RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Нимә булды һуң? (Бер йәш ҡатындың һөйләгәне буйынса)

10.06.2016 Нимә булды һуң? (Бер йәш ҡатындың һөйләгәне буйынса)

Нимә булды һуң? (Бер йәш ҡатындың һөйләгәне буйынса) Мин бер уҡыу йортонда методист булып эшләйем. Башҡа урынға күсергә уйламайым да. Әле эшләгән эшем бөтә бәләнән ҡотҡара ла инде. Өйҙә бик ауыр булғанда ла, эшкә барғас онотола. Быйыл бигерәк тә ауыр булды. Ғаиләм тарҡалып, пыр туҙҙы. Әллә ниҙәр булып бөттө. Күҙ тейгәндер, тип тә уйлап ҡуям.
Атайым-әсәйем менән генә яңғыҙ үҫтем. Тик нисек кенә булмаһын, иркә булырға тура килмәне. Өйҙәге бөтә эште эшләй торғайным. Әсәйем: «Кем бәхетенә генә үҫәһең инде һин», – тип әйтә торғайны. Аш-һыуға оҫта булдым. Ауылда туйға әҙерләнгәндә, оло апайҙар менән мин дә сәк-сәк бешерештем. Ул саҡта миңә 17 йәш ине. Институтты тамамлау менән кейәүгә сыҡтым. Ҡыҙым тыуҙы. Атаһы эсеү менән мауыҡты. Мине туҡманы. Тәүҙә әсәйҙәремә был хаҡта әйтмәнем. Туҡмалғанымды белеп ҡалғандар һәм мине үҙҙәренә алып ҡайттылар. Шулай итеп, ҡыҙымды ете йыл үҙем генә ҡараным, тәрбиәләнем. Атайымдың бер дуҫы, мине бик йәлләне. Көндәрҙең береһендә ул мине бер ир менән таныштыр­ҙы. Уның ҡатыны, өс балаһын ҡалдырып, яман шештән үлгәйне. Ул ирҙе – Вәристе бик оҡшаттым. Ул да миңә һәр саҡ килде, эсмәй-тартмай, ҙур ғына ойошманың етәксеһе булып эшләй. Ҡыҙымды үҙ малайҙары менән тиң күрҙе. Беҙ өйләнештек. Бер йылдан һуң тағы ла ҡыҙ таптым. Балаларыбыҙ бишәү булды. Уларҙың бөтәһен дә тигеҙ күреп, яратып үҫтерҙек. Шул балалар өсөн йәшәнек тә инде. Бөтә өмөтөбөҙ, ышанысыбыҙ улар ине. Күп тә үтмәне, ирем башлаған өйөн төҙөп бөттө. Уның малайҙары мине «әсәй» тип үҫте. Серебеҙ уртаҡ булды. Оло улыбыҙ, кәләш алам, тигәс, уларҙы ҡырға-ситкә ебәрге килмәне. Тик һәр кемдең үҙ ояһы булырға тейеш бит. Малай менән килен беҙҙең фатирға күсте. Килен бик үткер, сибәр булды.
Ошолай матур ғына йәшәп ятҡанда оло ҡыҙым ире менән йыш ҡына талаша башланы. Яныма инеп, илап ала ине. «Әсәй, ул миңә хыянат итә. Һиҙәм, кем икәнен генә белмәйем», – тине. «Сабыр бул. Ҡулыңда бәләкәй балаң бар. Яңылышаһыңдыр», – тинем.
Бер көндө ирем командировкала ине. Малайҙар эштә. Кесе ҡыҙымды йылы яҡҡа ебәргәйнек. Мин нисектер өйгә эштән иртәрәк ҡайттым. Оло ҡыҙымдың бүлмәһендә тауыш сыҡҡанға, ишекте шаҡымайынса астым. Киленем менән кейәүемде бик кәрәкмәгән саҡтарында күрҙем бит. Килен тиҙ генә халатҡа ҡапланып, ваннаға ашыҡты. Кейәү бите менән мендәргә ҡапланып ятты. Мин быларҙың бөтәһен дә иремә һөйләнем. Быны улыбыҙ ҙа белде. Киленде хыянаты өсөн шул көндө үк ҡыуып сығарған. Ҡыҙыбыҙ был хәлгә сыҙай алманы – ныҡ ҡайғырҙы. Кейәү әсәләренә ҡайтып китте. Малай менән ҡыҙ үҙ-ара бик ныҡ талаша башланылар. Был күренеш аталарына оҡшаманы. 20 йыл йәшәп, беренсе тапҡыр миңә: «Әгәр ҙә ҡыҙың телен тыймаһа, мин уны өйҙән ҡыуам. Минең малайға ҡысҡырмаһын», – тип ҡысҡырҙы. Был хәлдән һуң ныҡ ҡайғырып, үҙем дә ауырый башланым. Хәҙер өйҙә һәр саҡ ыҙғыш-талаш. Ирем менән үҙ-ара мөнәсәбәт бына-бына өҙөлөргә торған кеүек. Малай киленде ҡыуғандан һуң эсә башланы. Ирем бының өсөн дә мине ғәйепләй, нимә эшләргә лә белмәйем. Бына әле әсәйем янына ҡайтып барам. Ҡалаға барып йәшәүҙе ул бер ваҡытта ла оҡшатманы. Ҡыҙым да йәй буйы бала менән шунда. Әсәйемә барам әле, уның янында, бәлки, йөрәгем әҙерәк ял итер, Вәрис тә, бәлки, туҡтар…

Нур МӨХИТДИНОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»