RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Балаларының хөрмәте – ағинәйҙәр бәхете

15.04.2016 Балаларының хөрмәте – ағинәйҙәр бәхете

Балаларының хөрмәте – ағинәйҙәр бәхетейәки Туғыҙынсы тиҫтәһен ҡыуалаусы Герой-әсә, тыл ветераны Фәтхиә Әбдрәхимова, йәштәр күп итеп бала табыуҙан ҡурҡмаһын ине, ти

йәки Туғыҙынсы тиҫтәһен ҡыуалаусы Герой-әсә, тыл ветераны Фәтхиә Әбдрәхимова, йәштәр күп итеп бала табыуҙан ҡурҡмаһын ине, ти
Осрашып-күрешеп алырға теләк белдереп, сираттағы мәҡәләм геройына шылтыратҡайным, ул Сибайҙа булып сыҡты.
– Сибайҙағы ҡыҙҙарҙа әле мин. Өйҙән-өйгә йөрөтөп ҡунаҡ итәләр, һәр береһе үҙендә оҙаҡ тоторға тырыша. Уның араһында ейән-ейәнсәрҙәр саҡыра. Шулай берәй ай самаһы ваҡыт үтеп тә киткән. Ауылдағы балаларымды һағынып киттем. Иртәгә кейәүем Күсейгә алып бара, – тине көр күңел менән Фәтхиә Шәһәрғәзи ҡыҙы Әбдрәхимова.
Ун балаға ғүмер биреп, әле килеп уларҙың изгелеген, игелеген күреп, тойоп һөйөнгән Герой-әсә өсөн ҡыуандым. Бала сағы, йәшлеге һуғыш осорона тура килгән быуындың бөгөнгөһө яҡты, бәхетле булыуы шатландыра

