RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ҡоръятмаҫтың сәмле халҡы – ауылдың аҫыл даны

18.09.2016 Ҡоръятмаҫтың сәмле халҡы – ауылдың аҫыл даны

Ҡоръятмаҫтың сәмле халҡы – ауылдың аҫыл даны
Яңғыҙтүбә битен йәмләп ултырған мәсет ауылға килеүсе һәр кемгә иманлы сәләм күндерһә, Бикташ, Оло, Улаҡлы шишмәләре мул һыуы менән кешеләргә шифа тарата. Башҡорт халҡының ижад хазиналарының береһе булған “Заятүләк менән Һыуһылыу” эпосын бүләк иткән ер ул беҙҙең бөгөнгө сәфәребеҙ төбәге – Дәүләкән районының Ҡоръятмаҫ ауылы. Асылыкүл ярҙарынан ҡул һуҙымы ғына ерҙә урынлашҡан ауылда үҙ халҡына, тарихына, ил яҙмышына битараф булмаған ир-егеттәр, уңған, хәстәрлекле ҡатын-ҡыҙҙар йәшәй. Һөйләшеүҙәре менән айырылып торған, үҙенсәлекле диалектта аралашыусы ҡоръятмаҫтар эштә лә алдын­ғы, ял иткәндә лә әүҙем. Ауылдың проблемаларын хәл иткәндә лә улар кемдәндер ярҙам көтөп ултырмай, ә үҙҙәре унан сығыу юлдарын эҙләй.

