RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ҡуштандар ҡот килтермәй

11.12.2010 Ҡуштандар ҡот килтермәй

«Кешенең эш-ҡылығы – тормошо. Эштәре уның – яҡшымы йәки яманмы – яҙмышына әйләнә. Нәҡ ошо – беҙҙең тормош ҡануны. Шуға ла кеше өсөн иң мөһиме – уның әле нимә эшләүе», – тигән Агни-Пурана.
Кешенең шәхси сифаттарынан әүәл-әүәлдән әҙәп, аҡыл, намыҫ, аҡ күңел юғары баһалана. Йәмғиәт бит ғәҙел, иманлы, намыҫлы, ырыҫлы кешеләр менән ҡотло һәм хозур. ҡан бабалар ҡанға һеңдергәнсә, әҙәмде әҙәм иткән – әҙәп. Халыҡ яҡшы ғәҙәтле, әҙәпле ҡәрҙәштәребеҙҙе олуғ күрә, хөрмәт итә. Үрнәккә лә, күрмәккә лә бар шәхестәребеҙ иһә милләтебеҙҙең йөҙөн билдәләй.
«Юлай менән Салауат» тарихи ҡобайырында әйтелеүенсә иһә, «Алдыңда һине ағартып, артта ҡара яғыусы, битендә ике йөҙ булып, ике телле әҙәмдәр илгә таяныс булмаҫ».
Тыштан бер, эстән икенсе төрлө, хәл-ваҡиғаға, шартына ҡарап, төрлө ҡылыҡлы, һүҙле, ихлас түгел бәндәләр дейеү-бәрей, ен-шайтан, дөрөҫөрәге, әүермән кеүек күҙаллана. Әлбиттә, үҙен генә уйлап, төрлө сүрәткә инеүселәр илгә терәк була алмай. Мәшһүр «Урал батыр» эпосында ҡәрҙәштәренә ҡаршы сыҡҡан, яҡшыға дошман булған ике йөҙлө яуыз Шүлгән халыҡҡа тынлыҡ, бәхет бирмәй, йөрәк-бауырҙы телеп, ата-инәһен, ҡатынын хур итә.
Халыҡ бер ҡасан да әпкәләйҙәрҙе, ялағайҙар­ҙы хуп күрмәгән, ҡуштанланып, яҡшатланып, һырпаланып йөрөүселәрҙе үҙ итмәгән.
Үкенескә күрә, ярарға, яраҡлашырға тырышып, дөрөҫмө-түгелме, түрәләрҙең һәр һүҙен ҡеүәтләп, йөпләп, өлтөрәп, эс-бауырға инеп барыусылар әле лә донъя тулы. ҡатын ҡуштаны ла, ир ҡуштаны ла бихисап. ҡуштанлыҡ иман юҡ урындарҙы үрмәксе ауы һымаҡ сорнап алған. Бәғзеләр шул тиклем ярай белә, етәкселәрҙең ышанысын яулап, таяуына әйләнеп, намыҫлы кешеләрҙе юҡҡа сығара.
Боронғо грек фәйләсүфе Әфләтүнсә (Платон) әйтһәк, себендәр сәләмәт урындарҙы ҡалдырып, тәндәге ҡысыу вә ҡутырҙы эҙләгән кеүек, боҙоҡ күңелле әҙәмдәр ҙә яҡшыларҙың яҡшылығын күрмәй, ғәйептәрендә генә соҡона.
Ярамһаҡланыу – ул ярарға тырышыу, ялағайланыу, ҡуштанланыу, «тәрилкә тотоу», үҙ файҙаңды һәм мәнфәғәтеңде күҙәтеп, түбәнлеккә төшөп булһа ла, маҡтау, хәйләле һәм рыялы хуплау. Робағиҙар остазы бөйөк Ғүмәр Хәйәмгә эйәреп әйтһәк:
Йәнем һөймәй ике йөҙлө кешеләрҙе,
ҡуштанланып үрнәк булған ишеләрҙе,
Әҙәп ҡорғаны артына йәшеренеп,
Дан өсөн иманын һатҡан әшнәләрҙе.
Хәҙер байтаҡ район башлыҡтары үҙенән өҫтәге түрәләргә күҙ буяп, мутлашып булһа ла ярарға тырыша. Әлбиттә, бындайҙар ил-йортобоҙға, халҡыбыҙға ҡот-ырыҫ килтерә, байман көнкүреш тыуҙыра алмай.
Кеше үҙ ҡәҙерен, баһаһын ярамһаҡланып түгел, яҡшы эш, изгелек менән арттырырға тейеш тә бит... Мәгәр көнитмештә күптәр ҡуштанлыҡты хуп күрә. Шуға ла ул сүп үләне кеүек әрһеҙләнеп, бынамын тигән хөр баҡсаны, тормош баҡсаһын баҫып алып та киткеләй. Йәшәйештә шул яман.
