16.06.2016 Банк картаһынан аҡсағыҙ юғалмаһын тиһәгеҙ...
Банк карталарынан аҡса юғалтыу осраҡтары йыш ҡабатланып тора. Кемдер мобиль банк беркетелгән телефонына вирус индерә, икенсе берәүҙәр банк хеҙмәткәре булып шылтыратҡан кешегә пин-кодын һәм аҡса иҫәбен хәбәр итә. Пластик банк карталары эйәләренә полиция түбәндәге кәңәштәрҙе иҫтә тоторға кәңәш итә.
Бер ҡасан да пин-кодығыҙҙы сит кешеләргә әйтмәгеҙ. Ул һеҙҙең сейф асҡысы кеүек булырға тейеш.
Пин-код яҙылған яҙыуҙы картағыҙ янында һаҡламағыҙ. Картағыҙҙы юғалтҡан хәлдә, аҡсағыҙҙан елдәр иҫәсәк. Әгәр ҙә һеҙгә үҙҙәрен банктың хәүефһеҙлек хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре тип танытып, пин-код, банк реквизиттарығыҙҙы һораһалар, уларға яуап бирергә ашыҡмағыҙ. Банкка шылтыратып, шундай мөрәжәғәт булыуын хәбәр итегеҙ. Телефонығыҙға SМS-хәбәр килһә, ундағы күрһәтелгән ссылкаларға инмәгеҙ. Банктың игеҙәк сайттары булыуы ихтимал. Һеҙҙең пин-кодты һорарға бер кемдең дә хоҡуғы юҡ.
Картағыҙҙы юғалтҡан хәлдә, тиҙ генә уға блокировка эшләтегеҙ. Банк номерҙарын блокнотығыҙҙа яҙып тотоғоҙ.
Һаҡланған, видеокамералар торған банкоматтарҙан ғына аҡса алығыҙ. Улар, ғәҙәттә, эре сауҙа нөктәләрендә, дәүләт учреждениеларында була.
Пластик картағыҙҙы ҡулланғанда терминалдың клавиатураһына ла иғтибар итегеҙ. Карта ҡуйыусы урын һәм клавиатура өҫтәмә ҡорамалдар менән йыһазландырылмаған булырға тейеш.
Карта менән операциялар башҡарғанда янығыҙҙа сит кешеләр тормаһын. Пин-кодты йыйғанда ҡулығыҙ менән ҡаплағыҙ. Әгәр ҙә банкомат эшләмәһә, оҙаҡ ҡабынһа, уны эшләтеп тормағыҙ. Мутлашыусыларҙың уның программаһын үҙгәртеп китеүҙәре лә ихтимал.
Банк картаһы менән иҫәпләшкәндә, һатыусылар һеҙҙең күҙ алдығыҙҙа аҡсаны картанан алырға тейеш. Ресторан, кафела, официанттарға, кассирҙарға картағыҙҙы бирмәгеҙ. Мутлыҡ ҡылыусылар махсус ҡорамал ярҙамында һеҙҙең картағыҙҙың реквизиттарын алып, уның күсермәһен эшләп алыуы бар.
Телефон номерығыҙҙы аҡса күсеү, күсереү тураһында банктан хәбәрҙәр ебәреү хеҙмәтенә ҡуйыу – иң уңайлыһы. Ҡасан, сәғәт нисәлә кемгә аҡса күсерелгәнен белергә мөмкин. Картағыҙҙағы сумма ярайһы ғына ҙур икән, даими рәүештә тикшереп тороғоҙ. Сауҙа нөктәләрендә, бәләкәй магазиндарҙа карта менән иҫәпләшмәүегеҙ ҡулайыраҡ булыр. Һатыусы-кассирҙарҙың да мутлашыусылар менән бәйләнештә булыуы ихтимал.
Т. АМАНОВ.