Мәғариф менән мәҙәниәт дуҫлығы

Ҡайҙа ғына булһаҡ та, танышыуҙы иң тәүҙә ауыл мәктәбенән башлайбыҙ. Ҡоръятмаҫта ла балаларҙың шат тауыштарына сумған белем усағы ҡаршы алды. 48 бала – ошо төбәктең иртәгәһе көнө, киләсәге. Ауылда йәштәрҙең әҙ ҡалыуы уҡытыу­сыларҙы борсоуға һалһа ла, төп белем биреү мәктәбе киләһе 5 – 6 йылда эшләр тигән өмөт бар, сөнки быйылғы уҡыу йылында 1-се класҡа ун бала килгән. Үткән уҡыу йылында 9-сы класты тамамлаған уҡыусылар­ҙың етәүһе төрлө махсус уҡыу йортонда, ә икеһе Дәүләкән ҡалаһының лицей-интернатында уҡыуын дауам итә.
Мөмкинлеге сикләнгән 7-се класс уҡыусыһын уҡытыусылар өйөнә барып уҡыта. Мәктәптә юғары һәм беренсе категориялы 11 уҡытыусы белем бирә. Дәрестәре тамамла­ныу­ға ҡарамайынса, беҙҙең килерҙе белеп, өйҙәренә таралышмаған бер төркөм уҡытыусы һәм уҡыусы менән мәктәп хәлдәре тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ. Уларҙы ваҡытлы матбуғаттың бөгөнгө ауыр хәле лә борсоуға һала. Үҙ ауылдарына булған иғтибар өсөн мәктәп коллективы гәзитебеҙгә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Быйыл Ҡоръятмаҫ ауылында матур байрам сараһы көтөлә: яңы мәктәп төҙөлөүгә 30 йыл тулған. Октябрь айында үтәсәк тантанаға ауылдың күренекле шәхестәре, төрлө йылда белем алған уҡыусылар саҡырыласаҡ. Әлеге ваҡытта был ваҡиғаға әҙерлек бара: мәктәп уҡыу­сылары ауыл таланттары менән берлектә концерт номерҙары әҙерләй, уҡытыусылар биҙәү эштәре, сценарий яҙыу, саҡырыу ҡағыҙҙары эшләү менән булыша.
– Беҙҙең мәктәп 1986 йылда тө­ҙөлгән, ә 2013 йылда төҙөкләндереү эштәре үтте: тулыһынса ҡыйығы яңыртылды, спорт залында тәҙрәләр, ишектәр алмаштырылды. Бы­йыл спорт залының электр сымдарын алмаштырып, стеналарын буяр­ға планлаштырабыҙ, – тине мәктәп директоры Гөлнур Нурфаяз ҡыҙы Ғәләүетдинова. – Спорт инвентары етерлек, балалар ҡарамағында – һигеҙ компьютер. Ә бына хеҙмәт дәресе өсөн теген машиналарынан тыш ҡорамалыбыҙ юҡ. Уҡыусылар әүҙем, район кимәлендә үткән спорт ярыштарында, төрлө фән олимпиадаларында, конкурстарҙа ҡатнашып торалар. Уҡытыусыларыбыҙҙың тырышлығы баһалап бөткөһөҙ, айырыуса Гөлнара Мөхәммәт ҡыҙы Фәй­зуллина, Миңзәлә Вәсил ҡыҙы Хәлилова, Резеда Ғәйнулла ҡыҙы Әғәҙуллина, Инсаф Ҡасим улы Әкимбәтовтарҙың хеҙмәтен айырым билдәләп үтер инем.
Мәктәптә төрлө фәндән түңәрәктәр эшләһә, балалар бейеү, йыр, ҡурайҙа уйнау буйынса мәҙәниәт йортонда оҫталыҡ арттыра. Китапханасы Зөбәржәт Шәймөхә­мәтова, мәҙәниәт йорто мөдире Динә Ғәләүетдинова, художество етәкселәре Гөлшат Шәйхетдинова менән Хәтифйән Солтанов бер булып ауыл халҡының ялын һәм байрамдарҙы ҡыҙыҡлы итеп ойоштора. Бында өлкәндәр өсөн спорт залы, саф һауала балалар майҙансығы бар. Ауылдың иң-иң талантлы шәхестәрен берләштергән “Асы­лыкүл” халыҡ фольклор ансамбле эшләй.
– Билдәле артистарҙың концерттарынан тыш, ауылыбыҙҙың таланттары менән берләшеп төрлө байрамды билдәләп үтәбеҙ. Ауылдың юбилярҙарын ҡотлайбыҙ, йолалар­ҙы тергеҙеү буйынса эштәр башҡарыла. 190 урынлыҡ тамаша залы, ҙур сәхнә, репетициялар залы бар. Киске уйындарҙа йәштәр үҙҙәрен тәртипле тота, музыка ҡорамалдарына һаҡсыл ҡарашта улар. Балалар күпләп бейеү түңәрәгендә шөғөлләнә, – тип мәҙәниәт йортоноң эше менән таныштырҙы Динә Рәүеф ҡыҙы. – Тик сәхнә костюмдары юҡлығы бәкәлгә һуға. Уларҙы һәр концерт һайын район мәҙәниәт йортона барып алабыҙ, күп осраҡта улар үҙҙәренә лә кәрәк була. Бағыусылар ярҙамына өмөт итәбеҙ, бәлки, киләһе йылдарҙа костюмдар тектереп булыр.
Ауылдың йөҙөн күп осраҡта мәктәп уҡытыусылары һәм мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре билдәләй. Ҡоръятмаҫ ауылында ошо ике тармаҡ берҙәм һәм кәңәшләшеп эшләгәнгә лә халыҡ мәҙәниәтле һәм зыялы булып тәрбиәләнә. Һайлау кампаниялары, Шәжәрә байрамдары, ауылды тәртипкә килтереү буйынса өмәләр ҙә ошо ике ойошма вәкилдәре ҡатнашлығынан тыш үтмәй.

