18.08.2016 Бер урында әйләнгән тәгәрмәстең маҡсаты юҡ
Урманда йәшәгән тейен нисектер ҡала паркына килеп эләгә. Ундағы бер аттракционда тәгәрмәс әйләндергән тейенде күреп, уның был сәйер шөғөлө тураһында ҡыҙыҡһынып, һүҙ ҡуша. Тегеһе эре генә:
– Күрмәйһеңме ни, эш менән булышам. Һинең һымаҡ буш йөрөмәйем.
– Эшең нимәнән ғибәрәт һуң?
– Тәгәрмәс әйләндерәм. Кис хужам килеп ала ла, эшләгәнем өсөн ашарға бирә.
– Ә бының ни файҙаһы бар һуң?
– Эй, ҡалай наҙанһың. Әле генә аңлаттым да инде. Әйткәндәй, ҡайҙа һинең тәгәрмәсең?
– Миңә уның бер кәрәге лә юҡ: мин унһыҙ ҙа үҙемде арыу тоям.
– Тейендәр тәгәрмәсһеҙ йәшәй алмай: һәр беребеҙҙең тәгәрмәсе булырға тейеш.
– Ә һин нишләп урманға барып йәшәмәйһең? Унда сәтләүек йыйып, үҙеңде үҙең туйындырыр, оя яһап, балалар үҫтерер инең.
– Һин наҙан урман тейене. Сәтләүектең һаулыҡ өсөн зыяны тураһында белмәйһеңме ни? Урманда тейендәр йәшәй алмай.
– Юҡсы, – тип ғәжәпләнгән урман тейене. – Әйҙә, минең менән урманға барайыҡ. Үҙең күрерһең ундағы хөрриәтте.
– Юҡ, миңә тәгәрмәсте ташлап китергә ярамай. Берҙән, уны ташлап сығыуы ҡурҡыныс: әйләнеп торған нәмәләре арҡаға һуғып ауырттыра. Тик хужам ғына килеп, тәгәрмәсте туҡтатып, мине сығара ала. Икенсенән, уны ташлап сығып китһәм, астан үләм бит. Өсөнсөнән, беҙ – ҡала тейендәре – эшһеҙ тора алмайбыҙ. Беҙҙең урманда йөрөргә ваҡытыбыҙ ҙа юҡ. Әйткәндәй, урманда мине кем ашатыр?
Урман тейене, ҡала тейененең ҡарашын үҙгәртергә түҙемлеге етмәгәс, үҙенең яратҡан төйәгенә ҡайтып киткән, ти.
Был ғибрәтнамәне бөгөнгө тормош тураһында уйланыуҙар иҫкә төшөрҙө. Ысынлап та, халыҡтың күпселеге бахыр ҡала тейене һымаҡ мәғәнәһеҙ тормош кисерә. Яңғыҙ тейендән айырмалы, кеше бер-береһе менән кемуҙарҙан ярышып донъя тәгәрмәсен әйләндерә. Бәғзеләре быны аңлап та бөтмәй шикелле...
“Кроссворд төҙөү урынына, күптән докторлыҡ диссертацияһы яҡлар инең”, – тип йонсотҡан таныштарымды төрлөсә тынысландырып килдем. Бының миңә кәрәге юҡ, тип. Һуңғы йылдарҙа иҡтисад фәне буйынса доктор булып киткән замандаштарыма ҡарайым да (Башҡортостанда уларҙың һаны йөҙҙән ашҡандыр – барыһын да белеп бөтөп тә булмай), үҙемде тынысландырып ҡуям: “101-се фән докторы” булыуҙан фәтүә юҡтыр. Гәзит уҡыусылар уларҙың береһен булһа ла беләме икән? Яңыраҡ бер апай был доктор булыуҙың асылын аңлатып бирҙе. “Ғәбитовтар араһында фән докторы булырға тейеш”, – тине ул, мине аптыратып. Тимәк, докторлыҡ башлыса исем (статус) өсөн генә кәрәк булып сыға. Бында иҡтисад фәнен артабан үҫтереү хаҡында һүҙ бөтөнләй башҡа ла инеп сыҡмай. “Фән докторы” тигән исем артынан ҡыуғанда бөтә алымдар ҙа, хатта алдаҡ та ҡулланыла. Баҙар шарттарында алдаҡ өҫтөнлөк алды, тип әйтһәң дә, хата булмаҫ. Ошо йөҙ фән докторы араһында ысындары бармаҡ менән генә һанарлыҡ булһа, улар араһында ғалим булып йөрөүе лә оят түгелме ни?
