RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ерле булыу бай булыу ғына түгел

07.12.2010 Ерле булыу бай булыу ғына түгел

Үткән аҙна аҙағында Өфөлә «Ер-мөлкәт мөнәсәбәттәрен үҫтереү һәм камиллаштырыуҙа төбәк проблемалары» тип аталған төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференция үтте. Ике көн буйы барған сарала төп байлығыбыҙ – ергә ҡағылған мөһим проблемалар күтәрелде. Алдан уҡ шуны билдәләп үтергә кәрәк – конференцияла бөтә категорияларға ҡағылған ерҙәр һәм улар тирәһендә килеп сыҡҡан мәсьәләләр тураһында ла һүҙ булды.
«Ер-мөлкәт мөнәсәбәттәрен үҫтереү һәм камиллаштырыуҙа төбәк проблемалары» төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияһының пленар өлөшөндә Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Алексей Кубрин, БР Премьер-министры урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов, БР ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Юлай Ильясов, «Росреестр», һалым һәм башҡа дәүләт органдары вәкилдәре ҡатнашты.
Алексей Кубрин Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота исеменән конференцияла ҡатнашыусыларҙы тәбрикләне. Уның билдәләүенсә, ер мәсьәләһе бөтә донъяла иҡтисади үҫешкә ҙур йоғонто яһаусы булып тора. Ер-мөлкәт мөнәсәбәттәрен һөҙөмтәле яйға һалыу – күп уңышҡа нигеҙ булырҙай йүнәлеш. Ә Рәсәйҙә был мәсьәләгә лайыҡлы, етди иғтибар бүленмәй тип әйтергә кәрәк. Волга буйы федераль округында ер участкаларының 20 проценты ғына маҡсатлы, файҙа килтерерлек итеп ҡулланыла. Ә ҡалған ерҙәр, бер кемгә лә кәрәкмәгән кеүек, хужаһыҙ. Шуға ла физик шәхестәр менән дәүләт араһында килешеү, проблемаларҙы бергәләп хәл итеү юлын табырға кәрәк. Ер мөнәсәбәттәрен көйләү федераль кимәлдә хәл ителгән осраҡта ғына ыңғай һөҙөмтәләр бирәсәк. Сөнки урындарҙа ҡабул ителгән закондар һәр ваҡыт федераль закон менән йәнәш бара.
Илшат Тажетдинов конференцияла ҡатнашыусыларға Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитовтың тәбрикләү сәләмен еткерҙе. Уның һүҙҙәренсә, Башҡортостанды күпләп инвестициялар йәлеп итерлек республика итеү өсөн ер-мөлкәт мөнәсәбәттәрен көйләү мөһим. Ошо юҫыҡта бөгөндән етди эш алып барылырға тейеш.

Ауыл ерҙәре

Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙе маҡсатлы һәм файҙалы ҡулланыу, был милекте рәсми теркәү мәсьәләһе һаман да киҫкен тора. Бөгөн Башҡор­тостанда ошо категорияға ҡараған ер участкаларын бер тапҡыр бушлай хосусилаштырыу эше тамамланып килә тип әйтергә кәрәк. Был хаҡта төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияла Башҡор­тостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтайҙың Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу комитеты рәйесе Франис Сәйфуллин еткерҙе. Уның билдәләүенсә, ер пайына хоҡуғы булған һәр кем милеккә хоҡуғы тураһында таныҡлыҡты ошо көндәрҙә ҡулына аласаҡ. Был таныҡлыҡты быға тиклем үк алғандар ҙа бихисап.
Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙе хосусилаштырыу буйынса дөйөм һөҙөмтәләр шул – республикала 350 мең граждан бушлай ер пайы хоҡуғына эйә булды. Был ерҙәрҙең дөйөм майҙаны – 2,3 миллион гектар. Ер участкаларының майҙаны төрлө райондарҙа, хужалыҡтарҙа төрлө ҙурлыҡта билдәләнде. Өфө райо­нында уртаса ер пайының күләме 3,7 гектар билдәләнһә, Бәләбәйҙә 15,6 гектарға уҡ етте.
Конференцияла билдәләнеүенсә, хәҙер граждандарға тапшы­рыл­ған ерҙәрҙе дөрөҫ файҙаланыу мәсьәләһе менән шөғөлләнергә кәрәк. Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙе файҙаланғанда ниндәй формаға өҫтөнлөк биреү мәсьәләһен бер яҡлы ғына хәл итеүе ҡыйын. Һәм был дөрөҫ тә булмаҫ ине. Ауыл хужалығы продукцияһын етештереүсе, ерҙең ниндәй формала булыуына ҡарамаҫтан, дәүләт яҡлауын тойорға тейеш. Крәҫтиән ғаиләһе менән генә хужалыҡ алып барырға йыйынһа ла, агрохолдинг ойоштороу менән мәшғүл булһа ла, дәүләт иғтибарынан ситтә ҡалмаһын ине, тигән фекер ҙә әйтелде. Юҡһа меңләгән ауыл халҡы уңған һәм инициативалы булған осраҡта ла үҙенең потенциалын тормошҡа ашыра алмаясаҡ. Фермер ҙа, шәхси хужалығында ғына эшләүсе лә бер үк мөмкинлектәргә эйә булырға тейеш.
Шулай уҡ Франис Сәйфуллин республика закондарын камиллаштырыуҙың да көнүҙәк мәсьәлә булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Закон һәр бер граждандың да мәнфәғәтен, хоҡуҡтарын яҡларға бурыслы. Тотош йәмғиәт өсөн ҡабул ителгән ҡағиҙәләрҙең нигеҙендә айырым граждандар­ҙың хоҡуҡтары ятырға тейеш.
БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай вәкиленең, ер тураһында һүҙ йөрөткәндә, ерҙе файҙалан­ғанда коммерция ҡыҙыҡһыныу­ҙарын иң мөһиме итеп ҡарарға кәрәкмәгәнлеген билдәләүе кү­ңелгә ятты. Ысынлап та, ерҙе файҙаланғанда бик күп факторҙы күҙ уңында тоторға тура килә. Уны ябай бер тауар итеп кенә күреү Башҡортостан менталитетына тап килерҙәй түгел. Ерҙәрҙе эксплуатациялау тотош йәмғиәттең теләген, хоҡуҡтарын, мөмкинлектәрен, ҡыҙыҡһыныуҙарын туплағандан һуң булдырылған ҡағиҙәләргә таянып башҡарылырға тейеш.

