RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йөрәкте ярып сыҡҡан бала икән...

15.11.2016 Йөрәкте ярып сыҡҡан бала икән...

Йөрәкте ярып сыҡҡан бала икән...
“Юҡ! Мин бында бер минутҡа ла ҡала алмайым. Юҡ!” – палатаһынан коридорға сыҡҡан Фәниә ҡулдары менән матҡып башын тотто, үҙен-үҙе белештермәй, битен, күҙҙәрен ҡапламаҡсы булды. Ниндәйҙер бер мәлдә аҡылын юйып барғандай тойҙо... Арҡаһы менән стенаға һөйәлде. Бала табыу йортоноң оҙон коридоры буйлап ике сабый­ҙы һаҡ ҡына ҡуйынына алып, әсәйҙәренә илтеп барған шәфҡәт туташы ҡатындың хәлен шунда уҡ аңлап ҡалды, бәпестәрҙе тиҙ генә әсәйҙәренә тапшырҙы ла Фәниә янына ашыҡты: “Зинһар, тынысланығыҙ! Әйҙәгеҙ, бүлмәгеҙгә инәйек”. “Юҡ, сығарығыҙ мине дауахананан”, – ҡатын әкрен генә иҙәнгә шыуып төшөп ултырҙы һәм битараф бер хәлдә ошо һүҙҙәр­ҙе ҡабатланы ла ҡабатланы... Шәфҡәт туташы уны йыуатып та, өгөтләп тә ҡараны, бер аҙҙан, ни ҡылырға белмәй, баш табипты саҡыртты. Үҙ ғүмерендә күпте күргән тәжрибәле табип Фәрүәз Маратович бер килке Фәниәнең хәлен еңеләйтерҙәй һүҙ таба алмай торҙо. Шунан ҡултыҡлап алып, аяҡтарына баҫтыр­ҙы һәм ҡатындың һағыш тулы күҙҙәренә тура ҡараны: “Һеңлем, бөгөнгә бында ҡалырға кәрәк. Иртәгә, һис шикһеҙ, ҡайтарырбыҙ. Һаулығығыҙҙы, үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ. Бына күрерһегеҙ, барыһы ла яҡшы буласаҡ. Бөтөнләй өмөт юҡ түгел бит, медицина ла бер урында ғына тапанмай. Кем-кем, һеҙ бит быны бик яҡшы беләһегеҙ”, – тине талапсан ғына. Уға “ҡотоп һалҡыны” яуап бирҙе: “Нимәгә, кемгә кәрәк ул һаулыҡ һәм ҡыутомшоҡ ҡатын?” – Фәниә үҙ тауышын үҙе таныманы, әйткән һүҙҙәренең мәғәнәһенә төшөнә алманы. Ул әйтәме был һүҙҙәрҙе? Юҡтыр... Ул бит үҙе ирен, әсәһен, әхирәттәрен – барыһын ниндәй хәлдә лә төшөнкөлөккә бирелмәҫкә, өмөт менән йәшәргә саҡыр­ҙы, уның был сифатына, шундай шаталаҡ була белеүенә һоҡланалар ине... Был уйынан иҫенә килгәндәй булды, үҙен ҡулға алды: “Эйе, доктор, һеҙ хаҡлы, өмөт бар, бар әле”, – тип һөйләнә-һөйләнә палатаһы яғына ыңғайланы. Аҡылына зыян килмәһә ярар ине, исмаһам, иламай ҙа – бер-береһенә күҙ һирпеп алған баш табип менән шәфҡәт туташының ҡарашында шундай хафаланыу сағылып үтте...
... Ә был ваҡытта ҡаланан ауылға әкрен генә ҡайтып барған машина юл ситенә туҡтаны. Фәниәнең ире Тимур ине рулдә. Эргәһендәге ултырғыста – ап-аҡ йүргәккә төрөлгән үле сабый – уны мәйет тип әйтергә теле лә әйләнмәй, матур ғына булып ята. Улы, ваҡытынан алда тыуып, күпме генә йәшәп өлгөрҙө... Уны бала табыу йортонан алып сыҡҡанда табиптың: “Беҙ ҡулдан килгәндең, мөмкин булғандың барыһын да эшләнек”, – тигән һүҙҙәре ҡолағында әле булһа сыңлай. Ҡатынымды бөгөнгә сығармағыҙ, нисек тә сәбәбен табығыҙ, тип әйтергә ярай ҙа башы етте. Белә ул Фәниәһен, йөрәге сыҙамаҫ, тип ҡурҡа. Ниңә? Ниндәй гонаһтарыбыҙ өсөн Хоҙай беҙҙе шулай һынай? Ирҙең бите буйлап ҡайнар йәш тамсылары ағып төштө, күңеле тулды, руленә ҡапланып, ярһып иларға тотондо. Әйтерһең, ун һигеҙ йыл буйы йыйылып килгән бар ҡайғы-һыҙланыуын бына ошонда бер юлы сығарырға уйланы.
