RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йондоҙнамә (8 – 14 август)

08.08.2016 Йондоҙнамә (8 – 14 август)

Йондоҙнамә   (8 – 14 август)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Ниндәйҙер күптән уйлап йөрөгән эште тормошҡа ашыра алырһығыҙ. Барыһы ла яҡшы барыр. Шаршамбыла файҙалы мәғлүмәт алырһығыҙ. Тормошҡа ҡырҡа үҙгәрештәр индереү өсөн уңайлы мәл.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Был арала дуҫтар һәм яҡындар менән күп аралашырға тура килер һымаҡ. Бынан тейешле фәһем алырһығыҙ, моғайын. Килгән аҡса күҙгә күренеп күбәйер. Кесе йомала күптән теләгән әйберҙе һатып алырға форсат тейер.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Элек тамамланмай ҡалған эштәргә йыш ҡайтырға тура килер кеүек. Яңғыҙ эшләү уңышлыраҡ барыр, башҡалар ҡамасаулап ҡына торор. Дошмандар был арала әллә ни һиҙҙертмәҫ, буғай. Бурысҡа инергә рөхсәт ителә.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Тормошоғоҙ һәүетемсә генә барасаҡ. Йорт-хужалыҡ эштәрен тәртипкә килтереү өсөн уңайлы мәл. Аралар йылыныр, элекке үпкәләшеүҙәр онотолор. Кеше араһында абруйығыҙ ҙа артыр. Иң уңышлы көндәр – кесе йома һәм йома.

Буға (21.04 – 21.05)
Ҡатмарлы осор. Күптәргә ҡайһы ваҡыт түҙемлек етмәҫ. Һеҙҙең тирәләге низағтар­ҙа ҡатнашмаҫҡа кәңәш ителә. Юғиһә аҙаҡтан аҡлана алмаҫһығыҙ. Шаршамбыла төрлө юҡ-бар хәбәр араһында файҙалыһын да ишетерһегеҙ.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Был арала һәр саҡ һаҡ булырға ҡушыла. Һеҙҙе күрә алмағандарҙың эшмәкәрлеге йәнләнер, бәғзеләр асыҡтан-асыҡ эш итер. Аҙна барышында кешеләр менән дәғүәләрегеҙ күбәйеп китер, әлбиттә. Йомала бер аҙ көтөлмәгән ваҡиға булыуы ла мөмкин.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Аҙна матди яҡтан мөһим буласаҡ. Күптәр аҡса хәлен ыңғай яҡҡа үҙгәртә алыр. Бәғзеләр икенсе эш эҙләү менән мәжбүр булыр. Ғөмүмән, үҙ көсөгөҙгә ышаныс мотлаҡ артырға тейеш. Тик кеше кәңәштәренә иғтибарлыраҡ булығыҙ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Был арала йондоҙҙар һеҙгә тыныс осор вәғәҙә итмәй һымаҡ. Мәшәҡәттәр ҙә күбәйеп китеүе ихтимал. Ҡайһы ваҡыт кешеләргә ҡатыраҡ бәрелерһегеҙ, буғай. Бындай хәлдәр аралашыуҙа ҡытыршылыҡтарға килтереүе мөмкин.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Ҡайһы саҡ үҙ иңегеҙгә артығын алаһығыҙ кеүек. Башланған эштәр күбәйеп китер. Уларҙы тейешле тамамлау һеҙҙән күп көс талап итер, моғайын. Был арала мөмкинлектәргә дөрөҫ баһа биреү мөһим.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Бар йәһәттән дә уңышлы осор. Элекке бурыстарҙан, кәрәкмәгән кешеләрҙән еңел ҡотола алырһығыҙ. Эш урынын алмаштырыу тураһында ла уйлай башларға ваҡыт етте, шикелле. Шәмбелә ныҡышмалылыҡ күрһәтергә тура килер, буғай.

Саян (24.10 – 22.11)
Йорт эштәрен башҡарыу өсөн уңайлы мәл. Был арала күптәр һаулығын нығыта алыр. Сирле кешеләр аҙна барышында еңеллек тойор. Йома көн ҡатмарлыраҡ көтөлә. Уйламаған мәшәҡәт килеп сығыуы бар.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Был арала йондоҙҙар бар эштәрҙә лә уңыш вәғәҙә итә. Бик күптән башҡарған эш өсөн сауап алыуығыҙ мөмкин. Ул аҡса рәүешендә лә булыуы ихтимал. Ғөмүмән, ыңғай ваҡиғалар, бәхетле мәлдәр күп булыр.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»