17.05.2016 Көтөү - көнүҙәк ихтыяж
Ауылдарҙа шәхси хужалыҡтарҙағы малға көтөүсе табыу мәсьәләһе йылдан-йыл ҡырҡыулаша бара. Көтөү булмағанлыҡтан, ауыл хужалығы культуралары сәселгән баҫыуҙар, ултыртылған урман үҫентеләре, бесәнлектәр тапалып һәм ҡышҡылыҡҡа әҙерләнгән бесән эҫкерттәре тәләфләнеп, ҙур зыян килә. Көтөүһеҙ йөрөгән һыйыр-аттар арҡаһында юл-транспорт фажиғәләре лә булып тора. Малдың юғалыу осраҡтары ла булғылай.
Көтөүсе эше еңел түгел. Уның эш ваҡыты иртә таңдан ҡара кискә тиклем яҡынса 14 сәғәткә һуҙыла. Етмәһә, беҙҙең төбәктә көн торошо ла тотороҡһоҙ. Ямғыр, үҙәккә үтерлек һалҡын тимәй, малдан күҙ яҙлыҡтырмай, кискә тиклем йөрөргә кәрәк. Был эш һәр кемдең дә ҡулынан килмәй, шуға күрә, ялҡып китеп, көтөүҙе ташлап та ҡуялар. Күпселек ауылда, көтөүсе табылмағанлыҡтан, сиратлап көтөргә мәжбүрҙәр. Ҡайһы берәүҙәр малын бөтөнләй иреккә сығарып ебәрә. Әлбиттә, сиратлап көтөү тәғәйен көтөүсене алмаштыра алмай. “Осраҡлы” көтөүселәр, көтөү урындарын белеп етмәгәнлектән, ҡайҙа етте, шунда көтә. Көтөүлектәр рациональ файҙаланылмай, был үҙ сиратында малдың көндәлек артымы, һөтө кәмеүгә килтерә. Етмәһә, күптәр сиратлап көткәндә, “ҡорос ат”тарға атлана. Еңел машиналар үткән урындарҙа үлән үҫмәй, юл барлыҡҡа килә. Төрлө урында эшләгән кешеләр көтөү көтөргә мәжбүр була.
Малдан тапалмаһын тип, күп кенә фермер – сәсеүлектәрен, шәхси хужалыҡтары булғандар бесәнлектәрен кәртәләп ала. Ауыл хужалығы тауарының үҙҡиммәте былай ҙа юғары. Ҙур майҙандарҙы кәртәләп алыуға, төҙөлөш материалдарына, уны эшләүгә күп сығым һәм ваҡыт сарыф ителә. Совет осоронда көтөүлектәр, бесәнлектәр тапалманы, сөнки шәхси хужалыҡтарҙағы мал көтөүгә йөрөнө, тәртип булды.
Ауылда көтөү көтөргә теләүселәр әҙ, сөнки ул миҙгелле генә эш. Үҙ эшен намыҫлы башҡарған көтөүселәргә ҡышҡы айҙарға эшһеҙлеккә пособие түләү стимул булыр ине. Пособиены тәғәйенләүгә справканы ауыл хакимиәте бирә ала. Көтөүсегә эш хаҡын өй һайын йыйып түгел, ауыл хакимиәттәрендә, йә икенсе юл менән үҙләштереп, тәғәйен өлөшөн Пенсия фондына күсереп түләү маҡсатҡа ярашлы булмаҫ инеме икән? Ул ваҡытта стаж да барыр ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эш хаҡы урынына көтөүсегә спиртлы эсемлек тоттороп ебәреүселәр ҙә бар.
Көтөүҙә атта һыбай көтөү өсөн эйәр кәрәк, ә ул хәҙер һирәк. Хәрбиҙәр өсөн эшләнгән эйәр бик уңайлы, файҙаланыу ваҡыты ла оҙайлы. Өҫтәүенә, аттың арҡаһын баҫмай, йәрәхәтләмәй ҙә. Ундай эйәрҙәр осраштыра. Күсермәләрен алып, республикала етештереүҙе яйға һалыу маҡсатҡа ярашлы булыр ине. Шәхси хужалыҡтарҙағы малды көтөүҙе юлға һалыу ауылдарҙа ҡырҡыу торған эшһеҙлек проблемаһын ниндәйҙер кимәлдә хәл итеүгә булышлыҡ итәсәк.
Республика парламентарийҙары малдарға номер (бирка) ҡуйыу мәсьәләһен күтәрҙе. Ошо юл менән юл-транспорт фажиғәләрендә малдың хужаһын асыҡлап, яуаплылыҡҡа тарттырып буласаҡ, тип күҙаллана. Был эште атҡарыу өсөн бюджеттан йәки икенсе сығанаҡтан йыл һайын ҙур ғына суммала аҡса кәрәк. Ҡарауһыҙ йөрөгән мал арҡаһында булған аварияларҙы асыҡлағансы, уларҙы булдырмау йәки күпкә кәметеү маҡсатҡа ярашлыраҡ булмаҫмы ни?! Бөтә йәһәттән дә бында берҙән-бер юл – республика ауылдарында шәхси хужалыҡтарҙағы малды миҙгел башынан аҙағынаса көтөүҙе ойоштороуҙы юлға һалыу.
Быйылғы көтөү миҙгелендә һуңғы йылдарҙағы хәл тағы ла ҡабатланмаһын өсөн төрлө кимәлдә әҙерлек эштәрен хәҙерҙән башларға кәрәк. Илдә ситтән ингән тауарҙарҙы урындағыға алмаштырыу ихтыяжы килеп тыуғас, сифатлы ауыл хужалығы продукцияһын күберәк етештереү зарурлығы мәсьәләнең көнүҙәклеген бермә-бер арттыра.
Азамат КҮСӘЕВ.
Учалы районы.