RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ҡайҙа ашығабыҙ?

05.12.2016 Ҡайҙа ашығабыҙ?

Ҡайҙа ашығабыҙ?
Телде арҡыры тешләп, хәлдән тайғансы…

Былтыр бер ҡыҙыҡ хәл булды. Минең ярайһы ҙур ғына вазифа биләгән күршем ҡапыл ғына эшен ташланы ла, төпкөлдәге бөтөп барған ауылына йәшәргә күсеп ҡайтты ла китте. Бөтөнләйгә. Ә бит пенсияға тиклем тағы 15 йыллап ваҡыт бар. Үҙе һуңғы мода буйынса йыһазлап алған иркен фатирын йәлләмәй, ҡуртымға биреп ҡалдырҙы, хатта ғүмер буйы бәпләп-бағып үҫтергән гөлдәренең дә күбеһен алманы. Байтаҡ танышы, ахыры, был ҡатын яҡшы тормоштан туйҙы, тип уйлап, аптырашта ҡалды. Юҡһа аҡсаһы ла мул ине, затлы кейенеп кенә йөрөнө, һайланып ҡына ашаны. Ауылында иһә атаһынан ҡалған иҫке өй ҙә, уны уратып 15 сутый ере бар. Ә күсеп ҡайтҡандан һуң кисергән бәхете тураһында нисек кинәнеп һөйләгәнен белһәгеҙ! Ниңә 40 йәшлек ханым бөтә нәмәһен ташлап күсенде һуң? Яуабы шулай: “Ялҡтым! Арыным!” Асыҡ һәм хаҡ яуап та кеүек. Әммә арыһаң, оҙайлы ялға ғына китеп булмаймы ни? Донъяңды пыран-заран килтереп, күсенгәнсе. Юҡ, бөгөнгө кешеләрҙең күбеһе, ялҡһа йә арыһа, бер ай отпуск менән генә “төҙәлә” алырлыҡ түгел икән шул. Халҡыбыҙҙа, тыуған ер тарта, тигән әйтем дә бар. Тик шаулы ҡала тормошонан ҡасыусыларҙың бөтәһе лә тыуған яғына ҡайтмай шул, кемдер тынысыраҡ баҡсаһына йәшәргә күсә, кемдер ҡалаға яҡыныраҡ күрше райондан өй һатып ала, бәғзеләр ҡола яландағы ер биләмәһендә нигеҙ ҡора. Эйе, арыта бөгөнгө йәшәйеш. Арыта.

Бер көн ҡасҡым килде…

Әлбиттә, һәр кемдең йәшәгән урынын алмаштырып китергә көсө лә етмәҫ, шулай ҙа артыҡ ялҡыуҙан һөнәренән, ҡасандыр ярат­ҡан шөғөлөнән баш тартыуы мөмкин. Табиплыҡтан – ирекле фотографҡа, бухгал­тер­ҙан – журналисҡа, уҡы­тыу­сынан эшҡыуарға әйләнеүселәр донъя тулы, ти. Һәм нимәһе уйландыра: йылдың-йылы ундайҙар күбәйә. Кем иҫәп алып баралыр инде, әммә күбәйеүҙәре, бәлки, хаҡтыр ҙа, әйләнә-тирәгә генә күҙ һалыу ҙа етә. Етмәһә, ҡайһы берәүҙәр ҡәтғи график буйынса эшләүгә яраҡһыҙ, йәғни иртәнге сәғәт туғыҙҙан киске алтығаса офиста ултырыу һәр кемдең ҡулынан килмәй.
Шуныһы ла күҙгә күренеп торған ысынбарлыҡ: беҙ бигерәк “етеҙ” һәм “мотлаҡ кәрәк”тәре күп булған тормошта йәшәйбеҙ.
Ҡыҙыҡ кеүек – бөтә аҙымыбыҙ бер-беребеҙҙекенә оҡшаш икән дә баһа! Балалар баҡсаһынан уҡ башлана. Иртә тороп барыу. Бутҡа ашау. Йоҡлау. Күмәк уйындар. Мәктәптә: Иртә тороу. Дәрестәр. Өй эше эшләү. Имтихандар. Вузда: Иртә тороу. Лекциялар. Имти­хандар. Эштә: Иртә тороу. Кәңәшмәләр. Отчеттар… Әйләнеп ҡараһаң, ғүмер ҙә үткән. Стресс тигән булабыҙ тағы.
Бөгөнгө замандың йәнә бер күренеше: теләһәң нишлә, әммә уңышлы бул, тигән девиз. Был да тыуғас уҡ башлана (ҡасан ултыра, ҡасан атлап китә, һаҡауланмай ғына теле асыла һ.б., тимәк, шәп сабый). Яҡшы уҡыусы бала уҡытыусы өсөн уңай, яҡшы хеҙмәткәр етәксеһенә ҡулай. Ялҡауланма, ауырыма, эшлә… Тик был талаптар исемлегендә “арыма” тигән һүҙ юҡ. Ҡайһы бер кешеләр йүгерә-саба ла, йығыла. Йығылғас, аңлай – башҡа хәлдәре юҡ, имеш. Әле лә арабыҙҙа шундай йәш кешеләр йәшәй: 30-ға ла етмәҫтән ҙур ғына вазифала эшләгәндәр, иңдәренә етди яуаплылыҡ алғандар. Барыһын да күреп-тойоп бөткәндәр ҙә, хәҙер шул 30 йәшлек “ҡарттар”ға тыныслыҡтан башҡа бер нәмә лә кәрәкмәй икән. Әлбиттә, иҫ киткес шәп ритмдан ҡәнәғәтлек алып йәшәүселәр ҙә етерлек. Белгестәр фекеренсә, ундайҙар ҙа хаҡлы ялға етер-етмәҫтән ҡапыл арый. Арып, иҫән ҡалһа ярай ҙа.
Уф-ф, ялҡытты, тиеүселәр барыбер күбәйә шикелле. Ҡаланың таш диуарҙары араһында көн итеү­селәр­ҙе әйтәм. Иртә таңдан эшкә барыу процесы ла ялҡытҡыс бит – “тығын”да түҙеп ултырыр кәрәк. Ҡайтҡанда ла, айырыуса ҡатын-ҡыҙҙарға, супермаркеттарҙың сиратынан үтеү талабы бар. Ә инде интернет донъяһына инеп сумыу айырым бер тема. Һыңар ҡулы – рулдә, һыңары менән телефонына йәбешкән әҙәмдәр, йәмәғәт транспортында телефонына ҡапланып барып, хатта туҡталышын үтеп китеүселәр әҙ, тип әйтегеҙ тағы.
Ҡасырға ине был тирәнән, ти бәғзеләр. Ҡайҙа?

