RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Милли байрамды үтә замансалаштырҙыҡмы әллә? йәки Һабантуй хаҡында уйланыуҙар

03.06.2016 Милли байрамды үтә замансалаштырҙыҡмы әллә? йәки Һабантуй хаҡында уйланыуҙар

Милли байрамды үтә замансалаштырҙыҡмы әллә?  йәки Һабантуй хаҡында уйланыуҙарҺабантуйҙар гөрләп үтә. Йыл да, байрам матур үтте, тип гәзит- телевидениела маҡтайҙар. Әммә миҙал ике яҡлы.

Майҙанға килгән халыҡ һаны ла арта бара. Мәҫәлән, беҙҙең район һабантуйында машиналарҙы ҡуйыу үҙе оло мәшәҡәт. Сөнки инеү-сығыу юлы берәү, шунлыҡтан тығын барлыҡҡа килә. Икенсе юл бар-барлыҡҡа, тик унан йөрөү өсөн каскадер булыу кәрәк.
Һабантуй майҙанын түңәрәкләп, эске ярты өлөшөндә аш-һыу, кейем- һалым һәм башҡа төрлө ялтыр-йолтыр әйбер һатыусылар урын ала. Улар өс-дүрт рәткә урынлаша, килгән халыҡ ашап-эскәс, концерт сәхнәһе янына ағыла. Түңәрәктең ҡалған яртыһына ҡаланан килгән "күҙ бәйләүселәр" халыҡ аҡсаһын талай торған уйындар ойоштора. Йәнәһе, бер минут турникта аҫылып тора алһаң, мең һум отош көтә, анауы арҡанлы баҫҡыстан күтәрелһәң дә, башына етә алһаң - мең һум... Һәм башҡа төрлө ябай әҙәм балаһы эшләй алмай торған трюктар уйланылған. 100 һум аҡсаңды сығарып һал да, әйҙә инде ҡылан. Шар тулы бассейнда резина костюмдарҙы кейеп, ҡатын-ҡыҙҙар төртөшә башлай, хатта фотоға төшәләр. Башҡорт камзулын, ҡашмауын тағып төшһәләр ине лә бит... Парашютсыларҙы ла яллау йолаға әүерелде. Улар әллә бушҡа һикерә тиһегеҙме?
Эремсек һарҡытыу, май бешеү, айран, ҡурмас ҡыҙҙырыу, талҡан эшләп күрһәтеү кеүек милли ризыҡтарыбыҙ ҙа бар бит. Һабантуйҙа шулар булһа, һәр кем һатып алыр ине, минеңсә. Барыһы ла ойоштороусыларҙан тора. Ниндәйҙер милли йолалар күрһәтелһә лә, үкенескә күрә, тик комиссия алдында ғына башҡарыла. Балаҫ һуғыусы бер апайға, оҫталығыңды ошондай байрамдарҙа күрһәтһәң, яҡшы булыр ине, тигәйнем, майҙанға сығып ултырыуҙың буш булмауын әйтеп, аптыратты.
Төрлө алдатҡыс уйындар уйнатыусылар теҙелгән рәттән үтерлек тә түгел. Биткә, ҡулға "наколка" эшләүсе тап уртала ултыра, ә башҡорт йолаларын, мәҙәниәтен көнкүрешен сағылдырған тирмәләр әллә ҡайҙа, ситтә урынлашҡан.
Ҡыҫҡаһы, милли байрамыбыҙҙың һабантуй тигән исеме генә ҡалды, шикелле. Быйыл уға тағы ниндәй замана яңылығы өҫтәрҙәр, тип уйланып йөрөйөм.

Мәҙинә ЯҠУПОВА.
Әбйәлил районы,
Яңауыл ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»