RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Мәкерҙе йылмайыуға төрөп

29.11.2016 Мәкерҙе йылмайыуға төрөп

Мәкерҙе  йылмайыуға төрөпйәки Бер йылғыр ҡыҙҙың бер ҡатлы кешеләрҙе төп башына ултыртҡаны

Йылмайыуы менән таш бәғерҙәрҙе иреткән, татлы теле менән эс-бауырыңа үтеп ингән кешеләр була. Уларҙың балдай ағылған телмәрен тыңлап: “Их, Хоҙай бирһә бирә бит һәләтте!” – тип уйлап ҡуяһың. Йылмайыуы – яһалма, һүҙҙәре буш ҡыуыҡ булғанын белһәң дә, рәхәтләнеп тыңлайһың. Кемгә оҡшамаһын татлы һүҙҙәр! Йылыға йылан эйәләй, тип халҡыбыҙ юҡҡа әйтмәгән бит. Мутлыҡ юлы менән халыҡтың аҡтыҡ аҡсаһын тартып алған, улар­ҙы тишек кәмәгә ултыртҡан яуыз уйлы бәндәләр ҙә быны бик яҡшы белә. Суд эскәмйәһендә ултырған, “гонаһһыҙ” ҙур күҙҙәрен елп-елп асып йомоп: “Ә мин нимә эшләгән?! Кеше үлтергәнме ни?!” – тип ултырған йәш ҡыҙҙың енәйәтсе булыуына бер кем дә ышанмаҫ ине.

