11.12.2010 Йәш барһа ла, кеше йәшәүҙән туймай
Хәтер яҙылмаған китап булып күңел һандығына инеп ята ла, асылмаған сер булып үҙең менән был донъянан китә. Шул һандыҡты асып, ҡайһы бер эпизодтарҙы байҡап үтергә булдым.
1928 йылғымын. Мин тыуғанда атайыма – 59, ә инәйемә 47 йәш була. Уларҙың 11 балаһынан иҫән ҡалғаны – мин һәм дүрт йәшкә өлкән апайым. 1935 йылда атайым үлеп китте. Тормош тыныс булһа ла, аслыҡ, яланғаслыҡ хөкөм һөрҙө. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, беҙҙе йәшәтеү өсөн инәйем «ҡыҙыл Башҡортостан» колхозының һарыҡ фермаһына эшкә сыҡты. Йәйгеһен апайым менән мин дә көтөштөк.
1941 йылдың йәйе. Иртәгә, 22 июндә – Малаяҙ районында (хәҙерге Салауат районы) һабантуй. Ә бөгөн бөтә ауыл йәштәре байрамға әҙерләнә. Егеттәр ат һайлай, арба майлай. Кемдәр ултырып барырға тейеш, шуларҙы барлай. Миңә лә һабантуйға барыу бәхете йылмайҙы – Әхмәҙей ағайҙың арбаһы артында урын табылды. Кеҫәгә ике күмәс тығып, аяҡҡа иҫке булһа ла ботинка эләктереп, байрамға ашыҡтым. Беҙ килеп өлгөргәнсе һабантуй байтаҡ халыҡты йыйып өлгөргәйне. Шау-гөр килеп байрам башланды. Бына аттар ҡаратаулы ауылы яғына сабышҡа китте, түңәрәк майҙанда батырҙар көрәшкә әҙерләнде. ҡапыл майҙан уртаһындағы бағанаға эленгән ҡара тәрилкә-радионан яңғыраған көй яртылаш өҙөлдө: «Внимание, говорит Москва...» Молотов Германияның һуғыш башлауы тураһында хәбәр итте. Был ҡот осҡос хәбәрҙән сабышҡа киткән аттарҙы көтөү ҡайҙа ла, көрәшеү ҡайҙа. Халыҡ өйөнә таралышты. Кемдәрҙер, һуғышты бөтөрәбеҙ, тип оран һалды, кемдәрҙелер тура хәрби комиссариатҡа алып киттеләр, кемдәрҙер ҡосаҡлашып хушлашты, илаусылар ҙа, ҡыҙмаса булып күкрәк ҡағыусылар ҙа бар ине. Тик берәү ҙә киләһе һабантуйға тиклем күп йылдар үтәсәген, күптәр өсөн был һуңғы байрам икәнен күҙ алдына ла килтермәне.
Бына шул көндән беҙҙең дә бала саҡ өҙөлдө. Беҙ, 12 – 14 йәшлек малайҙар, ер тырматырға, һабан һөрөргә, ашлыҡ һуҡҡанда ат ҡыуырға, көлтә ташырға эшкинә инек. Йәйгеһен өйҙә ҡуныу бөттө, яланда ятып эшләйбеҙ. Киләһе йылдарҙа йәй генә түгел, ҡышын да өйҙә булырға тура килмәне. Йүрүҙән буйына һибелгән ваҡ ауылдарҙағы барактарҙа ятып ағас ҡырҡырға, уларҙы йылға буйына ташырға кәрәк ине. Һәр кешегә план бирелә. Насар ғына кейем менән аслы-туҡлы ағас ҡырҡыу эшендә йөрөгән сибек кенә ҡыҙҙар бөгөн дә күҙ алдымда: Сания, Мәрзиә, Гөлкәй, Ләйлә, Мәрфүғә, Роза... Урманға барып, ағас йығып, ут яҡҡансы аяҡ-ҡулдары, биттәре ағарып туңа торғайны.