Йыш ҡына милләттәштәрем араһында башҡорттоң бөйөк шәхестәре вариҫтары исемлегенә инеп ҡалыу ҙа ошо “тейен тәгәрмәсен” хәтерләтә. Үҙҙәрен Зәки Вәлиди, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, Аҡмулланың шәжәрәһенә индерергә тырышҡан “тейендәр”ҙе күреп ғәжәпләнәм. Был юлда уларҙың бәғзеләре нәҫел ебенең тик ир-егет яғынан ғына дауам иткәнен “онотоп” та ебәрә. Ярай, быныһы алдаҡ түгел.
Һуңғы ваҡытта хәйлә, алдаҡ бигерәк тә көсәйеп китте. Допинг ҡулланып Олимпиаданан төшөп ҡалған спортсыларҙы ғына алып ҡарайыҡ. Данлыҡлы Елена Иҫәнбаеваны ысын күңелдән йәл. Ғүмерендәге һуңғы Олимпиаданан төшөп ҡалыуы бигерәк тә үкенесле. Әммә уның менән бер командала шөғөлләнгән Рәсәй спортсыларының допинг ҡулланғанын белмәүе икеле. Ваҡытында тейешле органдарға хәбәр иткән булһа, Рәсәй командаһы был оят хәлгә ҡалмаҫ ине лә ул. Бының “тик” тигән нәмәһе бар шул. Ул асыҡтан-асыҡ әйтә алмағандыр. Әйткән булһа, командала ҡала алмаясағын яҡшы аңлаған. Бына мин дә “фәлән кешенең докторлыҡ диссертацияһы ялған” тип әйтер инем дә ул. Унан һуң килеп тыуасаҡ проблемаларҙы күҙ алдына килтерһәң, шымып ҡалырға мәжбүр булаһың. Спорт ярышында беренсе урындарҙы яулап алыу өсөн допинг ҡулланыу тәбиғи эштер. Олимпиаданан төшөрөп ҡалыуҙы тик ошо юҫыҡтан ҡабул итергә кәрәк. Беҙҙең спортсыларҙың еңеүҙәре менән ғорурланып та булмай. Хәҙер һәр кем белә: был миҙалдар “химия” ярҙамында яуланған. Бында, бәлки, айырым бер спортсының ғәйебе лә юҡтыр, әммә алдаҡ дәүләт тарафынан ойошторолған булғас, Сочи Олимпиадаһы, донъя чемпионатына төҙөлгән футбол стадиондары өсөн аҡсаның беҙҙең кеҫәнән сыҡҡаны эсте бошора. Сочиҙа хәҙер төрлө донъя һәм Европа чемпионаттарын үткәреү тыйыласаҡ. Ваҡытында миллиардлап түгелгән сығымдарҙы ҡаплап та булмаясаҡ.
Рәсәй йәмғиәте өсөн алдашыу ғәҙәти күренешкә әйләнеп китте. Ҡайҙа ҡарама, ҡайһы ғына өлкәне алма, уңышҡа башлыса алдаҡ, ялған ярҙамында өлгәшәләр.
Бының механизмы бик ябай. Иң тәүҙә берәй нәмә буйынса рейтинг системаһы булдырырға кәрәк. Был рейтингта беренсе урындарҙы яулаған “тейен” генә яҡшы эш хаҡына дәғүә итә ала. Эффектив контракт тигән системаның асылы ошонда ята ла инде. Был рейтингта бер нисә күрһәткес мөһим тип ҡабул ителә. Кем “тәгәрмәсен шәберәк әйләндерә”, шул рейтингты етәкләй. Мәҫәлән, Көнбайыш тарафынан булдырылған бер нисә рейтинг системаһын һанап үтәм: коррупция, ирек, кредит алыу һәләте, вуздар буйынса һ.б. Бында Рәсәйҙең урыны ҡайҙа икәне алдан билдәле. Был рейтингтарҙың ғәҙел булмағанын аңлаған дәүләттәр үҙ рейтингтарын булдырып маташа.