... Әле бер тапҡыр ҙа ҡатынының ауыры алты айға тиклем еткәне булмағайны. Заманды һүккән булабыҙ ҙа ул, ҡатмарлыҡтары менән бергә яҙмыштарҙы хәл итерҙәй, еңеләйтерҙәй яҡтары ла күп шул уның. Инде өмөттәре өҙөлдө тигәндә, яңы ысул тураһында белеп ҡалдылар. Батып барған кеше һаламға йәбешкәндәй, уға сытырмандай йәбештеләр. Бер нисә тапҡыр йөккә уҙған Фәниәһенең дә күҙендә өмөт сатҡылары ҡабынды. Был хаҡта интернеттан уҡып бер булдылар, исмаһам, шәхсән һорашыр-белешер кеше лә юҡ. Район табиптары ла артыҡ мәғлүмәт бирә алманы. Оҙаҡлап торманылар, һөҙөмтә яҡшыраҡ булған үҙәктәр­ҙең береһенә юлландылар. Ҡабат-ҡабат мөрәжәғәт итергә тура килеүен, ҡайһы берәүҙәрҙең бер тапҡырҙан йөккә ҡала алмауын төшөнгәйнеләр. өс-дүрт ай үттеме-юҡмы, ҡатыны ауырға ҡалды, әллә ни оҙаҡ дауаланырға ла тура килмәне. Ниһайәт, улар­ға ла бәхет йылмайҙы, тип һөйөнөүҙәре... Яралғы яҡшы үҫешә, анализдар һәйбәт, тип табиптар ҙа шатландырып ҡына торҙо. Ниңә былай булып китте һуң?
... Ул үткән дүшәмбе иртәһен ҡабат-ҡабат күҙ алдынан үткәрҙе: ҡатыны беренсе көн өйҙә – декрет отпускыһына сыҡты, бергәләп ултырып сәй эстеләр. “Бына хәҙер көн дә һине шулай эшеңә тәмләп оҙатырмын, әй, юҡ, оҙатырбыҙ әле”, – тип шаяртты ҡулын тумалаҡ ҡына эсенә ҡуйып Фәниәһе. Эшенә барҙы, төшкө ашҡа ҡайтты, һөйөклөһө йүгереп йөрөп әле теге, әле был һый-ризыҡты алдына ҡуйҙы. Магазинға барған икән, әллә күпме йүргәк, ыштан, хатта памперстарға тиклем алған, шуларҙы күрһәтеп бер булды. Бала әйберҙәрен алдан алырға ярамай, тип әйткәндәрен ишеткәне бар ине лә бит, был хөрәфәткә ышанғыһы килмәне, дөрөҫөрәге, был мәлдә иҫенә лә төшөрмәне. Ҡатынының шулай мәж килеүенән ул һүҙ менән аңлатып бирә алмаҫлыҡ бер илаһи ләззәт кисерҙе, һөйөклөһөнән һоҡланыулы күҙҙәрен ала алманы...
Ҡапыл кеҫә телефонының шылтырауы Тимурҙы аңына килтерҙе. Ул, трубканың теге башындағылар уны бындай хәлдә күреп ҡалмаһындар тигән кеүек, ашығып сикәләре буйлап аҡҡан күҙ йәштәрен һөрттө. Дуҫтары шылтырата: “Тимур, беҙ, ни (нисек әйтергә белмәйҙәр), көтәбеҙ, һин ҡайҙа?”. “Хәҙер ҡайтып етәм, күп ҡалманы”, – тауышына мөмкин тиклем тыныслыҡ өҫтәргә тырышып шулай тип яуапланы ир. Ҡуҙғалып китте, уйҙары уны тағы кисәге – улар бик-бик бәхетле булған көнгә алып ҡайтты...
Төшкө аштан һуң эш кабинетын асҡан саҡта уҡ стационар телефон шылтырауын ишетте, йүгереп барып трубканы алды. “Минең ни эшләптер ҡапыл ғына өҙөлөп эсем, билем ауырта башланы, ҡайтмаҫһыңмы? – Фәниәһенең борсоулы тауышы яңғыраны. – Әле бик иртә бит уға тыуырға”, – һәм, хәүеф булаһын һиҙгәндәй, түгелеп илап ебәр­ҙе. Ә артабанғы хәлдәрҙе – өйҙәренә ҡайтҡанын, “Ашығыс ярҙам” саҡыртыуҙарын, ҡатынын ҡала дауаханаһына килтереүҙәрен Тимур томан эсендәгеләй генә хәтерләй.
