11.12.2010 Халыҡ менән хәҡиҡәткә таянһағыҙ, яңылышмаҫһығыҙ
«Мөхтәрәм Президент! Иртәгә – Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы көнө. Һеҙ үҙегеҙ ҙә, Төп Закон да һүҙ һәм выждан иреклеген гарантиялағас, һәр беребеҙҙең шәхси хоҡуҡтары һағында торғас, баҙнатһыҙлыҡты ашатлап, туранан-тура мөрәжәғәт итергә булдым, ғәфү итерһегеҙ.
Уйлай китһәң, ябай һәм бәләкәй генә бер кешенең дәүләт башы исеменә һүҙ ҡатып ултырыуында сәйерлек тә, самаһыҙ мин-минлек тә барҙыр инде. Әлеге хатымдың Президент ҡолағына ғына түгел, Республика йорто тупһаһына ла яҡынлай алмаҫын белһәм дә, әйтер һүҙемде, «Улым, һиңә әйтәм, киленем, һин тыңла!» тигән халыҡ әйтемен тотоп, бәлки, Президенттың ярҙамсылары ишетер, тигән өмөттә ҡалам. Ә инде уйымдағылар, улар күңелен ҡаҡмайынса, гәзит уҡыусыларға барып ишетелһә лә бик хуп. Хәҙерге заманда түрәләрҙең йөрәгенә ҡарағанда ябай кешеләрҙең йөрәгенә асҡыс тиҙерәк табыла, күңел ҡапҡалары киңерәк асыла.
Хөрмәтле Рөстәм Зәки улы! Һеҙгә, йәшлек йылдарығыҙҙан уҡ юғары вазифаларҙа эшләгән кешегә, ҡәҙимге граждандың хоҡуҡтары, уның дәүләт менән идара итеүҙә ҡатнашыуы, бәлки, абстракт төшөнсәгә әйләнеп тә бөткәндер. Халыҡтан вазифа, мөнбәр кәртәләре менән айырылған етәксе күпселек нәмәләр тураһында теоретик ҡанундарға таянып фекер йөрөтә башлай. Кешенең тәбиғәте шулай булғас, бында кемделер ғәйепләү йәки шәхси үҙенсәлектәрҙән сүп эҙләү урынһыҙ. Башҡортостандағы иң юғары вазифаға ғына түгел, фермаға мөдир итеп тәғәйенләнгән кешенең дә холоҡ-фиғеле, һөйләшеү рәүеше, хатта атлап йөрөшө лә үҙгәреүе ихтимал. Ә инде юғары вазифа өсөн – ҙур аҡыл, ҙур зиһен өсөн – һауаланмаҫ баш, ул баш әйләнмәһен тиһәң, ныҡлы муйын кәрәк.
Беҙҙең менталитет шулай: хужа кеше алсаҡ йөҙлө һәм эштә ҡаты ҡуллы булһа, халыҡ менән уның телендә аралашһа, ул – һәйбәт. Ябай халыҡ буш ҡыуыҡлыҡты, эрелекте яратмай ҙа, ғәфү итә лә алмай. Был юлдарҙың авторы, Президент әфәнде, Иосиф Сталинды хәтерләгән кеше. Бөгөн кемдәрҙер уны хурлаһа ла, илде – ил, ҡәүемдәрҙе милләт итеп туплауҙа Иосиф Виссарионовичтың хеҙмәттәрен инҡар итеү мөмкин түгел. Дәүләт тарихында һәр хакимдың – үҙ урыны. Шул уҡ ваҡытта ил тарихы, етәкселәрҙең эшмәкәрлегенән бигерәк, ябай игенсенең, токарҙың, уҡытыусының, ғалимдың, актерҙың бигүк күренеп бармаған көндәлек хеҙмәте менән яҙыла. Ошо хәҡиҡәтте онотоп, дәүләттә төп урын чиновниктарға, депутаттарға, олигархтарға бирелә икән, уның халыҡ дәүләте тип атала алыуы шикле.
Ғөмүмән, хөрмәтле Президент, беҙҙәге чиновниктар башбаштаҡлығы һәм «халыҡ хеҙмәтселәре»нең халыҡ ҡатнашмайынса ғына депутатлыҡ мандаты алыуы – үҙе бер оло мәсьәлә. Һайлау системаһын камиллаштырабыҙ тип, хуш, халыҡты ул һайлаясаҡ кешеләрҙән айырҙылар, ти. Бының менән илдең эске сәйәсәте нимә отто һуң? Һеҙгә был һорауға яуап биреүе ауырыраҡтыр, әммә талапсаныраҡ Владимир Путиндың тырышлыҡтарына ҡарамаҫтан, Рәсәй идара итеү системаһында, уның халыҡ менән мөнәсәбәттәрендә, чиновниктар менталитетында һаман бюрократик, ришүәтле дәүләт булып ҡала.
