RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Мал эйәһенә оҡшаймы, әллә эйәһе малынамы?

07.09.2016 Мал эйәһенә оҡшаймы, әллә эйәһе малынамы?

Мал эйәһенә оҡшаймы, әллә эйәһе малынамы?
Август аҙағында бер сәйер яңылыҡ ишеттек: Өфөлә тоҡомло 15 эт тәрбиәләгән хужабикә эш буйынса килгән суд приставтарының береһен тешләгән икән. Хәтергә шунда уҡ Шерлок Холмстың доктор Ватсонға әйткән бер фекере килеп төштө: “Әйберҙәр үҙенең хужаһы тураһында ул ошо әйберҙәр тураһында белгәненә ҡарағанда күберәк һөйләй”.

Бынан 20 йыл элек туйыбыҙға “Пчелка” тигән кер йыуыу машинаһы бүләк иткәйнеләр. Совет технологияһы буйынса эшләнгән машина бик сифатлы булып сыҡты – бер тапҡыр ҙа ватылманы. Модаға автомат машиналар ингәс, “Пчел­ка”ны ауылға оҙаттыҡ, ә үҙебеҙгә сит илдә етештерелгән машина һатып алдыҡ. Хөрриәт, үҙе йыуа, үҙе һыға, киптерә. Әммә бер нисә йылдан электроникаһы сафтан сығыуы арҡаһында ғаиләбеҙ “ауыр” хәлдә ҡалды: ремонт ваҡыт талап итә, ә ҡул менән йыуғы килмәй. Тиҙ генә яңы “автомат” һатып алырға тура килде, ә “иҫкеһен” һуңыраҡ интернет аша 500 һумға һатып ебәр­ҙек. Ә ауылдағы “Пчелка” һаман да һин дә мин йыуа әле.
Был миҫал һуңғы сирек быуат эсендә беҙҙең көнкүрештә булған революцион үҙгәреш тураһында уйланғанда башҡа килде. Ысынлап та, полиэтилен тоҡсайҙарҙы бер нисә тапҡыр йыуып-киптереп, ма­тур ҡалай ҡумталарҙы ҡәҙерләп һаҡ­ларға ғәҙәтләнгән быуын кешеһе өсөн ғәжәп ваҡыт тыуҙы. Авторучкаларҙағы стерженде ал­маштырыу урынына беҙгә яңыһын һатып алыу отошлораҡ булып тора. Яҡшы хәтерләйем, ҡабат-ҡабат стерилләү талап иткән шприцтар урынына бер тапҡыр ҡуллана торғандары һатыла башлағас, халыҡ бик ҡыуанғайны: СПИД тигән ҡурҡыныс сирҙән тиҙҙән ҡотоласаҡбыҙ икән, тип. Әммә бағлаған өмөт юҡҡа сыҡты, тик бөтә донъя наркомандар менән һәм улар ташлап киткән шприцтар менән тулды. Бер тапҡыр ҡулланыла торған һауыт-һаба, пластик шешәләр ҙә тәүҙә шатландырғайны. Һауыт-һабаны йыуып торор урынына был тәрилкә-стакандарҙы файҙаланғас, ташла ла кит – ҡалай еңел! Тора-бара тирә-йүн пластик ҡалдыҡтар менән тула башлағас ҡына күптәр терһәген тешләрлек булды ла ул. Тик прогресты туҡтатып булмай. Хәҙерге тормошто ошо әйберҙәр­һеҙ – һауыт-һаба, салфеткалар, ручкалар, ҡырынғыстар, шприцтар, памперстар, латекс бирсәткәләр, зажигалка... – күҙ алдына килтереүе лә ауыр. Ана, тиҙҙән кейем-һалым да ошолай бер тапҡыр кейеп ташларлыҡ буласаҡ, тиҙәр. Бик шәп бит – пенопласт итек, целлофан салбар, целлюлоза тун... Ул ғына ла түгел, баҙар кеше өсөн кәрәген аңлатып булмаған тауарҙар менән тулды. Мин төрлө сувенир, аксессуар, гаджетты әйтәм. Уларҙы уйлап сығарған кешеләр үҙҙәре лә аңламайҙыр ни өсөн кәрәген. Ә ысынында кәрәк, ҡәҙерле әйбер төшөнсәһе юҡҡа сыға бара. Уның урынына әйбер-упаковка тигән нәмә килә, йәғни әйбер кешенең теләген матди төргәккә әйләндереү сара­һына әйләнә. Пластик стакан – һыуһынды ҡандырыу, бер көнлөк фотоаппарат – туристың тәьҫораттарының, ә ремонтлап булмаған сәғәт – кешенең расписаниеһының, бер көнлөк китап авторының эске донъяһының ғына упаковкаһы булып тора.