Министр ни һөйләй?
Сараны алып барыусы, Башҡортостан Республикаһының ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Юлай Ильясов ер-милек мәсьәләһенең йәмғиәт тормошонда ҙур урын алыуын билдәләне. Быға ергә хоҡуҡтың формалашыуы барышында күҙәтелгән тарихи традициялар ҙа, ер ресурстарының ауыл хужалығын алып барған ваҡытта билдәләгән мөһим роле лә йоғонто яһамай ҡалмай.
Тик бына, ерҙе ниндәй формала файҙаланырға, тигән һорау нисәмә йыл буйы яуабын таба алмай йонсой. Ерҙе шәхси милек итеп халыҡҡа таратырғамы, әллә инде дәүләт иҫәбендә ҡалдырырғамы? Ер кем ҡулында булһа, күберәк файҙа килтерер һәм ниндәй юл дөрөҫөрәк булыр?
Әлбиттә, ерҙе файҙаланыуҙың яңы формаларының барлыҡҡа килеүе яңы теориялар, ҡағиҙәләр талап итә. Был инде яңы закондар тураһында һөйләй. Министр билдәләүенсә, бөгөн урындағы власть вәкилдәренә ер ресурстары менән идара итеү өсөн күп кенә вәкәләт бирелгән. Тик шулай ҙа улар ҡабул иткән һәр ҡарар федераль закон менән ауаздаш булырға тейеш. Ә федераль закондарҙың һәр береһен камил тип әйтеп булмай. Закондарҙы ғәмәлдә файҙаланған ваҡытта улар­ҙың төрлө етешһеҙлектәре асыла башлай. Әле Башҡортостанда «Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында» БР законы тормошҡа ашырыла. Унда ерҙе ҡулланыу барышында төбәктә йәшәүсе халыҡтың мәнфәғәте төп урынды биләй.
Юлай Ильясов билдәләүенсә, ер участкаларын шәхси милеккә биреү мәсьәләләре камиллаштырыуҙы талап итә. Рәсәй Федера­цияһы Президенты Дмитрий Мед­ве­дев Федераль Йыйылышҡа Мө­рәжәғәтнамәһендә күп балалы ғаиләләргә торлаҡ төҙөү өсөн ер биреүҙә ярҙам итеүҙе һораны. Был мөрәжәғәтте беҙҙең республика етәкселеге лә күтәреп алмаҡсы. Яҡын арала республика законына үҙгәртеүҙәр индереп, өс һәм унан да күберәк бала ҡараған ғаиләләргә бушлай ер участкалары биреү мәсьәләһе хәл ителмәксе.

Байбыҙ!

