RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Күңеле – гөл-баҡса

12.10.2016 Күңеле – гөл-баҡса

Күңеле – гөл-баҡса
Күңелеңдә нимә үҫтерергә:
хуш еҫле гөл-сәскәләрме әллә ҡый үләндәреме – һәр кемдең тик үҙ мәйелендә

... Йәшләй генә Муса ауылына кейәүгә сығып, ғаилә ҡамытын йүнләп артмаҡлап та өлгөрмәгән Камиланың ире кинәт вафат була. Ҡайны-ҡәйнә эшкә шәп, егәрле, баҫымсаҡ килендәренән яҙырға теләмәй, уны икенсе улдарына кейәүгә сығырға күндерә. Ҡәйнеше менән ирле-ҡатынлы йәшәй башлауҙарына аҡтар менән ҡыҙылдар һуғышы тоҡана. Утлы болғаныштың ялҡыны уларҙың ауылына ла килеп етеп, бер көн аҡтарҙың пуляһы Камиланың иренә тейә. Яраһын бәйләп, йоҡларға ятҡанда, алда ниндәй фажиғә көткәнен бер кем белмәй.

– Инәйем иренең төндә үлгәнен аңғармай, ҡуйынында йоҡлап ятҡан, – тип үҙ тормошон әсәһенең яҙмышынан башланы Фәүзиә Ғәлиәхмәтова. – Иртән уянып киткән дә, ныҡ ҡурҡҡан, бахырҡайым, ҡото осҡан. Ҡурҡыуы шундай көслө булған, хатта ауырып киткән, яңылыша башлаған... Ҡайныһы менән арбала китеп барғанда, ҡола яланға күрһәтеп, әйҙә, еләк йыяйыҡ, ана, еләк ҡалай күп, тип, булмаған еләкте йыйырға тотонған... Әзәйемә (инәйемдең инәһенә) был турала хәбәр иткәс, ул барып ҡыҙын өйҙәренә, Ҡотойға алып ҡайтҡан. Ауылды аҡтар баҫып, талай башлағас, ҡыҙыма тейеп ҡуймаһындар тип, әзәйем инәйемде бәләкәй баланы биләгәндәй ураған да, аҡтар ихатаға килеп инеү менән, өйгә инә күрмәгеҙ, ҡыҙым холера менән ауырый, тигән. Ул ваҡытта йоғошло сирҙәрҙән дауа булмағас, аҡтар йорт эсенә инергә шөрләгән, һарайҙан малдарын ғына ҡыуып алып сыҡҡандар. Халыҡтың күпселеге аҡтарҙан урманға ҡасҡан булған, күрше әбей шунан бөрлөгән йыйып алып ҡайтҡан да, әзәйемдәргә индергән. Инәйем шул бөрлөгәнде ашап йүнәлгән. Был турала ул беҙгә өндәшмәне, Райхана апайыбыҙға ғына һөйләгәйне, беҙ унан белдек. Йүнәлгәс, инәйем Ҡолош ауылынан Садиҡ Зариповҡа, йәғни атайыма кейәүгә сыҡҡан да, беҙ – Вәрис, Мәүлиә, мин – тыуғанбыҙ. Атайым Садиҡтың тәүге ҡатынынан ике бала булып, уларҙы ла инәйем баҡты. Миңзифа апай менән Хәҙис ағайҙың атайыбыҙҙың тәүге ҡатынынан булыуын, атай – бер, инәй башҡа икәнен белмәнек, ундай уй башыбыҙға ла инмәне, сөнки инәйем улар­ҙы ситкә типмәне, беҙҙән айырманы, барыбыҙға ла тигеҙ ҡараны. Хәйер, инәйем менән атайым айырыуса мине иркәләтеп, һөйөп кенә үҫтерҙе. Эш эшләтмәнеләр. Мине өлкәндәр эшкә ҡушабыҙ тиһә, теймәгеҙ Фәүзиәгә, әйҙә йырлаһын, бейеһен, тип яҡлаштылар. Иҫемдә: урамдан килеп инәм дә, сәй эсеп ултырған инәйем менән