Оҫталар династияһы

Ауылда йәшәүсе ир-егеттәр ер эше менән сыныға, тиҙәр. Фәнир Тимерғәле улы Халиҡов ана шундай­ҙарҙың береһе. Ауылдың бөгөнгөһө һәм киләсәге тураһында ҡайғыртыу­сы уҙаманды ауылдаштары староста итеп һайлаған. Ә был вазифаға, ғәҙәттә, ихтирамға лайыҡ, һүҙе үткән кеше тәғәйенләнә.
Фәнир ағай ике йыл элек ферма бинаһын һатып алған. Уның өсөн ул пилорамаһын, техникаһын һатҡан аҡсаһын тотонған, кредит та алырға тура килгән. Маҡсаты – ауылдаштарына эш урындары булдырыу, ауыл хужалығын үҫтереү. Тик ике йыл буйы хужалыҡты юлға һалыу өсөн грант юллау һөҙөмтә бирмәй: бөгөн күп осраҡта эш һөҙөмтәләре түгел, ә ҡағыҙға яҙылған һүҙҙәр өҫтөнөрәк булып сыға. Әммә өмөтө һүрелмәгән әле эшсән ирҙең, тағы ла документтар йыйып, комиссия ағзаларына тапшырырға иҫәп тота. Ферма биналарында ла төҙөкләндереү эштәре үткән: ишек-тәҙрәләр яңыртылған, йылытылған, һыу үткәрелгән. Әгәр ҙә һөт йә ит тоҡомло малды күпләп алырға хөкүмәттән ярҙам булһа, бөгөн үк эш башларға булыр ине.
Әлегә Фәнир Тимерғәле улы тимер сүкеү оҫтаханаһы асҡан. Заказ (ә улар Дәүләкән тирәһенән генә түгел, ә бөтә Башҡортостан буйлап килә) буйынса кешеләргә ҡапҡа, рәшәткә, беседкалар, эскәмйәләр эшләй. Ауыл уртаһындағы бинаны, тимер эшенә кәрәкле ҡорамалдарҙы һатып алырға ла байтаҡ аҡса киткән.
– Атайым мәрхүм балта эшенә маһир булды, уға исеме менән өндәшкән кеше булмағандыр, барыһы ла, оҫта ағай, тип йөрөттө. Белгәндәрен миңә өйрәтте, мин үҙ сиратымда улым Айнурға өйрәтәм. Тимер рәшәткәгә, ҡапҡаға һорау күбәйгәс, беҙ сүкеү эшен үҙләштер­ҙек. Ҡулың эш белһә, яңы һөнәргә өйрәнеү ҙә, үҙ бизнесыңды башлап ебәреү ҙә ҡурҡыныс түгел. Теләк кенә кәрәк, – ти Фәнир ағай.
Реклама тураһында һорағас, таныштарың ни тиклем күп була, шул тиклем реклама шәберәк, тип яуап бирҙе. Материалдар Бәләбәй ҡалаһынан һатып алына, уны үҙҙәре йыуып, таҙартып, кәрәкле эшкә тотоналар. Әҙер заказдарҙы хужаларына алып барып тапшырыу өсөн еңел машинаға ҡулайлаштырылған арба ла һатып алғандар. Үҙ ауылы өсөн дә күп эш башҡарырға өлгөргәндәр: зыярат рәшәткәләре, урамдағы балалар майҙансығы, мәсет манараһы – былар барыһы ла аталы-уллы Халиҡовтарҙың ҡул көсө. Бындай изге эштәр өсөн хаҡ та алмайҙар.
Ҡоръятмаҫ еренең тартыу көсө ныҡ булыуын Фәнир ағайҙың ғаиләһе менән дәлилләргә була. Ғаилә башлығы ҡатыны Рәзилә апай менән ун йыл Бәләбәй ҡалаһында йәшәгәндән һуң (был аралыҡта ике йорт һалып сыға улар) үҙ ауылына ҡайтып төпләнә. Улдары Айнур Өфөлә юғары белем ала, Өфө ҡыҙы Элинаға өйләнә һәм Ҡоръятмаҫ ауылына ҡайтып, атаһы менән эш башлай, йорт һалып сыға. Ейәне Дамирға бөгөн ике йәш, ҡартатаһы уға үҙ һөнәрҙәрен өйрәтергә, ауыл тормошона ҡарата һөйөү тәрбиәләргә хыяллана.
– Ҡала тормошо минең өсөн түгел: унда халыҡ күршенең хәлен түгел, исемен дә белмәйенсә йылдар буйы көн итә. Аллаға шөкөр, ауылыбыҙҙа кешеләр тәртипле, уңған, аҡыллы, ярҙамсыл. Урлашыу кеүек алама ғәҙәт бөтөнләй юҡ, энә лә юғалмай. Ишекте бикләмәйенсә район үҙәгенә сығып киткән ваҡыттар була, төнгөлөккә машиналар урамда ултырып ҡала – тыныс күңел менән йәшәйбеҙ. Ҡоръятмаҫтарҙа иман менән тәртип ҡанға һалынған. Ауыл ерендә халыҡ тик эш менән генә йәшәй, тигән фекер хаталы. Мин, мәҫәлән, ҡабаланмай, һәүетемсә генә үҙ эшемде башҡарам. Заказдар булһа, эшләйбеҙ, булмаған саҡта ғаиләбеҙ менән Башҡортостандың төрлө иҫтәлекле урынына барып ял итәбеҙ, Өфөгә концерттарға, спектаклдәргә йөрөйбөҙ. Оло ҡыҙым Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамланы, кесеһе әле ауыл мәктәбендә белем ала.
Бына ошондай бәләкәй, әммә мөһим ваҡиғаларға һөйөнөп, эштән йәм табып йәшәй ауыл уҙаманы. Уның башланғысы менән ауыл мәсете лә бына-бына ишеген асасаҡ.

