17.08.2016 Һандуғаслы туғай (башы һәм аҙағы)
Гөлдәрҙең күңеле һис кенә лә толҡа тапманы. Ояһынан биҙгән ҡош шикелле күҙ күрмәгән яҡтарға, алыҫтарға тартылды. Ире ир инде ярар, ә бит балалары ла сит, ят кеүек тойола башланы уға. Илдарына оҡшаған ап-аҡ йөҙлө, етен сәсле төпсөгөн был арала хатта ҡулына ла алып һөйгәне юҡ. Эше күплеккә, арыуға һылтанып, ситкә янтая үҙ балаһынан. Ярай, атаһы иркәләп, әпәүләп тора. Урамға сығып киткәнендә апаһы эҙләп алып ҡайта. Күңелендә, хатта ас йөрөйҙөр, эттән, ҡош-ҡорттан ҡурҡыр балам, тигән борсолоу ҙа юҡ. Бәлки атаһын яратмағанға шулайҙыр. Улай тиһәң, ҡыҙына ла күңелендә йылы ҡалмаған уның. Ә бит ул тәүге иренә яратып кейәүгә сыҡты. Тик ғүмере генә ҡыҫҡа булды Йәмиленең. Өс йыл ғына йәшәп ҡалдылар.
Ә Илдарҙы Гөлдәр ярата алманы. Теүәл ете йыл буйы түҙеп, яратырға, үҙ итергә тырышып көн итте. Үҙ хәленә күнеп тә бөткәйне инде. Тик һуңғы арала ниңәлер күңеле ситкә талпына. Хәйер, аңлай ул нимәгә икәнен. Уйларға ғына ҡурҡа. Өмөт итергә лә ҡыймай хатта. Ә күңеле талпына, ашҡына, һуңғы араларҙа ошо талпыныу менән генә йәшәп ята ла инде.
“Апай, теге аҙнала класташың Рәлимде күрҙем. Һиңә сәләм әйтергә ҡушты. Эй, һораша инде һине. һағындым, ауылға килһә, мотлаҡ күрешергә ине, ти”, – һылыуы Гөлсирәнең телефондан әйткән ошо хәбәре Гөлдәргә ҡапыл ғына тормошоноң төҫһөҙлөгөн, ғәмһеҙлеген, йәмһеҙлеген асты ла һалды. Әйтерһең дә болот араһынан ҡояш сыҡты ла шау сәскәлә генә тип көн иткән яланының шайтан таяғы менән әремдән генә торғанын күрһәтте. «Их!» – тип үкенеп, үкһеп иларға ғына тора күңеле.
Гөлсирә Рәлим менән тәүҙә бик үк аралашып барманы. Серҙәре лә берекмәне. Башҡалар шикелле мәктәптән бергә ҡушарлап ҡайтып-китеп йөрөр мөмкинлек булманы уларға. Рәлимдәр ауылдың арғы осонда торҙо, ә Гөлсирәнең аталары ул 2-се класҡа уҡырға барған йылда ғына мәктәп күршеһенә ҙур, бейек, бөтә ауылға йәм биреп ултырырлыҡ йорт һалып сыҡты. Отҡор, аҡыллы, һәйбәт уҡыған малайҙы класташтары бик яратып етмәне. Уҡытыусы балаһы, тип тә ҡыйырһыттылар ҡай саҡта. Үҙе лә әллә ни ылығып барманы. Тәнәфес ваҡытында башҡалар шау-гөр килеп йүгерешеп шаярғанда ул китап уҡыны, йә булмаһа уҡытыусылар менән фән тураһында һөйләште. 8-се класта саҡтарында Гөлдәрҙәрҙең класы “ҡара исемлек”кә эләкте. Райондан килгән тикшереү ваҡытында иң насар күрһәткесте улар биргән. Әллә ниңә ялҡау, күберәк спорт ярыштары, йыр-бейеү менән генә ҡыҙыҡһынған класс булды улар. Уҡытыусылар ҡул да һелтәне шикелле. Барыһы ла Рәлим менән генә шөғөлләнде. Яңы йыл алдынан үҙ-ара дуҫ, татыу һигеҙенселәр инша яҙғандарын һаман да ауылда һөйләп алалар. “Ниндәй һөнәр һайларға?” – тигән тема буйынса 8 ҡыҙ һауынсы, 12 малайҙың унауһы көтөүсе булып, ауыл хужалығын күтәрергә тип яҙғайны. Бер малай тракторсы булырға теләһә, Рәлим генә авиаинженер булыу тураһында хыяллана икән. Дөрөҫөн генә әйткәндә, ярты класс авиаинженерҙың эше нимәнән ғибәрәт икәнен дә аңламай ине.