1943 йыл. Өйҙә апайым менән мин генә. Бына инде бер аҙна үләнгә ҡушырлыҡ бер ҡашыҡ он да күрмәй йәшәйбеҙ. Инәйем 65 – 70 саҡрым самаһы алыҫлыҡта ятҡан Юныс ауылына башаҡ йыйырға киткән. Ныҡлап асыға башлағас, хәлең барҙа инәйем янына бар, тип, апайым мине сығарып ебәрҙе. Кисләтеп барып етеүемә инәйем башаҡ йыйып ҡайтты. Мин барғас, инәйем башағын ҡул тирмәнендә тартып, Кропачево станцияһындағы баҙарға алып сығырға булды. Баҙар тигән исеме генә бар, кеше юҡ тиерлек. Һатыуҙа сабата, төрлө төҫтәге, әллә үленеке, әллә теренеке булған бик алама кейем-һалым. Инәйем тартылған бойҙай ярмаһына алмаштырып, ҡулыма бер телем икмәк килтереп тотторҙо. Бешеп тә етмәгән ҡара икмәкте күкрәгемә ҡыҫып, бер аҙ торғас, әпәй тәмен белергә теләп, ваҡ ҡына тешләп ашап ҡуйҙым. Ашамаҫҡа, ә ҡарап ҡына торорға кәрәк булған икән дә, сөнки икмәкте ашҡаҙан ҡабул итмәне, бөтә эс-ҡарынды аҡтарып, кире сыҡты. Бына шул саҡ һуғышҡа тиклем, атай тере саҡтағы, ваҡыттар иҫкә төштө. ҡулға тотоп сыҡҡан икмәкте кесерткән араһына ырғытып, юл ыңғайы сисенә-сисенә һыу инергә йүгерә инек. Их, шул саҡтағы икмәк хәҙер булһа ине, тип уйлайым күҙ йәштәре аша.
1936 йылда 1-се синыфҡа уҡырға барҙым. Дәртләнеп кенә уҡый башлағайным, ауырып киттем. Уҡыу бер йылға кисектерелде. 1944 йылда Иҙелбайҙа 7-се синыфты тамамланым. Тамамланым, тип әйтеү бик үк дөрөҫ тә түгелдер. Сөнки һуңғы сиректе башлап та өлгөрмәнем, Мейәскә торф сығарырға ебәрҙеләр. Унда көнөнә 150 грамм әпәй менән кәбеҫтә һыуына өҫтәп, 1 стакан сәй ҙә бирелә. Әлбиттә, үҫмер өсөн был аҙыҡ бик әҙ, ә өйҙә ҡалһаң, бөтөнләй асығырға тура киләсәк.
Ала ҡарҙа өйҙән сығып киттек. Барыу менән эшкә тотондоҡ, ерҙең өҫтө асылған ерҙе 20 сантиметр тирәһе әрсеп алабыҙ ҙа торф ҡатлауына барып еткәнсе таҙартабыҙ. Эш ауыр, ләкин, ауыр булһа ла, тамаҡ хаҡына түҙәбеҙ.
Бына йәй етте. Үләндәр баш ҡалҡытҡас, инде ауылда да астан үлмәбеҙ, тип, ҡасып ҡайтыу яғын самалай башланыҡ. Бер көн, уңайын тура килтереп, Малаяҙҙан Рәҡип Садиҡов, Миндиәр ағай һәм мин ҡайтыр юлға сыҡтыҡ. Миндиәр ағай олораҡ та, ҡыйыуыраҡ та ине, күп тә бармай, бер тауар вагонына эләгеп китте, беҙ Рәҡип менән йәйәүләп юлды дауам иттек. Һарыҡташ станцияһына етеп килгәндә ҡаршыға ир ҡорона ингән ике кеше осраны, ҡулдарында ҡасау, балта. Беҙҙе бер аҙым да ситкә ебәрмәй, ҡаршыға килеп баҫтылар ҙа, иң элек ҡасауҙары менән элмәктәрҙе (төймәләрҙе) ҡырып алдылар, туҙҙырыуҙан йәлләп, арҡаға элеп алған аяҡ кейемдәребеҙҙе, юлға тип һаҡлап йыйған ике телем әпәйҙе, үлән бешереп ашар өсөн алған консерва һауытын тартып алдылар. Тәғәм ризыҡһыҙ, юлдағы бысраҡ һыу менән ялан аяҡ дүртенсе көн тигәндә өйгә ҡайтып индек.
