RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йылы ғына һуҡма шәл йәки Вәзәмдәр бит эшкә шәп!

22.09.2016 Йылы ғына һуҡма шәл йәки Вәзәмдәр бит эшкә шәп!

Йылы ғына һуҡма шәл йәки Вәзәмдәр бит эшкә шәп!Ейәнсура шәле, Бөрйән балы, Миәкә балаҫы, Әбйәлил кейеҙе, Дәүләкән ҡымыҙы... Һәр райондың үҙенә күрә быуаттар дауамында етештерелеп, оҫтарып, тотош тарих тәшкил иткән брендлы тауары бар. Ҡымыҙ һәр районда етештерелә, әммә беҙҙең башыбыҙға, иң шифалыһы Дәүләкәндә, тигән фекер һеңгән. Шәлдәрҙе лә күп райондың ҡатын-ҡыҙҙары бәйләй, әммә һатып алған саҡта, хаҡы ҡиммәт булғанда ла, Ейәнсура шәлдәренә өҫтөнлөк бирәбеҙ. Сөнки элек-электән улар билдәле.

Ә бына һуңғы йылдарҙа киң танылыу яулаған һуҡма шәлдәр Хәй­булла районының бәләкәй генә Вәзәм ауылы брендына әйләнде. Халҡыбыҙҙың онотолған һөнәрҙәре иҫәбенә инер ине һуҡма шәл кәсебе, әгәр ҙә был ауылдың уңған ҡатындары булмаһа. Респуб­лика шәл фестивалендә райондың мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Лариса Рәшит ҡыҙы Мәмбәтова 200 йыл элек һуғылған шәл менән барыһын да шаҡ ҡатыра. Уны Әбү­бәкир ауылында йәшәүсе Шәрифә инәй Била­лова, өләсәһенән ҡалған ҡомартҡы итеп, күҙ ҡара­һындай һаҡлаған була. Был шәл шулай уҡ Хәйбуллала йәшәгән ҡатындарҙың ҡул оҫталығын да дәлилләй. Ауыл ҡатындарына үҙенә күрә кәсеп булһын өсөн һөнәрҙе тергеҙергә тәҡдим була. Эштең башланғысы ошо ауыл килене, драматург, билдәле режиссер Сәрүәр Сурина булһа, клуб мөдире Гөлназ Сурина уны ҙур теләктәшлек менән күтәреп ала. Төрлө концертта, кисәлә ихлас ҡатнашып йөрөүсе дәртле ҡатындар берләшеп, шәл һуғыу оҫталығына өйрәнә башлай.
Эш Әсҡәпъямал инәй Күскил­дина­нан ҡалған ҡомартҡы – төрлө күргәҙмәгә генә йөрөтөлгән балаҫ һуғыу станогын бер аҙ рәткә килтереү (уның бик күп өлөшө етмәгән була, кемдер өйөндә һаҡланған көрөҫ, тәпәйлек алып килә, ваҡытлыса мәктәп музейындағы һоҫа алып торола), өй беренсә йөрөп, кәзә дебетен йыйыуҙан башлана. Әйткәндәй, ауылда бындай станоктар байтаҡ була, тик төрлө музейға экспонаттар йыйған саҡта вәзәмдәр уларҙы бушлай таратып бөтә. Йыйылған дебетте еп итеп иләп, әҙерлек эштәрен атҡарып сығалар. Оҫталар саҡырып, эшкә лә өйрәнә Вәзәм уңғандары. Әбйәлил райо­нынан килгән Рәсилә Вәлиева үҙенең оҫталығы менән ихлас уртаҡлаша, шәл һуғыу нескәлектәренә өйрәтә. Тик иҫке станоктар менән әллә ни алға китеш булмай. Төрлө туҡыманан, һарыҡ йөнөнән балаҫ һуғырға ҡулайланған көрөҫ дебет епте өҙә, тараҡ та үтә һирәк булғас, буй ептәрҙе нығытмай. Шул саҡта тормош иптәше Гөлназдың бөтә күңелен һалып яңы һөнәргә өйрәнеүен күҙәткән Риф Сурин уларға ярҙамға килә. Балаҫ һуғыу станогының һәр детален ныҡлы өйрәнеп, һыҙмалар һыҙып, үлсәп, ҡырҡып ҡарай