Дәүләт ҡоролошо халыҡҡа йөҙө менән боролһон өсөн ул халыҡты һис ҡасан да алдамаҫҡа кәрәк. Беҙҙә, үкенескә күрә, бер уйҙы уйлап, икенсе хәбәрҙе һөйләп, өсөнсө төрлө эшләү ғәҙәте көслө. Дәүләт халыҡты ғүмер баҡый исемһеҙ-төҫһөҙ бер биомасса тип иҫәпләй. Һәм ниндәйҙер мәсьәлә хаҡында һүҙ барғанда аныҡ кеше түгел, ә дөйөм йәшәүселәр күҙ уңында тотола. Ябай кешене тыңлай һәм ишетә белмәү – идара итеүселәрҙең төп сирҙәренең береһе. Рәсәйҙә һәм, тәбиғи, Башҡортостанда ла «Халыҡтан да оло һәм халыҡтан да аҡыллы булыу мөмкин түгел» тигән хәҡиҡәт инҡар ителә. Әммә иң йонсотҡаны – һүҙ бутҡаһы. Һиҙәһегеҙҙер, коррупцияға ҡаршы көрәш йәки модернизациялау программалары әле ҡағыҙҙа ғына саҡта уны пропагандистик шау-шыуға күмә башлағайнылар. Беҙҙә теләһә ниндәй һәйбәт эште лә һүҙ өйөрмәһенә тартып индереп тонсоҡтороу ғәҙәте бар. Һеҙҙең алда ла шул имтихан тора.
Ошо юҫыҡта, Рөстәм Зәкиевич, йәнә бер теләкте өҫтәйем әле. Башҡортостан йөмһүриәтендә хужа кеше – Президент. Демократия, власть тармаҡтары, тип хәбәр һөйләһәк тә, донъя тотҡаһы, ғәмәлдә бер ҡулда булырға тейеш. Уның һәр һүҙе иғтибарға алына, һәр күрһәтмәһе һис һүҙһеҙ үтәлә. Бында авторитар идаралыҡ йәки диктатура эҙләргә маташыу урынһыҙ. Хужаның һүҙе бер ҡолаҡтан инеп, икенсеһенән сыҡҡан хужалыҡ, ғәҙәттә, бик тарҡау йәшәй. Илдә иһә Президент йәки Хөкүмәт рәйесе сығыштарында күтәрелгән мәсьәләләр ҙә шундуҡ онотола. Енәйәтселеккә ҡаршы көрәш, етем балалар яҙмышы, идара итеү системаһын реформалау, чиновниктарҙың һанын кәметеү, кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты дәртләндереү... Хәҙер фән үҙәктәре булдырыу, торлаҡ-коммуналь хужалығы... Дауам итеү кәрәкме? Әйтелгән һүҙ елгә осмаһын ул. ҡарарҙар һәм күрһәтмәләрҙең үтәлешен ҡәтғи күҙәтмәгәндә һәм шымартыу оҫталарын йүгәнләмәгәндә, бойороҡтарығыҙ, ябай халыҡты болоҡһотоп һәм өмөтләндереп, ҡағыҙ киҫәге генә булып ҡалыуы ихтимал. Халыҡтың ышанысын һындырмағыҙ, өмөтөн һүндермәгеҙ, Президент әфәнде. Ул хәйерселеккә лә, йорт-ерһеҙлеккә лә түҙә, дәүләте ситкә типкәндә лә халыҡ иле өсөн йәнен бирергә лә әҙер тора, халыҡҡа, иң мөһиме, иғтибарлы һәм ихтирамлы мөнәсәбәт кәрәк.
Балаларыбыҙ тураһында айырыбыраҡ әйтеп үтәйем. Беҙҙең мосолман халыҡтарында «Бала табыу – бер ҡыйын, бала бағыу – мең ҡыйын» тигән әйтем бар. Был донъяла сабыйҙан да ҡәҙерлерәк һәм уның яҙмышы өсөн яуаплыраҡ нәмә юҡтыр. Үҙен кеше тип һанаған кеше үҙ балаһы өсөн йәшәй һәм бар булмышын сабыйына бирә. Бар көс-ҡеүәтебеҙ, зиһенебеҙ, ғәмәлгә ашмай ҡалған хыялдарыбыҙ, тамсылап ҡына һарҡып, балаларыбыҙға күсә. Һүнә барған йылдарыбыҙ уларға ҡайта, осор ҡанаттарын нығыта. «Донъябыҙ иртәгә кемгә ҡала һуң?» – тип хафаланмаҫ булһаҡ, балаларыбыҙҙың бөгөн нисек йәшәүен, ни хәлдә булыуын күрәйексе.