“Ҡара исемлек”кә ингәндән һуң мәктәптә һигеҙенселәр менән ныҡлап эш башланды. Кемдең ниндәй фәнгә таланты барлығын асыҡлап, өҫтәмә дәрестәр, түңәрәктәр үткәрергә тигән ҡарар ҙа сығарҙылар. Гөлдәрҙе иҫәп-хисапҡа шәплеген күреп, алгебра фәне буйынса өҫтәмә дәрестәргә яҙып та ҡуйҙылар. Етмәһә, ярҙам итер өсөн Рәлимде беркеттеләр. Көн аша, ҡайһы берҙә хатта көн һайын тиерлек үҫмер Гөлдәрҙе баҫтырып, алгебраның ҡатмарлы формулаларын ятлата, мәсьәләләрен систерә. Асыуы килгән ҡыҙ уның менән яйы сыҡҡан һайын әрләшеп кенә торҙо.
– Һыйыр һауыр өсөн һинең икс-игректарың кәрәкмәй миңә!
Ә Рәлим сабыр, матур ғына итеп йылмая ла Гөлдәрҙең тынысланғанын көтә. Шулай аралаша торғас, улар дуҫлашып китте. Гөлдәр үҙе лә һиҙмәҫтән барлыҡ серҙәрен, хыялдарын тик Рәлимгә генә һөйләй башланы.
– Мин кейәүгә сығып, Йосоп ауылына бер тигән ҙу-у-у-р өй һальп, биш бала табып гөрләтеп йәшәгем килә. Ишек алдарын йәйелдереп, ҡаҙ-өйрәк, һарай тултырып, һыйыр-һарыҡ аҫрар инем. Ә баҡсамда емеш-еләк ағастары буласаҡ. Эштән арып-тарып китәһең дә, кис һалҡынында шул ағастар янында бөтә ғаилә менән сәй әсәһең. Матур итеп, семәрләп, биҙәп тирмә ҡорһаң, иҫ киткес буласаҡ!
– Ә һинең Йосоптан тыш, ҡайҙалыр барғың килмәйме? Мәскәүгә, Ҡазанға. Ҡунаҡҡа булһа ла.
– Юҡ. Мин хатта район үҙәгенә апайымдарға барғанда ла ауылды һағынып, күңелемә толҡа тапмай йөрөп ҡайтам.
– Әйҙә 10-сы класты тамамлағас, икәү Өфөгә китәбеҙ. Ағиҙелдә катерҙа йөрөрбөҙ, театрға, концертҡа барырбыҙ. Юғары уҡыу йорттарына документтар тапшырырбыҙ.
– Юҡ, һауынсы булам. Ә Нағыш буйында һандуғастар йырын тыңлай-тыңлай кәмәлә йөҙгәндә һинең концерттарың да, катерҙарың да кәрәкмәй! – Гөлдәр Рәлимгә үпкәләп, эргәһенән тороп китте хатта. Ошо һөйләшеүҙән һуң оҙаҡ ҡына үпкәләп тә йөрөнө. Тик барыбер ҡабат дуҫлаштылар. Гөлдәрҙең гел генә Рәлимдең эргәһенә барғыһы, хәлен һөйләгеһе килеп тик тора. Шуның өсөн генә лә ене кеүек күргән алгебра, физика менән шөғөлләнергә лә риза хатта. Тик уҡытыусылар ҙа, Рәлим дә нисек кенә тырышмаһын, Гөлдәрҙең уҡыуы әллә ни алға китмәне. Сөнки уның башында икенсе уйҙар, күңелендә икенсе хыялдар ине. Мәктәптән ҡайта ла әсәһе янына фермаға йүгерә. Әсәһенә, еңгәһенә, хатта күрше Хәтимә инәһенә лә ярҙам итеп өлгөрә. Киске һауынға ла эйәреп бара. Ферма мөдире Яҡуп ағай шаяртып: “Гөлдәр ҡыҙыма айырым төркөм бирәм. Бер ай эсендә алдынғылар рәтенә баҫыр”, – тип тә әйтә ине. Ысынлап та, ҡыҙ тиҙерәк мәктәпте бөтөп эшкә сыҡҡыһы, үҙ аллы аҡса табып үҙ аллы тормош көткөһө килә ине.
Мәктәпте тамамлағанда Гөлдәр имтихандарҙы, әллә ни һәйбәт булмаһа ла, уртаса баһаларға тапшырҙы. Рәлим инде мәктәп тарихында тәүге алтын миҙал алыусы булды. Уҡытыусылар уны маҡтап бер булды, хатта райондан килгән ағай уға сәғәт бүләк итте. Сығарылыш кисәһендә атай-әсәйҙәре, уҡытыусылары менән бер аҙ сәй эсеп, һөйләшеп ултырҙы ла йәштәр таңды ҡаршылау өсөн тауға йүнәлде. Усаҡ яҡтыһында сыр-сыу килеп төрлө уйындар ҙа уйнап алдылар, йырлаштылар. Һағышланыу кеүек хистәрҙе кисергәнен һис хәтерләмәй Гөлдәр. Иртәгә лә, бер йылдан да, биш йылдан да улар ошо ауылда гөр килешеп бергә йәшәйәсәк. Ҡыҙҙар ғына сит яҡтарға кейәүгә сығып китмәһә...
