RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Оло ғалим, педагог

22.11.2016 Оло ғалим, педагог

Оло ғалим, педагог(Профессор Ғиниәт Сафиулла улы Ҡунафиндың 70 йәшлек юбилейына өс сюжетлы ҡотлау һүҙе)

Ил яҙмышын ир муйынына
Ҡылды ярыр тел бәйләй,
Ҡырҡҡа ярыр тел бәйләй! (Р. Ғ.).

Фән донъяһында исем-шәрифен әйтһәң, хеҙмәттәре иҫкә төшкән һәм, киреһенсә, бер генә хеҙмәтен атау менән барлыҡ ғилми эше күҙ алдына килеп баҫҡан фән эшмәкәрҙәре күп түгел. Был күренеш, бәлки, оҡшаш ғилми багажлы ғалимдарҙың кимәле бер үк булмауы менән дә аңлатылалыр. Шундай ғалим­дар­ҙың береһе, киң билдәле ғалим-әҙәбиәтсе, йәмәғәт эшмәкәре, профессор, Башҡор­тостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы Ғиниәтулла Сафиулла улы Ҡунафин ошо көндәрҙә күркәм юбилейын ҡаршылай. Юбилейҙың бер матур үҙенсәлеге бар. Бындай көндәрҙә юбиляр үҙе тарафынан башҡарылған эштәренә ниндәйҙер кимәлдә йомғаҡ яһаһа, ғүмеренең ни дәрәжәлә файҙалы, емешле үтеүе хаҡында уйланһа, уның шәкерттәре, яҡындары, ғилми ижады менән таныш булғандарҙың йөрәк түренән сыҡҡан рәхмәт һүҙҙәрен еткерергә ашығыуы – ғәҙәти күренеш. Мин дә уҡытыусым, оло ғалимға күңел түрендә һаҡлаған рәхмәт һүҙҙәрен ошо мәҡәлә аша юлларға баҙнат иттем.
Ғөмүмән алғанда, яҙмышыма яҡты нур өҫтәүсе уҡытыу­сыларҙан уңдым тип уйлайым. Мәсәғүт педучилищеһында уҡыған саҡта күңелемдә туған телем – башҡорт теленә ҡарата мөхәббәт уты ҡабыҙған башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сафура Шәмсетдин ҡыҙы Миһрановаға яҡты рәхмәт тойғоһон йөрөтәм. Башҡорт дәүләт университетында уҡығанда “Ленинсы” гәзитендә тәүге ғилми мәҡәләмде Ғ. Ҡунафин фатихаһында яҙып баҫтырғайныҡ. Артабан ғилми әҙәбиәтте ентекле анализларға, уны фәнни эштә дөрөҫ, урынлы файҙаланырға ла диплом эшем етәксеһе Ғиниәт Сафиулла улы өйрәтте. Ғүмерҙәр елдәй елеп үтә... Бына хәҙер өҫ тиҫтә йылға яҡын тормошҡа йүнәлеш биргән уҡытыусыларым менән башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында ең һыҙғанып һайлаған юлымдан тайпылмай намыҫлы хеҙмәт итәм. Үҙемдең кеше, шәхес, телсе-ғалим булып формалашыуымда уҡытыусыларымдың роле ҙур икәнлеген яҡшы аңлайым. Мин тел гәүһәрҙәрен, донъяны танып белеүҙә башҡорт теленең феноменаль тел булыуын башҡаларға аңлатырға тырышам, ә остазым Ғиниәтулла Сафиулла улы башҡорт поэтикаһы генезисы, текстология мәсьәләләре, башҡорт әҙәбиәтенең формалашыу тарихы, үҫеү үҙенсәлектәрен матур буяуҙар менән биҙәкләп халыҡҡа еткереү өсөн күҙ нурҙары менән, аҡыл, зиһене менән һуғара. Буяуҙар тиеүем осраҡлы әйтелгән һүҙ түгел, сөнки Уоллес Чейф һүҙҙәре менән әйткәндә: “Һәр өлкәнең иң яҡшы теориялары – иң матур теориялар. Шул өлкәлә эшләүсе ғалим рәссам төҫлө, үҙ ғүмерен, үҙ ижадын ошо матурлыҡты эҙләүгә бағышлай”. Иманым камил, юбиляр ҡәләменән сыҡҡан хеҙмәттәр бөгөнгө көндә иң зауыҡлы эстетик дәрәжәгә эйә.
