06.02.2016 Һаҡ булығыҙ: аферистар!
Бер ҡатлы булмағыҙ, алдаҡсылар – аҙым һайын
Бәлки, улар элек тә күп булғандыр. Мутлашыусылар, алдаҡсыларҙы әйтәм. Атын-затын ҡарап тормай, хатта туғандарын төп башына ултыртып киткәндәр ҙә уғата күбәйҙе лә баһа! Моғайын, мәғлүмәт биреү саралары киңәйгәнгә күп һымаҡтарҙыр. Бөгөн бөтә нәмә интернет сығанаҡтарҙан тиҙ үк ишетелә лә ҡуя бит. Шулай ҙа аптырауға һала бәғзеләрҙең кешеләрҙең күҙ йәше, рәнйешенән дә ҡурҡмай, үҙ файҙаһын ҡайырыуы. Һәм гел алдаҡҡа ҡабыусылары ла табыла бит әле! Бер ҡатлы халыҡбыҙ шул, бер ҡатлы.
Иҫегеҙҙәме икән, бер нисә йыл элек ауылдар буйлап, ҡалала фатир һайын төрлө һауыт-һаба, көнкүреш техникаһы һатып йөрөүселәр күбәйгәйне. Башлыса улар үтә лә йылмаяҡ егет менән ҡыҙ була торғайны. Телдәре телгә йоҡмай. Һата торған әйберҙәргә ҡушып, бүләктәрен дә йәлләмәй бирәләр ине. Ошо телдәрҙәргә бик күптәр отолғандыр әле. Мәҫәлән, улар ҡиммәткә генә үтек тәҡдим итә лә, йә миксермы, йә сәйнүкме бүләк итәбеҙ, ти. Ҡыҙығып алаһың да ҡалаһың. Һуңынан был “байлығыңдың” мотлаҡ береһе боҙоҡ булып сыға. Етмәһә, магазин-фәләндә арзанғараҡ та осрап ҡуя.
Хәҙер бындай һатыусылар кәмене. Уның ҡарауы, интернет аша кешене төп башына ултыртыусылар артты. Нимә генә уйлап сығармайҙар?! Телефон да, банк карталары ла – алдаҡсыларға яҡшы “ҡорбан”.
Күптән түгел Благовещен ҡалаһынан бер ҡатын автомобиль һатып алырға була. Арзан ғына хаҡҡа таба ла хатта. Интернеттағы иғлан буйынса машина хужаһы менән хәбәрләшә лә, уны-быны уйлап тормай, алдан 150 мең һумын күсереп тә ҡуя. Йәнәһе, уңайлы хаҡҡа тиҙ генә ала һалайым. Һөҙөмтәлә нимә? Нимә булһын – машина ла юҡ, аҡса ла “тү-тү”. Полицияға әйтергә килһә, унан алда ғына тап шундай схема буйынса алданған берәү ғариза яҙып ултыра, имеш. Уның 5 мең һумын алғандар.
Машина тигәндән, уға бәйле мутлашыуҙар быуа быуырлыҡ. Бер көн Төмәндә йәшәүсе пенсионерға ЮХХДИ, штрафыңды түлә, тип иҫкәртеү ебәрә. Аптыраған оло ағай барып белешһә, ысынлап та, фәлән-фәлән көндә юлда тиҙлеген арттырған өсөн штрафҡа дусар ителгән икән. Быға машинаһының фотоһын да күрһәткәндәр. Ҡараһа, автомобиль бөтөнләй икенсе төҫтә, водитель таныҡлығында ла уның фотоһы түгел. Ныҡыша торғас, асыҡлағандар: ҡағиҙә боҙоусы Ҡурғанда йәшәй, имеш. Машина номеры ла, водитель таныҡлығы ла был Төмән кешеһенеке кеүек. Мутлашыусылар бында үҙ эшен эшләгән инде. Теләһә кемдән “право” йүнәттерергә, “матур” автономер һайларға, ҡулдан машина алырға теләһәгеҙ, бик һаҡ булырға кәрәклеген онотмағыҙ.
Аферистар банк карталары буйынса ла халыҡты талай. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: пластик картағыҙҙағы оҙон һан теҙмәһен кемгәлер әйткән осраҡта ла, артындағы өс һанды берәүгә лә әйтмәгеҙ, күрһәтмәгеҙ. Картағыҙ юғалһа, шундуҡ банкка шылтыратып йә барып, блок (заблокировка) ҡуйҙырығыҙ. Барыбер аҡсағыҙҙы урлаһалар, йыбанмағыҙ, банкка ғариза яҙығыҙ, полицияға ла мөрәжәғәт итегеҙ. Мутлашыусыларҙың тап шул банкта эшләүе лә ихтимал.
Красноярскиҙа 17 йәшлек мәктәп уҡыусыһы күп кешене алдаған. Ул интернетта үҙе тураһында ялған мәғлүмәттәр менән, уңайлы шарттарҙа кредит алырға ярҙам итәм, тип иғлан биргән. Уңайлы кредит, тиһәң, беҙҙең халыҡ бер нәмәгә ҡарамай, шул яҡҡа тороп сабыусан бит, үҫмер ҡыҙ белгән ҡайһы тирәлә табыш эҙләргә. Тик кредит алыр өсөн мең ярым һум иғәнә индерергә кәрәк, тигән ул һәм картаһының иҫәбен атаған. Күпме кеше алданған тиһегеҙ? Төрлө төбәктәрҙән 239 асығауыҙ табылған! Һуң, уйлап ҡарағыҙ, ҡайһы кредит ойошмаһы кемгәлер аҡса бирер алдынан иғәғнә һорай? Теге шуҡ ҡыҙ тиҙ арала 359 мең һум аҡсалы булған шулай. Әлбиттә, мутлығы асылған, уны тейешле яза көтә.
Айсын АҠБУЛАТОВА.