… Артынан килгән машина ҡысҡыртып уҙып китте, рулен саҡ уңға алып өлгөрҙө. Шунда ғына ул үҙенең бик әкрен, етмәһә, юл уртаһынан барыуын аңланы. Уны көтәләр ҙә баһа, “тимер ат”ының тиҙлеген арттырҙы.
Артабан ҡайтып етеп, зыяратҡа барыу, сабыйҙы ерләү – әйтерһең, ул түгел, шәүләһеме, кәүҙәһеме уның фекерләй, уйлай белеү һәләтен юғалтҡан аңынан башҡа ғына йөрөнө. Юҡ, юҡ, үҙе хәйерен дә таратты, ҡайғыһын уртаҡлашып килгән һәр кемгә рәхмәтен дә әйтте, тик ул ул түгел ине. Башында бер уй ғына ҡайнаны, үҙенән бигерәк, ҡатыны өсөн янды-көйҙө: “Нимә эшләргә? Уға нисек кенә ярҙам итергә?”
Зыяраттан хәҙрәтте машинаһында мәсеткә килтергәс, аяҡтары уны үҙенән-үҙе күпмеләр йән тыныслығы тапҡан иман йортона тартты. Кис төшкәнсе ултырҙы ул бында, белгәндәрен уҡыны, хәҙрәт менән һөйләште. Ахырҙа, аңына ҡайтҡан кеүек булды, үҙендә ниндәй­ҙер бер көс, еңеллек тойҙо.
... Фәниәне табип менән шәфҡәт туташы палатаһына тиклем оҙата килделәр. Фәрүәз Маратовичтың тынысландырғыс укол ҡаҙар­ға ҡушыуын ишетеп, ҡатын унан баш тартты: “Кәрәкмәй, хафаланмағыҙ. Минең өсөн борсолмағыҙ, эшегеҙ былай ҙа күп”, – тип, яңғыҙына ҡалырға кәрәклеген аңғартты. Ул да уйҙар йомғағын һүтте. Тимуры менән һабантуйҙа танышҡайнылар, ә көҙөн гөрләтеп туй уҙғарҙылар. Ниңә оҙаҡҡа һуҙырға? Икеһе лә дипломлы белгес, эшләйбеҙ тиһәләр, эштәре бар, торайыҡ тиһәләр, өйҙәре бар, тигәндәй. Тимур, төпсөк ул, атаһы йәшләй үлеп ҡалған, әсәһе менән генә йәшәй. Сәмләнеп донъя ҡорҙо йәштәр, район үҙәгендә өр-яңынан бынамын тигән ҡупшы йорт һалып инделәр. Барыһы ла бар, тик күңелдәре китек... Ике яҡлап та ағай-апайҙарының балалары тупылдап тыуып торҙо, дуҫтары ла тәүҙә улар янында балалар тураһында һүҙ ҡуҙғатмаҫҡа тырышты. Фәниә менән Тимур иһә һаулыҡ һорашыу менән үҙҙәре башлап балаларының хәлен белеште, баҡсала, һуңынан мәктәптәге уңыштары менән ихласлап ҡыҙыҡһынды, ҡунаҡҡа барһалар, йәштәренә тура килерлек итеп бүләк һайланылар. Шулай ғаилә-ара “тигеҙһеҙлек”те үҙҙәренсә тигеҙләргә тырыштылар. Ниндәй генә табиптарға күренмәнеләр, тегеләренең яуабы бер булды: һеҙҙең балағыҙ булмауға бер нигеҙ ҙә юҡ, көтөгөҙ. Тик күпме? Улар көттө, өс-дүрт тапҡыр йөккә лә уҙҙы, ләкин... “Тәрбиәгә берәй бала алһалар, инде хәҙер үҫеп бөткән булыр ине”, – тигән һүҙҙәрҙе ишеттереү генә түгел, үҙҙәренә үк әйткәндәре булды. Әммә был аҙымға барырға ҡыйыулыҡтары етмәне, бер ҡарарға килә алманылар. Ҡәйнәһе лә: “Ҡуй, килен, кеше балаһын ҡарарға, үҙегеҙҙеке булыр әле”, – тине әллә уйлап, әллә уйламай. Фәниә һис онота алманы ошо һүҙҙәрҙе. Юҡ, үпкәләмәне ул ҡәйнәһенә, киреһенсә, ана бит оло кеше лә ышана үҙ ейәнен һөйөргә, тимәк, үҙ нәҫелдәрен дауам итәсәктәр әле, тип уйланы. Балаларын ташлап киткән, уларға тәғәйен аҙ ғына аҡсаға ла эсергә йөрьәт иткән ата-әсәләр тураһында ишетһә, йәне сыҡты. Ниңә шулай?! Берәүҙәр бер бала күрә алмай зар-интизар интеккәндә, икенселәргә, бәхеттәренең ҡәҙерен белмәгәндәргә, ниңә өйөп бирә икән? Бөтәһе лә Алланың ҡулында, беҙ белмәгән, айышына төшөнә алмаған һәм белергә тейеш түгел әллә күпме сере, ғәмәле бар был донъяның. Төңөлгән саҡтары булды, әммә өмөтө еңде. Йән биргәнгә йүн бирер, тигәндәй, ана бит әмәле табылды. Уның кеүек бала бәхетен татый алмаған күптәрҙең хыялын ысынбарлыҡ итте бит әлеге ысул.
