RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Банк белгесе, йырсы, гимнаст, сибәр ҡыҙ йәки Милена Зарипованың ниндәй һөнәрҙәре бар?

12.10.2016 Банк белгесе, йырсы, гимнаст, сибәр ҡыҙ йәки Милена Зарипованың ниндәй һөнәрҙәре бар?

Банк белгесе, йырсы, гимнаст, сибәр ҡыҙ йәки Милена Зарипованың ниндәй һөнәрҙәре бар?Ҡыҙ башҡорт эстрадаһына утлы йәшендәй килеп инде лә, дәртле лә, бер аҙ һағышлы ла йырҙары менән йәштәрҙең ярат­ҡан кумирына әйләнде. “Һинең хаҡта”, “Тылсымлы һөйөү”, “Һағыштарҙан арала” йырҙары төрлө хит-парадтарҙа еңеү яулаһа, йырсы Милена ЗАРИПОВА “Йәшлек-шоу – 2015” фестивалендә “Витуаль йондоҙ” номинацияһына лайыҡ булды. Бөгөн йәш йырсы менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Милена, ҡайһы яҡта тыуып үҫтең? Ҡасандан йырлай башланың?
– Силәбе ҡыҙымын. Арғаяш районының Оло Ҡуйһары ауылында тыуып үҫтем. 9-сы класты тамамлағас, финанс колледжына уҡырға ингәйнем, хәҙерге ваҡытта ошо йүнәлеш буйынса юғары белем алам. Бала саҡта художестволы гимнастика менән шөғөлләндем, шиғырҙар ҙа яҙҙым. Йырларға электән яратам, әммә бер ҡасан да йырсы булараҡ билдәлелек яулармын тип уйламай инем. Үҫә килә музыка мәктәбенә йөрөй башланым, вокал менән етди шөғөлләнә башлағас, гимнастика менән хушлашырға тура килде. 5-се кластан төрлө кимәлдәге йыр конкурстарында ҡатнаштым, күп кенә еңеү яуланым. шулай итеп, йыр, сәхнә яҙмышым икәнен аңланым. 15 йәшемдә тәүге тапҡыр Өфөгә барып, профессиональ студияла йырҙарымды яҙҙырырға батырсылыҡ итеп, поезға билет алдым да, хыялыма табан елдерҙем.

– 15 йәштә тәүге тапҡыр Өфөгә килдем, тиһең, ә баш ҡала тамашасыһы алдында тәүге тапҡыр ҡасан сығыш яһаның?
– 2013 йылда “Йәшлек-шоу” фестивалендә ҡатнаштым. Һәр артисҡа хас тулҡынланыу, бер аҙ ҡурҡыу тойғолары кисерҙем, ә сығыш аҙағында милләттәштәремдең йылы алҡыштарын, йырымды яратып ҡабул итеүҙәрен күреү мине бәхетле итте. Хәҙер инде йыш ҡына төрлө концерттар­ға саҡырыу алам, мөмкин тиклем баш тартмаҫҡа, йышыраҡ сығыш яһарға тырышам.

– Ғаиләгеҙ сәнғәт яратамы?
– Атай-әсәйем ауылда йәшәй, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнәләр. Уҡыуҙан буш ваҡытыбыҙҙы файҙалы һәм ҡыҙыҡлы үткәреү өсөн улар беҙгә дөрөҫ йүнәлеш бирергә тырышты. Ҡустым – спортсы, дзюдо менән шөғөлләнә, һеңлем бейергә ярата. Ҡустыма һәләт атайымдан күскән, моғайын, ул да сәләмәт тормошто, спортты үҙ итә. Ә әсәйемдең таланттары күп: йырлай ҙа, бейей ҙә, гимнастика менән дә шөғөлләнә. Мин уға нығыраҡ тартҡанмын.

– Башҡорт теленә, йырына ҡарата һөйөү ҡасан барлыҡҡа килде? Нисә йәшеңдә башҡортса һөйләшә башланың?

– Мин бит башҡорт ауылында тыуып үҫтем, өйҙә аралашыу һәр ваҡыт туған телдә булды. Мәктәпкә барғас ҡына рус һәм сит телдәрҙе өйрәндек. Музыка менән шөғөлләнә башлағас, ниндәй телдә йырларға, тигән һорау тыуманы. Әлбиттә, эшемдә һәм уҡыуымда күберәк рус телендә аралашырға тура килә, әммә ул миңә йырларға йәки Башҡор­тостанда йәшәгән дуҫтарым менән аралашыуға кәртә түгел. Әйткәндәй, бер нисә йырымдың рус телендә яҙмаһы бар.

– Уҡыу, эш, йыр һәм...
– Спорт! Ҡабаттан уға әйләнеп ҡайттым. Хәрәкәттә – бәрәкәт, ти халыҡ. Сәләмәт тормош яҡлымын. Тағы ла бейеү һәм матурлыҡ серҙәрен өйрәнәм. Кеше бар яҡтан да камил булырға тыры­шырға тейеш.

– Башҡорт халыҡ йырҙарын башҡараһыңмы? Ғөмүмән, репертуар һайлағанда үҙеңә ниндәй талаптар ҡуяһың?
– Мәктәптә уҡыған саҡта беҙгә башҡорт халыҡ йырҙарын өйрәтә торғайнылар, әммә хәҙер репертуарыма ундай етди йырҙарҙы алырға батырсылыҡ итмәйем. Бәлки, киләсәктә үҙемә маҡсат ҡуйып, уларҙы ла тамашасы хөкөмөнә сығарырмын. Ә әлегә мин – эстрада йырсыһы. Репертуарға килгәндә, бик талапсанмын. Үҙемә лә, авторҙарға ла, музыканттарға ла, йырҙарыма ла. Күңелемә оҡшамаһа, йырҙарҙы 4 – 5 тапҡыр яҙҙырыуым бар. Үҙемдең күңелемә ятмаһа, бөтөнләй халыҡ иғтибарына сығармайым. Мәҫәлән, “Һинең хаҡта” йырын тәүҙә рус телендә башҡарғайным. Башҡорт теленә барлыҡ эмоциялары, фекере һәм хисе менән тәржемә итә алған авторҙы ярты йыл эҙләнем.

– Силәбе башҡорт йәштәренең әүҙем тормошо хаҡында ишетеп, белеп торабыҙ...
– Эйе, өлкәнең Башҡорт йәштәре союзы мәҙәниәтте пропагандалау, башҡорт телен өйрәнеү, йәштәрҙе ойоштороу буйынса бик күп эш башҡара. Башҡорт дискотекалары, ҡурайҙа уйнау, башҡорт телен өйрәнеү буйынса курстар, иҫтәлекле урындарға походтар, сәнғәт һәм әҙәбиәт әһелдәре менән осрашыуҙар – быларҙың барыһы ла уларҙың башланғысы менән үтә. Үҙемдең улар араһында булыуым менән бәхетлемен.

– Ижадҡа ҡарата ниндәй уй-ниәттәрең бар?
– Йырсылар, артистар өсөн яңы ижад миҙгеле башланып ҡына тора. Уны асып, тамашасыларға “Хыялым” йырының премьераһын тәҡдим иттем. Ул интернет селтәрендә ярайһы ғына популярлыҡ яулап та өлгөрҙө. Алда тағы ла яңы йырҙар, клиптар буласаҡ. Ҡалғандары әлегә сер булып ҡалһын әйҙә.

– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт! Ижади уңыштар насип булһын һиңә!

Нургөл ШӘРИПОВА
әңгәмәләште.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»