28.07.2016 Хужабикәләргә кәңәш
/ Хужабикәләр кәтлит эшләгәндә күпме тоҙ һалырға тип аптырай. Ашнаҡсылар 1 кг фаршҡа 2 балғалаҡ тоҙ һалырға кәңәш итә.
/ Кәбеҫтәне бешергәндә өҫтөн япмағыҙ. Бешеп етер алдынан аҙ ғына аш һеркәһе һәм шәкәр өҫтәгеҙ. Кәбеҫтәнең тәме бөтөнләй икенсе булыр.
/ Рассольникка ҡыярҙы ҡыҙҙырып йәки бешереп һалһаң, һурпа тәмлерәк була.
/ Ҡыҙҙырылған картуф тәмле булһын өсөн һуғанды айырым ҡыҙҙырығыҙ һәм һуңынан картуфҡа ҡушығыҙ.
/ Ҙур ит киҫәген ҡыҙҙырғас, бүлмә температураһында һыуынғанын көтөгөҙ. Был ваҡытта ит уртаһында булған һыу бөтөн киҫәккә таралып бөтә һәм ризыҡ тәмлерәк була.
/ Икмәк тәмле булһын тиһәгеҙ, мейескә ҡуйыр алдынан өҫтөнә тоҙло һыу бөркөгөҙ.
/ Тәмләткестәрҙе тик быяла һауытта ғына һаҡлағыҙ. Ҡағыҙ пакеттарҙа һаҡлаһағыҙ, тәме китә.
/ Сохарый ыуағын икенсе сортлы он, манный бутҡаһы, кукуруз ярмаһы алмаштыра ала.
/ Балыҡ ҡыҙҙырыр алдынан майлы табала картуф тотоп алһаң, өйгә балыҡ еҫе таралмаҫ.
/ Итте йомшартып яһалған кәтлитте һәм шницелде бешерер алдынан 1 – 2 сәғәткә аш һеркәһе һәм үҫемлек майы ҡатнашмаһына манып алһаң, йомшаҡ булып бешерҙәр.