Кемдер йомшаҡ ҡына итеп биленән ҡосоп ситкә тартты. Гөлдәр тертләп башын күтәргәйне, Рәлим шым ғына: “Әйҙә, бер аҙ йөрөп киләйек”, – тип бышылданы. Һиҙә ине ҡыҙ егеттең һуңғы аҙнала аулаҡ ҡалып нимәлер әйтергә теләүен. Тик форсаты сыҡманы бер ҙә. Гөлдәр йылы ҡосаҡтан айырылғыһы килмәне, шым ғына егет әйҙәгән яҡҡа атланы. Нағыш буйын йәмләп ултырған өс тирәк янына килеп еткәс, егет ҡыҙҙы туҡтатты. Туғайҙа өҙҙөрөп-өҙҙөрөп һайраған пар һандуғас моңона күмелеп, бер аҙ шым торҙолар. Быға тиклем һин дә мин һөйләшеп йөрөгән ҡыҙ менән егет ҡапыл ҡыйыулыҡтарын юғалтты. Ҡыҙ бармаҡтары менән тирәк ҡайырыһын ышҡыны, егет бер яҡ ситкә, төн ҡараңғыһына текәлде.
– Эй, яратам һандуғас моңон. Ҡыш буйы һағынып сығам ошо моңдо. Минең дә шулай матур итеп йырлағым килә. Тик Аллаһы Тәғәлә талант ҡына бирмәгән.
– Ә мин бөркөт йә ыласын булыр инем. Ҡанаттарың талғансы осаһың да осаһың. Юғарынан донъяның бар матурлығы күренә.
Ҡыҙ ҡысҡырып көлөп ебәрҙе:
– Минең өсөн иң матур ер – ошо Нағыш буйы. Нимәгә ул башҡа матурлыҡ.
– Гөлдәр, тар итеп фекерләмә әле. Хыялдарың, уйҙарың киң булһын. Беҙ белмәгән, күрмәгән әллә ниндәй матурлыҡтар бар, беләһеңме? Минең Париж, Рим, Шанхай ҡалаларын барып күргем килә. Ә беләһеңме, Төньяҡ Американың, Һиндостандың тәбиғәте нисек матур?
– Бәлки, матурҙыр ҙа. Тик миңә әллә ҡайҙа ятҡан сит ерҙәрҙең матурлығы нимәгә һуң ул? Минең тамырҙарым, ҡартайымдар ҡәбере ошонда. Беләһеңме, нисек ауылдағы йәйҙе яратам?! Еләк тәме ҡыш буйы ауыҙымда торған кеүек. Мәтрүшкә сәскәһенең еҫен һағынам да һарай башына бесән туҙҙырырға сығып китәм.
Ҡапыл Рәлим Гөлдәрҙе ҡыҫып ҡосаҡланы ла ирендәренән һурып-һурып үбергә тотондо. Бындай ҡыйыулыҡты көтмәгән ҡыҙ тәүҙә юғалып ҡалды, үҙе лә һиҙмәҫтән, егеткә нығыраҡ һыйына төштө.
– Яратам мин һине, Гөлдәр. Бала саҡтан бирле күңелемә яҡынһың.
Гөлдәр өндәшмәне, егетте ҡыҫып ҡосаҡланы ла үҙе үк егеттең ирендәренә үрелде. Күпме шулай бер-береһенә һыйынып торғандарҙыр – үҙҙәре лә һиҙмәне. Гөлдәр бер аҙ торғас:
– Әйҙә, башҡалар янына, юғалтҡандарҙыр. Ә беҙ иртәгә тағы осрашырбыҙ, – тине. Усаҡ яғына китеп барғанда Рәлим Гөлдәрҙе туҡтатты.
– Гөлдәр, әйҙә минең менән Өфөгә. Зинһар өсөн бергә булайыҡ!
– һин бит беләһең, минең ауылдан киткем килмәй.
– Зоотехникка йә ветеринарға булһа ла уҡы. Мал яратаһың бит. Институтҡа инмәһәң, техникумға инерһең. Уҡыуы ҡыйын булһа, үҙем ярҙам итеп торормон, йәме.
– Минең ауылдан киткем килмәй. Ә һин каникулға, байрамдарға ҡайтып йөрөйәсәкһең бит. Осрашырбыҙ әле. Хат яҙышырбыҙ.
– Нимә тип шул фермаға йәбешеп ятаһың һуң ул һин?! Кеше, киреһенсә, белемгә ынтылыр ине. Йәш саҡта донъя күрергә кәрәк. Тиҙәккә батыуы оҙаҡ түгел ул. Һыйыр һауырға өлгөрмәҫмен, тип ҡурҡаһыңмы?
Гөлдәр әле генә наҙлап үпкән, һөйөү һүҙҙәрен һөйләгән Рәлимдән быны көтмәгәйне.
– Тап улайһа Өфөңдә белемле ҡыҙҙарҙы, шуларҙы ярат, тиҙәккә батҡандар оҡшамаһа! Ҡыҙ егет ҡосағынан ситкә тайпылды ла класташтары янына йүгерҙе. Башҡаса ул көндө улар бер ауыҙ һүҙ ҙә һөйләшмәне. Иртәгеһенә лә егет осрашыуға килмәне.
