RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Нефтселәргә лә, халыҡҡа ла игелекле

04.12.2010 Нефтселәргә лә, халыҡҡа ла игелекле

Нефтселәргә лә, халыҡҡа ла игелеклеЙомарт Дүртөйлө ерендә бер-бер артлы «ҡара алтын» шишмәләре асылған йылдарҙа бында республиканың төрлө төбәктәренән хеҙмәткә сәмле, романтик рухлы йәштәр эшкә ағыла. Улар араһында Туймазы егете Әмир Сафиев та була. Үҙенең урынын нефть промыслаларында күҙаллаған егетте бында тағы ла яуап­лыраҡ һәм ҙурыраҡ эштәр көткән икән...
Әмир Рәхмәтулла улын тәүҙә ябай эшсе итеп «Саҡмағошнефть» идаралығының эшселәрҙе тәьмин итеү бүлегенә тәғәйенләйҙәр. Уның булдыҡлылығына, ойоштороу һәләтенә етәкселәр бик тиҙ иғтибар йүнәлтә. Шуға Әмир Сафиевҡа бер нисә йылдан бик тә яуаплы бурыс – эшселәрҙе тәьмин итеү бүлеге (ОРС) етәкселеген йөкмәтәләр. Үҙенең данлы тарихын 50-се йылдар аҙағында «Башнефтеразведка» тресы ОРС-ының сауҙа бүлеге булараҡ башлаған коллективтың алмашсыһы була ул. Заманында нефтселәрҙе көндәлек туҡланыу продукттары һәм беренсел ҡулланыу тауарҙары менән тәьмин итеүгә тәғәйенләнгән бүлек нефтселәрҙең ҡолас йәйеп эшләүенә булышлыҡ итә. Тәүҙә «Саҡмағошнефть» идаралығы ОРС-ы, аҙаҡ «Башнефть»тең етештереү-сауҙа фирмаһы» булараҡ эшмәкәрлек итә ул. Ә инде 2002 йылда Дүртөйлө филиалы базаһы нигеҙендә «АғиҙелСервис» етештереү сауҙа фирмаһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте итеп үҙгәртелә. Әммә һәр осорҙа ла предприятиеның асылы бер үк була – беренсе сиратта нефтселәр мәнфәғәтенә хеҙмәт итеү.
Нефтселәргә лә, халыҡҡа ла игелекле«АғиҙелСервис» етештереү сау­ҙа фирмаһы» йәмғиәте директоры Әмир Сафиев коллектив менән таныштырыуҙы предприятиеның бай һәм күркәм итеп биҙәлгән музейынан башланы. 36 йыл дауамында (ә республиканың йәмәғәт туҡланыуы тармағында бындай етәкселәр тағы ла бармы икән?!) үҙе етәкселек иткән коллективтың үткәне лә, бөгөнгөһө лә бик ҡәҙерле уның өсөн. Сөнки иҡтисади ауырлыҡтар осоронда ла намыҫлы хеҙмәт, һөнәргә тоғролоҡ, берҙәм ынтылыш менән ҡыйынлыҡтарҙы еңделәр, быуындар бәйләнешен һаҡлап ҡалдылар. Былар, үҙ сиратында, хеҙмәт һөҙөмтәлелегенең, уңыштың нигеҙе булып тора. Предприятие бөгөн районда ғына түгел, ә, ғөмүмән, республиканың сауҙа һәм йәмәғәт туҡланыуы хеҙмәттәре баҙарында үҙ йөҙөн, лайыҡлы урынын билдәләне. Әйтергә кәрәк, был төр хеҙмәттәр баҙарында дәғүәселек көслө. Шәхси магазиндар, кафе-ашханалар, икмәкханалар артҡандан-арта.
– Әлеге шарттарҙа сауҙа тармағы һәм хеҙмәттәр өлкәһен камиллаштырыу, уларҙың инфраструктураһын даими яҡшыртыу, хеҙмәтләндереү культураһын тағы ла күтәреү төп бурыс булып тора, – тип һөйләй Әмир Рәхмәтулла улы.