«Башҡортостан» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе булып эшләгән сағымда юл-йомош менән район хакимиәтенә барып индем. Кабинетта хәбәрләшеп торғанда «зыр-р» итеп эске телефон шылтыраны. Бүлек мөдире, эйелеп-бөгөлөп, йөҙөн үҙгәртеп, трубканы алды. Һөйләшеү бөткәс, мин уға: «Ниңә шул тиклем һығылаһың, хакимиәт башлығы һине телефондан күрмәй бит», – тинем, көлөмһөрәп.
– Беҙ бәләкәй кешеләр, буйһоноусылар, түрәгә ярарға тырышыу ғәҙәткә ингән, – тине мөдир.
Ярамһаҡланыуҙың ғәҙәткә инеүе, көндәлек күренешкә әйләнеүе, ижади хеҙмәт мөхитенең юғалыуы аяныс.
Тәрән һәм күп яҡлы белемгә эйә булмаған, халҡыбыҙҙың рухи донъяһын, тарихын белмәгән бәғзе берәүҙәрҙе, йүнәлеш бирерлек ҡөҙрәте, ойоштороу, идара итеү һәләте юҡтарҙы һәр йәһәттән ҙур абруй, тәжрибә кәрәк урынға ултырталар. Улар үҙҙәрен танытыуҙы көндәлек көсөргәнешле эштән түгел, ә тупаҫлыҡтан, аламалыҡ ҡылыуҙан, коллективты бүлгеләүҙән, юғары органдарға бөтә юлдар менән ярарға тырышыуҙан башлай. Коллективта элекке имен, ижади мөхит бөтә, нервы ҡаҡшатҡан, ҡулға эш бармаған хәл-күренеш тыуа. Һәләттәре самалылар ике йөҙлө, тәкәббер етәксенең яйына күнә, өҫтә таянысы ҙурлығын тойоп, ялағайланыуға күсә. Күнмәгәндәр, намыҫтарын тапамағандар, эш өсөн янғандар вазифаларынан бушатылыу хәленә етә. Өҫтән яҡлауы ҙур был әҙәмдәр тантана итә, ни теләй, шуны эшләй, билдәле шәхестәрҙе, ир уҙамандарын кәмһетергә һәм рәнйетергә лә тартынмай. Мәгәр тора-бара диктаторҙың аты һөрлөгә.
Уйлаһаң, ундайҙарҙан яҡшатланыусылар тағы ла ҡурҡынысыраҡ. Улар күптәрҙең күңелен, йәнен биләй, һүҙ йөрөтә, аҫтыртын эш итә. Яман түрәләр иһә, үҙен уйлап, шундайға ирек ҡуя, эйәреп йөрөп үҙҙәрен маҡтаусыларҙы, комплимент әйтеүселәрҙе яҡынайта. Ауыҙы йомшаҡ ҡолон биш бейәне имгән кеүек, теле менән алдаштырыусылар, һүҙ менән юхалаусылар ҙа түрәгә яраҡлаша. Иң ғәжәбе: күп башлыҡтар, хатта ҙур ғилемгә эйәләр оло йөктө тарт­ҡан хеҙмәткәргә түгел, әлеге лә баяғы ярам­һаҡҡа тиҙ ышана, уны эшем эйәһе итеп күрә һәм үрнәк итеп ҡуя.
Халыҡ әйтмешләй, маҡтау шайтандың да башын әйләндерә шул.
Ара бутаусылар­ҙың, боҙоҡ уй ме­нән йәшерен эш итеү­селәрҙең һүҙенә ышанып, бәғзе етәкселәр һәләтле, йүнсел хеҙмәткәрҙәрҙе эҙәрләй, эштән китергә мәжбүр итә. Ә ярамһаҡтар әллә кем булып йөрөй бирә, «баш ашарға» тағы ла әүәҫләнеп китә.
ҡуштан әҙәм түрәнең бер алдынан, биш артынан төшә, халыҡ тапҡыр әйткәнсә, эшләп ярамаһа, кешнәп ярай. Тормоштан миҫал килтерәйек. Ижадҡа һәләте юҡ урта йәштәрҙәге ҡатын күренекле ғилем эйәһенә ныҡ һырпалана, кәрәкһә-кәрәкмәһә лә, кабинетына инеп соҡона, коллегалары тураһында төрлө хәбәр еткерә, башлыҡҡа кәрәкле мәғлүмәттәрҙе эҙләп килтерә. Байрамдарҙа, мәжлестәрҙә уны өнһөҙ итер ҡылйыуғыс тел менән йыуа:
– Хөрмәтлеләрҙән хөрмәтле Фәлән Фәләнович! Олуғтарҙан олуғ шәхес! Һеҙҙең менән бергә эшләүебеҙгә үтә лә шатбыҙ, бәхетлебеҙ. Әлдә һеҙ бар әле донъяла! Һеҙҙең ышыҡта ел-ямғыр теймәй, мәңге шулай эшләргә, йәшәргә яҙһын!
Бер генә, тиһегеҙме? Яйы сыҡҡан һайын ошолай маҡтау яуҙыра, йөрәккә май булып яғыла хәйләкәр ҡатын. Таҫма телдән ирегән етәксе уның еңел-елпе эштәрен дә үткәреп ебәрә. Үрмәксенән күрмәксе, башҡалар ҙа мәҙхиә йырларға тотона. Яман сир тиҙ йоғоусан шул.