Мәктәпте тамамлауға аҙна ла үтмәне, 10-сыны тамамлаған ҡыҙҙар һауынсы булып эш башланы. Айырылмаҫ дуҫтар, бергә булыуҙарына ҡыуанышып, дәртләнеп эшләне. Байрамдарҙа концерттар ҡуйҙылар, бер-береһенә кис ултырыуға йөрөнөләр. Күптән хыял иткән тәүге эш хаҡына Гөлдәр теген машинаһы һатып алды. Кистәрен шуның менән үҙенә, әсәһенә, күрше ҡатындарға күлдәктәр тегә башланы. Өйрәнсеккә ябай ғына итеп текһә лә, тора-бара төрлө журналдарҙың, йырсылар, күренекле ҡатьн-ҡыҙҙарҙың фотоһына ҡарап, уларҙыҡы кеүек күлдәктәр тегергә өйрәнде. Ә инде класташы Зөлфиәгә биҙәкләп, сиккән ерен сигеп, туй күлдәге тегеп биргәйне, уның даны бөтә районға таралды. Заказ артынан заказ яуҙы. Ҡатындарҙың кәүҙәләренә ҡарап, килешле генә фасондарҙы үҙе лә уйлап сығара башланы.
Тәүге осорҙа Гөлдәр Рәлимдең үҙен, уҡыу йылы башланғас хатын көтөп зар-интизар булды. Төндәр буйы илап сыҡһа ла, кешегә белдермәне. Тәү башлап үҙе яҙырға ғорурлығы етмәне. Башҡа саҡта үҙ эшенән ғорурланған ҡыҙ Рәлимде уйлаһа, үҙенән-үҙе кәмһенә башланы. “Институт бөткән егет һауынсы ҡыҙҙы тиңһенеп тормаҫ инде. Әсәһе лә уҡытыусы, минең кеүек һауынсы менән көтөүсе балаһы түгел инде”, – ошоларҙы уйлап, Гөлдәр үҙ-үҙен тәүге мөхәббәтенән төңөлдөрҙө, биҙҙерҙе. Эш менән әүрәргә тырышты. Яйлап күңеле лә тынысланды шулай. Тик Нағыш буйындағы өс тирәк янына ғына башҡаса барманы. Йөрәк яраларын яңыртҡыһы килмәне, булмаҫтайҙы ҡыуып, буш хыялдар менән йәшлегенең заяға үтеүен теләмәне.
Класташтары берәм-берәм кейәүгә сыға башланы. Иң тәүге булып көҙ байында Зөлфиә күрше ауылға китһә, яҙғылыҡҡа Сәлиә лә арғы остоң Фәрите менән никахлашып ҡуйҙы. Ҡыҙҙар туй күлдәгенә тауар алырға район үҙәгенә юлланды. Магазинды бер итеп төрлө туҡымалар араһынан ниндәйен һайларға белмәй мәж килешкәндә, Гөлдәрҙең күҙе ишек төбөндә торған егеткә төштө. Ҡалын ҡара ҡаштары аҫтындағы янып торған күҙҙәр уны күҙләй ине. Ҡараштар осрашҡас, икеһе лә йылмайып ҡуйҙы. Кәрәкле тауарҙарын алып, түләргә касса янына барған ҡыҙҙарға ҡапыл теге егет ҡысҡырҙы:
– Үҙеңә лә ал инде тауарҙы. Көҙгөһөн беҙ ҙә туй үткәрербеҙ.
Аптырап ҡалған ҡыҙ нимә тип яуап бирергә белмәй торғансы егет магазиндан сығып китте. Ҡыҙҙар ҡыҙыҡ күреп, тағы ла көлөшөп алды. Урамға сыҡҡас Гөлдәр ҡарашы менән егетте эҙләп урамды байҡаны. Тик ул һыуға төшкәндәй юҡҡа сыҡҡайны. Бер аҙ күңеле ҡырылды.
Бер нисә көн үтеүгә киске уйын ваҡытында ярым ҡараңғы залда Гөлдәр янына бер егет килеп баҫты.
– Үҙеңә туй күлдәге тегә башланыңмы?
Ҡыҙ аптырап егеткә текәлде. Уның ҡаршыһында магазинда күргән егет тора ине. Ҡыйыу егет ҡулын һондо.
– Йәмил.
– Гөлдәр.
– Беләм. Егеттәрҙән һорашып белдем инде. Имәнле ауылынан булам. Класташың Рафиҡтың ике туған ағаһы.
Егет ҡыҙҙы оҙата килде. Таң атҡансы һөйләшеп ултырһалар ҙа һүҙҙәре бөтмәне. Ошо көндән һуң Йәмил кис етеүгә Гөлдәрҙең ҡапҡа төбөндә ултырыр булды. Йәй аҙағында ҡыҙ йортона яусы килде. Уңыш йыйыуға туй үткәреү тураһында килешеп тә ҡуйҙылар. Гөлдәр атлап түгел, осоп, ҡанатланып йөрөнө. Буш ваҡытында әсәһе менән бирнә һандығы әҙерләнеләр, өйҙәрен йыуып, йорт-ҡаралтыларын буяп ҡуйҙылар. Ә инде туй күлдәген Гөлдәр ай буйы үҙе текте. Бер кемгә лә күрһәтмәне, әсәһе генә ярҙам итте.