атайымды һөйөндөрөп, таҡмаҡ әйтеп, бейергә төшөп китәм. Атайымдың һаҡалы менән уйнарға яраттым. Ҡышҡы һалҡындарҙа тыны һаҡалында боҙ булып ҡата, шуға ул ҡайтҡас, һаҡалды ҡырҡам да бәрәм, тиһә, ҡырҡма-а-а, тип зыулап илайым... Инәйем башҡорт халыҡ йырҙарын иҫ киткес матур башҡарҙы, ә бейегәнен ҡарағанда, онотолоп китерлек ине! Атайым оҫта гармунсы, таҡмаҡсы булды. Уларҙың йыр-моңға һөйөүе миңә күсеп, артабан инде йыр арбаһын алып киттем... Инәйемдәр мине уҡытырға тырышты. Ҡолошта – дүрт, Ҡотойҙа – ете, Наурыҙ ауылында ун синыфты тамамланым да, артабан юғары уҡыу йортона барыр урынға (һәйбәт уҡыным) кейәүгә сыҡтым да ҡуйҙым... Кейәү, тигәндән, мин бәләкәй саҡта әле Иҫтамғолдан беҙгә белештәр килеп йөрөй торғайны. Шулар, Фәүзиә, беҙ һине килен итеп алабыҙ, тиһә, һеҙҙең бынауындай ғына (сәтәкәй бармағымды күрһәтәм) улығыҙға бара ла торғаным юҡ, тип көләм шарҡылдап... Мәүлиә апайым Иҫтамғолға кейәүгә сыҡҡас, Яңы йыл байрамына уларға барҙым. Кисен клубта күңел асҡас, мине шул белештәрҙең улы Салауат оҙата барҙы. Бер-беребеҙҙе шундай оҡшаттыҡ, оҙаҡ та йөрөмәй, өйләнештек. Һуң күрешкәндә ул сәтәкәй бармағындай бәләкәс түгел ине инде, ҡыҙҙарҙың һушын алырлыҡ сибәр, аҡыллы, һөйкөмлө егет булып үҫеп еткәйне... Шул мәлдә Иҫтамғол мәктәбендә Әғләм Янбаев директор ине, уның ҡатыны Ләлә апай ҙа шунда уҡытты. Улар күсенеп китергә йыйынғас, Ләлә апай, әйҙә мәктәпкә уҡытырға кил, тип саҡырҙы. Шулайтып мин ун синыф белем менән башланғыс синыфтар уҡы­тыу­сыһы булып эшкә төштөм. Аҙаҡ Белорет педучилищеһында ситтән тороп уҡыным. Эшемде, балаларҙы бик яратып, күңелемде һалып эшләнем. Шуға эшем дә алға барҙы. Уҡыу-уҡытыу араһында күмәк хужалыҡ эшендә лә, клуб тормошонда ла ҡатнашып өлгөрә торғайным. Ирем, Салауат Мөхәмәтғәли улы, электрик булып эшләне, үкенес, арабыҙҙан бик иртә китеп барҙы. Уның менән бергә концерттарҙа йырлап-бейеп, спектаклдәрҙә ҡатнашып йөрөгән саҡтарҙы һағынып иҫләргә генә ҡалды...
Дүрт тиҫтә йылға яҡын Иҫтамғол мәктәбендә балаларға белем биргән, БАССР Халыҡ мәғарифы министрлығының Почет грамоталары менән наградланған, лайыҡлы рәүештә “Өлкән уҡытыусы” исемен йөрөткән Фәүзиә Садиҡ ҡыҙының хаҡлы ялға сығыуына байтаҡ йылдар үтһә лә, ул һаманғаса уҡыусыларҙың яратҡан уҡытыусыһы булып ҡала. Талапсан, әммә ғәҙел, бала йәнле Фәүзиә апай менән уҡыуы ифрат күңелле ине, тиҙәр: “Дәрестә күңел­һеҙләнергә ваҡыт юҡ, улар мауыҡтырғыс итеп ҡорола. Уҡыу менән бергә йырҙар, шиғырҙар, бейеүҙәр өйрәнәбеҙ, яңы уйындар отабыҙ, таныш