Аҡһаҡалдар ҡоро, иман йорто

Күп ауылда хәҙер Ағинәйҙәр ҡоро матур эшләй. Ҡоръятмаҫта ла бындай ҡор үҙ эшен алып бара. Мәғариф алдынғыһы, уҡытыусы, шағирә Миңзәлә Вәсил ҡыҙы Хәлилова етәкселегендәге ойошмала ауылдың иң абруйлы туғыҙ ҡатын-ҡыҙы туплан­ған. Улар әхлаҡи тәрбиә һәм эскелеккә ҡаршы көрәш буйынса үҙ прог­раммаларын төҙөп, мәктәп һәм мәҙәниәт йорто менән бергә тор­мошҡа ашыра.
Ауылда шулай уҡ абруйлы, үҙҙәренең йәшәйеше менән башҡаларға өлгө булырҙай ир-уҙамандарҙан торған Аҡһаҡалдар ҡоро ла эшләй. Рәил Яушев, Вәрис Хәлилов, Ғайса Низаметдинов, Харис Хәсәнов, Марат Әхмәтвәлиев, Гизәр Әғәҙуллин, Фәнир Халиҡов, Әлфәрит Хәбибрахманов, Нур­мөхәмәт Низаметдинов, Рәфис Рәхмәтуллиндарҙы берләштергән ойошма ауылдаштарына терәк тә, кәңәшсе лә, ярҙамсы ла булып тора. Ауылда йәки айырым йортта ниндәй генә проблема килеп тыумаһын, улар матди ярҙам да ойоштора, кәңәшенән дә ҡалдырмай. Шулай уҡ ҡор ағзаларының һәр береһенең шәхси хужалығында йә трактор, йә “КамАЗ”, йә йөк тейәгес бар. Шуға күрә улар ауылдың тирә-яғын, зыяратты тәртипкә килтереү, мәсет төҙөү буйынса өмәләрҙе ойоштороп ҡына ҡалмай, ә үҙ ярҙамдары менән үткәрә. Ҡоръятмаҫтар ауыл эсендәге юлды ла ҡырсынташ менән үҙҙәре төҙөкләндергән. Ҡышҡы бурандарҙа ла юлһыҙ ултырмай улар, ә сират буйынса тракторы булғандар ҡарҙы таҙарта. Шулай уҡ һабантуй, спорт ярыштары ла Ағинәйҙәр һәм Аҡһаҡалдар ҡоро ярҙамы менән ойошторола. Бындай дуҫлыҡ, берҙәмлек хөкөм һөргән һәм ир-ат аҡылына өҫтөнлөк биргән ауылдар тирә-яҡта бармаҡ менән генә һанарлыҡ.
– Ауыл халҡын ситтән килгән кешеләр боҙа. Асылыкүл янында булғас, беҙҙең ауыл курорт зонаһына инә, ер йәки йорт һатып алырға теләүселәр күп. Шуға күрә, аҡһаҡалдар ҡоронан ризалыҡ алмайынса, ситтән килеүселәргә ер һатмаҫҡа, тигән ҡарар сығарҙыҡ. Сөнки ситтән килгән кешене белеп булмай, ул, бәлки, берәй секта ағзаһылыр, йә наркотик, иҫерткес эсемлектәр һата башлар. Ауылыбыҙҙа тәртип булһын өсөн беҙгә һаҡ булырға кәрәк, – ти ҡор ағзаһы Вәрис ағай Хәлилов. – Ундай кешеләр үҫеп килеүсе быуынды ҡоротасаҡ.
Мәсеттә төҙөлөш эштәре тамамланмаһа ла, йома намаҙҙары, дини байрамдар үткәрелә башлаған. Иман йорто проектын эшләүҙә ауылдың билдәле шәхесе, Социаль страховкалау фондының Баш­ҡортостан бүлексәһе етәксеһе Марат Мөкмин улы Латипов ярҙам иткән. Ә төҙөлөш эштәре ауыл халҡы ярҙамы менән алып барыла. Һәр кем булдыра алғанса матди һәм ҡул көсө менән ярҙам итә.