Г. ҠЫУАТОВА.
(Дауамы бар).
Туйға бер нисә көн ҡалғас, еңгәйҙәре, апайҙары менән сәк-сәк бешерешеп йөрөгәндә ишек шаҡынылар. Хат ташыусы Гөлдәргә ҡалын ғына хат тотторҙо. Конвертҡа күҙ һалыу менән йөрәге жыу итеп ҡалды: Рәлимдең яҙыуы ине унда. Күңелендә ниндәй генә буран уйнамаһын, билдәһеҙлек өтмәһен, Гөлдәр хатты кис еткәс, кеше таралғас ҡына асты.
“Гөлдәрем минең. Ғәфү ит йыл буйы хат яҙмағанға. Тәүҙә онотормон тинем, аҙаҡ ғорур булып маташтым. Йәй каникулға ҡайтҡанда осрашып аңлашырбыҙ, тип уйлағайным да, уныһы ла килеп сыҡманы. Беҙҙе, өс егетте, Мәскәүгә эшкә ебәрҙеләр. Зинһар, мине ғәфү ит. Октябрь байрамына мотлаҡ ҡайтырмын, осрашып аңлашырбыҙ. Һинең даныңды ишетеп торам, ауылда тегеү эшен йәйелдереп ебәргәнһең икән. Афарин, туҡталып ҡалма. Артабан да шулай дауам ит, тәжрибә тупла. Хәҙер модельерҙар, дизайнерҙарға һорау күп. Өфөлә уҡыу йорттары ла бар, белем алырға теләһәң. Бер нисәүһе тураһында мәғлүмәт ебәрәм. Бәлки, быйыл уҡ уҡырға килерһең”. Гөлдәр хатты уҡып та бөтмәйсә ситкә быраҡтырҙы. Конверт эсенән гәзиттән ҡырҡылған мәғлүмәттәр иҙәнгә ҡойолдо.
Бит алмалары буйлап күҙ йәштәре аҡты ла аҡты. Хәлен һорашыу урынына һаман да шул бер балыҡ башы. Шул тиклем дә Гөлдәрҙе тиң күрмәгәс, наҙан һанағас, ниңә күңеленән ебәрмәй икән һуң ул? Тапты бит Гөлдәр үҙе кеүек үк ябай ауыл егетен. Ҡыҙ яуап яҙып торманы. Тик күңеле генә бер аҙ үкһеп йөрөнө.
Туйҙан һуң йәштәр матур йәшәп китте. Күрше ауылға килен булып төшөү менән Гөлдәр һауынсы булып эш башланы. Хыял иткәненсә, ауылдың үҙәгендә Йәмил ҙур өй күтәргәйне. Туйҙан һуң тиҙләтеп эшләп бөтөп, Яңы йыл байрамына өй туйланылар. Яҙ сығыуға район үҙәгенә барып, төрлө емеш ағастары, еләктәрҙең һәр сортын алып ҡайтып баҡсаны йәмләп ебәрҙеләр. Гөлдәр тәҙрә-ишек ҡорғандарын, карауат япмаларын үҙе текте, гөлдәр ултыртты. Ишек алды ла йәй етеүгә шау сәскәгә күмелде. Бер йыл ғына йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, донъялары ауыл күркенә әйләнде. Малдарын ишәйттеләр, ҡош-ҡорттары күбәйҙе. Йәш кәләш иренә йөрәк хисен тәмле аштар, өй йәме менән бирергә тырышты. Улдарына шундай уңған килен эләгеүенә ҡайны менән ҡәйнәһе лә, туған-тыумасалары ла һөйөнөп бөтә алманы. Йәмил дә кәләшен өҙөлөп яратты. Яландан ҡайтҡанында ҡулында гел гөлләмә булды. Ҡатынына ауырлыҡ төшмәһен өсөн йортта бөтә уңайлыҡтарҙы булдырҙы. Ә инде ҡатыны ҡыҙ бала бүләк иткәс, түбәһе күккә тейҙе уның. Ғаилә өсөн тип, өр-яңы машина ла алып ҡайтты. Ирен көндән-көн нығыраҡ яҡын күргән йәш ҡатын Рәлимде бөтөнләй тиерлек онотто. Анда-бында ғына, янымда әгәр ул булһа, тигән уйҙар ғына инеп сыҡҡыланы.
Бәхеттәренең иге-сиге булмаған йәштәр киләсәккә матур хыялдар ҡороп, күңелле генә йәшәп ятҡанда йортҡа ҙур бәлә килде. Март айының рашҡы яуып торған алама бер көнөндә эштән ҡайтып барған Йәмил тракторы менән күперҙән ауып, дауаханаға эләкте һәм алған яраларынан мандый алмайынса, бер аҙна эсендә мәрхүм булды. 22 генә йәшендә дүрт айлыҡ сабый менән Гөлдәр тол ҡалды.
