17.11.2016 «Кино текстарын яттан белеп бөтә торғайным...» тип хәтерләй элекке киномеханик Мансур Сафиуллин
Заманына күрәме, әллә совет осорондағы хөкүмәттең мәҙәниәткә ҡарата айырым иғтибарымы, төбәгебеҙҙең һәр ауылындағы клубтарҙа аҙна һайын кино күрһәтелә ине. Шәхсән үҙем хәтерләүемсә, ул саҡта беҙҙең ише бала-сағаға – көндөҙ, ә ололарға киске сеанстар йыш ойошторолдо. Күңелгә ятҡан фильмдарҙы тағы бер тапҡыр күргебеҙ килеп, кистәрен ололар араһына тығылып залға үтергә маташыу, тотолоп-ҡыуылып сыҡҡас та өйгә ҡайтып китмәйенсә уҡытыусылар күҙенән ҡасып-боҫоп йә аппаратный (киномеханик бүлмәһе) тәҙрәһе, йә ишек ярығы аша йәшеренеп кенә кино ҡарау матур бер тарих булып, күңел түрҙәрендә ҡалған. Аппаратный тәҙрәһе аша кино ҡарау бәхетенә ирешеү өсөн дә киномеханик менән алдан уҡ һөйләшеп-килешеп, уға төрлөсә ярҙам итергә тура килә. Мәҫәлән, дисктарҙы аҙағынан башынаса ҡул менән махсус станокта өйрөлтөп әҙерләп ҡуйырға, йә фильм барышында киноустановкаларҙы алмаш-тилмәш тоҡандырып торорға, көтмәгән-нитмәгәндә өҙөлөп китеүсе таҫмаларҙы йәбештерергә һ.б. Киномеханиктарҙың да төрлөһө була торғайны. Кемеһелер изге күңелле, ә кемеһелер хатта бүлмәһенә лә индермәй. Шулай ҙа ул осорҙағы кино ҡарау беҙҙең өсөн бар мәғәнәһендә ысын романтика булған.
Был мәҡәләмдә һүҙем шул осорҙарҙа ауылыбыҙ клубында киномеханик булып эшләүсе ағайым Мансур Сафиуллин тураһында. «Күрше Ниғәмәт ауылында мәктәпте тамамлағандан һуң, 1981 йылдың сентябрендә Бәләбәй ҡалаһының 33-сө киномеханиктар әҙерләүсе училищеһына уҡырға индем, – тип хәтерләй ағайым, – ун ай уҡығандан һуң йәй айҙарында тыуған яҡҡа практика үтергә ҡайтып төштөм».
Йәш практикантты Баймаҡ районының Ниғәмәт ауылы клубына өйрәнсек итеп тәғәйенләйҙәр. Киномеханик Әҙһәм Рахманғолов уға кино күрһәтеү серҙәренә төшөнөүҙә ҙур ярҙам күрһәтә, тәжрибәһе менән ихлас уртаҡлаша. Көндәлек ғәҙәти сеанстарҙан тыш, киномеханиктарға ҡайҙа йәйәү, ҡайҙа осраҡлы транспорт менән тигәндәй йыш ҡына йәйләүҙән-йәйләүгә «передвижка» менән фильм күрһәтеп йөрөргә лә тура килә. «Һауынсылар, көтөүселәр һәр саҡ көтөп ала ине, – тип һүҙен дауам итә Мансур ағай, – кино килгәнен белеү менән йәһәт кенә эштәрен тамамлай һалып, билдәләнгән урынға йыйылышып ултырышалар».
1982 йылдың авгусында Мансур ағай уҡыуын тамамлап, ҡулына танытма алып, тыуған районына эшкә ҡайта. Йәш белгес хеҙмәт юлын Ҡолсора ауылында киномеханик булып башлай. Уға клуб мөдире Гөлсинә апай төрлө яҡлап ҙур ярҙам күрһәтә. Бында ике ай эшләп өлгөрөр-өлгөрмәҫтән ағайыма әрме сафына саҡырыу килеп төшә. «Алған һөнәремдең әрмелә лә кәрәге тейҙе, – тип хәтирәләр ебен һүтә ағайым, – бында йыл ярым буйы аҙнаһына өс мәртәбә һалдаттарға кино күрһәттем. Учение ваҡыттарында полигондарға «передвижка» менән дә сыҡҡылай инем».
Әрменән йөрөп ҡайтҡас, Мансур ағай, яратҡан һөнәренә тоғролоҡ һаҡлап, Баймаҡ ҡалаһының «Ирәндек» кинотеатрында эшен дауам итә. Ә бер йылдан тамам тәжрибә туплап өлгөргән белгесте йүнәлтмә менән тыуған ауылы Үрге Яйыҡбайға эшкә күсерәләр. Бында уға, киномеханик эшенән тыш, клуб мөдире вазифаһын да йөкмәтәләр. «Ул саҡта ауыл клубында кино ҡарарға тамашасылар күпләп килә торғайны, – тип хәтерләй ағайым, – айырыуса заманына күрә бик популяр булған һинд фильмдарына. Клуб бинаһы бәләкәй булыу һәм эскәмйәләр етмәү арҡаһында урын етмәгәндәр һис аптырап тормай, өйҙәренән ултырғыс тотоп йөрөр булды».
Тыуған ауылы клубында өс йыл эшләгәндән һуң Мансур ағай, эшен яңы килеүсегә тапшырып, һөнәрен алмаштыра. Бөгөн уны тәжрибәле электрик тип беләләр һәм ул хәҙерге көндә Баймаҡ ҡалаһында йәшәй. «Тик шулай ҙа әллә тәүге һөнәрем булғанғамы, әллә ниҙәндер инде, һаман да киномеханик булып эшләгән сағымды һағынам, – ти ул, хистәргә бирелеп, – бик йыш кино күрһәтә-күрһәтә байтаҡ ҡына фильмдың йөкмәткеһен генә түгел, хатта тулы тексын да ирекһеҙҙән яттан белеп бөтә торғайным. Шунлыҡтанмылыр, афишала фильмдың исеменән тыш бер бәләкәй генә мөйөшкә уның ҡыҫҡаса йөкмәткеһен дә яҙып ҡуя инем. Был, бәлки, тамашасыны йәлеп итеү өсөн үҙенсәлекле реклама булып та хеҙмәт иткәндер».
Заман башҡа – заң башҡа. Хәҙер клубтарҙа кино күрһәтеү бөтөрөлдө (кинотеатрҙарҙы иҫәпкә алмағанда, әлбиттә), халыҡ үҙе теләгән фильмдарҙы өйҙән дә сыҡмай, диванға ҡырын ятып, йә телевизорҙан, йә туранан-тура интернеттан да ҡарай ала. Сәбәптәре лә билдәле: кинотеатрға барһаң, барлы-юҡлы аҡсаңды түләргә кәрәк, ә былай – бушлай ғына. Тик шулай ҙа был беҙ элек бик тә яратҡан туҙанлы, таушалып бөткән, әммә күңелгә танһыҡ сепрәк экранлы, ҡолаҡ ярғыс шау-шыулы кино залдарына етмәй шул.
И. САФИУЛЛИН.
Баймаҡ ҡалаһы.