Эшкә яраған, әммә “халыҡҡа күрһәтергә оят” булған телефондар, ноутбуктар, телевизорҙар тора-бара өр-яңы көйөнсә сүп-сар хәленә төшә бирә. Ручка ғына ла түгел, унан күпкә затлыраҡ әйбер­ҙәрҙе лә бер тапҡыр ғына ҡуллана башланыҡ. Күптәребеҙ машинаны ике-өс йылдан һуң яңыһына алмаштыра, кемдер үҙенә йорт төҙөү урынына арендаға алып йәшәүҙе хуп күрә. Был сығымдарҙы ла кәметә, бер генә машинаға (йортҡа һ.б.) булған бәйләнештән ҡотолдора ла. Совет осоронда профессиональ династиялар менән ғорурлана торғайныҡ: теге йәки был ғаиләнең уҡытыусы, табип, агроном һ.б. хеҙмәт стажы 100 – 150 йыл тәшкил итә, тип. Хәҙерге быуын өсөн эш урынын алмаштырыу бер ни тормай башланы. Бер банкир аптырап һөйләне: эш хаҡы һәйбәт булыуға ҡарамаҫтан, хәҙерге йәштәрҙе эшләтеүе ауыр, тип. Эштә берәй нәмә оҡшамаһа, ташлап сығалар ҙа китәләр икән. Ана бит, Америкала, статистика буйынса, кеше эш урынын уртаса – биш йылға бер, ә йәшәү урынын дүрт йылға бер тапҡыр алмаштырып тора.
Бер көнлөк тауарҙар етештереүселәр өсөн бик отошло – бизнес даими заказдар һәм табыш менән тәьмин ителеп тора. Бизнес кешене башлыса реклама аша күберәк һатып алырға мәжбүр итә. Был рекламаның нигеҙенә “Шопингтан яҡшы допинг юҡ” принцибы һалын­ған. “Бөгөнгө көн менән йәшә” тигән нәмә һәр кемдең аңына һалына. Аҡсаң булмаһа – кредитҡа ал!
Бәләкәйҙән үк бала-саға яңынан-яңы уйынсыҡтар алдырып өйрәнә. “Булыр бала – биләүҙән” икәне күптәргә билдәле. Әйбер һайлау һәләте кешенең үҙенән торһа ла, әйбер­ҙең кешегә булған кире тәьҫире бик ҙур. Өйрәнсек һөнәрсегә был турала һорау бирә икән: “Беҙҙе радио, поезд, телефон нимәгә өйрәтә ала һуң?” Һөнәрсе: “Радио, кеше әйткән һәр нәмә бик алыҫҡа ишетелә, тип өйрәтә, поезд, бер минутҡа һуңлаһаң, ғүмерлеккә артта ҡалыуың бар, тип, ә телефон һәр әйтелгән һүҙ өсөн түләргә әҙер булырға өйрәтә”, – тигән. Ә бына аслыҡ күргән, дефицит менән таныш оло быуын кешеләре нәмәнең ҡәҙерен яҡшы белә. Күгәртеп, киптереп булһа ла тотҡан, әммә ашарға ярамаҫ хәлгә төшкән печенье-перәникте сығарып сүплеккә ташларға ҡыймаған әсәйҙәребеҙҙе нисек хөрмәт итмәҫкә һуң?
Бөгөнгө баланың элекке һымаҡ ҡәҙерләп тотҡан ҡурсағы, пистолеты, машинаһы юҡ тиһәң дә була. Үҙенең иптәштәрендә берәй яңы уйынсыҡ күреп ҡайтһа, ата-әсәһенән ошондайын йәки унан да яҡшырағын һорай башлай. Тора-бара ул бер көнлөк нәмәләргә ғәҙәтләнеп өйрәнә. Интернеттағы “дуҫтар”ы­ның һаны менән маһая башлай. Аңына дуҫ тигән нәмә икенсе төшөнсә булып һеңә: уның өсөн клавишаға баҫыу ҙа етә. Лайктар һанына ҡарап, уның “дуҫтар”ын белеп була. Ысын дуҫтың эскерһеҙ ярҙамға килә алыуы, кире ҡай­тарыу­ға өмөт итмәһә лә, бурыс­ҡа аҡса биреп тороуы уның башына ла инеп сыҡмай.
