре тураһында бара. Бүләккә нимә алырға аптыраған ирҙең дәлилдәре бик фәһемле күренде.
– Шәшке тун. Уны алһаң, ҡатын шатланыр ине. Әммә ғалимдар, глобаль йылыныу көтөлә, ти. Тимәк, тиҙҙән был тундың кәрәге булмаясаҡ. Ҡатыным, аҡсаны юҡҡа түктең, тип асыуланасаҡ.
– Матур биҙәкле эске күлдәк. Быға ла ҡатын бик шат булыр ине. Был бүләкте кешегә күрһәтеп маҡтанып булмаясаҡ. Уны тик мин генә күрә аласаҡмын. Тимәк, ул минең үҙемә генә бүләк булып сыға.
– Аҡсалата бүләк, мәҫәлән, 100 мең һум. Был суммаға ҡатыным бик ныҡ ҡыуанасаҡ: үҙенә оҡшаған, теләгән нәмәне үҙе һатып алыр. Таныштары, ирең нимә бүләк итте, тип мотлаҡ ҡыҙыҡһынасаҡ. Берәйһенең был суммаға көнләшеүе лә ихтимал. Кем белә, уны талап йәки урлап алыу теләге лә барлыҡҡа килер. Был осраҡта ҡатынымдың ғүмер буйы мине ғәйепләйәсәге көн кеүек асыҡ.
– Электр ҡырынғысы. Ҡатыным, күптән йүнләп ҡырынмайһың, тип мыжый. Бомж һымаҡ йөрөйөм, йәнәһе. Көн һайын ҡырына башлаһам, эй ҡыуаныр, тип был ир ошо бүләктә туҡтарға ҡарар итә.
Һәр кем был проблема менән таныштыр. Юбилярҙың тыуған көнө булһынмы, икенсе ваҡиға менән бәйлеме, ҡунаҡҡа буш ҡул менән барыу оҡшап етмәй. Бында халыҡтың “Дөйә лә бүләк, төймә лә бүләк” тигәне менән генә ҡотолоп булмай. Ҡунаҡтарҙың бәғзеһе шул тиклем ҡәҙерле була, улар тураһында “үҙем ҡунаҡ, үҙем бүләк” тип әйтеү ҙә артыҡ түгел. Был ҡунаҡты саҡырып алыу өсөн бер нәмә лә йәлләмәй. Ҡайһы бер матди бүләктән ҡунаҡтың юбиляр менән бәйле булған, әммә уның күптән онотоп бөткән ваҡиғаны һөйләүе ҡәҙерлерәк тә була. Ҡайһы берҙә бүләк үҙенең йәшерен кинәйәһе менән отошло. Быйыл 15 октябрҙә Владимир Путин Дмитрий Медведевтың тыуған көнөнә сыуаш рәссамы Николай Овчинниковтың “Цехта” (“В цеху”) тигән картинаһын бүләк иткәйне. Бының менән Президент Хөкүмәт Рәйесен завод цехындағы кеүек тырышып, тиргә батҡансы эшләргә саҡырҙы.
Һуңғы йылдарҙа күберәк бүләккә өмөт итеп, күп ҡунаҡ саҡырған замандаштарыбыҙ күбәйеп китте. Банкет өсөн күпмелер аҡса түләп, мәжлесте өйҙә түгел, берәй кафела үткәреү отошло булып һанала башланы. Махсус тамада алып барған банкеттарҙа булырға тура килә. Улар өсөн ҡунаҡтарҙың күп булыуы хас: күптәре йыш ҡына бер-береһе менән таныш та булмай сыға. Был шарттарҙа юбилей мәжлесе башлыса ҡунаҡтарҙан бүләк алыу церемонияһына ҡайтып ҡала. Әйтергә кәрәк, матур итеп тост әйтә алған кешеләр күбәйә. Әммә мәжлес­тең асылы башлыса иҫәп-хисапҡа ҡоролған булыуы күңелде ҡыра. Быны йәшереү өсөн тамада кәйеф-сафаға тартҡан төрлө уйын-көлкө генә ойошторорға мәжбүр була, ә бүләк биреүселәр тырышып-тырмашып бүләктең хаҡы яҙылған ҡағыҙҙы соҡоп ала... Тик юбиляр бер нәмәне онота: ҡунаҡтар күбәй­һә, хужаның ҡәҙере китә. Ҡунаҡтар араһында сама белмәгәндәре лә осрап ҡуя. Башҡаларҙан айыры­лыр­ға теләптер инде, ул юбилярға бик затлы бүләк тапшыра. Мул күстәнәсле ҡунаҡ, мәжлес­тең йәмен ебәреп, ярты хужа була ла китә. Тауыҡҡа алтын бөртөгөнән тары бөртөгө артыҡ икәнен оноторға ярамай.
