04.12.2010 Йәшлек иле
(«Йәшлек» гәзите гимны)
Дамир Шәрәфетдинов шиғыры,
Айрат Ғайсин көйө.
Ваҡыт-елгә хужа түгел бер кем.
Тик уны ла бер мәл отаһың:
Йәшлек әгәр кире ҡайтмай икән –
«Йәшлек»тәргә үҙең ҡайтаһың!
ҡушымта:
Була, була илһам йыйған саҡтар
ҡыштарҙа ла яҙғы ел менән.
Беҙ барыбер – серле бала саҡтан,
Беҙ барыбыҙ «Йәшлек» иленән!
Ул илдәрҙә – илдең дә йәш мәле!
Ул донъяла – донъя яҡтыраҡ,
Ал-зәңгәрле хыялдарҙа елә,
Ерҙе йәмле итә йәш йөрәк.
Шул саф саҡтың яҡты уй-хистәрен
Беҙҙән ала бөгөн был заман.
Сәләм һиңә, йәшлегендә йәшнәп,
Йәшлегенә ҡабат юлланған!
(9 декабрҙә Конгресс-холда үтәсәк байрамыбыҙҙа гимн тәүге тапҡыр яңғыраясаҡ).