RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Атай нигеҙен һаҡлаусы йәш ғаилә

15.10.2016 Атай нигеҙен һаҡлаусы йәш ғаилә

Атай нигеҙен  һаҡлаусы йәш ғаиләВәлитовтарҙың иман нурына күмелгән өр-яңы йортонда дүрт быуын вәкилдәре үҙ-ара татыу ғүмер итә

Йәштәрҙең ауылдарҙа төпләнмәүе республикабыҙҙың оло проблемаһы булып тора. Кемдер – эш, аҡса юҡлыҡты, кемдер күңелһеҙ тормошто сәбәп итә. Ә Ауырғазы районының Мораҙым ауылында йәшәүсе Юлай һәм Рәсимә Вәлитовтар улдарын илһөйәрлек рухында тәрбиәләгән, уларҙың күңеленә ауылға һәм хеҙмәткә һөйөү орлоғо сәскән. Уларҙың буй еткергән дүрт улының өсәүһе ауылда төпләнеп, төрлө урында хеҙмәт юлын башлаған. Бөгөн Вәлитовтарҙың иман нурына күмелгән өр-яңы йортонда дүрт быуын вәкилдәре үҙ-ара татыу ғүмер итә.

88 йәшлек тыл һәм хеҙмәт ветераны Гөлсөм инәй ҡыҙы Рәсимә менән кейәүе Юлайҙың, ейәндәренең ҡәҙер-хөрмәтендә көн күрә. Бик иртә етем ҡалыу, һуғыш һәм унан һуңғы ауыр йылдарҙа үҙен аямай эшләү инәйҙең һаулығына зыян килтермәй ҡалмаған. Әммә ул бөгөнгө көндә үҙен иң бәхетле кеше тип һанай: матур тормошта, ҡәҙер-хөрмәттә оҙон ғүмерле булып көн итә, ейәндәренең, бүләһенең шатлыҡтарына һөйөнә. Ә Юлай ағай ғүмере буйы колхозда тир түгә, Рә­симә апай ҙа тәүҙә ауыл хужалығында, аҙаҡ хаҡлы ялға сыҡҡансы почта бү­лексәһендә эшләгән. Оло улдары Мар­сель дә, уртансылары Айбулат та урындағы “Урал” ауыл хужалығында – береһе келәттә, икенсеһе малсылыҡта тир түгә. Олоһо инде күптән ғаиләһе менән йорт төҙөп башҡа сыҡҡан, әле Айбулатҡа яңы өй төҙөү менән мәшғүл берҙәм ғаилә ағзалары. Алдағы йылда өй туйларға, килен төшөрөргә иҫәптәре. Ә Ришаттары Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй, Себер тарафтарында эшләп йөрөй.
Атай нигеҙен кинйә ул һаҡлауы – халҡыбыҙҙың матур йолаһы. Ата-бабалар аманатына хыянат итмәйенсә, Вәлитовтарҙың кесе улдары Иншар атай йортонда төпләнгән. Ҡатыны Айгизә лә уның был теләген аңлап ҡабул иткән. Бала саҡтан йырларға яратҡан, мәктәптә үткәрелгән барлыҡ мәҙәни сараларҙың уртаһында йөрөгән Иншар һөнәр һайлағанда һис кенә лә икеләнеп тормай. Ҡулына аттестат алыу менән Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумының театр булегенә уҡырға инә. 2010 йылда уҡыуын тамамлап, йәш белгес оло маҡсаттар, матур хыялдар менән тыуған ауылында эш башлай. Ағинәйҙәр ҡорон төҙөү, ауылдың талантлы йәштәре менән концерттар ҡуйыу, байрам сараларын үткәреүҙән тыш, ул район кимәлендәге байрамдарҙа ла ҡатнаша, спектаклдәрҙә лә уйнай. Мораҙым