Тәбиғәт тарта, тәбиғәт…
Санкт-Петербургта йәшәүсе программист та бер көн килеп арыған. Тотҡан да ҡола ялан уртаһына барып төпләнгән. Владимир Речев ҡатыны Юлия менән бынан биш йыл элек дүрт гектар ер һатып алған. Аҙағыраҡ иҫләүенсә, фантас­тика кеүек булды – йорт та юҡ, юл да, электр ҙа – һин дә тәбиғәт кенә! Улар тәүҙә ҙур, шаулы ҡалала йәшәп, ярты йылға бер тапҡыр ғына тәбиғәткә сыҡҡан. Һуңынан, бөтә нәмәне үлсәп-баһалап, кәңәшләшкәндән һуң, шундай ҡарарға килгәндәр: хәҙер, киреһенсә, тәбиғәттә йәшәп, ярты йылға бер ҡалаға барып әйләнеү уңайлыраҡ. Был ғаилә йәшәгән биләмә СССР ваҡытында гөрләп торған ауыл булған, ташландыҡ баҫыуҙарында колхоз иген үҫтергән. Бөгөн иһә Екатеринбургтан, Киров, Тверь, Себерҙең төрлө ҡалаларынан килеп көн итеүселәр күп. Барыһын да бер нәмә берләштерә – шаулы ҡалаға “һыймай башлау”. Хәҙер торлаҡтары саф һауалы тәбиғәт ҡосағында.
Рәсәйҙә йөҙләгән, хатта меңәрләгән кеше, цивилизациялы донъяһын ташлап, урман араһына йәшәргә күсенә икән. Беҙҙең илдә иң билдәле “ҡасҡындар” боронғо йолаларға инанып йәшәүсе Лыковтар ғаиләһе булған. Улар совет власын күрә алмай тайгаға күсенгән. Әле Агафья Лыкова ғына иҫән ҡалған, урманда торһа ла, ваҡыты-ваҡыты менән кешеләрҙән ярҙам ала.
Амур өлкәһендәге урмандарҙың береһендә землянкала элекке “спецназ” йәшәй. Ул хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләп арығандан һуң, ошо төпкөлгә тиҫтә йыллап элек килеп урынлашҡан. Иң яҡын тораҡ пункт 110 саҡрым арауыҡта. Урманда йәшәүе бик оҡшай, кеше араһына ҡайтырға йыйынмайым, ти ул. Менюһында – һалҡын шишмә һыуы, ит, емеш-еләк, үләндәр, бәшмәк. Һунар итергә иһә бала саҡтан хыялланған. Бында йәшәүенә лә шул шөғөлө сәбәпсе. Ул хәрби эштән хаҡлы ялға сыҡҡас, тыуған ауылында йәшәгән. Бер көн һунар­ға киткән дә… ҡайтҡыһы килмәгән. Урман тынлығы арбаны мине, тип хәтерләй.
Александр Гордиенко менән Регина Кулешайте Иркутск өлкәһендә 10 йыл ҡырағай урманда йәшәй. Улар янына барып етеүе үҙе үк ҙур бер һынау, имеш. Тәүҙә автобус, унан КрАЗ, артабан – йәйәү. Был ир менән ҡатын урманға бергә килмәгән. Регина иртә етем ҡалған, емеш-еләк йыйыусы булып эшкә урынлашҡан. Совхоз тарҡалғас, ауылдан китеп бөткәндәр. Ҡыҙ, аптырағас, урман өйөнә барып йәшәй башлаған.
Александр тәүҙә Мәскәү өлкәһендә көн иткән, шофер булып эшләгән. Бер көн алыҫ Себерҙәге кооперативҡа емеш-еләк һәм сәтләүек йыйырға эшселәр кәрәк тигән иғланды күреп ҡала ла, китә ул. Кооператив оҙаҡ эшләй алмай, банкротҡа әйләнә, ир тайгала аҡсаһыҙ-ниһеҙ тороп ҡала. Шунда осраҡлы рәүештә Регинаның бәләкәй өйөнә барып инә. Хәҙер улар­ҙың балалары ла үҫеп килә.
“Йәшәү бәхете – ябайлыҡта. Кеше, тәбиғилеккә ынтыл, сәләмәт булырһың. Сир – тормош рәүешен үҙгәртер өсөн сигнал”. Был өс һөйләм Виктор Антипин тигән тайга кешеһенеке. Ир уларҙы йортоноң ишек башына уҡ яҙып ҡуйған. Бына шулай, йәмәғәт. Рәсәй ҙур, кеше йәшәмәҫ урмандары-ҡырҙары буш ята, тигән булалар, баҡһаң, тайга тулы халыҡ!