Ағымдағы йылдың 1 ғинуарында алынған мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостандың ер фонды 14,3 миллион гектар тәшкил итә. Беҙҙәге ер структураһында бөтә категорияларға ҡараған участкалар ҙа бар. Иң күбе – ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр. Улар дөйөм майҙандың 54 процентын (7,7 миллион гектар) тәшкил итә. Урман фондында 5,5 миллион гектар ер бар. Республикалағы ерҙең 5,6 миллион гектары федераль милеккә ҡарай. Ә инде республика һәм муниципаль милек булып ни бары 173,9 мең гектар майҙан ғына иҫәпләнә. Юлай Ильясов билдәләүенсә, был бик аҙ. Хатта юҡҡа тиң.
Ер булыуы – бер мәсьәлә. Уны файҙаланырға ла кәрәк бит әле. Иң тәү сиратта был ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәргә ҡағыла. Был категорияға ҡараған ерҙәрҙе файҙа алырлыҡ итеп эшләү өсөн бик тырышырға кәрәк.
Министр билдәләүенсә, йыш ҡына ер участкаларын уларға аҡсаһын һалырға ниәтләгән инвес­торҙарға оҙайлы ваҡытҡа ҡуртым­ға биреү йәки һатыу мәсьәләһе күтәрелә. Шулай ҙа ерҙе кемдеңдер шәхси ҡулына тапшырыу проблемаһы тураһында ентекле уйларға кәрәк. Ерҙе эшкәртергә мөмкинлеге булған, урындағы аҙыҡ-түлек именлеген тәьмин итерлек беҙҙең республика кешеләре һәр ваҡыт өҫтөнлөк менән файҙаланырға тейеш.
Инвесторҙарҙы ла аңларға мөмкин: улар аҙ ғына ваҡытҡа бирелгән ерҙә рәхәтләнеп үҙ хужалыҡтарын төҙөй алмай. Инвесторҙар ҙа иртәгәһе көнгә ышаныс менән ҡарарға теләй. Шуға ла арендаторҙарға ваҡыт үтеү менән ер участкаларын һатып алыу хоҡуғын биреү мәсьәләһенә нығыраҡ иғтибар биреү ҙә урынлы булыр төҫлө. Әлбиттә, ерҙе хосуси милек итеп биреү мотлаҡ рәүештә сауҙалашыу (торги) формаһында ойошторолорға тейеш. Ер менән операциялар асыҡлыҡ, ғәҙеллек булған шарт­тар­ҙа ойошторолмаһа, бер ниндәй ҙә цивилизациялы йәмғиәт тура­һында һөйләп булмай.
Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙе дөрөҫ йүнәлештә, йәиһә бөтөнләй файҙаланмау, ер пайҙарын алған халыҡтың ҡулына эләккән байлыҡты нисек итеп тотонорға белмәй аптырауы тора-бара бәләгә килтерәсәк. Шуға ла был категорияға ҡараған ерҙәр проблемаһын тиҙ арала хәл итеү – көнүҙәк мәсьәлә.
Ауыл халҡы үҙе ерҙә эшләргә теләмәй, тип ҡарап, уларҙың ер пайҙарын ҡулланыу өсөн башҡа­лар­ға тапшырырға тырышыу әллә ни дөрөҫ тип әйтеп булмай. Әлбиттә, ауылдарҙа күп осраҡта социаль яҡтан яҡланмаған, ябайыраҡ итеп әйтһәң, әллә ни бай булмаған халыҡ йәшәй. Уларҙың, әллә ҡайҙан килгән инвесторҙарҙан уҙҙырып, еңеп, ерҙе һатыулашыу аша ала алмаясағы көн кеүек асыҡ.
Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙе дәүләт кадастр иҫәбенә ҡуйыу ҙа еңел генә хәл ителерлек түгел. ҡағиҙә булараҡ, ауыл хужалығы предприятиелары, фермер хужалыҡтары өсөн был эште башҡарып сығыу ауырға төшә. Сөнки эш аҡсаға барып терәлә. Ошондай уҡ проблема ауыл хужалығы менән шөғөлләнгән предприятиеларға ҡуртымға бирелгән ерҙәр менән дә килеп сыға.
Буш булһа ла,
эше күп

Ер участкаһына эйә булыу, уны шәхси милкең итеп теркәү байып китеү генә түгел, ифрат ҙур яуаплылыҡ та. Ерҙә ете ҡат тирең сыҡҡансы эшләргә, тәүҙәрәк байтаҡ ҡына аҡса ла тотонорға тура килә. Быны һәр кем, шулай уҡ урындағы халыҡ та аңларға, эшләргә, сығымдарға әҙер булырға тейеш. Ер тәрбиәне ярата, әммә үҙендә эшләгән, үҙен лайыҡлы хөрмәт иткән кешеләргә рәхмәтен – уңышын да йәлләмәй!


Лилиә СИРАЕВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»