29.04.2016 Мырҙашты сүплеккә батырмайыҡ
Бөгөн сүплектәр темаһы айырыуса көн үҙәгендә тора. Махсуслаштырылған урын булһа ла, ул йыш ҡына халыҡтың теңкәһенә тейә. Беҙ шулай өйрәнгәнбеҙ: ауыл янында матур тәбиғәт, иркен көтөүлектәр, урман-тауҙан башҡа күрер күҙгә йәмһеҙ булған нәмә урынлашырға тейеш түгел. Сүплек тап шундайҙар рәтенә инә лә инде. Ә ҡыйҙы ҡайҙа ташларға? Уны яндырыу ҙа тыйылды бит. Сүплек булған хәлдә лә, тирә-йүнгә насар эҙемтәһе булмаҫҡа тейеш. Ҡыҫҡаһы, беҙҙә әле ҡалдыҡтар проблемаһы бөтөнләй тиерлек яйға һалынмаған.
Стәрлетамаҡ районының Мырҙаш ауылы эргәһендәге элекке балсыҡ карьеры хәҙер сүплек рәүешендә файҙаланыла икән. Эшкәртеп бөтөлгән ятҡылыҡҡа ҡый-һай яҡындағы Салауат ҡалаһынан ташыла. Халыҡ әйтеүенсә, был эш законһыҙ башҡарыла. Аныҡлап әйткәндә, беренсенән, сүплек ҡалаға ла, Мырҙашҡа ла бик яҡын. Икенсенән, экологик экспертиза яһалмаған. Өсөнсөнән, карьерға төҙөлөш һәм көнкүреш ҡалдыҡтары тулған, был да закон тарафынан рөхсәт ителмәгән эш. Дүртенсенән, карьер хужалары, полигондың мөхиткә зарары булыуын белә тороп, ҡалдыҡтарҙы ҡабул итә.
Әлеге сүплектең, ҡаты ҡалдыҡтарҙың зыяны хаҡында һөйләгәндә, тәбиғәтте яҡлаусылар шуны билдәләй:
– тупраҡҡа, һыуға ағыулы матдәләр эләгә,
– ҡый өйөмдә ятып сереһә, ағыулы биологик газ барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, метан,
– сүплектә йыш ҡына янғын сыға, ул Салауат, Стәрлетамаҡ, Ишембай халҡын һыу менән тәьмин иткән “Салауатводоканал” предприятиеһы резервуарҙарына зарар килтереүе мөмкин.
Законлы булмаған сүплектең тәбиғәткә лә, кешеләргә лә ҙур зыяны хаҡында борсолоусылар етди генә бер һығымта ла яһаған: Мырҙаш карьерында сүплек ойоштороу туранан-тура һаулыҡҡа, кеше ғүмеренә хәүеф менән янай. Тикшереүҙәр буйынса, ауыр һәм үлемесле сирҙәр 30 – 40 процентҡа артҡан. Үлем кимәле лә 1,5 тапҡырға күтәрелгән. Әгәр быға ысынлап та сүплек сәбәпсе икән, был бит үтә лә хәүефле. Баҡһаң, әле сүплекте ябыу урынына етәкселек уны тағы ла киңәйтеү яғын хәстәрләй, имеш. Бының буйынса йәмәғәт тыңлауҙары ла ойошторола, тик ниңәлер сүплек терәлеп торған Мырҙаш ауылы (2,5 саҡрым) һәм Салауат ҡалаһында түгел, ә 6,5 саҡрым арауыҡта ятҡан Мәләүез районының Корнеевка ауылында үткәрергә ҡарар ителгән.
Салауат ҡалаһында, белһәгеҙ, 160 меңдән ашыу кеше йәшәй. Сүплек яҙмышын тап улар билдәләргә тейеш. Шулай уҡ Мырҙаш халҡы ла.
Әйткәндәй, Мырҙаш – республиканың тарихи әһәмиәтле ауылдарының береһе. Ул 1812 йылғы Ватан һуғышы батыры Ҡаһым түрәнең – Ҡаһым Мырҙашевтың йәнтөйәге.
Сүплектәге ағыулы матдәләр ауыл эргәһенән аҡҡан Һуҡайлы йылғаһына ла ағып төшә, ә йылға бысрана икән, бының зарары тәрәнгә һәм алыҫҡа китә.
Мырҙаш карьерында сүплекте ҙурайтып, ҡаты ҡалдыҡтарҙы һаҡлау урыны ла яһаһалар, хәл-торош катастрофик эҙемтәләргә килтерәсәк. Ә йәмәғәт тыңлауҙарын ниңә Мырҙашта ла, Салауат ҡалаһында ла үткәрмәҫкә? Халыҡ фекере дөрөҫ иҫәпкә алынырға тейеш тә баһа.
Бер яҡтан ҡараһаң, беҙҙең көнитмештә сүплекһеҙ, ҡалдыҡтарһыҙ бер нисек тә мөмкин түгел. Тормош булғас, ҡый-һайһыҙ ҙа булмай шул. Тик иң мөһиме – ҡалдыҡтарҙы мөхиткә зыянһыҙ итеп урынлаштырыу. Сит илдәрҙә ҡаты ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү мәсьәләһе лә яҡшыраҡ хәл ителгән, беҙҙә иһә был йәһәттән эш башланып ҡына торған һымаҡ. Ҡыҫҡаһы, проблема бар.
Ни генә тиһәк тә, ҡалдыҡтарҙың тарҡалыуы – оҙайлы процесс. Мәҫәлән, экологик яҡтан таҙа ҡағыҙ ун йыллап тарҡалһа, консерва банкаһына тулыһынса серер өсөн 90 йыл ваҡыт кәрәк. Ошо ваҡытта улар ниндәй генә матдәләр бүлмәй ҙә, ниндәй генә химик реакцияға инмәй!
Сүплек мәсьәләһен еңел генә хәл итеү мөмкин түгел. Был осраҡта, йәғни Мырҙаш карьерына бәйле проблемала халыҡ менән тығыҙ бәйләнештә булып, һөйләшеп, законлы шарттарҙа эшләргә кәрәк.
Т. АМАНОВ.