RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Үҙ тамашасыһы бар

21.11.2016 Үҙ тамашасыһы бар

Үҙ тамашасыһы бар
Заманса технологиялар, интернет тормошобоҙға нығыраҡ үтеп ингән заманда телевидение менән халыҡты аптыратып булмай. Йөҙләгән канал араһында үҙеңдең аудиторияңды булдырам тиһәң, телевизор ҡараусылар­ҙың зауығына тура килгән, уларҙың талабын ҡәнәғәтләндергән тапшырыу­ҙар эшләргә, яңылыҡтар әҙерләгәндә үҙеңде дөрөҫ һәм оператив мәғлүмәт еткергән телеканал итеп танытыу маҡсатын ҡуйырға, үҙ йөҙөңдө табырға тура килә. Был милли тапшырыуҙарға ҡағылмаған да кеүек. Әммә ҙур көс талап иткән медиапродукт йөкмәткеле һәм сифатлы булырға тейеш.

«Рәсәй 1 – Башҡортостан», «Куль­тура», «Рәсәй – 24 Баш­ҡортостан», «Рәсәй – Баш­ҡор­тостан» телеканалдарын, Вести ҒM, «Башҡортостан», «Маяҡ Өфө» радиоһын берләштергән республиканың ҙур мәғлүмәт медиахолдингы – «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһында, башҡа федераль, төбәк телерадиокомпанияларынан айырмалы рәүештә, милли контентҡа ҙур урын бирелә (милли тапшырыуҙар Чечняның «Вайнах», Югория телерадиокомпанияларында ғына бар). Милли, этник тематиканы яҡтыртыу маҡсатында башҡорт телендә яңылыҡтар, тапшырыуҙар әҙерләү ихтыяжы тыуғас, федераль телеканал етәкселеге беҙҙең журналистар­ҙың үтенесенә ҡаршы килмәй. 2015 йылдың майында тәүге тапҡыр башҡортса «Хәбәрҙәр» тапшырыуы эфирға сыға. Халыҡҡа был оҡшай, хатта тапшырыуҙың рейтингы ҡайһы берҙә яңылыҡтар­ҙың рус телен­дәге федераль сығарылыштарыныҡын да уҙып китә. Ме­диахолдинг яңы коллектив тупламай, ҡәләмдәре шымарған, репортаждар, яңылыҡтар эшләй белгән тәжрибәле йәш егет-ҡыҙҙар ошо телерадиокомпанияға ҡараған «Башҡортостан» радиоһынан килә.
Уға тиклем эфирға аҙнаһына өс тапҡыр сығып килгән «Ауаз» иртәнге мәғлүмәт-музыка тапшырыуын тамашасылар йылы ҡабул иткәйне. Студияға ҡунаҡтар саҡырып, төрлө көнүҙәк темаға йәнле әңгәмә ҡороу, файҙалы кәңәштәр биреү телевизор ҡараусыларҙың күңеленә хуш килде. әле иртәнге «Хәйерле иртә, республика!» тапшырыуы көн һайын эфирға сыға.
Телерадиокомпанияның милли тапшырыуҙар бүлеге етәксеһе Уйылдан Ғәлин әйтеүенсә, был, бер яҡтан, ҙур ҡыуаныс булһа, икенсе яҡтан, ҙур яуаплылыҡ. Һәр көн иртән беҙҙе алып барыу­сылар Сәлимә Исламова, Ғәлимйән Ибәтуллин, Рәсүл Ҡарабулатов, Гүзәл Ишкинина, Фирҙәт Ғәлиев, Урал Бай­булатов, Ләйсән Тимербулатова, Ришат Миндияров, Лилиә Чембарисова сәләмләйәсәк. Хәбәрҙәрҙе Гөлнара Ҡаҙаҡбаева алып барасаҡ. Тапшырыуҙы ойоштороу, яңылыҡтар­ҙы әҙерләүселәрҙән тыш, кадр артындағыларҙың хеҙмәте лә ҙур әһәмиәткә эйә. Режиссерҙар Зарема Хисмәтуллина, Зилә Ихсанова, Розалия Рамазанова, һүрәттәр теҙмәһе өҫтөндә эшләүсе Салауат Фәтхетдинов – үҙ эшенең оҫталары.
Милли тапшырыуҙар бүлеге хеҙмәткәрҙәре үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнамай, төрлө акциялар ҙа үткәрә. Республика райондарында төҙөк, үрнәк булырҙай ауылдарҙы күрһәтеү маҡсатында «Алтын бишек» бәйгеһе ойош­тор­ғандар. Унда йөҙләгән ауылдан заявка килгән. Хә­бәрселәр туғыҙ ауыл, уларҙағы күркәм ғаиләләр, өлгө булырҙай кешеләр тураһында сюжеттар әҙерләгән. Иң һуңынан еңеүсе ауылда концерт ҡуйыл­ған, мәҙәниәт йорттарына акустик система ҡорамалы, телевизорҙар бүләк ителгән.
Былтыр апрелдә «Башҡортос­тан» телерадиокомпанияһы цифрлы форматҡа күскән. Был телевизион һүрәтте тамашасыларға сифатлы, сағыу итеп күрһәтеү мөмкинлеге бирә. Яңы «Dalet» аппарат-студия комплексында алыҫ аралар менән бер ниндәй өҙлөкһөҙ «тура бәйләнеш»тәр үткәрергә, интерактив тапшырыуҙар, оператив репортаждар әҙерләргә була. Ком­панияла һөнәри оҫталыҡты камиллаштырыу йәһәтенән дә ҙур эш алып барыла. Күптәр федераль каналдарҙа тәжрибәһен арттыра.
«Беҙ матди-техник база йәһәтенән телерадиокомпаниялар ара­һында лидерҙар рәтендә. Хатта бөгөн мультиплексҡа инергә лә әҙербеҙ. Етәксебеҙ – «Башҡор­тостан» телерадиокомпанияһының генераль директоры Азамат Сәлихов, федераль каналда эшләп киткән хәбәрсе булараҡ, бөгөн тамашасыға нимә кәрәклеген, журналистарға эш­ләү өсөн ниндәй шарттар булдырылырға тейешлеген, дәғүәселек шарттарында телевидение тапшырыу­ҙарын йөкмәткеле итеп әҙерләү зарурлығын яҡшы аңлай. Идеялары ла күп, милли тапшырыуҙарға бәйле тәҡ­димдәр­ҙе хуплап ҡабул итә», – ти Уйылдан Ғәлин. Тама­шасының ышанысын яулаған заманса телевидение шулай булырға тейеш тә.

З. ЙӘҺҮҘИНА.
Үҙ тамашасыһы бар
Үҙ тамашасыһы бар
Үҙ тамашасыһы бар










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»