RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йәшелсә-емештәге химияны нисек бөтөрөргә?

27.07.2016 Йәшелсә-емештәге химияны нисек бөтөрөргә?

Йәшелсә-емештәге  химияны нисек бөтөрөргә?Йәшелсә-емештәрҙе ныҡлап йыуһаң, нитрат һәм пестицидтарҙан таҙартырға була. Иң зарарлы өлөштәре ҡайҙа һуң уларҙың?
Кәбеҫтә. Нитраттарҙың күп өлөшө кәбеҫтәнең өҫкө япраҡтарында һәм үҙәгендә була. Әрәм булһа ла, ул өлөштәрен ҡулланмағыҙ.
Картуф. Картуфта нитраттар ҡабыҡ аҫтында һәм үҙәгендә йыйыла. Шуға ла картуф бешеү менән һыуын түгегеҙ.
Ҡыяр, баклажан, ашҡабаҡ. Нитратһыҙ ҡыяр асыҡ йәшел төҫтә, ҡуйы йәшелдәре ашламаны күп ҡулланып үҫтергән ҡыярҙа була. Йәш ашҡабаҡтың ҡабығын әрсергә, иң ағыулы урынын ҡырҡыр­ға кәрәк.
Салат, петрушка, укроп. Химия һабаҡтарында була. Ризыҡҡа өҫтәр алдынан бер сәғәт һыуҙа тотоп тороғоҙ.
Помидор. Ҡабығы ҡалын булған һайын нитраттары ла күберәк. Бешмәгән помидор алмағыҙ.
Виноград. Уларҙы оҙағыраҡ һаҡланһын өсөн фунгицидтар менән эшкәртәләр. Ашар алдынан яҡшылап йыуырға кәрәк.
Ҡарбуз. Киҫелгән һәм пленкаға уралған ҡарбуздарҙы бер ҡасан да алмағыҙ. Уның нитратлы булыу-булмауын белеү өсөн түбәндәге тәжрибәне эшләп ҡарағыҙ. Ҡарбуздың йомшаҡ урынын ҡырҡып алып һыулы стаканға төшөрөгөҙ. Һыу икенсе төҫкә ин­һә, ашламаларҙы күп ҡулланғандар тигән һүҙ. Тоноҡ һыуға әйләнһә, тимәк, ашарға яраҡлы.
Груша һәм алма. Был емештәрҙе серемәһен, боҙолмаһын өсөн һатыуға сығарыр алдынан дифенил менән эшкәртәләр. Евросоюзда, АҠШ-та был матдә көслө канцероген һәм аллерген иҫәпләнә. Шуға ла емештәрҙе ҡабығынан әрсемәйенсә ашарға ярамай.
Кишер, редиска, сөгөлдөр. Нитраттарҙың күп өлөшө тамырында һәм һабаҡ өлөшөндә була. Бешергәндә был өлөштәрен киҫеп һалығыҙ.
Сит илдән килтерелгән йәшелсә-емеште һатып алмауығыҙ хәйерле. Беҙҙең ауыл хужалығы предприятиелары көрсөк мәлендә Америка, Голландия, Нидерланд кеүек илдәрҙән ашламалар һатып ала алмай. Сит илдәр, үҙҙәрендә ҡара тупраҡ булмағас, башлыса, химикаттар һибеп кенә йәшелсә үҫтерә. Үҙ баҡсаңда үҫтергән ризығыңа ни етә инде!










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»