ауылы һабантуйҙарының, яҙ айҙарында үткәрелгән “Һылыуҡай” конкурсының даны бөтә районға таралған. Ә уларҙың матур үтеүендә, еренә еткерелеп ойошторолоуында ауыл мәҙәниәт йорто директоры Иншар Юлай улының хеҙмәте ҙур. Үҙенең моңло тауышы, ижад иткән хисле шиғырҙары менән биҙәгәс, һәр байрам ҡабатланмаҫ биҙәккә әүерелә. Эшен яратып, күңел биреп башҡарғанға ла уның ауылдаштары алдында һүҙе үтемле, йөҙө яҡты.
Иншар буласаҡ ҡатыны Айгизә менән бер ауылда үҫә. Әллә йәш айырмаһы ҙур ғына булғанғамы (алты йыл), йәштәр тәүҙә бер-береһенә артыҡ иғтибар итмәй. Сираттағы байрам сараһынан һуң улар осраҡлы ғына һөйләшеп китә. Артабан – дуҫлыҡ, яҡындан аралашыу һәм өс йылдан һуң егет һөйгәненә ғаилә ҡорорға тәҡдим яһай. Замандың башҡа булыуын һылтап, бөгөн йәш килендәр ҡәйнә менән бер йортта йәшәргә атлығып бармай. Әммә Айгизә был яҡтан күптәргә өлгө булырлыҡ: төп йортта бер түгел, ике ҡәйнә менән килешеп йәшәй.
– Өйләнешеү тураһында һүҙ сыҡҡас, ҡәйнәм Айгизәгә минең алдымда кәңәштәрен еткерҙе. Төп йортта йәшәйәсәк киленгә икеләтә ҡунаҡсыл, уңған, алсаҡ, атай-әсәйҙәренең хәлен белергә килгән ағайымдарға, улар­ҙың балаларына ҡарата иғтибарлы булырға өйрәтте. Үҙен яратҡан, ихтирам иткән кеүек үк, ҡәйнәләренә ҡарата ла йылы тойғолар булырға тейешлеген, һүҙгә килешкәндә, аңлашылмаусанлыҡтар булғанда өйҙәге сүпте ситкә сығармаҫҡа кәңәш итте. Башҡорт ҡатындарына хас аҡыллылығы менән кәләшемә дөрөҫ тәрбиә биргән ҡәйнәмә рәхмәтлемен, – ти Иншар.
Ысынлап та, Айгизә, йәш булыуына ҡарамаҫтан, әсәһе Айгөл апай биргән кәңәштәр­ҙе тотоп йәшәй. Ҡәйнәгә ярай белһәң, бер йортта йәшәүе күпкә еңел, ти ул. Йорт эштәренә өлгөрмәгәндә йәки бала тәрбиәләгәндә тыуған ҡыйынлыҡтарҙы еңергә өлкәндәр һәр ваҡыт ярҙамға килә. Рәсимә апай ҙа, ҡайҙалыр барырға кәрәкһә, йортто кем ҡарар тип бошонмай, йәш килен донъя көтөргә сымыры.
Сәскәләргә күмелеп ултырған йортта уңғандар йәшәгәне күренеп тора: кәртә тулы мал, баҡсала умарталар теҙелгән. Өй эсе лә таҙа һәм йыйнаҡ, килгән ҡунаҡтарҙы өс хужабикәнең береһе мотлаҡ яҡты йөҙ менән ҡаршы ала һәм тәмле сәй менән һыйлай. Дүрт айлыҡ Айназ да һөйөүгә күмелеп йәшәй: йә ҡартатаһы, йә Айбулат олатаһы, йә ике өләсәһенең береһе мотлаҡ уны күккә сөйөп яратып ала. Атаһы ла эштән ҡайтыу менән иң тәүҙә уның янына атлыға. Үҫеп кенә алһын әле, ул да ауылдың иң һылыу ҡыҙына өйләнеп, Мораҙымды йәмләп йәшәр. Атаһы, олаталары һәм ҡартатаһы кеүек.

Гөлнур ҠЫУАТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»