ҙа, магазиндар буйлап материалдар эҙләп сығып китә. Күҙ ҡурҡаҡ – ҡул батыр, тиҙәр. Бер аҙ мәшәҡәтләнгәндән һуң, Риф ағай тәүге станокты йыйып та ҡуя. Еңел дә, төрлө күргәҙмәгә йөрөтөр өсөн уңайлы ғына итеп ысҡындырып йыйырлыҡ та була ул. 2014 йылда, сираттағы күргәҙмәлә вәзәмдәр башҡорт шәлдәре сәнғәтен тергеҙеүгә республика башлығының 100 мең һумлыҡ грантын алғас, тағы ла биш станок эшләтәләр. Станоктар артҡан һайын етештереү ҙә арта бара, бер-бер артлы яуған заказдар ҙа тиҙерәк үтәлә. Риф Сурин иһә районда ғына түгел, ә республикала берҙән-бер һуҡма станок оҫтаһы булараҡ дан яуланы. Унан күреп, ауылдың башҡа ир-егеттәре лә эшләргә өйрәнә башлаған.
– Эшкә ауылыбыҙҙың уңған ҡатындары дәррәү тотондо. Ундан ашыу кеше берләшеп, 2013 йылдың сентябрь айында “Вәзәм һуҡма шәле” ҡулланма-биҙәү сәнғәте халыҡ клубын ойоштороп ебәрҙек. Райхана, Әнүзә, Сәғиҙә, Нурсилә, Миңзәлә Суриналар, Клара Ласынова, Зәкиә Мусина, Мөнирә, Хәмдиә, Тәнзилә Күскилдиналар менән бергәләшеп, ҡыштың оҙон кистәрен шәл эше менән үткәрәбеҙ, – ти клуб етәксеһе Гөлназ Сурина. – Беҙҙе дәртләндергән, эште башлап ебәргән Сәрүәр еңгәй Суринаға рәхмәтлебеҙ. Был шөғөл беҙ­ҙең өсөн ҙур яңылыҡ булһа ла, нәҫелебеҙҙә, халҡыбыҙҙа ул булған. Өлә­сәй­ҙә­ребеҙ борон, шәлдән тыш, балаҫ та, киндер туҡыма ла һуҡ­ҡан. Ҡа­ныбыҙға һалынған эшкә өйрәнеп китеү ауыр булманы.
Һуҡма шәл бәйләнгән шәлдәргә ҡарағанда ҡалынлығы, йы­лы­лығы менән айырылып тора. Иләнгән епкә ҡатлыҡ ҡушылмай, был шәлдәрҙә ни бары кәзә дебете генә ҡулланыла. Шуғалыр ҙа улар бер аҙ ауыр кеүек тойола. Һуҡма шәлдәр өсөн вәзәмдәр үҙҙәре тоҡомло дебет кәзәләре аҫрай. Урам ҡаплап килгән көтөүҙә һәр йорттан тиерлек тиҫтәләп ваҡ мал иҫәпләнә. Февраль айы етеү менән ғаилә ағзалары бергәләшеп кәзә тарарға тотона. 1–1,5 килограмм дебет биргән кәзәләрҙең хаҡы үтә лә ҡиммәт был яҡтарҙа. Бәйләнгән шәлдәрҙән айырмалы рәүештә, һуҡма шәлдәр өсөн дебетте йыуып эшкәртмәйҙәр икән. Әҙер шәлде генә йылымыс һыуҙа, еҫле шампунь менән йыуып алырға кәрәк. Киптерер алдынан ҡағып, һуғып алһаң, бер аҙ яҙылып, шәл бермә-бер ҙурайып китә, ҡабара башлай. Һуҡма шәл өсөн оҙон, таралыңҡырап торған дебет кәрәк. Еп ҡалын итеп иләнә, сирағыраҡ та була (әйткәндәй, сирағыраҡ ептәр һуғылған шәлдәрҙә бер яҡҡараҡ боролоп, матур биҙәк тә хасил итә). Уртаса шәл өсөн (120х120 см) 650 грамм тирәһе дебет кәрәк. Һуғыу эшен башлар алдынан тәүҙә буй ептәрҙе теҙеп сығалар. Аҙаҡ улар араһынан арҡыры ептәр үтә. Һәр үткән еп артынан шәл рәттәрен, тығыҙ ултыр­һын өсөн, станоктың тараҡ тип аталған ҡорамалы менән тарттырып ҡуйырға кәрәк. Йомғаҡ әҙерләү өсөн ун көн тирәһе ваҡыт китһә, һуғыр өсөн тағы ла аҙна тирәһе ваҡыт кәрәк. Буйға ҡуйыл­ған ептәр өҙөлмәһен өсөн бик һаҡ һәм ипле тотоноп эшләйҙәр, сөнки ул өҙөлһә, ялғауы бик мәшәҡәтле була. Тағы ла ике көн шәл ситтәрен биҙәр өсөн китә. Был биҙәктәр өсөн һәр кем үҙ фантазияһын эшкә егә.