Фәтхиә Шәһәрғәзи ҡыҙы 1928 йылдың 15 майында Баймаҡ райо­нының Әхмәр ауылында тыуған. Бала ғына көйө ил күргәнде күреп, ул кисергәнде кисергән. Үткәндәре хаҡында ул былай тип һөйләй: «Атайымдың тәүге ҡатынынан бала булмаған. Шуға ул беҙҙең әсәйҙе алған. Мин атайҙың өлкән ҡатынын – «әсәй», ә үҙ әсәйемде «апай» тип үҫкәнмен. Атайымды хәтерләмәйем дә, ул бик иртә вафат булған. Беҙҙе, биш баланы, ике әсәй ҡарап үҫтерҙе. Бик татыу булдылар. Өлкән әсәй һуғыштан алда ҡаты ауырып, мәрхүмә булып ҡуйҙы. Кесе әсәй уны яҡшы итеп баҡты. Тик үҙе лә оҙаҡ йәшәмәне, 1944 йылда, беҙҙе ҡалдырып, баҡыйлыҡҡа күсте. Үкһеҙ етем ҡалғас, бар өмөтөбөҙ өлкән апайыбыҙҙа ине. Мин ауылда 4 клас­ты бөтөп, 5-сене Fәҙелша ауылына йөрөп уҡый ғына башлағайным, илдә һуғыш башланды. Шунлыҡтан башҡа уҡыу эләкмәне, 12 йәштән эшкә егелдем. Бөтә тиҫтерҙәрем күргәнде мин дә кисерҙем: үгеҙ менән ер ҙә һөрҙөк, бесән дә саптыҡ, көлтә лә бәйләнек, башаҡ та сүпләнек... Яҙҙан ҡырға алып китәләр, ҡайтармай эшләтәләр. Землянкала йәшәнек, мунса тигән нәмә юҡ, бетләй инек. Бер мәл мунса төшөр өсөн ҡасып та ҡарағайныҡ, арттан сыбыртҡыһын шартлатып, бригадир баҫтырып етте. Башҡаса мунса тип ауыҙҙы ла асманыҡ. Беҙҙең менән ике фронтовик ағай – Fәлимйән Вәлитов менән Шәкүр Маннапов эшләне. Икеһе лә фронттан ҡулдарын өҙҙөрөп ҡайтҡайны. Уларҙың яраларын бәйләп, алмаштырып торҙом. Марляһына бет һырый ҙа китә, шуларҙы сүпләп, йыуып, үтекләп ҡуя инем. Үҙемдең иң өлкән ағайым Ҡәҫтәрән һуғышта хәбәрһеҙ юғал­ғас, был фронтовиктарҙы үҙ ағайымдай күрҙем.
Көҙ көнө ауылға ҡайтҡас, бер ҡаҙаҡ көтөүсеһе миңә бәрәс ҡарар­ға ҡушты. «Үлтермәй көтһәң, бер бәрәс бирермен», – тигәс, бала ғына көйө йыл буйына шул малҡай­ҙарҙы ҡараным. Йәшем тулмаһа ла, хисапҡа шәпһең тип, бер заман мине калдаушик (кладовщик – авт.) итеп ҡуйҙылар. Бөтә иген өсөн яуап бирәм. Шулай, киләһе йылға тигән орлоҡто келәткә һалып бикләп, пломба ҡуйып киттеләр. Яҙ көнө асһаҡ, 500 килолай иген янған. Ул осорҙа бер ус иген өсөн дә хөкөм ҡаты ине бит. Райондан комиссия килеп етте, һорау алалар. «Пломбаһын мин боҙа алмайым инде», – тип яуап биргән булдым. Минән бигерәк, колхоз рәйесе Fәлләм ағай Айытбаевҡа эләкте. Ошо хәлдән һуң эшемде көсләп тигәндәй Шәкүр Маннапов ағайға тапшырҙым. Яуаплы эште бер кемдең дә алғыһы килмәй ине».
Фронтта – ҡыҙыу һуғыш, тылда ла еңел түгел. Әммә совет халҡы сыҙамлы, көслө. Бөйөк Еңеү өсөн бар тырышлығын һала. Дошман ҡыйратылғас, иҫән ҡалғандар ҡайта башлай. Бер көндө Фәтхиә йәшәгән өйгә мөһабәт кәүҙәле, бөҙрә сәсле егет килеп инә. Ул ҡыҙҙың ике туған ағаһы Миҙәтғәли Әбдисовтың хеҙмәттәше, Күсей ауылы егете Лотфрахман Әбдрәхимов булып сыға. Ул дуҫының: «Ике һеңлемдең береһен һиңә бирәм», – тигән һүҙҙәрен иҫтә тотоп килгән була.
– Апайым ғаиләле булып өлгөргәйне инде. Шуға был егет миңә тоғро булды. Күрмәлекле, һылыу егетте инәлтеп торманым, кейәүгә сыҡтым да ҡуйҙым. Лотфрахман мине бер туған ағаһы Фәй­зрахмандың өйөнә алып ҡайтты. Бәләкәй генә йортта 11 кеше йәшәнек. Ҡайнаға мәрхүм булғас, уның балаларын эйәле-башлы иттек. Бер иҫке өйҙө алып, үҙебеҙ айырым йәшәй башланыҡ. 1948 йылда өлкән ҡыҙыбыҙ Фатима тыуҙы. Иремде орлоҡ базаһына калдаушик итеп ҡуйҙылар. Ул район үҙәгенә отчет бирергә ат менән йөрөнө, өс көн тигәндә әйләнеп ҡайтыр ине. Лотфрахман юҡта бөтә эшен үҙем башҡарҙым. Колхоз­дарҙан килеп орлоҡ алалар, мин уларға иләп бирә инем. Йәшәү еңелдән булманы, әммә ғаиләләр күп бала үҫтереүҙән ҡурҡманы. Беҙ ҙә алты ҡыҙ, дүрт ул үҫтерҙек. Әлеге кеүек бер туҡтауһыҙ табипҡа күренеү, иҫәпкә тороу ҙа кәрәкмәне. Ауылдың кендек инәләре (Сәлиха, Вәхиҙә, Һәҙиә, Хәкимә) шәп булды. Кесе ҡыҙым Гөлнараны тапҡанда ғына медицина ярҙамы алдым. Шәфҡәт туташтары Зәкиә менән Ләләгә әле лә рәхмәтлемен, – тип хәтер йомғаҡтарын һүтә Фәтхиә Шәһәрғәзи ҡыҙы.