Ауыл халҡы үҙ хужалығы менән йәшәй

Ҡоръятмаҫта 223 йорт иҫәпләнә, уларҙың 70-ендә – трактор, унау­һында – йөк машинаһы, икәүһендә “КамАЗ” машинаһы бар. Кемдер умарта тота, алты пилорама, бер тирмән эшләй, шәхси магазин тотоу­сылар бар. Малсылыҡ менән шөғөлләнеүселәр күп: ауыл советы иҫәбе буйынса – 975 һыйыр, 670 һарыҡ, 360 сусҡа, 35 йылҡы малы. Һәр йорт һайын тиерлек – еңел машина.
– Мал тотоу өсөн беҙҙә уңайлыҡтар бар: бесәнлектәр иркен, Шишмә шәкәр заводынан – жом, Дәүләкән он комбинатынан ҡатнаш аҙыҡ алыр­ға була, – ти йәш фермер Ринат Вәлиуллин. – Тик үҫтергән малды тапшырыр өсөн районда ит комбинаты юҡ. Уларҙы арзан хаҡҡа алыпһатар­ҙарға биреп ебәрергә тура килә. Һөт йыйыу ҙа яйға һалынмаған, яҙ айҙарында аҡса ваҡытында түләнһә лә, һуңғы арала бурыстары йыйылып китте. Ярай йәй айҙарында һөт-ҡаймаҡты йәйге ялға ҡайт­ҡан ҡалала йәшәүсе ауылдаштарыбыҙ һатып ала.
Ринат ҡатыны Гүзәл менән бергәләшеп өс тиҫтәгә яҡын һыйыр малы тота. Ихаталарына барып инеү менән еренә еткереп эшләнгән ҙур, матур һарай күҙгә ташлана. Уның артында – пресланған бесән эҫкерте. Быйыл ғына ауыл хужалығын үҫтереү программаһы буйынса кредитҡа бесән преслағыс һатып алған. Ҡыш­ҡылыҡҡа хужа 60 тонна бесән әҙерләй, ә уның өсөн ярҙамсылар кәрәк. Ҡулалмаш эшләгән ир-егеттәргә бесән пресларға үҙе лә яр­ҙамға бара. Бесәндән тыш, 20 тонна ҡатнаш аҙыҡ, жом һатып ала.
Сәғәт нисәлә йоҡонан тора­һығыҙ, тип һорауыма Гүзәл, йылмайып, йәй көнө таңғы сәғәт 4-тә һыйыр һауырға сығам, тип яуапланы. Һауылған һөттө эшкәртергә, хужалыҡ эштәрен алып барырға, ике ҡатлы матур йортта тәртип булдырырға, бала бағырға күпме көс-ҡеүәт кәрәклеген күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Йорт хужаһының пилорамаһы ла бар, йыл әйләнәһенә ағас эше менән дә була ул.
Вәлиуллиндарҙың оло ҡыҙы – Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетында, кесеһе Өфө медицина колледжында белем ала. Ә кинйәләре Айбулатҡа бер генә йәш. 20 йыл бергә татыу ғүмер иткән ғаиләгә ата-әсәләре – Асия инәй менән Рәсүл олатай ҙур терәк. Улар ҙа ғүмер буйы ауыл хужалығында эшләгән. Асия инәй – ваҡытында Бөтә Рәсәй күргәҙмәһендә ҡатнаш­ҡан кеше, һыйыр һәм ҡош фермаларында алдынғылыҡты бирмәгән. Уңғандан уңған тыуа, тиҙәр. Ринат менән Гүзәлде бөгөн йәш ғаиләләргә өлгө итеп ҡуялар.