Уҡыуҙы артабан дауам итеү теләге менән Мәсәғүт педучилищеһына киттек. Унда имтиханһыҙ ҡабул иттеләр. Тик дөйөм ятаҡта урын юҡ, ә фатир хаҡына ике ат йөгө утын һорайҙар. Уҡыйым тигән хыялды ҡалдырып торорға тура килде.
Мәктәпте тамамлаған йылды Таймый ауылына 15 көнлөк хәрби әҙерлеккә ебәрҙеләр. Ысын хәрби автомат-винтовкаларҙы һүтеп ҡорабыҙ, ысын патрондар менән сәпкә атабыҙ. Ятып атҡанда бер генә пуляны ла ситкә атмайым, ә баҫып ата алмайым, сөнки 4,5 килограмлыҡ мылтыҡҡа көсөм етмәй. Мылтыҡҡа көс етмәгән көйө дошманға ҡаршы нисек һуғышырмын икән? Шул ваҡыт инәйем: «Балам, һин бит 1928 йылғы», – ти. Ә повестка 1927 йылғылар менән килгәйне. Киттем Малаяҙға. Гәрәев Сисанбай Нафиҡ улы 1928 йылдың 10 июлендә тыуған, тигән мәғлүмәтте табып, метрика алып, бер йылға хеҙмәттән тороп ҡалдым.
1945 йылдың март айы. Әй йылғаһы үренә табан ҡулдарына балта, лом, көрәк тотҡан бер төркөм килә. 10 – 12-ләп 15 – 17 йәшлек үҫмерҙәр. Аяҡтарында – сабата, өҫтәрендә ямау өҫтөнә ямау һалынған кейем. Хәлһеҙҙәр, ябыҡтар. Торналы ауылында колхоздың ҡалған-боҫҡан малына ашатырға ҡалмағас, ике йыл элек һалынған силос соҡорон асырға булалар. Ләкин, кеше юҡлыҡтан, Малаяҙ районы хәрби комиссариаты уны допризывниктарҙы, йәғни 1928 йылғыларҙы йыйып, астырырға була. Саҡырыу ҡағыҙында биш көнлөк аҙыҡ алырға ҡушылған була, ә 1945 йылдың мартында был тиклем аҙыҡ төшкә лә инмәй ине әле. Өшөгән бәрәңгенән йәки башҡа берәй нәмә ҡушып әүәләнгән бер-ике күмәс юлда уҡ ашалып бөткәйне. Барғас, үҙ эшселәренә бешергән аштан өлөш ҡалдырасаҡтарына ышандылар. Үҫмерҙәрҙең бар хыялы ошо өлөштә, көнө буйы туң ерҙе соҡоғандан һуң йылы аш ашап, яғылмаған һыуыҡ клубтың ҡаҡ иҙәненә йығыла ине. Тик, бәхет булмағас, булмай икән. Йылы аш түгел, аш бешереүсене лә күрмәнек. Шунда йөрөгән берәү, улар һеҙҙе онотҡан, тигән хәбәрҙе еткерҙе. Әгәр шул көйө ятып йоҡлағанда иртәгә силос соҡорон аҡтарыу түгел, ә клубты ла күрмәүҙәре бар. Бер генә юл – ул да булһа аслыҡ бөтөнләй аяҡтан йыҡмаҫ борон ҡасып ҡайтыу.
