24.06.2016 “Наҙлыҡай” бәлеше
Ҡамыр өсөн: 2 стакан он, 50 г май йәки маргарин, 1 йомортҡа, 20 г сүпрә, 2/3 стакан һөт, 2 ҡалаҡ шәкәр, ярты балғалаҡ тоҙ.
Эслек өсөн: 200 г эремсек, 5 ҡалаҡ бал, 100 г май, 1 йомортҡа, ярты стакан сәтләүек.
Сүпрәне йылы һөттә ебетегеҙ, тоҙ, шәкәр, он, йомортҡа ҡушып туҡығыҙ. Аҙаҡ иретелгән май өҫтәгеҙ. Ҡамырҙы 2 – 3 сәғәткә йылы урынға ҡуйығыҙ, аҙаҡ йәйеп, майланған табаға һалығыҙ.
Эслек өсөн май менән балды иретегеҙ. Һыуытып, төйөлгән сәтләүек, эремсек өҫтәп бутағыҙ. Эслекте ҡамыр өҫтөнә йәйегеҙ. 15 – 20 минут тотҡандан һуң, туҡылған йомортҡа һылап, эҫе духовкала 30 – 35 минут бешерегеҙ.