RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йондоҙнамә (25-31 июль)

22.07.2016 Йондоҙнамә (25-31 июль)

Йондоҙнамә (25-31 июль)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Төп эшегеҙҙә ваҡытлыса ҡыйынлыҡтарҙан ҡотолоп булмаҫ. Кешеләр күҙенә салынмай, баш эйеп эшләү хәйерле. Кемдер һеҙгә айырым иғтибар күрһәтә башлар һымаҡ. Шәмбе бик яҡшы үтер.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Шишәмбе көндө ниндәйҙер көтөлмәгән һәм үтә һәйбәт ваҡиға көтөгөҙ. Был арала күптән күрмәгән дуҫығыҙҙы ла осратыуығыҙ ихтимал. Осор аҙағы ҡыйыныраҡ килер, бәлки. Күптәр ярҙам эҙләргә мәжбүр булыр, моғайын

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Төп эштә өҫтәмә йөкләмәләр бирерҙәр, буғай. Бының өсөн рәхмәттәр әйткәнде көтмәгеҙ. Етәкселәргә һирәгерәк күренергә тырышығыҙ. Күптәрҙең ижади эштәре туҡтап торор кеүек. Килгән аҡса етмәй башлар.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Осор төрлө юғалтыуҙар менән янап торор һымаҡ. Йондоҙҙар иң ауыр хәлдә лә бурыс­ҡа аҡса алырға ҡушмай. Әлегә иң мөһиме – ваҡытлыса ауырлыҡтарҙан төшөнкөлөккә бирелмәгеҙ. Йомала бик һәйбәт яңылыҡ ишетерһегеҙ.

Буға (21.04 – 21.05)
Күберәк кеше араһында булығыҙ. Әүҙемлек күрһәтеү файҙалы булыр. Төп эштә абруйығыҙҙы күтәреү өсөн уңайлы мәл. Яҡын арала ниндәйҙер ир кеше тарафынан ярҙам алырһығыҙ һымаҡ. Оло йәштәге туғандар менән аралар йылына башлар.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Янығыҙҙағы кешеләргә ҡарата һәр саҡ иғтибарлы булығыҙ. Араларында ышаныс­һыҙҙар ҙа юҡ түгел. Яңы таныштарға әллә ни ҙур өмөт бағламағыҙ. Кесе йомалағы ваҡиғалар­ға тыныс ҡарағыҙ, һеҙгә бер ниндәй ҙә хәүеф янамай кеүек.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Башлаған эштәрҙе аҙна барышында мөмкин тиклем тамамларға тырышығыҙ. Күптәр үҙен көсләп эш итергә мәжбүр булыр. Шаршамбыла күптәнге дүҫығыҙҙан хәбәр алыуығыҙ ихтимал. Яҡын арала эште алмаштырыу кәңәш ителмәй.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Был арала алдан күрә белеү һәләтегеҙ көсәйер. Элек аңламаған ҡайһы бер ваҡиғаларҙың асылына төшөнөрһөгөҙ, бәлки. Йәшерәк кешеләрҙең өйләнеү, кейәүгә сығыу теләге тыуыр. Иң өмөтлө көнөгөҙ – йәкшәмбе.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Был арала бергә эшләгән, уҡығандар менән тигеҙ мөнәсәбәттәрҙе һаҡлау төрлө сәбәптәр менән еңел булмаҫ һымаҡ. Бәғзеләрҙең һеҙҙең уй-маҡсаттарға ҡаршы тороуы йәки көнләшеүе лә бар. Кесе йомалағы хәл дә эсегеҙҙе бошорор, бәлки.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Элек тамамланмай ҡалған эштәргә яңынан ҡайтырға тура килер, буғай. Эштәгеләр менән ҡытыршылыҡтар йышайып китеүе лә ихтимал. Күптәргә өҫтәмә йөкләмәләр йөкмәтерҙәр, моғайын. Мөмкин тиклем өйрәнелгән көн тәртибен һаҡлап ҡалырға тырышығыҙ.

Саян (24.10 – 22.11)
Аҙна башында уҡ төрлө ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр баҫып алыр. Яҡындағылар ҙа даими эш өҫтәп торор. Был арала ниндәйҙер ҡарар ҡабул итергә тура килер һымаҡ. Һайлаған юлығыҙҙан яҡын киләсәгегеҙ бәйле булыр. Йома көндө ниндәйҙер юғалтыу кисерерһегеҙ, бәлки.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Көндәр барышында иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғалар мотлаҡ булырға тейеш. Ғөмүмән, күпселек алдан уйланылған уй-маҡсаттарығыҙ тормошҡа еңел генә ашырыла барыр. Шәмбелә кеше кәңәштәренә һиҙгерерәк булырға тырышығыҙ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»