Йәне етем ҡалған йәш ҡатын бик оҙаҡ иланы. Берҙән-бер йыуанысы булған ҡыҙы хаҡына йәшәргә тырышты. Әммә донъя йәмен таба алмай йонсоно, ҡайҙа барып бәрелергә белмәне. Әсәһе үҙ ауылына ҡайтырға саҡырһа ла, Йәмиленең төҫө булған, өс йылға яҡын ғүмеренең иң бәхетле мәлдәрен һаҡлаған нигеҙҙе ташлап киткеһе килмәне. Әлдә ҡайны-ҡәйнәһе, туғандары ташламаны. Көн дә тиерлек килеп, хәлен белеп торҙолар, йорт-ҡура тирәһендә ярҙамлаштылар. Ҡыҙына дүрт йәш тулған көндө ҡәйнәһе ҡотларға килде лә оҙаҡ ултырҙы. Фотоларҙы ҡарап, илашып алғандан һуң ҡәйнәһе һүҙ башланы.
– Эй, килен, ғүмер үтә лә инде. Йәмил үлгән көн кисә генә кеүек ине, өс йыл ярым ваҡыт үтеп киткән. Киткәндәр йәл, тиһәләр ҙә, йәшләй тол ҡалған һиңә лә рәхәт түгел инде. Йәшһең, матурһың, әллә кемдәрҙе бәхетле итер инең, балаҡайым. Үлгән артынан үлеп булмай.
– Аллаға шөкөр, ҡәйнәм, йәшәп ятам бит. Лилиәне лә аяҡҡа баҫтырырмын, Алла бирһә. Йәмил ҡорған донъяның ҡото китмәһен тип тә тырышам.
– Тырышаһың инде, күреп йөрөйбөҙ. Тик үҙеңә генә ауырға төшә. Беҙ ҙә йылдан-йыл ҡартаябыҙ. Аҙып-туҙып йөрөмәйһең, даның да сыҡҡаны юҡ. Рәхмәттән башҡа һис кенә лә һүҙ юҡ. һинең әле сәскә генә кеүек матур мәлең, ир һөйөп, наҙланып ҡына йәшәр сағың. Донъяны ҡатын-ҡыҙ янғыҙы ғына тартһа, ҡыйын бит ул…
Гөлдәр, аптырап, ҡәйнәһенә текәлде.
– Беҙ әллә һеҙҙе артыҡ бимазалайбыҙмы, ҡәйнәм? Эй, алйот та инде мин. Һеҙҙең күңелде, хәлегеҙҙе уйламайынса йүгерәм дә барам берәй нәмә булһа.
– Һис тә бимазаламайһың. Беҙгә килмәй, кемгә барырға тейешһең, һүҙем ул турала түгел дә... Бер көн Зилә әхирәт килеп киткәйне. Улы Илдар һине бик тә оҡшата икән, риза булһа, өйләнер инем, тип әйткән. Уйлап ҡарайһыңмы әллә, килен? Яңғыҙҙарға ҡыйын бит ул. һүҙ ҙә тейеүсән, нахаҡ та...
– Йәмилде бер кемгә лә алмаштырғым килмәй, ҡәйнәм. Яттарға ҡарағым да килмәй.
– Улай өҙә һуҡма, балаҡайым. Арыу егет, ә хәҙер ауылдарҙа эсмәгән ир-атты шәм яндырып эҙләрлек. Күҙ күрешкән кешеләрбеҙ. Лилиә лә етем булмаҫ ине. Бергәләшеп аралашып йәшәрбеҙ. Бынауындай донъяға ир ҡулы кәрәк. Ана, һарайыңдың ишеге ҡайырылып тора, ялан кәртәне таҙартырға кәрәк. Бер үҙеңә ауыр бит. Ҡайның да быйыл ярҙам итә алмай, быуындары һыҙлап йонсой. Ҡарауы етмәһә, донъя таралырға ғына тора ул…
Ҡәйнәһе ҡайтып киткәс, тыныслығы юғалды Гөлдәрҙең. Ҡара һылыу, оҙон буйлы Йәмилде етен кеүек һары, тәпәшәк буйлы Илдарға һис кенә лә алмаштырғыһы килмәй шул. Етмәһә, Йәмил уйнап-көлөп торған тәүәккәл кеше булды. Илдар урынында ул булһа, әсәһен ебәреп ултырмаҫ, үҙе килер ине һөйләшергә. Ә Илдар ҡыйыуһыҙ, өндәшмәҫ кеше шикелле. Хәйер, үтә аралашып барманы улар. Ят кеше менән йылмайып, артыҡ хәбәр һөйләп тә тормаҫ инде.
