RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Тәүәккәл ҡыҙҙар – беҙҙең арала

27.06.2016 Тәүәккәл ҡыҙҙар – беҙҙең арала

Тәүәккәл ҡыҙҙар – беҙҙең аралаБөгөн гүзәл зат эшләмәгән бер генә өлкә лә, бер генә тармаҡ та юҡтыр. Ғаилә усағын һаҡларға ла, илебеҙгә бынамын тигән шәхестәр тәрбиәләп үҫтерергә лә һәм, ир-ат менән бер рәттән, иң ауыр эштәрҙе башҡарырға ла, иң мөһим бурыстарҙы үтәргә лә өлгөрә улар. Ошо урында эске эштәр бүлегендә эшләүсе гүзәл заттарҙың береһе – Әлиә Фуат ҡыҙы Шәғәлина тураһында айырым һөйләп үтке килә.

Әлиә, Белорет лицей-интернатын тамамлағас, тегенсе һөнәрен ала. Артабан дизай­нер­ға уҡыу теләген ҡалдырып, ситтән тороп Башҡорт иҡтисад колледжына уҡырға инә һәм бер үк ваҡытта торлаҡ-коммуналь хужалығында һыу буйынса контролер булып эшләп тә йөрөй. Ҡыҙ бала саҡтан уҡ форма кейергә, хәрби кеше булырға хыяллана. Шунлыҡтан ҡулына диплом алыу менән, бәлиғ булмағандар инспекцияһына эшкә урынлаша. Полиция бүлегенең ниндәй генә подразделениеһында хеҙмәт итһәң дә, был һөнәр арыу-талыу, ал-ял белмәй, иртәнән кискә тиклем эшләүҙе талап итә. Шуға күрә лә зәңгәр хыялдар, погон тағыу уйы менән эшкә килгән ҡайһы берәүҙәр 2 – 3 йылдан һуң бынан китеү яғын ҡарай. Ә бына Әлиәнең бала саҡ хыялы һүрелмәй һәм шуға күрә лә һөнәре буйынса камиллашырға, үҫергә ынтыла. Шул арҡала, Белорет полицияһынан Чечен Республикаһына хеҙмәт итергә бер ҡыҙ китергә тейеш, тигән хәбәрҙе ишеткәс тә, үҙ ирке менән оҙайлы командировкаға барыр­ға теләк белдерә. Бында, күрәһең, Әлиәлә, бала саҡ хыялы менән бергә, башҡорт ҡыҙҙарына ғына хас саялыҡ, яугирлыҡ сифаттары булыуы ла ҙур роль уйнағандыр. Башта ул был хаҡта туғандарына ла, хатта ире Илмирға ла бер нәмә лә әйтмәй. Өфөгә барып, ОМОН базаһында ярты ай буйы кәрәкле дисциплиналарҙы, көтөлмәгән хәлдәрҙә үҙеңде нисек тоторға кәрәклеген өйрәнә, тактик әҙерлек, атыу буйынса күнекмәләр үтә. Хәрби комиссия үтеп, китергә әҙерләнеп бөткәс кенә туғандарына Чечняға ебәреләсәге тураһында хәбәр итә. Әлбиттә, тыныс тормошто ташлап, әллә ҡайҙа сит тарафҡа барып, ут эсенә инергә теләүен береһе лә ҡабул итмәй. Ире лә, ата-әсәһе лә ҡаршы төшә. Әммә үҙ һүҙендә ныҡ торған Әлиә артҡа сигенмәй. Туғандарына уның менән килешеүҙән башҡа сара ҡалмай. Тик шулай ҙа ҡайныһы килененең, өс йәшлек ҡыҙын ҡалдырып, ер аяғы ер башына китеүен өнәмәй, килешеп бөтмәй барыбер ҙә. Һуғыш ҡатын-ҡыҙ эше түгел, үҙебеҙҙәге һәр тыныс таңға ҡыуанып, балалар табып үҫтереп, ғаилә усағын һүрелтмәй йәшәй белеү иң мөһиме, ти ул.
Шулай итеп, Әлиә һалҡын ғинуар айында оҙон да, хәүефле лә юлға сыға. Тәғәйенләнгән пунктҡа поезда биш көн буйы барғас, улар­ҙы Моздок ҡалаһында бронялы “Урал” машинаһында ҡаршы алалар. Тағы ла алты сәғәтте юлда үткәргәндән һуң, көндөҙгө сәғәт 12-лә Чечен Республикаһы Ножай-Юрт районының Мескети ауылына килеп етәләр. Әлиәләрҙең килеүен ҡайтырға әҙерләнгән алдағы смена хәрби әҙерлектә көтөп тора. Ҡыҫҡа ғына ваҡытта посты ҡабул итеп, төркөмдө оҙатып ебәрәләр.