Эйе, ул заманда әлеге кеүек шарттар ҙа, хөкүмәттән ярҙам да булмай. Уның ҡарауы, күп балалы ғаиләлә үҫкәндәр тәртипле, егәрле. Ун баланы аяҡҡа баҫтырыу анһат түгел. Фәтхиә апай көн дә ҡул тирмәне менән он тартып, икмәк бешереп, бәләкәстәренең тамағын ҡайғырта. Күп итеп ҡош-ҡорт, мал да тоталар. Колхоз баҫыуындағы сөгөлдөрҙө утауҙа ла ҡатнаша, төндә иһә ырҙын табағына эшкә китә.
– Балаларҙы кеше итәбеҙ тип, арымай-талмай эшләнек. Ба­байҙың пенсияһы 70 һум ғына ине. Хөкүмәттән ярҙам юҡ. Силсәүиткә барып эш һорағайным, дүрт ауылға гәзит таратырға тәҡдим иттеләр. Ризалаштым. Ҡышҡы буранда, яҙғы-көҙгө бысраҡта ат менән йөрөнөм. Ул дәүерҙә халыҡ бер ниндәй өгөт-нәсихәтһеҙ күп итеп гәзит-журнал алдыра торғайны. Бер арба (сана) гәзит менән бергә телеграммалар, аҡса ла тарата инем. Бер юлы кино ла ташыным. Юлыма бүре осраған мәлдәр ҙә булды. Почтала ун йыл эшләп, пенсияға сыҡтым. 1993 йылда Лотфрахман мәрхүм булып ҡуйҙы, – ти Фәтхиә апай.
Мәҡәләм геройын бала ҡайғылары ла урап үтмәгән. Уның ике улы ғаиләле, бала-сағалы булып йәшәп ятҡанда, яҡындарын тәрән ҡайғыға һалып, иртә вафат булған. Фәтхиә апай үҙ-ара татыу, берҙәм, эшһөйәр башҡа балаларының уңыштарына һөйөнөп, ауырлыҡтарға һыр бирмәй йәшәүен дауам итә. Сибайҙа йәшәүсе ҡыҙҙары Флүрә, Венера, Ямал тегеү-бесеүгә оҫта булараҡ ҡалала билдәле тиһәм, һис яҙыҡ булмаҫ. Гөлнараһы – кардиология бүлегендә шәфҡәт туташы, Фәниәһе ауылда һатыусы булып эшләй. Лотфулла исемле улы ата нигеҙендә йәшәй, ҙур итеп йорт һалған, ике магазин тота. Зәбир улы – Себер тарафтарында. Фәтхиә апай үҙе ауылда оло ҡыҙы Фатима янында ҡәҙер-хөрмәт күреп ғүмер кисерә.
– Ун баламдан 23 ейән-ейәнсәр, 28 бүлә-бүләсәр бар. Йәнә 10 кейәүем, 15 киленем «ҡәйнәм» тип өҙөлөп тора. Ошо бәхет түгелме ни?! Берәй байрам булһа, 80 – 90 кеше йыйылабыҙ, алай ҙа ғына өйҙәрҙе ҙур итеп һалғанбыҙ, – тип оло ғорурлыҡ менән йылмая Герой-әсә.
Йәшлегендә маҡтаулы эшләгән, әле килеп ил именлегенә, хөкүмәттән күрһәтелгән ярҙамға рәхмәт уҡыған, 88-се йәшен ҡыуалаһа ла, донъя яңылыҡтарынан артта ҡалмаҫҡа тырышып, гәзит-журналдар алдырған, биш намаҙҙы ҡалдырмаған ағинәйҙең йәштәргә теләктәре лә бар.
– Күп бала табыуҙан ҡурҡмаһын ине йәштәр. Һәр кем үҙ өлөшө менән тыуа бит ул. Ана шул балалар һаны кәмегәнгә лә ауылдарҙа мәктәптәр ябыла бит. Элек беҙ йәшәгән бәләкәй урамдан ғына бер мәктәплек бала йыйыла ине. Сабый­ҙарҙан баш тартыу, уларҙы ҡалдырып китеү тигән нәмә бөтөнләй булманы. Ошолар хаҡында ишетһәм, эсем боша. Йәнә әле донъяларҙың буталып тороуы хафаға һала, – ти бала саҡта етемлек кисереп, йәшлеген хеҙмәткә арнаған, хәҙер инде ҡәҙерле әсәй, һөйөклө өләсәй булған ағинәй, Герой-әсә, Бөйөк Ватан һуғышы ветеранына тиңләштерелгән Фәтхиә Шәһәрғәзи ҡыҙы Әбдрәхимова.

Сәғиҙә БАЙНАЗАРОВА.
Баймаҡ районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»