Кеше һүҙен иғтибарға алмаҫҡа тырышһа ла, юҡ-юҡ та булып тора шул. Былтыр, өйҙә ултырып ялҡҡас, фермаға эшкә барғайны, икенсе көндө үк үрге ос Ғәзимә ирен, мал ҡараусы Тәлғәт ағайҙы, унан ҡыҙғанып, эштән сығарттырҙы, тинеләр. Элек аралашып йәшәгән ғаилә дуҫтары ла хәҙер бик аралашмай. Ҡатындар ҡунағы булһа ғына саҡыралар, Гөлдәр саҡырһа ла яңғыҙ килергә тырышалар. Йөрөмтәл тип даны сыҡҡан Фәнзил ағай ҙа картуф ерен һөргәндә, ашарға ингән булып, күҙҙәрен майландырып ултырҙы. “Их, килен, һиндәге байлыҡ... Их, әрәм булып буш ята”, – тип теләһә нимә һөйләй башлағайны, ҡәйнәһе менән бикәсе килеп инде. Һәр пар ҙа яратып ҡауышмай бит. Ана, атаһы ла яратҡан ҡыҙы икенсе кешегә кейәүгә сыҡҡас, әсәһенә димләү буйынса ғына өйләнгән. Аҙаҡ теге ҡыҙҙың сәләмдәрен ишетһә лә, саҡырыу хаттарын алһа ла, ғаиләһенән китмәне. Бер-береһен ҡәҙерләп кенә йәшәп яталар.
Аҙна буйы ошоларҙы уйлап йөрөнө лә, ҡабат һүҙ сыҡһа, Илдар менән ҡауышырға риза булырмын, тип ҡарар итте Гөлдәр. Үҙ белдеге менәнме әллә әсәһенең ҡушыуы буйынсамы, һарай ишеген төҙәтергә тип, бер көн Илдар үҙе үк инеп сыҡты. Сәй эскәндә бер аҙ һөйләшеп ултырҙылар, һүҙҙәре лә береккән кеүек булды. Бер нисә көндән хәл белергә килгән ҡәйнәһенә риза булыуын белдерҙе. Егет кеше булғас, тәүге никахы тип, бәләкәй генә туй үткәрҙе йәштәр.
Һәүетемсә генә йәшәй башланылар. Тыштан ҡарағанда һәйбәт тә кеүек. Тик йәндәре генә берекмәне. Хатта тәү осорҙа тәндәре лә ҡауышманы. Туйҙарына әҙерлек барған саҡта, Илдар сәй эскән, юҡ-бар хәбәр һөйләгән булып ҡараңғы төшкәнсе ултырҙы ла, Гөлдәр өҫтәл йыя башлағас, ҡулынан алып, үҙенең алдына ултыртты, биттәренән, ирендәренән үбергә тотондо. Ят ирендәр, ят еҫтән, нисектер һалҡын кеүек күренгән ҡулдарҙан ҡатын ытырғаньп китте. Тәне таш кеүек ҡатты. Шул саҡта, әллә баш тартырғамы икән, тип тә уйлап ҡуйҙы ул. Тик ниңәлер өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күрҙе. Был хәлдән һуң, хистәрен аңланымы икән әллә Илдар, башҡаса яҡынайырға тәҡдим яһаманы. 2 – 3 ай тирәһе улар бер өй эсендә айырым йәшәне, икеһе ике бүлмәлә йоҡлап йөрөнө, айырым мунса инде. Төндәрҙе айырым үткәргәс, көндәре лә кителә башланы. Ир эшкә әүрәгән булып, ашарға ла айырым ултыра. Әллә әсәһе үҙе һиҙҙеме хәлдәрен, әллә һүҙ сығып ишеттеме, ни ҙә булһа ҡыҙы менән кейәүен ҡунаҡҡа саҡырҙы. Ҡыҙының класташтарын да йыйҙы. Уйын-көлкө менән дауам иткән табында Гөлдәр менән Илдарҙы әле береһе килеп ҡотлап, әле икенсеһе килеп йырлап, рюмка артынан рюмка күтәрҙеләр. Һәр береһе менән тиерлек әҙләп эсеп ултырған Гөлдәр иҫерҙе. Үҙҙәренә йоҡларға алып ҡайтҡан апаһы йәштәрҙең икеһен генә ҡалдырып сығып китте. Ҡыйыуланып алған Илдар, аулаҡтан файҙаланып, ҡатынды ҡосаҡлап алды, ирендәренән үбә башланы. Шараптан иҙрәгән тән рәхәтлек эҙләп, иргә һыйынды...
Ошо көндән һуң түшәктәре беректе йәштәрҙең. Шулай ҙа Гөлдәрҙең оҙаҡ ҡына бала тапҡыһы килмәне. Илдарға һиҙҙермәҫкә тырышһа ла, ниңәлер ваҡытлыса йәшәгән кеүек тойҙо ул үҙен. Ире өсөн йән атып тормағас, өй эшенә лә күңеле төшмәне. Йортоноң ҡото юҡ кеүек күренә башланы. Яратҡан кешеһенән мөхәббәт көтөп арыған ир ҙә өйҙән һыуынды. Былай ҙа үҙен Йәмилдең өйөндә килен кеүек тоя ине, хәҙер бөтөнләй ҡайтҡыһы килмәне, биҙҙе. Ауылдың икенсе осонан ер алып, шунда өй һала башланы. Эштән ҡайта ла, балтаһын алып, шунда йүнәлә. Ҡараңғы төшкәс, хәлдән тайып, йоҡларға ғына ҡайтып инә.
