15.04.2016 Ҡолаҡ һал!
- Һыуытҡысығыҙҙа насар еҫ һиҙһәгеҙ, телемләп ҡырҡылған арыш икмәген кәштәләренә ҡуйығыҙ һәм бер нисә сәғәткә шунда ҡалдырығыҙ.
- Өҫтәл, тумбочка, кейем, һауыт-һаба, китап шкафтары тартмаһын төнгөлөккә асыҡ ҡалдырып, айына бер тапҡыр елләтергә кәрәк.
- Икмәк һауытындағы үҙенсәлекле еҫте бөтөрөү өсөн һеркәлә сылатылған сепрәк менән һөртөгөҙ һәм уны даими рәүештә елләтегеҙ.
- Аш-һыу бүлмәһендә насар еҫ булһа, табаға бер аҙ аш һеркәһе һалып, ул парға әйләнгәнсе утта тотоғоҙ.
- Раковиналағы насар еҫтән ҡотолоу өсөн һыу ағыҙыу торбаһын кәм тигәндә аҙнаға бер тапҡыр ҡайнар кальцинацияланған сода иретмәһе (1 л ҡайнар һыуға 2 ҡалаҡ сода) менән йыуығыҙ.
- Шкафығыҙ күгәрһә, уның кәштәләренә камфора спиртында сылатылған мамыҡ шарсыҡтар ҡуйығыҙ – улар дымды бик яҡшы һура.