кеүек күренгән донъяны өр-яңынан асабыҙ. Хатта баҡсалағы эштәрҙе лә ауыр бурыс итеп түгел, ә ҡыҙыҡлы уйын итеп ҡабул итә торғайныҡ: кемдең түтәле күберәк уңыш бирер?! Уға рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ!” Фәүзиә Ғәлиәхмәтова эшләгән осорҙа Иҫтамғол мәктәбенең даны бар республикаға таралды: бер нисә тапҡыр район күләмендәге семинарҙар үткәндән һуң, мәктәп базаһында республиканың башлан­ғыс белем биреү методистарының кәңәшмәләре лә уҙғарыла. Фәүзиә апайҙың эш тәжрибәһен өйрәнергә төрлө ҡала һәм райондан әллә күпме уҡытыусы килә. Иҫтамғол мәктәбен уҡыу-уҡытыу буйынса ла, тәрбиә йәһәтенән дә алдынғылар сафына сығарған Фәүзиә Ғәлиәхмәтова йәмәғәт эшендә лә һынатмай: ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе, иптәштәр суды секретары, эскелеккә ҡаршы көрәш буйынса рәйес-пропагандист вазифаларын оло яуап­лылыҡ менән башҡара. Пенсияға сығып, Учалы ҡалаһына күсеп килгәс тә, диван йылытып ятмай Фәүзиә апай – “Хазина” фольклор төркөмөндә сығыш яһай, концерттарҙа, конкурстарҙа ҡатнаша. Моңло йырлаған, шиғырҙар яҙған, сценарийҙар төҙөгән, мандолина сирткән, ҡумыҙҙа уйнаған ханымдың ижад шишмәһе һурығыр­ға уйламай, йылдан-йыл көсәйә, һутлана, тулылана ғына бара. Һәм Күмертауҙа үткән республика кимәлендәге “Таҡмаҡ әйтеш” конкурсында беренсе урын яулаған Фәүзиә апайҙың йөҙөндә атаһы Садиҡтың мут йылмайыуы сағылып киткәндәй тойолһа, “Мин яратам һине, тормош!” республика фестивалендә “Халыҡ йыры” номинацияһында еңгән йырҙы башҡарғанда әсәһе Камиланың тауышы ишетелгәндәй; Учалы телевидениеһы ойошторған “Ижади оҫтахана” телепроектында ҡатнашып, призлы урынға сыҡҡанда иһә Фәүзиә апайҙың булмышында ата-әсәһенең һәләте бар көсө менән балҡығандай... Һөйөклө атаһы менән әсәһе сәскән орлоҡтарҙың шытып үҫеп, бөгөнгәсә емеш биреүе ниндәй оло бәхет!
– Бәхетлемен, тормошомдан ризамын, – ти бит үҙе лә Фәүзиә апай. – Мостай Кәрим әйтмешләй, үткән тормошомдоң яманынан – яҡшыһы, көйөнөстәренән – һөйөнөстәре, дошмандарҙан дуҫтарым күберәк. Булғанынан айырмаһын. Шөкөр, ике таяу – улым бар, ҡыуаныс­тарым сығанағы иһә унау: биш ейәнем, бер ейәнсәрем, дүрт бүләсәрем тормошомдо йәмләй.
Яҡындарын барлағанда донъяға һөйөп баҡҡан күҙҙәрҙән нур сәселә. Ғәжәп гүзәл тормош юлы үткән Фәүзиә Ғәлиәхмәтованың абруйы ни ҡәҙәрем ҙур булһа, һөйкөмлөлөгө лә шунса ҙур – күңелендә һандуғастар һайраған, хуш еҫле сәскәләр атҡан кешенең башҡаса булыуы ла мөмкин түгел.

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»