Һәр ҡыҙ кеүек, ул да матур кейенергә ярата. Ҡатын-ҡыҙ затына бынан тыш ҡиммәтле хушбуйы ла, сифатлы косметикаһы ла, тағы улар үҙҙәре генә белгән әллә күпме әйбере кәрәк бит әле. Бының өсөн, ҡыйын булһа ла, иртәнән кискә тиклем эшләргә кәрәк. Тик мәктәпте этә-төртә тамамлаған ҡыҙ бер ҡайҙа ла эшкә урынлаша алмай. Ялҡаулығы үтә көслө була. Шул уҡ ваҡытта ул бай һәм мул тормош, ваҡытын тик кәйеф-сафа менән үткәреү тураһында хыяллана. Ҡыҙ янындағы тиҫтерҙәренең рәхәтләнеп йәшәүенә, сит ил еңел машиналарында ғына елдереүенә көнләшеп ҡарай. “Минең улар­ҙан ҡайһы ерем кәм?” – тип йәне көйә.
Диванда аунап, төрлө сериал ҡарап, үҙенә яһиллыҡ дәреслектәре туплағандан һуң, беренсе енәйәтенә бара. Быныһы күрше ҡалала була. Күҙ йәштәре аша, сихри йылмайыуы менән бер оло парҙы алдай ул. Йәш кенә бала булып күренгән ҡыҙға өлкәндәр ышана. Тик шул матур һүрәт аҫтында ниндәй иблис йәшенгәнен улар башына ла килтермәй. Тик ғәҙеллек үҙенекен итә – енәйәтсе тотола һәм хөкөм ителә. Тик был уға аҡыл булмай. Артабан да уҡырға ла, эшләргә лә теләге булмаған ҡыҙ еңел аҡса эшләү юлдарын эҙләй. Тик “мажаралары” шуның менән тамамлана – ул башҡаса бер кемде лә ҡармағына эләктерә алмай.
Тиҙҙән ҡыҙҙың башына хәтәр бер уй килә. Ул кешеләрҙең йыш ҡына фатир эҙләгәнен белеп ҡала. Ысынлап та, гәзиттәрҙә лә бит “Фатирға инәм”, “Ғаилә арендалау өсөн фатир эҙләй” тигән иғландар күп. Ул беренсе ҡорбанына осрашыуҙы дауаханала тәғәйенләй. Оло йәштәге апай яңыраҡ өйләнгән улына фатир эҙләй икән. Ул тәүҙә фатирҙы барып ҡарау теләген белдерә. Ҡыҙ ҙа аптырап ҡалмай: “Һеҙ беләһегеҙме, минең хәҙер бөтөнләй ваҡытым юҡ. Күрәһегеҙ бит, дауаханала йөрөйөм, бик ауырыйым. Хәҙерге заманда фатирға кеше лә индермәҫ инем, дарыуҙар бик ҡиммәт, аҡсам етмәй. Минең фатир шәп ул, ремонт эшләнгән, ҡышҡыһын иҫ киткес йылы, иҙәне буйлап ялан аяҡ йөрөргә була. Кискеһен мине тап итә алһағыҙ, һеҙҙе индерермен. Былай кешеләрем бар ул. Күптән фатирға инергә үтенәләр. Ҡулдарында аҡсалары булмағас, һуңыраҡ ошонда килерһегеҙ, тип ебәргәйнем. Мин бит күп тә һорамайым, айына биш мең һум ғына! Етмәһә, башҡа түләүҙәрен үҙем түләйем”, – ти.
Ҡатын, бик шәп фатирҙың ҡулынан ысҡынып барыуын күреп: “Нимә эшләргә икән, һеңлем? Фатир бик кәрәк ине. Әйҙә, кискеһен осрашайыҡ та, аҡсаһын да шунда бирермен”, – тип ялбара. Тик ҡыҙ үҙенекен тылҡый: “Апай, миңә бына хәҙер үк дарыухананан дарыуҙар һатып алырға кәрәк. Хәлегеҙҙе аңлайым да ул. Тик аҡсаны кем беренсе бирә, фатирға ла шуларҙы индерәсәкмен”. Ҡатын: “Минең 4 мең һум ғына аҡсам бар бит әле”, – тип аҡса сығара. Ҡыҙ: “Ярай, мең һумын кискеһен осрашҡанда бирерһегеҙ”, – тип аҡсаны алып, китеп тә бара.
Улы һәм килене менән бергә кискеһен фатир ҡарарға барған ҡатынды бер ни ҙә аңламаған кешеләр ҡаршы ала. “Юҡ, был беҙҙең фатир. Ундай ҡыҙҙы белмәйбеҙ. Фатирға кеше индерергә уйлағаныбыҙ ҙа юҡ”, – тип аптырай улар.
Ҡатын, ашығып, ҡыҙҙың телефон һандарын йыя башлай. Уныһы ла ялған булып сыға. Алданған кешеләргә полицияға мөрәжәғәт итеүҙән башҡа сара ҡалмай.
Еңел генә аҡса эшләгән ҡыҙ ҡыуанысынан нимә эшләргә белмәй. Тотолоу, хөкөм алдына баҫыу уны бөтөнләй ҡурҡытмай ҙа шикелле. Уның ҡарауы, тиҙ арала бөткән аҡса мәсьәләһе борсой. “Ә нимә, фатир эҙләүселәр күп бит. Йәшәйбеҙ улай булғас!” – ти ул. Ҡыҙ фатир эҙләгән кешеләрҙе аңдып һәм белешеп кенә йөрөй.
Был юлы ул фатир эҙләгән ике ҡыҙҙы алдай. Уларға осрашыуҙы банк янында тәғәйенләй. Был осраҡта: “Аҡсаны алыу өсөн банкоматҡа барырға кәрәк”, – тип башты ҡатыра алмаясаҡтар, тип уйлай ул. Ҡыҙҙар менән осрашҡас та, улар фатирҙы барып ҡарау теләген белдерә. “Минең хәҙер бөтөнләй ваҡытым юҡ. Кискеһен барам, шунда килерһегеҙ. Әйткәндәй, бер ай өсөн аҡса миңә хәҙер үк кәрәк. Артабан да бер ай алдан түләп барырһығыҙ”, – ти. Ҡыҙҙар уның менән ризалашып, һәр береһе уға 2500 һум аҡса бирә. Кискеһен әйберҙәрен төйнәп, такси саҡыртып, әйтелгән адрес буйынса барып та етәләр. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сумка-сумка әйбер тейәгән ҡыҙҙар урамда тороп ҡала.