Был ни ғиллә, был ни хикмәт? Хатта эскерле, мәкерле заттарға ла яраҡлашалар?! Бәғзеләре алдында маҡтай, артында хурлай. Иман юғалһа, әҙәп тә юғала икән...
ҡатын-ҡыҙ ҡуштандар фәрештәгә лә, һөйәркәгә лә әйләнә. Етәкселәренең теләгенә ҡаршы тора алмай ҙа, файҙа алыу маҡсатынан да, ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙ түшәккә ятыусан. Шулай эшкә урынлашалар, эш хаҡтарын арттыралар, юғарыраҡ вазифаға үрләйҙәр, фатир, ятаҡтан бүлмә, атҡаҙан­ған исем алалар...
Гөлгөнә мәктәптән китеп, күңеле ятҡан ойошмаға эшкә урынлашыр­ға хыял итә ине. Тик нисек? Унда урамдан ингән кешене ҡабул итмәйҙәр. Юғарынан фарман бирер, тәҡдим итер танышы юҡ. Шуға ла Гөлгөнә, әҙерләнеп, ойошма башлығы менән мәктәптә осрашыу үткәрҙе. ҡарабаевҡа кисә лә, Гөлгөнә лә оҡшаны. Һылыу һүҙ ҡушҡас, ҡарабаев: «Фатирыңа барып һөйләшәйек», – тине... Гөлгөнә йәһәт кенә табын әҙерләне. ҡарабаев портфеленән шешә килтереп сығарҙы. Матур тостар әйтеп, бокалдарҙы сыңлаттылар. Хужабикәнең ҡыҙы икәүһен ҡалдырғас, ҡарабаев, әрһеҙләнеп, Гөлгөнәгә һырышты.
– Нисек бергә эшләрбеҙ һуң? – тип ҡаршылашып ҡараны Гөлгөнә.
– Пар күгәрсендәр кеүек гөрләшеп, – тине түрә, наҙланып. – Бер нимә лә бушҡа эшләнмәй. Һәр нәмәнең хаҡы бар, матурҡайым...
Танһығын ҡандырғас, ҡарабаев ашыҡ-бошоҡ ҡына кейенеп ҡайтып китте. Гөлгөнә уның сираттағы ҡорбаны ғына ине. ҡарабаевтың эштә лә, ситтә лә һөйәркәләре былай ҙа хисап­һыҙ. Эштәгеләре, йөҙ сәбәп табып, Гөлгөнәне алдыртманы. ҡарабаев байтаҡ ҡатын-ҡыҙҙы түшәккә һалып эшкә ҡабул иткәйне. Гөлгөнәнән башҡа ла ингеләп йөрөгәндәре былай ҙа етерлек ине. Шуға ла ҡарабаев уны уйлап та ҡуйманы. Гөлгөнәнең күңелендә был ҡара бохайырға ҡарата әсе рәнйеү ҡалды. Нисек ул эсе ҡаралыҡтан ябығып, ҡатып, кәкрәйеп бөткән ошо ҡуҡыр, яуыз әҙәмгә үҙен мыҫҡылларға юл ҡуйҙы? Уға ярайым, эшкә урынлашам тип, тәнен һатты. Ә нәфсеһе аҙған ҡара йөҙ йәмғиәттә күренекле шәхес булып танылып йөрөй. Ә бит Ғүмәр Хәйәмсә йәшәү күпкә хәйерле:
Әгәр һинең бар икән ашарға көн дә бер
йәймәң
Һәм дә күнәк һыу килтерергә килһә хәлеңдән,
Ни хәжәт һуң ҡәбәхәттәргә баш эйергә,
Һәм намыҫыңды юйып, ямандарға теҙ
сүгергә?
Ярамһаҡланыуҙан арынырға, ярамһаҡҡа әйләнеүҙән ҡурҡырға кәрәк. Ярамһаҡтың башы эйелгән, аяғы бөгөлгән, теле майланған, йәне буйһонған, ҡулы тәрилкә тотҡан. Ул бесәй һымаҡ уралана, һырпалана, көсөк кеүек ҡойроҡ болғай, төлкө һымаҡ күңел табырға тырыша.
Үкенескә күрә, әҙәми зат ярамһаҡлы маҡтауға ауан. Ул ялағайҙың сәскә аҫтына йәшеренгән һағыҙаҡ, йылан һымаҡ икәнен, сағылыуың, әрнеп һыҙланыуың ихтималлығын уйламай. Бит ҡуштанланыу менән үс алыу дуҫ. ҡуштандар яҡшыларға яман ҡараш, мөнәсәбәт тыуҙыра. Улар бар ерҙә әҙәп-иман, именлек юҡ. Ярамһаҡтар эшкә – уңыш, тормошҡа йәм һәм ҡот килтермәй. Шуны аңлаһаҡ икән...
Ғүмерҙәрен ярамһаҡланып үткәргән кешеләр бар. ҡыҙғаныс ғүмер, нурһыҙ ғүмер... Был фани донъяла намыҫ менән йәшәү күркәм, бик күпкә күркәм.

Сәлимйән БӘҘРЕТДИНОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»