Төн тыныс. Бригадир итеп тәғәйенләнгән кеше күптән йоҡлайҙыр инде. ҡасырға тәүәккәлләгән дүртәү ҡәҙерауылға ла килеп етте. Ауыл йоҡлай. Тик остағы кәртә-ҡураһыҙ, ҡапҡаһы ла, соланы ла булмаған бәләкәй генә өйҙә ут күренә. Егеттәр ҡыйыуһыҙ ғына ишек тарта, уныһы асыҡ булып сыға. Өй эсендә саҡ-саҡ янған әллә өслө, әллә бишле лампанан һәм өҫтөнә әллә ниндәй иҫкеләр ябынған, нисә йәштә икәне беленмәгән ҡатындан башҡа бер кем юҡ. Ул үҙенең тере икәнен белдереп, иҙәнгә ятығыҙ, тине лә, башҡа бер ни өндәшмәне. Арыған юлсыларға шунан артығы кәрәкмәй ҙә ине. Бер-береһенә арҡаларын терәп, йылынып ятҡан егеттәр таң беленеүгә юлда ине инде. Ә хужа ҡатын, былар ингәндә нисек ятһа, шул килеш, бер ни өндәшмәй, ятып ҡалды. Марттың һепертмә бураны баҫып киткән бәләкәй сана һәм кеше генә йөрөгән юлдан ҡар йырып барыуҙы дауам иттек. Алмашлап барырға тура килә, сөнки ас кешегә юл ярып барыуы ауырға төшә. Бына шулай килә торғас, Һарғамыш ауылын үттек. Бишәүҙәр ауылы күренгәс, был ауылдан һәм Арҡауылдан булған юлдаштар яйлап тороп ҡалды. Артабан юлды Күҫәләр егете Ансар менән миңә дауам итергә кәрәк. Бына Арҡауылды ла үттек. Ансар, арҡаһын елгә ҡуя биреп, туҡтап ҡалды ла:
– Минең хәл ҡалманы, үҙең генә атла, арыһаң, беҙгә инеп хәл йый, инәйем өйҙә булырға тейеш. Бында кешеләр йөрөп тора, мин нисек тә ҡайтып етермен әле, – тип тороп ҡалды.
Мин юлды дауам иттем. Ансарҙарға ла инеп торманым. Ташаҫтын үткәндә, ел өрмәгән ерҙә туҡтап, хәл йыйырға булдым. Белһәм икән бының ни менән тамамланырын. Байтаҡ ваҡыт тора алмай интектем. Бер саҡрым тирәһенә һуҙылған Ташаҫты юлын үткәнсе биш-алты тапҡыр туҡтарға тура килде.
Саҡ-саҡ тау өҫтөнә килеп сыҡтым. Бында юл икегә айырыла: ат юлы тура ауылға төшә, ә беҙ йәшәгән осҡа һуҡмаҡ ҡына китә. Шул саҡ сана һәм кешеләр һөйләшкән тауыш ишетелде. Тауыштарын танып торам – леспромхозда эшләүсе Ахун ауылы кешеләре, Иҙелбайҙа ҡунып китәсәктәр. Улар менән ҡыш буйы бергә эшләргә, эштән бушаған арала клуб хеҙмәтен үтәгән өйгә йыйылып күңел асырға ла тура килә ине. Араларында минең тиңе йәш-елкенсәк, буйҙаҡ апайҙар ҙа бар. Үҙемдең әлеге хәлемдән оялып, уларҙың күҙенә күренмәҫкә булдым. Үлемдән оят көслөрәк ине шул. Дүрт-биш йыл сабылмай үҫкән ҡарағура араһында боҫоп ҡалдым.