Шәлдәрҙең хаҡы 5 мең һумдан башлана, палантиндар арзаныраҡ булһа, ҙур шәлдәр ҡыйбатыраҡҡа һатыла. Бер нисә йыл оҫталыҡтарын арттырғандан һуң, вәзәмдәр шәл генә түгел, төрлө шарф, палантин, кофта, балаҫ та етештерә башлаған. Аҡ һәм ҡара дебеттән шаҡмаҡлап биҙәк тә һалып ебәрәләр. Уларҙың тырышлығы менән быға тиклем күргәҙмәләрҙә генә күренгән һуҡма шәлдәрҙе бөгөн һәр ҡатын-ҡыҙҙың һатып алырға мөмкинлеге бар. Заказдар һәр ваҡыт булып тора, бөгөн Вәзәм ҡатындарының күҙ нуры, күңел һәм ҡул йылыһы ҡушылған шәлдәр, республиканан тыш, Ырымбур, Мәскәү, Һарытау, Себер тарафтарында ла киң танылыу яулаған. Һуңғы ваҡытта башҡа райондарҙан шәл һуғыу станоктарына ла заказдар килә.
– Үҙебеҙҙе, эшебеҙҙе күрһәтер, реклама яһар өсөн беҙгә күпләп төрлө сараға йөрөргә кәрәк. Был йәһәттән беҙ уңдыҡ: район хакимиәте, мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Лариса Рәшит ҡыҙы Мәмбәтова, Әбеш ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Таһир Мөғлетдин улы Юнысов транспорт, аҡса менән ярҙам итеп торалар. “Салауат йыйыны”, Республика шәл фестивале, Санкт-Петербург ҡалаһында үткән һабантуй байрамы, Сы­уашстанда үткән форум, төрлө күргәҙмәгә йөрөп, һуҡма шәлдәргә ҙур реклама яһаныҡ. Халҡыбыҙҙың боронғо кәсебен тергеҙеп, тыуған ауылыбыҙҙы, башҡорт ҡатындарының эшен данлайбыҙ. 2014 йылда Республика шәл байрамында гран-при яулаһаҡ, “Уфа-Ладья. Арт. Ремесла. Сувениры” III күргәҙмә-фестивалендә лауреат исеменә лайыҡ булдыҡ. Районда үткән бер байрамдан та ситтә ҡалғаныбыҙ юҡ, – ти Йылайыр районынан Вәзәмгә килен булып төшкән Клара Ласынова.
Шәлселәр тик ҡул эше менән генә булышмай, йыр-бейеүгә лә оҫта. Үҙҙәренең фольклор ансамбл­дәре лә бар, ҡайҙа ғына йөрөһәләр ҙә, башҡорт йырҙарын йырламайынса ҡалмайҙар. һуҡма шәл менән шөғөлләнгән ҡатын-ҡыҙҙар­ға башлыса 55 – 60 йәш. Улар үҙ сиратында һөнәрен балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә өйрәтә башлаған. Ҡыҙыҡһыныусылар күп, башҡа төбәктәрҙә йәшәүселәр ҙә өйрәнергә теләй. Өс йылда ғына ҙур уңыштарға өлгәшкән шәлселәр киләсәккә ҙур өмөт бағлай, яулан­ған баһалар менән генә туҡталып ҡалмаҫҡа иҫәп тота.
Ҡышҡы бурандарҙа, сатнама һыуыҡтарҙа, әсе елдәрҙә үҙебеҙҙе башҡорт шәлдәре менән йылытайыҡ, ҡурсыйыҡ. Уларға бит милләттәштәребеҙҙең ҡул йылыһы һеңгән, күңел матурлығы ҡушылған.

Гөлнур ҠЫУАТОВА
Йылы ғына һуҡма шәл йәки Вәзәмдәр бит эшкә шәп!
Йылы ғына һуҡма шәл йәки Вәзәмдәр бит эшкә шәп!










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»