Артабанғы хәлдәр хаҡында Фәниәнең уйлағыһы килмәне. Инде үкенеүҙән ни файҙа, хәҙер нисек йәшәргә? Үҙенән бигерәк, ирен йәлләү тойғоһонан тағы күҙҙәренә йәш тулды. Их, уның Тимуры ниндәй шәп атай булыр ине! Бына ире улдары менән ишек алдында ҡойма йүнәтә, бәләкәстәре лә сүкеш менән ҡаҡҡылаған-һуҡҡылаған була, ә ул ҡыҙы менән, имеш, өй йыйыштыралар, бешеренәләр... Был күренеш уның йөҙ, юҡ, мең, миллион тапҡыр күҙ алдына килде, хатта уның ысынбарлыҡҡа ҡайтҡыһы, әлеге татлы хыялынан айнығыһы килмәй, күҙҙәрен сытырлатып ҡабат йома, уға унда, хыялындағы донъяла, шундай рәхәт... Быларҙың барыһы ла хыялда ғына булыуын аңлауҙан йәне иңрәй. Ҡайһы берҙә ҡурҡып китә, өн менән төшө алышынған кеүек, шундай ап-асыҡ итеп күрә бит ул. Абау, Хоҙайым, аҡылдан яҙҙырма.
Телефоны шылтыраны.
– Хәлең нисек, Фәниә? – Тимурҙың тыныс тауышы ишетелде.
– Үҙең нисек? – булды яуап.
– Мин беләм, беҙҙең барыһы ла яҡшы буласаҡ.
Икеһе лә трубканы һүндерҙе, уның ике яғында ике йән өнһөҙ генә күҙ йәштәрен йотто. Барыһы ла яҡшы буласаҡ... Өмөт йәшәтә кешене. Ниндәй ҙур көскә эйә был һүҙ?! “Ә унан да көслөрәк тағы бер нәмә бар – ул да булһа көтөү. Кеше бер ниндәй өмөт ҡалмағанда ла көтөргә һәләтле”. Фәниә был кәлимәне “Класташтар” төркөмөндә уҡып, оҙаҡ уйланғайны. “Беҙ ҙә көтөрбөҙ”, – тип ҡуйҙы ул үҙ-үҙенә шыбырлап ҡына...

***
... Йәйге матур көн. Бар урамға йәм биреп ултырған бер йорт алдында ир кеше бәләкәй улы менән ҡойма йүнәтә. Ҡарап тороуы күңелле, бәләкәс уға әле сүкешен, әле ҡаҙағын йүгертеп алып килә. Урамдан уҙып барғандар туҡтап, хәл-әхүәл һораша. “Вәт, маладис, ниндәй ҙур ярҙамсы атаһына!” – тип малайҙы арҡаһынан һөйөп алалар. Уныһы бындай һүҙҙәрҙән тағы ла дәртләнеберәк китә. Шул саҡ ошо малай йәшендәге бер ҡыҙ өйҙән йүгереп сыҡты ла яңғырауыҡ тауыш менән: “Атай, Алыҫлан, асалға келегеҙ!” – тип ҡысҡырҙы. “Хәҙер, Алина ҡыҙым, хәҙер”, – тип яуапланы уға Тимур.
Ғаилә төшкө ашҡа бергә йыйылды. ғаиләһен сикһеҙ һөйөүҙән Фәниәнең күҙҙәренән шатлыҡ йәштәре бәреп сыҡты. Көтөп алды улар бәхеттәрен, хыялдары ысынға ашты, Хоҙай биргән һынауҙы бергә сабыр ғына үткәрә белгәндәре өсөн бына ошо игеҙәк ҡыҙ һәм ул менән бүләкләне Аллаһы Тәғәлә. Йөрәкте ярып сыҡҡан бала, тиеүҙәре хаҡ икән...

Алһыу ШӘРИПОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»