Ә ауылға тиклем ике саҡрым самаһы бар. ҡояш әле байымаған. Нисек тә атларға кәрәк. Туҡта, ҡар өҫтөндә ятам түгелме? Торорға кәрәк, тик бер нисек тә аяҡҡа баҫып булмай. Бер-ике мәртәбә ҡарҙы башым менән һөҙөп тубыҡланып тора алдым. Бер нисә аҙым яһауға тағы ҡоланым. Йоҡа кейем менән ҡар өҫтөндә ятҡас, өшөргә тейешмен бит инде, ә бында, киреһенсә, әсе тир бәреп сыҡты. Дүрт көн бер тәғәм ризыҡ күрмәгән ашҡаҙан, эсәктәр, һыртҡа йәбешеп, түҙгеһеҙ ауырта. Инде нисәнсе мәртәбә аң был кәүҙәне ташлап китә лә, кире әйләнеп килеп, нисек булһа ла торорға, атларға бойора.
Күҙҙе асҡанда таң беленә ине. Ниндәйҙер хикмәт менән ауылға килеп еткәнмен. 10 метр самаһы ерҙә ташландыҡ өйҙөң ситәне. Кешеләр йөрөгән һуҡмаҡҡа ҡар ятып, ситән тәпәшәйеп ҡалған. Ситән бағанаһына нисек тә булһа барып етергә кәрәк. Яҡын туғанымды күргәндәй, ситән бағанаһын ҡосаҡлап, арыу ваҡыт ултырҙым. Инде яҡтыра ла башланы. ҡайтып етергә күп тә ҡалманы. Бер өй аша беҙҙең өй. Ситәндәргә тотона-тотона, ишек алдына барып еттем, эйе, еттем. Ишек алдына ҡар өйгән, уны шыуып ҡына төштөм дә, тәпәш күтәрмәнән имгәкләп менеп, ишекте шаҡый алдым. ҡалғанын хәтерләмәйем, нисек индереп һалғандар ҙа, ни ҡөҙрәт менән тере ҡалғанмындыр...
Йәшәү өсөн көрәш бының менән генә бөтмәгәйне әле. Бына апрель. Тағы Мейәс. Тағы торф сығарабыҙ. Ашау үҙгәрешһеҙ. Карьер аша немец тотҡондары. Уларға көнөнә бер килограмм икмәк бирелә, ә беҙгә уның дүрттән бер өлөшө лә һирәк эләгә.
Май айы етте. Төшкө ашҡа саҡырып, тимер һуҡҡанды көтәбеҙ. Шул саҡ оло десятник килеп: «ҡайтығыҙ, һуғыш бөткән. Еңеү!» – тип ҡысҡырҙы.
Еңеү шатлығына ҡыуанышһаҡ та, үҙгәрештәргә алыҫ ине әле. Яҙ ҙа, йәй ҙә торф сығарырға, уны тәүҙә штабелгә, кипкәс, эҫкерттәргә өйөргә тура килде. Сентябрь етте. Ауылдашым Рәхим менән ҡайтыу мәсьәләһен үҙебеҙсә хәл иттек. Тағы юлға, тағы аҙыҡһыҙ, тағы йәйәү... Бында ла дүрт көндә өйҙә инек. Бәхеткә күрә, эҙләүсе лә, таптырыусы ла булманы.
1945 йылдың йәйендә 17 йәш тулып, 18-се йәшкә киттем. Хәҙер инде армияға алыу өсөн медкомиссия үткәрә башланылар. Ә минең һаулыҡ бик шәптән түгел. Ике мәртәбә Өфөнән бороп ҡайтарҙылар, өс айға дауаханаға ла һалдылар, тик ул ваҡыттағы дарыуҙарҙың файҙаһы шулай ғына булдымы, әллә аслыҡтан, ауыр эштән миктәгән организмға тулыһынса аяҡҡа баҫыр өсөн күберәк ваҡыт талап ителдеме... Армияға барыу хыял ғына булып ҡалды.