Башҡортостанда, Рәсәйҙә һәм унан ситтә лә юбиляр ғалимдың исеме киң билдәле. Уның тарафынан асылған арҙаҡлы шәхестәр, ул яҙған тәрән йөкмәткеле оригиналь хеҙмәттәр, нигеҙләгән яңы теориялар фән өлкәһендә генә түгел, барлыҡ башҡорт халҡына, телселәр һәм әҙәбиәтселәргә яҡшы таныш. Уларҙы һанап, барлап сығыуҙы маҡсат итеп ҡуймайбыҙ, беҙҙеңсә, был мөмкин дә түгел. Был мәҡәләлә юбилярҙың (хәтергә килгән) өс кенә хеҙмәтенә нигеҙләнеп, уның ғалим-филолог, әҙәбиәт белгесе, киңерәк алғанда, башҡорттар тураһындағы фәндә (башкироведение) тотҡан урынын күҙалларға ынтылыш яһайбыҙ. Шул рәүешле талантлы ғалимдың ижад уңыштарының сәбәбенә ҡағылып үтмәксебеҙ.
1. Әҙәбиәтсе.Ташҡа баҫылған йыр һәм сатирик жанрҙар­ҙың тарихи функцияларын һәм генезисын асыҡлауға арнал­ған (Кунафин Г. С. И песней, и сатирой. Развитие жанровой системы башкирской литературной песенной и сатирической поэзии XIX – начала XX веков. Уфа, Башк. изд-во «Китап», 1999. – 256 с.) Рәсәй һәм Башҡортостан тарихын яҡшы белгәнгә, башҡорт поэзияһының сығанаҡтарын дөрөҫ аңлап, уның генезисын ҡылыҡһырларлыҡ дәрәжәлә белем кимәленә эйә булғанға, башҡорт йырының һәм һүрәтләнгән осор сатираһының нескәлектәрен тәрән аңлап эш иткәнлектән, гуманитар характерҙағы бик тә кәрәкле, актуаль хеҙмәт киң танылыу алды. Поэзия һәм йыр жанрының тәғәйенләнешен, халыҡ аңына мөнәсәбәтен, йәмғиәттә тотҡан урынын, миссияһын аныҡ күҙаллауы, уларҙың йөкмәткеһенә үтә лә иғтибарлы булыуы, сәнғәти әҫәрҙәрҙең феноменаль өгөт-нәсихәттәрен, фәһемле һабаҡтарын йөрәге аша үткәреп, барлыҡ ябай кешегә лә уҡыу мөмкинлеге булмаған дастан, мөнәжәт, хажнамә, ғәзәл, тәүарих, хикәйәт, хатнамә һ.б. кеүек жанрҙарҙы яратып, нәзәкәтле художестволы аң кимәле юғарылығынан эшкәртелгән тәрән, шул уҡ ваҡытта ябай тасуирлау, анализлауҙың оҫта алымдарын ҡулланыу­сы булараҡ та юбиляр оригиналь хеҙмәт эйәһе булған. Ғалим Ғ. Ҡунафиндың оригиналь ҡарашы башҡорт әҙәбиәте, хатта төрки донъя әҙәбиәте өсөн фәһемле, йәмәғәтселек өсөн файҙалы һәм ҡиммәтле бик тә кәрәкле ғилми хеҙмәт ижад иткән.
2. Ғилем китаптың эсендә лә, тышында ла (Б. Х. М.). Күренекле телсе-ғалим Жәлил Кейекбаевтың тормошо һәм ижадын тасуирлауға бағышланған (Ҡунафин Ғ.С. Жәлил Кейекбаев. Тормошо һәм ижады: монография. – Өфө: Китап, 2012. – 248 бит) хеҙмәткә күҙ һалайыҡ. Был монография, исеменән үк күренеүенсә, башҡа йүнәлештәге хеҙмәт, әммә ул донъя күреү менән халыҡ, ғалимдар тарафынан йылы ҡабул ителеп, башҡорт менталитеты, интеллигенцияһы ҡараштарына яуап биргән, тәрбиәүи сығанаҡлы ла ошондай характерҙағы берҙән-бер хеҙмәт булып ҡала. Атап үткән хеҙмәт юбилярҙың яҡташы, башҡорт халҡының күренекле улына арналыуы менән генә лә мәртәбәле. Ғ. Ҡунафин үҙе­нә генә хас оҫталыҡ менән Ж. Кейекбаевтың тормош этаптарын, ижади асылын ентекле һәм системалы асып бирә алған: кешеләр араһындағы мөнәсәбәт, тел үҙенсәлектәренә айырым иғтибар менән (башҡорт орфоэпияһы, баҫым характеры, фразеологизмдар, стиль үҙенсәлектәре, сағыштырма тарихи грамматика, алтаистика мәсьәләләренә профессиональ юғарылыҡтан ҡағылып үтә), ижадсы, тәржемәсе, йырсы һ.б. булараҡ та һынланған феноменаль шәхес был файҙалы хеҙмәттә. Монография автор­ҙың гуманитар йүнәлештәге мәсьәләләрҙә лә тос, ғилми нигеҙле, ябай, шул уҡ ваҡытта тәрән, оригиналь фекерле булыуын иҫбатлай.