Вуз уҡытыусылары өсөн булдырылған рейтинг тураһында бер нисә һүҙ әйтеп китәйем. Унда төп күрһәткестәр фән, уҡытыу һәм тәрбиә эшенә ҡағыла. Матбуғат баҫмаларында донъя күргән эштәрең ни тиклем күберәк булһа, рейтинг балдары ла юғарыраҡ. Был хәл уҡытыу эшенә иғтибарҙы кәметеүгә алып килде. Башҡа авторҙар яһаған һылтанмалар ҙа рейтингты арттыра. Ошоноң арҡаһында беҙ бер-беребеҙҙең рейтингын яһалма рәүештә арттырырға “булышлыҡ” итәбеҙ. Һинең етәкселегеңдәге студенттарҙың баҫылған эштәре лә күп балл бирә. Шунлыҡтан күптәр студенттарҙы ғилми эшкә йәлеп итергә тырыша. Әммә һәр уҡытыусыға ла бындай студенттарҙы табыуы еңелдән түгел, публикация булдырыу (яҙыу түгел!) өсөн ниндәй генә мутлыҡтарға барырға тура килгәнен һөйләүе лә оят. Бөгөнгө уҡытыусы, табип һ.б. тәгәрмәсте әйләндереп торған тейенде хәтерләтә: эш хаҡы ошо тәгәрмәстең тиҙлегенән тора. Бер эште тамамлап өлгөрмәйһең, икенсеһе килеп сыға. Уҡытырға, дауаларға, хатта гәзит, китап уҡырға ваҡыт та ҡалмай. Беҙ тултырған документтарҙың осо-ҡырыйы юҡ. Уларҙы тейешле министрлыҡ чиновниктарының тикшереп сығыу мөмкинлеге юҡ икәнен аңлаһаң да, теге тейен һымаҡ, ошо мәғәнәһеҙ эш менән көнө-төнө алһыҙ-ялһыҙ шөғөлләнергә мәжбүрһең. Тәгәрмәс көн һайын тиҙлеген арттыра ғына, сөнки һәр кем рейтингын күтәрәм тип тырыша. Һуңғы ике йылда таныш уҡытыусыларым араһында биш кеше ваҡытынан алда үлеп китте. Был юғары темпҡа сыҙап булмай шул.
Бынан тыш рәсми булмаған рейтингтар ҙа эшләп килә. Беҙ быға тейешле иғтибар биреп бөтмәйбеҙ, әммә был шулай. Мәҫәлән, “башҡорт рухлы шәхестәр” рейтингы. Унда алғы һыҙатта башҡорт милләте өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер замандаштарыбыҙ торорға тейеш. Был рейтингты етәкләү өсөн “үҙ милләтең кешеһе менән ғаилә төҙөргә кәрәк” тип даими сығыш яһап тороу ҙа етә. Был фекерҙең хата булыуы, ислам ҡанундарына тура килмәүе тураһында уйланған кеше бик һирәк. Үҙ милләтенән тормош иптәше таба алмай, икенсе милләт кешеһе менән ғаилә ҡороуҙан баш тартып яңғыҙ ҡалған, башҡортто кәметкән милләттәштәрем аҙмы ни? Икенсе милләт кешеһен яратып та, күңелең өсөн ят булған “үҙ башҡортоң” менән ыҙаланып донъя көткәндәр йәл түгелме һуң? Шул уҡ “эскелеккә ҡаршы көрәшеүселәр” рейтингын алып ҡарайыҡ. “Айыҡ ауыл” өсөн көрәште башлыса ауыл магазиндарында араҡы һатыуҙы тыйыуға алып барып, төрлө ялған спиртлы эсемлектәр һатыуға булышлыҡ иткән, кешене ошоноң арҡаһында ағыулап үлтерергә, көмөшкә һатып, бюджет аҡсаһын кәметкән “эшҡыуарҙар”ға булышлыҡ итеп рейтинг етәкләгәндәрҙе һис тә “башҡорт рухлы” тип әйтергә тел әйләнмәй. Ниндәйҙер кимәлдә улар милләтемдең йәшерен дошманы ла булып тора.