Арҡауыл ауылындағы алты айлыҡ тракторсылар курсын тамамлап, 1946 йылдан тырма, һабан менән аттарҙы техникаға алмаштырҙым. Тракторҙың да, комбайндың да бөтә төрөндә лә эшләнем. Намыҫ менән, сәмләнеп, дәртләнеп, ярышып эшләнем. Эшемде күрҙеләр һәм, рәхмәт, баһаланылар ҙа. Ике тапҡыр биш йыллыҡ социалистик ярыштың еңеүсеһе булдым. Өфөлә уҙғарылған алдынғылар съезында ҡатнаштым, өлкә комитетының, райкомдың әллә күпме маҡтау грамотаһына, ҡиммәтле бүләктәренә эйә булдым. Маҡтанып әйтмәйем, ә эште күрә белеүҙәрен генә һыҙыҡ өҫтөнә алғым килә. Фотоһүрәтем райондың, совхоздың почет таҡтаһынан төшмәне.
Кешеләрҙең, бергә эшләгән иптәштәрҙең, ауылдаштарҙың хөрмәтенә лайыҡ булып йәшәнем. Шулай булмаһа, иптәштәр суды рәйесе, ауыл советы депутаты вазифаһын йөкмәтерҙәр инеме ни?
Эштә генә түгел, ә һабантуйҙарҙа ла мин ал бирмәнем. Юҡ, көрәштә түгел, йүгереүҙә.
Ғаилә хәленә килгәндә, тәүҙә яңылыштым. 20 йәшкә етеүгә бер еңгә тейеш кеше минән ике йәшкә өлкән, йәштәр менән бик ҡатышып бармаған, сәйерерәк бер ҡыҙҙы димләй башланы. Инәй ҙә, олоғайҙым, тип һуҡрана, уға ҡушылып, өгөтләй башланы. Өйләндереп тә ҡуйҙылар мине. Бер йылдан улыбыҙ тыуҙы. Тик бала ғына бәйләй алмай икән шул, айырылышырға тура килде. Бер йылдан, минең ҡатын айырғанлыҡты ла, ярлы көн итмеште белеп тә, минең менән тормош юлын үтергә риза булған, йылға аша ғына йәшәгән ауылдаш ҡыҙ менән яҙмышты бәйләнем. Нәсимә лә әллә ниндәй аҫыл заттан түгел ине. Иртә генә атайһыҙ ҡалып, үҙенән кесе дүрт туғаны һәм әсәһе менән йәшәй ине. ҡаршы булыусылар ҙа күп булды, ләкин бер нигә лә ҡарамай, 49 йыл татыу ғүмер иттек. Бер ул, биш ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙек. Балаларға тейешле тәрбиә һәм белем бирҙек. Мин механизатор булып алдынғылар рәтендә булһам, Нәсимә малсылыҡта алдынғылыҡты бирмәне, хеҙмәт алдынғыһы булды. Ләкин, үкенескә күрә, бынан ун йыл элек, 71 йәшендә, тормош иптәшем беҙҙе ҡалдырып китте. Әлеге көндә мин оло ҡыҙым һәм уның улының ғаиләһе менән йәшәйем, бүләсәрем Дилбәргә әкиәттәр һөйләйем. Хәҙер ейән-ейәнсәрҙәрем күбеһе үҙҙәре атай-әсәй инде. Ә улар – 17, ә бүлә-бүләсәрҙәр һаны 12-гә етте, Аллаға шөкөр.
Һүҙемде йомғаҡлап, шуны әйткем килә: үткән ғүмер ул аҙ ҙа түгел, күп тә түгел, ә ер менән күк араһы ғына. Йәш барһа ла, кеше йәшәүҙән туймай ул. Йәшәгәс, әлбиттә, матур, етеш йәшәргә кәрәк. Ә бының өсөн тырышлыҡтан башҡа бер ни кәрәкмәй, ә эш бөтә ерҙә лә табыла.
Сисәнбай ГӘРӘЕВ,
һуғыш ветераны.
Салауат районы,
Икенсе Иҙелбай ауылы.