Әлиәнең бурысы контроль үткәреү пунктында (КПП) ҡатын-ҡыҙҙарҙы тикшереү була. Улар тәүге көндә үк эшкә тотона. КПП бейек тау башында, Дағстан сиге янында урынлаш­ҡан, тирә-яҡ, ус төбөндәгеләй, асыҡ күренеп тора. Тәби­ғәтен насар тип әйтеп булмаһа ла, сит яҡтың март айында уҡ ата башлаған сәскәләре лә, тауҙары ла ят күренә. Күк йөҙө лә һәр саҡ болотло, көн һайын яуған ҡар ҙа шунда уҡ иреп тора. Шулай итеп, сит-ят ерҙә етди ҙә, яуаплы ла хәрби хеҙмәт башлана. Урынлашыу, эш нескәлектәренә төшөнөү мәшәҡәттәре менән Әлиә башта үҙенең ҡайҙа килеп эләккәнен дә аңламайыраҡ тора. Тора-бара унда-бында ишетелгән шартлау тауыштары, ҡыҙының телефон аша шиғырҙар һөйләүе күңелендә һағышлы ла, борсолоулы ла уйҙар уята.
– Башта, ысынлап та, ҡайҙа килеп эләгеүем хаҡында артыҡ уйланып ултырырлыҡ ваҡыт булманы. Ғәҙәттә, бындай уйҙар йоҡларға ятҡас килә. Шундай ҡыйыу аҙым яһауыма, ғаиләмде ҡалдырып, ер өйҙә, сит тарафта япа-яңғыҙ йоҡлап ятыуыма үҙем дә аптырап ҡуя инем. Шулай ҙа Чечняға барып хеҙмәт итеүемә бер ҙә үкенмәйем. Кейәүгә сыҡҡансы был уйымды тормошҡа ашыра алмауым ғына бер аҙ үкенесле булды. Ирем Илмирға рәхмәт, теләгемде аңланы, юлыма ҡаршы төшмәне. Бойороҡ булғас, бараһың инде, хәрби кешенең эше шундай, тине һәм матур итеп оҙатып, яҡшы итеп ҡаршы алды. Ҡайтҡас, Чечняла булған саҡтар төшкә лә ингеләне. Ғәҙәттә, тик бер төштө күрә торғайным, йәнәһе лә, тағы ла Чечняға китергә бойороҡ булған, ә мин, яңы ғына барып килдем бит, икенсе тапҡыр бармайым, тип илайым. Күрәһең, ярты йыл буйы көсөргәнешле тормошта йәшәү күңелгә үҙ эҙен һалғандыр инде. Хәҙер был төштәр ҙә, Чечнялағы хеҙмәт тә онотолдо, ғәҙәти донъя мәшәҡәттәре менән йәшәйем. Үҙһүҙлеләнеп хеҙмәт итергә киткән килендәрен, ҡыҙҙарын аңлауҙары, мин юҡта ғаиләмә ярҙам итеүҙәре өсөн атай-әсәйемә, ҡәйнәм менән ҡайныма рәхмәтлемен. Ҡайнымдың Чечняға китеүемә ризалыҡ бирмәүенә лә үпкәләмәйем. Үҙ улының тормошо, ғаиләһе өсөн борсолған ысын атайҙар сифаты итеп ҡабул иттем быны, – тип иҫләй Әлиә үҙенең хәүефле командировкалағы сағын.
Әйткәндәй, Әлиәнең ире Илмир Иршат улы ла Белорет полицияһында дежур-инспектор булып хеҙмәт итә. Улар Гөлназ һәм Эмилия исемле ҡыҙҙар тәрбиәләп үҫтерә һәм бынамын тигән шәхси йорттарында гөрләтеп донъя көтә. Әлиәнең күп кенә миҙалы бар, 2013 йылда уға капитан дәрәжәһе бирелә.
Эргә-тирәбеҙҙә тыуған илен ярат­ҡан, кәрәк саҡта иң хәүефле юлға сығырға әҙер булған егеттәребеҙ генә түгел, ҡыҙҙарыбыҙ ҙа булыуы күңелдә ғорурлыҡ тойғолары уята. Әлиә кеүек ҡыйыу ҙа, тәүәккәл дә погонлы гүзәл заттарыбыҙҙың ватаныбыҙҙың терәге, яҡлаусыһы булырҙай егет һәм ҡыҙҙар тәрбиәләп үҫтерәсәгенә шик юҡ.

Эльза МӨХӘМӘҘИЕВА.

Белорет районы.
Автор фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»