Йүгертеүсе тормошто нисек үҙгәртергә?

Ваҡыт тиҙ үтә, тип аптыраусылар ҙа күп арабыҙҙа. Әле генә иртә ине, хәҙер кис еткән. Тиҙерәк ашарға, тиҙерәк эшләргә, тиҙерәк аралашырға тырышабыҙ. Ял минуттарында ла интернетҡа тоташып алырға өлгөрәбеҙ. Был тиҙлек кешелә дискомфорт тыуҙыра икән. Әкренерәк йәшәргә ине лә. Көнбайышта тап шуға өйрәтеүсе бер ойошма бар, ти. “Slow movement” – “әкрен хәрәкәт”, йәғни тулыһы – “яйыраҡ йәшәүгә табан мәҙәни хәрәкәт”, имеш. Был хәрәкәт тәүҙә ҡапҡылап сығыу урындары менән көрәшкән. Атап әйткәндә, 1986 йылда Испанияла тәүге “Макдоналдс” барлыҡҡа килеүенә ҡаршы демонстрация ойошторғандар. “Әкренәйеү” хәрәкәте төрлө тармаҡҡа таралып бара – туризмға, тәрбиәгә, хатта китап уҡыуға ла. Был философияға әҫәрҙәр арнала. Бынан бер нисә йыл элек Канада журналисы Карл Оноре яҙған “Һүлпәнлекте маҡтау” (“Похвала медлительности”) китабы, халыҡ-ара бестселлерға әйләнеп, 30 телгә тәржемә ителгән. Лондонда торғанында Оноре әфәнде бер мәл шул тиклем ашығып йәшәй башлаған, хатта балаларына ла бер минутлыҡ әкиәттәр коллекцияһы һатып алған. Шунда уның башына барып еткән – “ашығыуизм” контролдән сығып бара бит!
Бизнеста ла аңлағандар – бер аҙ яйыраҡ тәртиптә эшләүсе хеҙмәткәрҙән фәтүә күберәк икән. Шуны иҫтә тотоу мөһим: әкрен эшләү ул әле насар эшләү тигәнде аңлатмай.

Шулай итеп…
Ялҡһағыҙ, арыһағыҙ, урманға күсенмәйенсә генә лә пробле­малар­ҙы хәл итеп була. Әкренәйеп. Мыштырға уҡ әйләнмәгеҙ инде. Тәүҙә тормош ритмын алмаштырыу ауыр һымаҡ тойоласаҡ. Иң яҡшыһы – телевизор ҡарауҙы кәметергә. Артыҡ йүгермәҫкә. Тура мәғәнәһендә түгел. Мәҫәлән, эштән ҡайтышлай “ҡарап сығыр өсөн генә” магазинға инмәһәгеҙ ҙә ярай. Был ҡатын-ҡыҙға ҡағыла. Ала алмаған әйберегеҙ һеҙҙе “ҡотортор”, аңғармаҫтан кредит алыр­һығыҙ ҙа, проблемаларығыҙ башланыр. Кол­лекторҙар урмандан да барып табыр. Иртәнге аш – үҙ ваҡытында, төшкөһө – үҙ ваҡытында һәм, әлбиттә, кискеһе лә үҙ ваҡытында булһын. “Юҡ” тип әйтергә өйрәнегеҙ. Юҡһа ҡайһы берәүҙәр­ҙең, үҙҙәре теләмәһә лә, саҡырыу буйынса ҡайҙалыр күңел асырға китеүе ихтимал йә артыҡ кәрәге булмаған осрашыуҙа, сарала ваҡытын исраф итеүе. Һәр нәмәлә сама кәрәк. Ул сағында ялҡытмаҫ та был тормош һәм йәшәү рәүеше, арымаҫһығыҙ ҙа. Ашыҡмайыҡ, ҡыҫҡаһы…

Айсын АҠБУЛАТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»