15.08.2016 Капрон күлдәк (булған хәл)
Лилиә күҙҙәрен ауырлыҡ менән асҡан саҡта, таң атҡайны инде. Ҡояш нурҙарының күҙен наҙлы ғына итеп иркәләүенән ул яңы көн тыуғанын һәм ҡояшлы иртәнең ҡалҡҡанын аңланы.
Кисә булып үткән хәл-ваҡиғалар яман төш кеүек ҡылт итеп иҫенә төштө. Улар төш кенә булһа ярар ине, тип уйлап, ул үҙ-үҙен семтеп ҡараны, күҙҙәрен бер асты, бер йомдо, әммә бәләкәй генә йөрәге, күкрәгенән сығырҙай булып, ул мине ҡыйырһытты, йәнемде һәм тәнемде бысраҡҡа һалып тапаны, тип әрнеп иланы.
Лилиә бәләкәй генә йөрәге һәм ололарға тиң аҡылы менән үҙен ярамаған эш өҫтөндә тотолғандай һиҙҙе һәм рыяһыҙ намыҫының әрнеүенән ҡалтыранды, үҙен ҡайҙа ҡуйырға ла белмәне, уның бөгөн иларлыҡ та көсө ҡалмағайны. Төпкө бүлмәлә бер нимә белмәй хырылдап йоҡлап ятҡан атаһын күргәс, сирҡаныу, нәфрәт һәм ҡурҡыу ҡатыш ҡалтыраныу менән уға ҡараны. Бәлки, был ҡәбәхәт үҙ атаһы түгелдер, бәлки, ул атаһының ҡиәфәтенә кергән аждаһалыр. Әгәр ул үҙ атаһы булһа, кисә Лилиә менән шулай оятһыҙ рәүештә ҡыланмаҫ, уны бер нисек тә йәберләмәҫ ине. Юҡ, атаһы улай итмәҫ. Уйҙары шул урынға еткәс, Лилиәнең күҙҙәренә бөрсөк-бөрсөк йәштәр тулды һәм улар, туҡтауҙы онотоп, йомшаҡ мендәргә аҡты ла аҡты...
Кисә Лилиәгә алты йәш тулды. Ул был көндөң тиҙерәк килеп етеүен әллә ҡасандан бирле көтә ине, сөнки әсәһе уға капрон күлдәк алып бирермен тигәйне. Лилиәнең күлдәктәре бар ҙа ул барлыҡҡа, ләкин күрше ҡыҙы Розаныҡы кеүектәре юҡ шул, сөнки аҡсаға бер ҙә генә мандый алмайҙар. Атаһы ни, уйлап та бирмәй, бар белгәне – дуҫтары менән араҡы эсеп, күңел асыу.
Әсәһенең эшкә урынлашырға бөтөнләй мөмкинлеге юҡ, сөнки ул инвалид, биҙгәк ауырыуы менән ауырый. Дүрт кешенән торған ғаилә уның пенсияһына йәшәй.
Холоҡһоҙ һәм вайымһыҙ ирҙе бер түгел, ике баланың үҫеп килеүе лә уйға һалмай, ул быға тиклем нисек ҡандала кеүек йәшәгән, шулай йәшәүен дауам итә. Ашарына булмаһа, эскән һайын ҡатынын дөмбәҫләй.
Кисә әсәһе алған пенсияһынан ҡыҫып-ҡымтып алып ҡалған аҡсаһына ҡыҙының тыуған көнөнә әллә ни ҡыйбаттан булмаһа ла ҡаланан капрон күлдәк һатып алып ҡайтты. Шатлыҡтан Лилиәнең түбәһе күккә тейҙе. Ул шатлығын бүлешер өсөн, күлдәкте кейеп, күрше ҡыҙы Розаларға йүгереп инде, ләкин уның шатлығын уртаҡлашыусы кеше булманы.
