RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Кино төшөрөргә теләйһеңме? Әйҙә, Ейәнсураға!

18.08.2016 Кино төшөрөргә теләйһеңме? Әйҙә, Ейәнсураға!

Кино төшөрөргә теләйһеңме? Әйҙә, Ейәнсураға!Быйыл, Ейәнсура ерендә өсөнсө тапҡыр “Толпар” кинотелефестивале үтәсәк. Балалар араһында кино сәнғәтенә ҡыҙыҡһыныу уятҡан был сара йылдан-йыл популярлыҡ яулай. Фестиваль яңылыҡтары һәм кино сәнғәте хаҡында “Толпар” проекты етәксеһе Рәфис ҠОЙБАҒАРОВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Фестивалде үткәреү идеяһы һиндә ҡасан барлыҡҡа килде?

– 2014 йылда, 10-сы класта уҡып йөрөгәндә, ғинуар айҙарында башыма килде. Урам буйлап уйлана-уйлана ҡайтып барыуым, беренсе булып Булат Йосоповҡа мөрәжәғәт итеүем һаман да хәтеремдә (ул миңә профессиональ кимәлдә үткәрергә өйрәтергә теләге бар ине лә, тик үҙем эшләргә булдым). Республикабыҙҙа ниндәй өлкәлә йәш көстәр етмәй? Ниндәй өлкәне “күтәреп” ебәрергә кәрәк? Ошо ике һорауға яуап эҙләп бик оҙаҡ уйландым. Беҙҙә кинофестивалдәр эш­мә­кәрле­гендә һәм дөйөм милли кино сәнғәтенең үҫешендә алға китеш юҡлығын иҫәпкә алып, беренсе тапҡыр балалар һәм үҫмерҙәр кинофестивален ойоштороп ҡа­рар­ға булдым. Беренсе йыл – эксперименталь рәүештә. Кинема­тографистарҙан яҡшы фекерҙәр ишеткәс, был фестивалде йыл һайын үткәрергә ҡарар иттек. Сөнки киләсәк – балалар ҡулында. Шуға ла яҡшы режиссерҙар, продюсерҙар һәм оператор­ҙар тәрбиәләү бала саҡтан башланырға тейеш. Ағастың тамыры ныҡ, ойош­ҡан булһа, ул ерҙә үҙен ышаныслы тота. Балалар ҙа әгәр кино менән бәләкәстән мауыҡһа, үҫә бара кимәле лә күпкә күтәреләсәк, сөнки “база”ны белгән бала кино серҙәренә тиҙерәк төшөнә, белемен дөрөҫ ҡуллана белә. Әгәр ҙә киләсәген кино йәки телевидение менән бәйләргә теләһә, үҙен иркен тотасаҡ – сөнки был мөхит уның өсөн таныш. Фестива­лебеҙҙең файҙаһы хәҙер үк күҙгә салынмаһа ла, киләсәктә беҙҙең милли кино сәнғәтен үҫтереүгә, фильмдарыбыҙҙы донъя кимәленә сығарыуҙа ҙур өлөш индерер, тигән уй-теләктәмен.

– Тәүге фестиваль кино сәнғәтенә генә арналһа, үткән йыл уға телевидение эшмәкәрлеге лә ҡушылды...


– Ысынлап та, үткән йыл “Толпар” теле-кинофестиваль тип үҙгәртелде. Кинема­тография һәм телевидение буйынса ла һәләттәре булған үҫмерҙәрҙе бер урынға йыйып, уларға республикабыҙҙың иң шәп кино белгестәренең мастер-кластарын күрһәтеү, төшөрөлгән эштәренә (видеоматериалдарына) баһа биреү, телевидение эше менән таныштырыу матур күренеш. Киләсәктә, бәлки, фестивалдә ҡатнашыусылар буласаҡ һөнәрҙәрен ошо йүнәлеш буйынса һайлар.

– Фестивалдең үткән йылдар­ҙағы ҡатнашыусылары, еңеүселәре менән бәйләнеш тота­һыңмы?