Был тәгәрмәс философияһы бик ябай – шәберәк әйләндер генә. Кем быны булдыра ала – шул ырыҫлы тип иҫәпләнә. Кемдең хәленән килмәй, шул төшөп ҡала. Тәгәрмәс әйләндереү мәғәнәһеҙ булғас, уны нисектер аҡларға кәрәк? Бының ике төп юлы бар. Беренсенән, уңышлы икәнеңде күрһәтеү өсөн ғәм алдында маһайырлыҡ нәмә һатып алыу. Юҡҡа ғына “понты” тигән һүҙ барлыҡҡа килмәне. Иғтибар иткәнһегеҙҙер, кеше ятаҡта йәшәй, әммә текә иномаркала йөрөй. Бында шул “понт” ҙур роль уйнай: халыҡ уның торлағы юҡ икәнен күрмәй, сөнки ул кешене ҡунаҡҡа саҡырмай, ә затлы машинала йөрөгәне һәр кемгә күренеп бара. Икенсе яҡтан, был тәгәрмәс әйләндереүҙең мәғәнәһеҙ икәнен йәшереү өсөн кешегә тел бирелгән. Ул башҡалар алдында матур итеп һөйләһә, кешенең ышанып та ҡуйыуы бар. Һуңғы ваҡытта матур итеп һөйләй белгән кешеләр күбәйеп китте: хәбәренең бер мәғәнәһе юҡ, әммә теле телгә йоҡмай.
Кеше өсөн был хәл бик аяныслы. Әммә унан сығыу әмәле юҡ. Боронғолоҡ ҡоллоҡта кемдең хужа икәне асыҡ булһа, бөгөнгө ҡоллоҡта уны билдәләүе еңелдән түгел. Шул уҡ олигархтар ҙа ҡол хәлендә йәшәй. Уларҙың берәүһе лә үҙ эшен бер көнгә лә ташлап китә алмай – шунда уҡ ҡолаҡ ҡағасаҡ. Бында ҡолдарҙың хужаһы булып йәне булмаған тәгәрмәс тора. Бөгөнгө система һәр кешегә үҙенә тейешле тәгәрмәс табыуҙа тора. Кемдеңдер тәгәрмәсе ҙурыраҡ, ауырыраҡ, кемдеке, киреһенсә, бәләкәй генә. Әммә һәр кемдең тиерлек тәгәрмәсе бар. Тик ысын ирекле кешеләр генә ошо ҡоллоҡҡа эләкмәҫкә тырыша.
Кеше был мәғәнәһеҙ тормош тураһында артыҡ уйланмаһын өсөн гранттар системаһы булдырылған. Уның аша фән менән шөғөлләнергә яратҡандарҙың иғтибары юҡ-бар нәмәлә соҡоноуға йүнәлтелә. Йә һөт эсеү арҡаһында ҡытайҙарҙың һуңғы 100 йыл эсендә 10 сантиметрға үҫкәне, йә йәйгеһен ни өсөн йоҡо туймағанын асыҡлау фәнни эш тип иҫәпләнә. Иң мөһиме – кеше ошо йәмғиәттең ялған булыуын асыҡлай күрмәһен.
Башлыса ялғанлыҡҡа ҡоролған йәмғиәттең киләсәге юҡтыр. Бөгөн спортта бөтә донъя алдында хур ҡалдыҡ. Иртәгә ялған диплом алған “белгестәр” арҡаһында берәй ракета ҡолар, электростанция шартлар, кем белә. “Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә” икәнен онотмаҫҡа ине. Донъя тәгәрмәсен шәберәк әйләндереү генә алға барыуҙы аңлатмай шул.
Илдар ҒӘБИТОВ,
иҡтисадсы.