Инде ғаилә кәмәһе һыуға батты ғына тигәндә Гөлдәр үҙенең ауырға ҡалыуын һиҙҙе. Илдарына әйткәс, уны алмаштырып ҡуйҙылармы ни: элекке өндәшмәҫ, ҡыйыуһыҙ ир күҙгә күренеп үҙгәрҙе. Шаяртып ҡатынының күңелен дә күтәрә, бәхәсләшеп китһәләр, үҙ фекерен яҡлай башланы. Улы тыуғас, Наил тип исем ҡушты. Ҡанатланып йөрөгән иренә, кескәй генә улына, матур булып үҫеп килгән ҡыҙына, матур йорт-ҡураһына ҡарап күңеле бөтәйеп кенә йәшәй башлағайны, ҡапыл ошо сәләм килде Гөлдәргә. Тонйорап ҡына ятҡан күл кеүек тормошон ел-дауыл көҫәй башланы шикелле.
– Бер-ике кискә әсәйемдәргә барырға ине, – киске аш ашап ултырғанда Гөлдәр иренә өндәште. Үҙе, сәбәбен һораһа, нимә әйтергә, тип баш вата башланы.
– Иртәгә төшкө ялда алып барырмын.
Ауылына ҡайтҡас, түҙемһеҙлек менән һеңлеһе Гөлсирәнән Рәлим тураһында һораша башланы.
– Мәктәпкә осрашыуға килде. Матур ғына ағай, аҡыллы. Ап-аҡ күлдәк, ҡап-ҡара костюм кейгән. Ҙур кеше тинеләр, әллә ниндәй завод директоры ти. Уҡырға, белем алырға кәрәк, илебеҙгә, республикаға белемле кадрҙар етмәй, тип һөйләне. Сит телдәрҙе өйрәнегеҙ, хәҙерге заманда донъяның төрлө уҡыу йорттарына инергә мөмкинлек бар, тине. Ә аҙаҡ минең янға килде лә: “Һин Гөлдәрҙең туғанымы әллә, ныҡ оҡшағанһығыҙ”, – тине. Шул, һине һорашты ныҡ итеп. Аҙаҡ миңә мотлаҡ институтҡа уҡырға барырға ҡушты. Апайыңдар кеүек ауылда ятма, тине.
Гөлдәрҙең күҙҙәренә йәш төйөлдө. Тик һеңлеһе уның хәлен аңламайынса һөйләне лә һөйләне.
– Уның ҡатыны немка, ти. Англияла уҡығанда танышҡандар. Матур ғына. Сәстәре һап-һары, тырнаҡтары оҙон. Башҡортса сәпсим дә һөйләшмәй, ти, русса ла матурлап аңламай. Рәлим ағай уға инглиз телендә аңлата бөтә нәмәне. Ҡаршы алғанда ҡымыҙ биргәйнеләр, теге ҡатын, минең аллергия, тип эсмәне. Ә улдарының исеме кем, беләһеңме? Франсуа. Ҡыҙыҡ, ибет. Кисә Нағыш буйына муйыл йыйырға сыҡҡайныҡ, шул ағай ҡатыны менән өс тирәк янында тора ине. Теге апай, фу ла фу, тип, серәкәйҙәрҙе ҡыуа. Беҙ бит әҙерәк аңлайбыҙ уларҙың телен. Ауылдан туйҙым, ти теге апай. Рәлим ағай, түҙ, ҡәҙерлем, Англияға йәшәргә китһәк, 3 – 4 йылһыҙ ҡайта алмаҫбыҙ, ти. Шунан әхирәтем Зөмәрә һөйләне, ул йәш саҡта һине ныҡ яратҡан, ти. Ҡалаға алып китәм, тип ҡайтҡан икән, тик тап шул көндө һеҙҙең Йәмил еҙнәй мәрхүм менән туй барған булған. Шунда уҡ кире ҡалаға киткән, ти. Әлдә һин уға кейәүгә сыҡмағанһың, ибет. Әтеү һин дә Англияға китер инең…
Гөлдәр ишеткәндәренә аптырап, байтаҡ ултырҙы. Илап, күңелен дә бушатып алды. Әсәһе менән баҡсала оҙаҡ итеп һөйләшә-һөйләшә сәй эстеләр. Тыуған йорттан көс алып, ҡот йыйғандай булғас, Илдарына шылтыратты.
– Һағындым. Килеп ал бөгөн үк.
Йосоптан Имәнлегә табан китеп барған машина ҡапыл Нағыш буйына боролдо, һары биҙәк төшкән йәшел шәлен ябынған өс тирәк янында ир менән ҡатын оҙаҡ ҡына торҙо.
– Ҡыҙыбыҙ тыуһа, һандуғас тип исем ҡушырбыҙ, йәме?
– Ә ниңә һандуғас? Бөркөт бит ҡоштар батшаһы. Ә һандуғас – бер кескәй генә ҡош.
– Бөркөт юғарыла оса. Бөйөклөгө лә, батырлығы ла күренмәй. Ә кескәй генә һандуғас, туғай буйында ғына һайраһа ла, моңо менән бөтә тәбиғәтте йәмләй.
Илдар ҡатынын күкрәгенә ҡыҫты.
– Һин үҙең минең һандуғасым. Бөтә тормошом биҙәге һин...
Гөлдәр уға тағы ла нығыраҡ һыйынды.
Г. ҠЫУАТОВА.