Хөрмәтле Президент! Мин – һуғышта башын һалған фронтовик улы. Атайым Харьков эргәһендә ятып ҡалғанда әсәйемә егерме дүрт йәш кенә булған, ҡулында – өс сабый. Ләкин ул балаларын етемдәр йортона тапшырмаған, үҙе күтәргән. ҡәйнәм мәрхүмә лә фронтовик ҡатыны, һуғыштан һуң өс балаһын яңғыҙ тәрбиәләгән. Уларҙың ниҙәр күргәнен, ниндәй яфалар кисергәнен хәҙергеләр, бәлки, аңламаҫ. Әммә әсә бөйөклөгө миҙалдарҙа һәм маҡтаулы исемдәрҙә генә сағылмай, уның асылы – үҙ бурысын ипле, кешегә белдермәй башҡара алыуҙа.
Һуғыштан аҙаҡ етемдәрҙең күп булыуы – тәбиғи хәл. Рәсәйҙәге бөгөнгө миллиондарса етемде ниндәй һуғыш «тыуҙырған» икән? Дәүләтебеҙҙә балаларға ҡаршы иғлан ителгән һуғыш бара. Балаларыбыҙҙы етем ҡалдыралар, ҡыйырһыталар, урлайҙар, көсләйҙәр, үлтерәләр, ә дәүләт ошо һуғышты ситтән генә ҡарап тора. Дөрөҫөрәге, күрмәмешкә һалыша.
Хөрмәтле Рөстәм Зәкиевич! Вазифа бурысы буйынса Һеҙ, әлбиттә, тәү сиратта, иҡтисад, сәйәсәт мәсьәләләре менән шөғөлләнерһегеҙ, ләкин шуны онотмаһағыҙ ине: хәҙер балаларҙы һәр яҡлап һаҡлауҙан да мөһимерәк бурыс юҡ. Бөгөн ғәмһеҙлек күрһәтһәк, киләсәгебеҙҙе юғалтасаҡбыҙ.
Һеҙҙең ваҡытығыҙ тарлығын һәм һүҙҙең оҙонғараҡ китеүен иҫәпкә алып, тағы бер генә йүнәлешкә күҙ һалыуығыҙҙы теләр инем. Эшмәкәрлегегеҙҙең тәүге көндәренән үк Һеҙ телевидениеға килдегеҙ, блог, телефон аша аралашыуҙы ла дәртләндерәһегеҙ. 2008 йылдың апреле аҙағында «Аргументы и факты» аҙналығы журналистары менән осрашҡан саҡта, Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев: «Рәсәй телевидениеһы – донъяла иң яҡшылар иҫәбендә», – тигән фекер әйткәйне. Ижади коллективта әйтелгән фекерҙе ижад кешеләренә ҡарата комплимент тип тә аңларға мөмкин, әлбиттә. Һәр кемдең үҙ зауығы ла бар бит әле. Ул «яҡшы» телевидениеның һәр каналында тиерлек ҡан ҡойош, аҙғынлыҡ, түбән зауыҡтың тулып ятыуы ла ил етәксеһен борсомай. Ләкин мәсьәләгә төбәк етәкселәре лә йоғонто яһай алалыр бит? Балаларыбыҙ аңына һәм психологияһына иң ҙур ҡурҡыныс телевидение, интернет яғынан килә. Әгәр был «мәғлүмәт» саралары артабан да эшмәкәрлеген әлеге йүнәлештә дауам итһә, йәмғиәтебеҙҙең емерелеүен шунда табырбыҙ.
Мәғлүмәт саралары, тигәндән, мин ошо өлкәлә, профессиональ рәүештә, дүрт тиҫтәнән ашыу йыл эшләнем. Һүҙ – бик үткер ҡорал. Үткерлек иһә үлтерә лә, дауалай ҙа. Объектив тәнҡитле, социаль йүнәлешле матбуғат булмаған йәмғиәттә демократия тураһында етди һүҙ алып барыу мөмкин түгел.
Мөхтәрәм Президент! Тәфсилләп һөйләшер форсат булһа, йөрәкте әрнеткән тағы әллә ниҙәр тураһында әйтеп бирер инем. Ҙур дәүләттә эреле-ваҡлы мәсьәләләр тулып ята, хатта улар араһында аҙашып китеү ҙә ихтимал. Шундай ваҡытта халыҡ менән кәңәшләшһәгеҙ, уларҙың йөрәк ҡағышына ҡолаҡ һалһағыҙ ине. Халыҡтың бер мәл яңылышып та китеүе мөмкин, ләкин уның фундаменталь ҡиммәттәре үҙгәрешһеҙ, табынған ҡиблаһы элеккесә ҡала. Һеҙҙең иң төп, иң ышаныслы таянысығыҙ – ябай кешеләр. Улар һатмаҫ та, хыянат та итмәҫ.
Халҡыбыҙ ғүмер баҡый килер хакимдарҙың аҡылына, ғәҙеллегенә һәм мәрхәмәтенә өмөт менән йәшәне. Улар әле лә юғалмаған.
Эскерһеҙ ихтирам менән,
Марсель ҡОТЛОҒӘЛЛӘМОВ».