Алтын туйҙар ауылға йәм өҫтәй

Рәсәйҙә демографик хәлдең насарайыуы бер кемгә лә сер түгел. Тыуым кәмей, уртаса йәш иҫәбе лә йылдан-йыл ҡыҫҡара бара. Шуға күрә оло йәштәге кешеләр һаны кәмей. Ҡоръятмаҫта 50, 60 йыл бергә йәшәүселәр һирәк күренеш, айырыуса ир-ат иртә үлә.
– Ауыр һуғыш йылдарынан һуңғы балалар булараҡ, икебеҙ ҙә бала саҡта күп ауырлыҡ күреп үҫтек. Аслыҡ-яланғаслыҡты күреү беҙҙең быуындың һаулығын ныҡ ҡаҡшатты. Аллаға шөкөр, матур тормошта, балалар изгелегендә, тыныс күк йөҙө менән алтын туйға аяҡ баҫтыҡ. Ә бит бөгөнгө көнгә етмәй, йәшләй вафат булған ҡорҙаштар күпме, – тип күҙ йәштәре аша һөйләй Рәүеф олатай Вәлиуллин. Ул ҡатыны Гөлсирә инәй менән ҡауышҡанға ноябрь айында 50 йыл тула.
Бер ауылда тыуып үҫкән йәштәр өс йыл дуҫлашып йөрөй. Өс йылға әрме хеҙмәтенә алынғас, отпуск алып ҡайтҡанында Рәүеф ағай өйләнеп, ҡатынын төп йортҡа килен итеп төшөрөп китә. Ете йыл төп йортта йәшәгәндән һуң йорт һалып сығалар, тормоштары эш менән үтә. Эш һөйөүсән, аҡыллы биш бала үҫтергән улар. Оло улдары Альберт Дәүләкән ҡалаһында йәшәй, мәғариф хеҙмәткәре, ҡыҙҙары Альбина менән улдары Динар күрше Алға ауылында көн итә, кесе улдары Илдар Салауат ҡалаһында хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләй. Ҡыҙҙары Динә ауылда төпләнгән. Килен-кейәүҙәребеҙ ҙә үҙебеҙ кеүек ябай, эшсән ғаиләлә тәрбиәләнгән, тип шатлана Вәлиуллиндар. Биш ейән, ете ейәнсәргә олатай-өләсәй хәҙер улар. Гөлсирә инәй беҙҙе тәмле сәйе менән һыйлап оҙатты. Халҡыбыҙҙың милли ризыҡтары – ҡаҡ менән бауырһаҡ телеңде йоторлоҡ тәмле ине. Һоҡланыуымды белдергәс, Рәүеф олатай ҙур ғорурлыҡ менән инәйҙең Маҡтау ҡағыҙҙарын сығарып күрһәтте. Хәләл ефете Дәүләкән ҡалаһында үткәрелгән Бауырһаҡ байрамында ҡатнашып, еңеү яулаған. Юҡҡа ғына Гөлсирә инәйҙе һәр туй һайын килен күстәнәсенә бауырһаҡ бешерергә йөрөт­мәй­ҙәр икән.
Ҡоръятмаҫ ауылы күңелдәребеҙҙә матур хәтирәләр ҡалдырҙы. Уның эшсән халҡы, матур ғаиләләре, Аҡһаҡалдар ҡороноң ауыл яҙмышына ҡағылышлы фекерҙәре хаҡында гәзитебеҙҙә киләсәктә тағы ла мәҡәләләр булыр әле. Сөнки ундағы хазиналар хаҡында тотош китап яҙырлыҡ.

Гөлнур ҠЫУАТОВА.
Тимур ИШКИНИН фотолары.

Ҡоръятмаҫтың сәмле халҡы – ауылдың аҫыл даны
Ҡоръятмаҫтың сәмле халҡы – ауылдың аҫыл даны
Ҡоръятмаҫтың сәмле халҡы – ауылдың аҫыл даны
Ҡоръятмаҫтың сәмле халҡы – ауылдың аҫыл даны
Ҡоръятмаҫтың сәмле халҡы – ауылдың аҫыл даны










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»