Бер көнлөк әйберҙәр кешелә бер көнлөк психология тыуҙыра башланы. Кеше араһындағы етди мөнәсәбәттәрҙе кәрәкмәй торған, ваҡытлыса булған “ваҡ-төйәк” тип иҫәпләй башланыҡ. “Бөгөн бар – иртәгә кәрәкмәгән сүп-сар”, – тип. Ир менән ҡатын тигән төшөнсәне “ваҡытлы партнер” тигән нәмә менән “бутаған” замандаштарыбыҙ күбәйеп китте. Бер таныш ҡатын шулай итеп 10 – 15 йыл эсендә унлаған “ир” алмаштырҙы. Үҙе быны һис тә аҙғынлыҡ тип ҡабул итмәй. Ул, йәнәһе, бер ғаиләне лә тарҡатмаған, тик айырылған ирҙәр менән генә “ҡауыша”. Аҙғынлыҡ тип иҫәпләмәһендәр өсөн мулла саҡырып, никахын да уҡытҡан була. Ә төптән уйлап ҡараһаң, уның өсөн ир бер көнлөк стакан, памперстан бер нәмәһе менән дә айырылмай. Етешәр тапҡыр өйләнгән Андрей Кончаловский менән Максим Дунаевский ҡатындарының бере­һен ысын ҡатын тип әйтә аламы икән? Быға ныҡ шикләнәм. Шағир Әсхәл Әхмәт-Хужа әйтмешләй:
Сөйөп булмай бер ҡул менән
Ике ҡауынды.
Һөйөп булмай бер йән менән
Ике ҡатынды.
Ғаилә төҙөү урынына ошо ваҡытлы парнерҙар менән ваҡытлыса йәшәп алыуҙы хуп күргән йәштәр күбәйҙе.
Быны аңлап та, ғәфү итеп тә булалыр. Әммә баланы, ҡартайған атай-әсәйҙе кәрәкмәгән “сүп-сар” итеп күргән замандаштарыма аптырайым. Ярай, ҡарарға алған баланы, оҡшаманы тип, кире тапшырған ғаиләләрҙе лә аңлап булалыр. Ә берҙән-бер балаһын төрлө һылтау менән – йәнәһе, ауыл мәктәбендә яҡшы белем бирмәйҙәр һ.б. – ситкә интернатҡа ебәргән ата-әсәнең был ҡылығын ошо “бер көнлөк” психология менән генә аңлатып булалыр. Баланы улар исем өсөн генә тапҡан булып сыға түгелме ни? Интернатҡа мохтаж булған күп балалы ғаиләләр ошоноң арҡаһында мәхрүм ҡала. Ә ҡартайған ата-әсәһен “эшемде ташлап китә алмайым”, “ваҡыт юҡ” кеүек һылтауҙар менән ҡарттар йортона тапшырғандар ҙа ошо ауырыу менән сирләй түгелме ни?
Тыуған илдәрен бирсәткә һымаҡ алмаштырыу ҙа ғәҙәти күренешкә әйләнә башланы. Олимпиада миҙалы алам тип, сит ил гражданлығына күскән легионерҙар күҙгә салынып бара, уларҙың спорт өсөн бер файҙаһын да күрмәйем. Ә яҡшы тормош эҙләп, ғүмерҙәрен сит тарафтарҙа уҙғарған милләттәштәремде йәлләп тә ҡуям. Шул уҡ яҡшы тормош эҙләп партбилеттарын, донъяға ҡараштарын (кредоһын) еңел генә икенсегә алмаштырған “бер көнлөктәр” үҙҙәренең тарих сүплегенә эләгәсәген аңламаймы икән? Бер көнлөк намыҫ кисә эшләгән этлек өсөн ояла белмәй, шунлыҡтан һәр ваҡыт “таҙа” булып ҡала. Сөнки был кешенәң хәтере лә бер көнлөк. Был шарттарҙа кешенең ғүмере лә “бер көнлөк стакан” хаҡына тиңләшә башлай. Юҡ-бар өсөн бер сәбәпһеҙ икенсе кешене үлтереү осраҡтары йышайҙы. Бер көнлөк нәмәләрҙең күбәйеүе кешелә, мәңгелек бер нәмә лә юҡ, тигән фекер тыуҙыра башланы. Тиҙҙән ахырызаман етә, тигән фараздар менән халыҡты ҡурҡытыу осраҡтары йышайҙы.
Ҡайһы берҙә, бер ҡат ҡына ҡуллана торған нәмәләр башлыса бер ҡатлы кешеләргә генә хас күренеш, тип уйлап ҡуям. Улар, халыҡ әйтмешләй: “Үҙенә үҙе эйә булмаған бөтәһенә лә эйә булырға тырыша”, йыш ҡына “понт” өсөн йәшәй. Әммә былар рәтендә ихтирам ҡаҙанған зыялыларҙы күреп, эсем бошоп ҡуя. Ысынлап та, мал эйәһенә оҡшаһа ла, эйәһе лә малына оҡшай башлай. Малы арыу булһа ине лә ул, тик бер көнлөк кенә шул...

Илдар ҒӘБИТОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»