Кеҫәһенә биш мең һум аҡса һалып алған ҡыҙ сауҙа үҙәгенә йүнәлә. Ул бер һатыусы ҡыҙҙың: “Ҡулайлы хаҡҡа фатирға инәм”, – тигән иғланын күреп ҡала. Ҡыҙҙар һөйләшеп китә. “Минең буш торған фатирым бар ул. Тик кеше индерергә ҡурҡам. Унан алдағы кешеләр бүлмәләрен ватып-емереп сығып китте. Ә аҡса кәрәк, үҙем Өфөлә уҡыйым. Хәҙер фатирҙы ремонтлап, рәтләп алдым, тиҙ арала ҡайтмайым, кеше индереп китәйем тип уйлайым да, тағы шикләнәм”, – ти ул, ҡорбанының күҙенә ҡарап. Һатыусы ҡыҙыҡай уға шунда уҡ сат йәбешә. “Һин мине фатирға индер, зинһар. Борсолма, барыһы ла тәртиптә булыр. Мин бит көнө буйы эштә, фатир ҡайтып йоҡлар өсөн генә кәрәк. Ял, байрам көндәре булһа, ауылға ҡайтып китәм”, – тип ялбара ул. Ҡыҙ уйланып торған була. Һатыусы уға шунда уҡ биш мең һум аҡсаһын тоттора. “Кәрәк булһа, бер аҙнанан тағы бер айҙыҡын бирермен”, – ти. Ҡыҙ ризалашҡан булып, аҡсаны алып сығып китә. Фатир таптым, тип ҡыуанып йөрөгән һатыусы, алданғанын белгәс, нимә эшләргә лә белмәй. “Был миңә ғүмерлек һабаҡ булды. Ошонан һуң нисек кешеләргә ышанаһың инде?” – ти ул хәҙер.
Яңы йыл яҡынлаша. Ҡыҙҙың байрамды күңелле, онотолмаҫлыҡ итеп үткәргеһе килә. Бының өсөн уға, әлбиттә, аҡса кәрәк. Ҡала бәләкәй булғас, ул һаҡ эш итә башлай. Алдаған кешеләре танымаһын өсөн ҡиәфәтен дә үҙгәртеп ебәрә. Шулай бер кис урамда уға ҡалаға эшкә килгән егет осрай. Ҡыҙ был кешенең ситтән килеүен шунда уҡ сырамыта. Егет уға өндәшеп: “Ғәфү итегеҙ, һеҙ бында йәшәйһегеҙме?” – тип һорай. Улар һөйләшеп китә. Егет үҙенә ваҡытлыса йәшәргә фатир эҙләүен белдерә. “Эҙләргә бөтөнләй ваҡытым юҡ, миңә бөгөн үк ҡайҙалыр урынлашырға кәрәк”, – ти ул. Ҡыҙ, әҙерәк уйланып торғас: “Ҡыҙыҡ, ә минең фатир­ға инәм тип көткән кешеләрем килмәне лә, икенселәренә шылтыратырға кәрәк, тип уйлап китеп барам. Ашығыс рәүештә аҡса кәрәк, шуға күрә айына 5 мең һум менән генә индерәм. Тик өс айға алдан түләргә кәрәк”, – тип алдай.
Егет ҡыуанып китә. “Мин дә эшкә өс айға ғына килдем. Артығы кәрәкмәй ҙә, әйҙә, индер фатирыңа. Эшем етди, йоҡлар һәм ял итер өсөн генә урын кәрәк. Үкенмәҫһең, аҡсаһын да хәҙер үк бирәм”, – тип үтенә ул.
Ҡыҙ, егеттең аҡсаһын алып: “Йортом ошо өй аша ғына. Мин ярты сәғәттән урап киләм, һин көтөп тор. Теге кешеләр килһә, фатирға мине индерҙеләр инде, тип әйтерһең, йәме”, – тип ҡабаланып китеп бара.
Йоҡларға урыны булмаған егет ҡыҙҙы бик оҙаҡ көтә. Һуңынан ғына бәләкәй ҡалала ла мутлыҡ юлы менән аҡса эшләүселәрҙең ҡорбанына әүерелеп булыуын аңлай. Тик үтә һуң була шул. Уға полицияға мөрәжәғәт итеүҙән башҡа сара ҡалмай.
Байрамды күтәренке кәйеф менән ҡаршы алған ҡыҙ “кәсебен” артабан дауам итмәксе була. Тик ял ваҡытында фатир эҙләгән кеше табылмай. Шулай ҙа ул төрлө иғландарҙы ҡарап, сираттағы “эшенә” ныҡлап әҙерләнә. Был юлы яуыз уй-ниәте тормошҡа ашмай – ул полицияға тотола.
Ҡыҙ судты, адвокатының кәңәше буйынса, тикшереүһеҙ генә үткәреүҙе һораны. Был уға ҡарата прокуратура белдергән бар ғәйепләү менән риза булыуын аңлатты. Шулай ҙа: “Бәлки, үҙе алдаған кешеләр менән осрашырға, уларҙың күҙенә ҡарарға оялалыр”, – тигән уй ҙа килде. Сөнки йәш, матур ҡыҙҙың ғүмер буйы тик кешеләрҙе алдау юлы менән аҡса эшләргә йыйыныуына ышанғы килмәне. Ниндәйҙер мәлдә еңел аҡсаның тәмен татып туҡтай алмағандыр, ә эш хөкөм эскәмйәһенә барып еткәс, аҡылына килер һымаҡ тойолдо.
Судья уның Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 159-сы статьяһының 2-се өлөшөнә ярашлы ғәйепләнеүен белдерҙе. Ҡыҙ өс йылға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм ителде. Ошо ваҡыт эсендә уға йәмәғәт урындарында иҫерек килеш йөрөү, йәшәү урынын алмаштырыу тыйыла. Хоҡуҡ боҙоу осрағында, ҡыҙ шунда уҡ иркенән мәхрүм ителәсәк.
Эйе, был хөкөм бар кеше өсөн дә ҙур һабаҡ алырлыҡ. Ҡайһы саҡта уйламай эш итеүебеҙ, хәләл көс менән тапҡан аҡсабыҙҙы татлы телле кешегә тоттороп ебәререргә әҙер булыуыбыҙ төпһөҙ кәмәгә ултырта. Ошондай асығауыҙлыҡ еңел генә байыр­ға теләүсе яуыз уйлы бәндәләрҙе арттыра. Икенсе яҡтан уйлап ҡараһаң, нисек инде был донъяла кешегә ышанмайынса йәшәп була?! Һәр кемдән шикләнһәң, йылмайыу артында мәкер генә күрһәң, йәшәйешең күңел әрнеүенә әүерелер бит. Шуға күрә юлыбыҙҙа тик изге уйлы кешеләр генә осраһын ине...

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»