3. Тәрән фекер (аҡыл) эйәһе. XIX – XX быуат башы башҡорт әҙәбиәтенең үҫеш үҙенсәлектәрен (Ҡунафин Ғ. С. XIX – XX быуат башы башҡорт әҙәбиәтенең үҫеш үҙенсәлектәре. – Өфө: БР Өфө полиграфкомбинаты ДУП, 2014. – 740 бит) ғилми тасуирлауға арналған хеҙмәт донъя күреү менән популярлашты, иң йыш ҡулланылған ғилми эштәр рәтенә баҫты. Был хеҙмәт бөтә әҙәбиәтселәрҙе лә ҡыҙыҡһындыр­ған көнүҙәк темаға яҙылыуы менән иғтибарҙы тарта. Унда юбилярға ғына хас оҫталыҡ менән башҡорт әҙәбиәтенең үҫеш картинаһы күҙ алдына баҫтырыла. Китапта башҡорт әҙәбиәтенең социаль-тарихи нигеҙҙәрен, идея-эстетик сығанаҡтарын, ижад ителеү һәм йәшәү формаларын, төп үҫеш тенденцияларын, әҙәби бәйләнештәрен, художество алымдарын һәм йүнәлештәрен, идея-йөкмәткеһен һәм жанр-стиль үҙенсәлектәрен асыҡлауға, күренекле әҙиптәр­ҙең ижади биографияһын яҡтыртыуға ҙур иғтибар бүленә. Әҙәби эҙләнеүҙәрҙең моделе “эврика” тип аталып, фекерләүсе, заман менән бергә атлаусы кеше, юғары кимәлдәге әҙәбиәт белгесенең уйҙары менән нурлана, яңы балҡыш ала. Эҙләнеү моделе талант кеүек үк ябай һәм бер кем дә бындай уңышлы һөҙөмтәләргә ни өсөн икенсе бер телсе, фольклорсы әҙәбиәтсе, йә булмаһа, тәнҡитсе тарафынан ирешелмәй икәнлеген әлегә тиклем аңлата алғаны юҡ. Профессор Ғ. Ҡунафиндың эштәре оригиналь булыуы менән айырылып тора. Төҙөклөгө, логик бәйләнешле, тос һәм ышандырырлыҡ дәлилле булыуы менән дә улар, айырым бер деталде алғанда ла, дөйөм һыҙатта ла, бик тә оригиналь. Ошо һанап киткән сәбәптәр уҡыусыла автор фекере менән ризалыҡ, уға ышаныс тыуҙыра. Шул арҡала уҡыусы менән ижадсы араһында йылы мөнәсәбәт тыуа, уның иҫ китмәле аҡылы, яңы дәлилдәре, мәргән, тура һүҙлелеге хайран ҡалдыра. Йөҙләгән әҙәбиәтсе һәм әҙәбиәт белгестәренең уҡытыусыһы Ғиниәтулла Сафиулла улына киләсәктә лә яңы теоретик асыштар, актуаль сюжеттар, оригиналь фекер үҙаллылығы, һығымталар һәм, әлбиттә, ҡыҙыҡлы монографиялар ижад итеүен теләйбеҙ!
Ғиниәтулла Сафиулла улы Ҡунафиндың ғилми эҙләнеүҙәре, хеҙмәттәре актуаллеге, заманса булыуы, яңы метод һәм моделдәргә бай булыуы менән иғтибарҙы арбай. Уларға нигеҙләнеп, йәш эҙләнеүселәр үҙҙәре һайлаған предмет, өлкә буйынса оҡшаш эштәргә ынтылыш ала. Профессор Ғиниәтулла Сафиулла улы Ҡунафин артыҡ өгөт-нәсихәт уҡымай, үҙенең ғилми эштәре өлгөһөндә, элек башҡарылған тәжрибәләрҙе иғтибар менән өйрәнеп, тәнҡит күҙлегенән үткәреп, күсәгилешлек принцибына таянып ижад итергә өйрәтә. Бөгөн Ғиниәтулла Сафиулла улы – Башҡортостанда, Рәсәйҙә хөрмәт ҡаҙан­ған, һәр яҡтан да өлгөрөп еткән билдәле ғалим. Остазыбыҙҙың коллегаларына ҡарата, кешеләргә, студенттарға һәр ваҡыт иғтибарлы мөнәсәбәттә булыуын да әйтеп китмәй булмай. Уның ҡатнашлығындағы ниндәй генә сараны алһаң да, шул иҫәптән ул ойошторған, үткәргән күп һанлы конференцияларҙы уның ысын башҡорттарға хас асыҡ күңел торошо, ышаныслы ҡәнәғәт ҡарашынан, эскерһеҙ йылмайыуынан башҡа күҙ алдына килтереп булмай. Хөрмәтле Ғиниәтулла Сафиулла улы, ысын күңелдән Һеҙҙе юбилейығыҙ менән ихлас ҡотлап, оҙон ғүмер, ныҡлы сәләмәтлек теләйбеҙ!

Зөбәржәт ШӘЙХИСЛАМОВА,
Башҡорт дәүләт университетының башҡорт тел ғилеме һәм этномәҙәни белем биреү кафедраһы доценты.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»