Уҡыусылар иғтибарына ике фәһемле тарих тәҡдим итәм. Бер ҡатын 70 йә­шенә үҙенә киң экранлы телевизор, уға тумбочка алып, барлыҡ туғандарын, та­ныштарын аптыратты. Би­герәк тә ҡыҙҙары менән килендәре ғәжәпләнде: уға икенсе телевизор нимәгә кәрәк булды инде, тип. Быға киткән аҡсаны беҙгә бирһә яҡшыраҡ булыр ине, тип әйткәндәре лә булды. Улдары менән кейәүҙәре, әсәһенең һәм ҡәйнәһенең донъяға, киләсәккә булған оптимистик ҡарашын күреп, һоҡланды. Ысынлап та, ауыл ерендә ире менән икеһенә ике телевизор булыуына аптырамаҫ ереңдән аптырарһың. Күп ваҡытын кухняла үткәрергә яратҡан ҡатын өсөн унда үҙе яратҡан каналдарҙы ҡарауы отошлораҡтыр. Сөнки иренең ҡарар­ға яратҡан каналдары уныҡы менән йыш ҡына тап килмәй. Ошо арҡала ҡунаҡҡа килеп йөрөгән ейән-ейәнсәрҙәре менән йыш ҡына ығы-зығы тыуып тора. Сөнки гел генә йәнһүрәт ҡарап ултырып булмай бит. Үҙ “балаңдан татлы” балалар­ҙың йышыраҡ килеүен теләп торған өләсәй өсөн икенсе телевизор иң ҙур һәм ҡәҙерле бүләктер. Ауылдаштарын был өләсәйҙең күп ҡылығы аптырашта ҡалдыра. Ул өйөнә һыу үткәрҙе, йылы бәҙрәф эшләтте, йортон сайдинг менән көпләтеп, ҡыйығын матур ҡалай менән ҡаплатты. Кемдер килендәре менән килешер: аҡсаны ейәндәре өсөн тотонһа ла була бит. Алты балаһының бер тиҫтә балаһы үҫеп килә. Ә төптәнерәк уйлап ҡараһаң, ауылда ҡала шарттарын тыуҙырыу улар өсөн түгелме ни?
Ә икенсе ҡатындың үҙенең 70 йә­шен үткәргәндә биргән бүләге бигерәк тә ғәжәпләндерҙе. Ул биш балаһының һәр береһенә 15 меңәр һум аҡса бирҙе. Яңғыҙы был сумманы нисек йыйғандыр, алған пенсияһы күп тә түгел бит. Үҙ балалары: “Әсәйебеҙ үлергә йыйындымы икән?” – тип аптыраны. Әммә килендәре был аҡсаға бик ҡыуанды, ҡәйнәһенең йөҙгәсә йәшәүен теләне. Әсәй кеше һәр балаһына мөнәжәт яҙып әҙерләп ҡуйған булып сыҡты. Был һәләтен белмәгән балалары тағы ла хайран ҡалды. Әсәй кешенең балаларына бер генә теләге булды: ул үлеп киткәс, балалары онотмай, йыл да уның хөрмәтенә аят уҡытып торорға тейеш...