Розаның әсәһе капрон күлдәк кейгән ҡыҙға күҙенең ҡырыйы менән генә ҡарап ҡуйҙы, ә Роза Лилиәне әйләндереп-тулғандырып ҡараны ла: “Фу!” – тип ҡуйҙы. Күршеләренең был ҡылығы кәйефен ҡырҙы-ҡырыуын, ләкин уның ҙур шатлығын күршеләренең вайымһыҙлығы ғына кәметә алманы. Ул нисек йүгереп килгән, шулай йүгереп ҡайтып китте. Әммә өйҙә уны йәмһеҙ күренеш көтә ине. Эсеп иҫереп алған атаһы, эсергә аҡса таптырып, әсәһен дөмбәҫләй, ә ҡустыһы Ислам ҡурҡышынан нимә эшләргә белмәй, ҡалтыранып, диван артында ултыра ине.
Әсәһен йәлләүҙән Лилиәнең йөрәге күкрәгенән килеп сығырҙай булды, ул әсе итеп ҡысҡырып ебәрҙе һәм атаһының ҡулына барып йәбеште, ләкин иҫерек ир ҡыҙ баланы һеңкелдәткәнсе иҙәнгә алып бәрҙе. Күпмелер ваҡытҡа Лилиә иҫен юғалтты. Күҙен асҡанда, атаһы аҡайған иҫерек күҙҙәре менән уға ҡарап тора, ә әсәһе өйҙә юҡ ине. Ул, моғайын, ҡоҙғон тырнағынан ысҡынған ҡош кеүек, ҡурҡышынан өйҙән сығып ҡасҡандыр.
Ҡыҙҙың аңына килеүен аңлаған ир уны күтәреп диванға алып барып һалды һәм матур күлдәгенең итәге өҫкә күтәрелгән ҡыҙына һөҙөп ҡараны. Кинәт ҡабынған нәфсеһен тыя алмай, бөгөн генә алты йәше тулған ҡыҙын сисендерә башланы.
Башта ҡыҙ бала атаһының ни эшләргә теләгәнен аңламаны, ә аҙаҡтан, аңлаһа ла, ҡаты һуғылыуҙан хәлдән тайған ҡыҙ бер ҡаршылыҡ та күрһәтә алманы...
Ата менән ҡыҙ бала араһындағы был енси бәйләнеш бер нисә тапҡыр ҡабатланды. Эсеп иҫереп алған ир ҡатынын туҡмап сығарып ебәргән һайын баланы үҙенең аҫтына һала һәм эшен бөтөргәс, оло йоҙроғон танау төбөнә килтереп: “Әсәйеңә әйтәһе булма”, – тип киҫәтә ине.
Меҫкен бала йөрәгенең әрнеүен дә, тәненең ауыртыуын да әсәһен йәлләп йәшерһә лә, атаһының һуңғы ҡылығынан һуң бөтә булғандарҙы әсәһенә һөйләп бирҙе.
Әсә кеше был хәбәрҙән бер килке шаңҡып торҙо, әйтерһең, аяҡ аҫтындағы ер уйылды. Ул бер нисә көн ни эшләргә белмәй аңҡы- тиңке йөрөгәндән һуң тейешле органдарға хәбәр итте.
Атай исемен йөрөткән ҡәбәхәт ирҙе күп йылдарға иркенән мәхрүм иттеләр. Төрмәгә килеп эләгеүҙең тәүге көндәренән уны төрмә законына буйһондорҙолар.
Балаларҙың икеһе лә, әсәләренең һаулығы ҡаҡшау сәбәпле, балалар йортона тәрбиәгә тапшырылды.
Һәр бер кеше был донъяға үҙенән һуң ниндәйҙер эҙ ҡалдырырға тыуа: кемдер бар ғүмерен халҡының бәхете өсөн арнай, Тыуған иленә хеҙмәт итә, ә кемдер тәрбиәле, намыҫлы балалар тәрбиәләп, үҙенең кешелек бурысын үтәй, ә кемдер үҙенең ябай ғына хеҙмәтендә тырышып эшләп иленә файҙа килтерә, үҙ исемен бейеклеккә күтәрә...
Был тормошта кеше көсөн файҙаланып йәшәп, бүтәндәргә генә түгел, үҙ ғаиләһенә лә яҡшылыҡ килтермәгән, үҙ ҡанынан тыуған сабый баланы аҫтына һалған әҙәмдең кеше исемен, атай исемен йөрөтөргә хаҡы юҡ!
Әнисә ФӘРРӘХОВА.
Учалы ауылы.