Нефтселәргә лә, халыҡҡа ла игелекле«АғиҙелСервис» – бөгөн комплекслы заманса сауҙа предприятиеһы. Йәмғиәт ра­йон­дағы ете аҙыҡ-түлек, бер сәнәғәт тауарҙары кибетен, 26 ашхананы берләштерә. Шул иҫәптән район үҙәгендә ике кафе, ике он изделиелары цехы эшләй. Уларҙа 30 төрҙән ашыу кондитер һәм он изделиелары етештерелә. 70-кә яҡын яҡшы квалификациялы белгес предприятиеның юғары етештереүсәнле һәм һөҙөмтәле эшмәкәрлеген тәьмин итә.
Ысынлап та, «Ағиҙел­Сервис» йәмғиәте ашнаҡсылары, кондитерсыларының оҫталығына таң ҡалырлыҡ. Улар аш-һыуҙы, төрлө ризыҡтарҙы иң абруйлы табындарҙы биҙәрлек, иң талапсан клиенттарҙы ла ҡәнәғәтләндерерлек итеп әҙерләй. Ә инде икмәкте уларҙан да оҫтараҡ бешереүсе юҡтыр, моғайын. Пекарнянан көн һайын өс мең данаға яҡын икмәк һатыуға оҙатыла һәм уға һорау артҡандан-арта.
Йәмғиәттең «Ағиҙел» кафеһы туҡланыу урыны булған бер ваҡытта, ҡала һәм район халҡының әленән-әле ял һәм байрам тантаналары үткәреү урыны ла. Был йәһәттән кафе мөдире Клара Мофаззалова етәкләгән коллективтың тырышлығын айырым билдәләргә кәрәк.
Әмир Сафиев әйткәнсә, туҡланыу өлкәһе ҡәтғи иғтибар талап итә. Бәхәсһеҙ, сифатлы продукциянан ғына сифатлы аш-һыу, ризыҡ бешереп була. Шуға йәмғиәттә продукция менән тәьмин итеүселәргә ҙур талаптар ҡуйыла. Әлбиттә, ит, йәшелсә-емеш әҙерләүҙә иң тәүҙә үҙҙәренең районындағы һәм республикалағы ауыл хужалығы продукцияһы етештереүселәргә өҫтөнлөк бирәләр. Ондоң, әйтәйек, бары тик ҡаты бойҙайҙан булғанын Алтайҙан ҡайтарталар. Продук­цияны ҡабул итеү һәм һаҡлау өсөн заманса һаҡлағыстар булдырылған.
Әйткәндәй, йәмғиәттең матди-техник базаһы ныҡлы. Әмир Рәхмәтулла улы предприятиены ҡабул итеп алған көндән башлап был хаҡта арымай-талмай хәстәрлек күрә. Һуңғы йылдарҙа ғына һигеҙ һаҡлағыс, столярлыҡ бүлеге, 45 фатирлы йорт, гараж, административ бина, икмәкхана һ. б. төҙөлгән.
Ауыл халҡында, хужаһы ниндәй – хужалығы шундай, тигән бик аҡыллы әйтем бар. «АғиҙелСервис»тың эшмәкәрлеге менән яҡындан танышҡандан һуң коллективтың һөҙөмтәле хеҙмәте, дәғүәселек һәләте, абруйы, кадрҙарҙың тотороҡлолоғо, эш өсөн юғары яуап­лылыҡ, иң беренсе сиратта, етәксенең идара итеү оҫталығына, кешелеклелек сифаттарына бәйле, тип әйтке килә. Шуға хеҙмәттәштәре ихлас рәхмәтле Рәсәйҙең һәм Баш­ҡортостандың атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре Әмир Са­фиевҡа. Берҙәм, татыу коллективтың фиҙакәр тырышлығы менән Дүр­төйлө, Илеш, Куш­наренко, Саҡмағош тарафтарындағы буровойҙарҙа эш­ләү­се нефтселәрҙең һәм, ғө­мү­мән, дүртөйлөләрҙең та­бын­дары мул, күңелдәре көр.

Земфира ХӘКИМОВА.
Дүртөйлө районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»