– Әлбиттә, бәйләнеш өҙөлмәй, яҙмыштары ме­нән ҡыҙыҡһынам. Мәҫә­лән, Диана Ейәнғолова (Ейәнсура ҡыҙы, Таҙлар ауылынан), беренсе фес­тивалебеҙҙең еңеүсеһе, хәҙер Башҡорт дәүләт университетының Стәрле­тамаҡ фи­лиа­лында, филология фа­куль­тетында белем ала. Өлгөр ҡыҙ икенсе фестивалдә “Иң яҡшы оператор” номинацияһында еңеүсе булһа, быйыл да ҡатнашыу өсөн фильм әҙерләй. Икенсе фестивалебеҙҙә гран-при яулаусы Илназ Мостафин (Баймаҡ ра­йоны егете), Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетын тамамлап, диплом алды. Ул быйыл яңы фильм төшөрҙө, тик йәше үтеү сәбәпле фес­тивалдә ҡатнаша алмай, ул конкурстан тыш күрһәтелә. Илназ үҙе ҡатнашыу­сыларға мастер-класс үткәрәсәк.

– Шәхсән үҙеңдең кино төшөрөү буйынса тәжрибәң бармы?


– Дүрт йыл элек телесюжеттар төшөрә башлағайным, яйлап ҡына кино менән дә мауығып киттем. Минең ике ҡыҫҡа метражлы фильм­дарым донъя күрҙе, ә өсөнсөһө әле төшөрөлөп бөтмәгән. Быйыл йәй уны тамамлап, кинофестивалдә премьераһын эшләргә тигән уй менән йөрөйөм.

– Быйыл бәйгелә ниндәй номинациялар билдәләнәсәк һәм конкурс шарттары нисек?

– Фестивалдә 20 йәшкә тиклемге балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр төшөргән, ваҡыты 30 минуттан артмаған нәфис һәм документаль фильмдар, йән­һүрәттәр, телесюжеттар, клип­тар ҡатнаша. Уларҙы жанр буйынса айырым билдәләп үтәсәкбеҙ. Шулай уҡ иң яҡшы режиссер, сценарий яҙыусы, оператор һәм актерҙар билдәләнәсәк. Иң күп балл йыйған эш гран-при яулаясаҡ.
Эштәр 3 авгусҡа тиклем, tulpar_rb@mail.ru электрон адресы буйынса ҡабул ителә.

– “Толпар” тамашасыларын һәм бәйгеселәрен ниндәй “йондоҙ”­ҙар менән осрашыу көтә?


– Сараға “Ел аулаусы”, “Етегән” кеүек билдәле фильм­дарҙың режиссеры Айсыуаҡ Йомағолов, Баш­ҡортостандың тиңһеҙ операторы Рияз Исхаҡов, “Тамыр” балалар студияһы режиссеры Ләйсән Мәзитова, эстрада “йондоҙ”о Лиана Хәбибул­лина, яҙыусы Фәрзәнә Аҡ­булатова, “Туған тел” телеканалы режиссеры Марат Әбдүшев, жуналист, шағирә Гөлнур Ҡы­уатова, тележурналист, драматург Сәрүәр Сурина, режиссер Дилә Мөхәмәтйәрова, “Аҡ­буҙат” Бөтә Рәсәй студенттар кинофестивале етәксеһе Катрина Дү­шәнбаева, Бөтә донъя баш­ҡорттары ҡоролтайы башҡарма ко­митетының Йәштәр советы ағзаһы Индира Арыҫланбаева саҡырылды. Уларҙың һәр бе­реһе конкурсанттар менән оҫталыҡ дәрестәре үткәрәсәк.
Тамашасылар өсөн тағы ла бер яңылыҡ бар: “Дуҫлыҡ” паркында асыҡ һауала кино күрһәтеү ойошторола. Кино менән ҡыҙыҡһыныу­сыларҙы, буласаҡ кино оҫталарын “Толпар” фестивалендә көтөп ҡалабыҙ. 9 – 10 августа Ейәнсура районы үҙәгенә рәхим итегеҙ!

Нургөл ШӘРИПОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»