Һөйләйем әле, һөйләйем әле,
Һүҙҙәремдә – бөтә моңдарым.
Вафат булһам, балам, уҡыт аят,
Тәҙрәләрҙән килеп тыңлармын.
Зинһар, әйтәм, балам, уҡыт аят,
Үтенесем һиңә шул булыр.
Миңә атап аят уҡыта алһаң,
Ҡәбер эстәремдә нур булыр.
Зинһар, әйтәм, балам, уҡыт аят,
Иң ғәзизем һин бит, күҙ нурым.
Кесе йома етһә, йәндәребеҙ
ҡайтыр,
Аҡ күбәләк булып, улҡайым.
Зинһар, әйтәм, балам, уҡыт аят,
Рухым китмәҫ һинең яныңдан.
Бер хәбәр ҙә һиңә бирә алмам
Мәңге ҡайтмаҫ изге урындан.
Тар ҡәберҙә, ҡара гүр эсендә
Һин улымдан доға көтөрбөҙ.
Доға килһә, беҙ ҙә шат
булырбыҙ,
Онота ҡалһаң, ни хәл итербеҙ?
Саҙаҡа бир, балам, кесе
йомаларҙа,
Ҡотолорбоҙ беҙ ҙә ғазаптан.
Игелегең, балам, сауап булып,
Үҙеңә лә килер аҙаҡтан.
Зинһар, улым, балаларым,
туғандарым,
Минән бәхил булып ҡалығыҙ,
Алып барып гүргә индергәс тә,
Тәҡлил әйтеп, тупраҡ һалығыҙ.
Юҡ, илама, балам, йәшең түкмә,
Айырылып минән ҡалғас та.
Бер Хоҙайым үҙе тел асҡысы
бирһен
Мөнкир-Нәнкир яуап алғанда.
Сәхрәләрҙә яңғыҙ йөрөгән саҡта
Хызыр Ильяс булһын юлдашың.
Тар ҡәберҙә ятыр яңғыҙ башым,
Ысын иманым булһын юлдашым.
Яңғыҙымдан донъя эше өсөн
Яуап алыр өсөн килерҙәр,
Ысын иманым булһа
йәнкәйемдә,
Йәннәттәрҙә урын бирерҙәр.
Зинһар, әйтәм, улым, ихлас
итеп,
Үткәрегеҙ минең өсөмдө.
Саҙаҡалар биреп, ата-әсәңә
доға ҡылдыр,
Буш үткәрмә кесе йома көнөңдө.
Етемде лә, улым, үткәрә күр,
Ҡырҡымды ла, балам, онотма,
Башҡа кеше өсөн үрнәк булһын,
Ҡәберемә эҙең һыуытма.
Көндәр үтер, балам, йылым етер,
Иҫеңә ал беҙҙе тағын да.
Ҡарт-ҡороға хәйер биргеләп тор,
Һау-сәләмәт булған сағыңда.
Быны яҙҙым көндөҙ ял иткәндә,
Көндөҙгө ел әкрен иҫкәндә.
Йөрәккәйем әрней, күңелем
ярһый,
Үлер мәлем иҫкә төшкәндә.
Йәмһеҙ үлемдәрҙән, Хоҙайым,
үҙең һаҡла,
Хәйерле генә әжәлеңде бир,
Ауыҙымдан йәнем сыҡҡан саҡта,
Үҙем менән булһын иманым!
Биш бармағым кеүек, бишегеҙ ҙә
Миңә йәнем шикелле ҡәҙерле.
Мин китһәм дә татыу,
һау булығыҙ –
Һеҙгә әсәйегеҙҙең һуңғы теләге!

Бына шулай, йәмәғәт, һоранып алған бүләктән үҙең башҡаларға таратҡан бүләгең ҡәҙерлерәк тү­гелме? Инәлеп алған бүләк беребеҙгә лә абруй өҫтәмәй ҙә инде. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

Ғәли ӘХМӘТ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»