04.12.2010 Бәләкәстәргә тылсымлы музыкаль бүләк!
Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте яңыраҡ ҡына мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн «Беҙ йырлайбыҙ» тигән музыкаль китап сығарҙы.
Балаларға ғәжәйеп бүләк булған баҫманың формаһы бик үҙенсәлекле: сағыу һүрәттәр менән биҙәлгән картон биттәрҙә филология фәндәре докторы, БДУ профессоры Зәйтүнә Шәрипованың һәр бер нота тураһында дүрт юллыҡ шиғырҙары, шулай уҡ балалар өсөн башҡа авторҙарҙың популяр йырҙары ноталар менән бирелгән. Иғтибарҙы ныҡ йәлеп иткәне һәм иң ҡыҙыҡлыһы – һүрәттәр ете төҫтәге йәйғор һымаҡ итеп төшөрөлгән, ете нотаға ярашлы музыкаль металлофон бар. Был уникаль китаптың нәшер проекты етәксеһе – Тәслимә Вәлиева, ноталарын музыкаль мөхәррир Айһылыу Сәлмәнова эшләне, Ирина Әхмәҙуллина һүрәттәрен әҙерләне. Нәшер мөхәррире – Әлфиә Әсәҙуллина.
Дебют баҫма «Китап» нәшриәте өсөн генә түгел, бәлки Башҡортостан нәшерселәре өсөн дә күркәм яңылыҡ!
Республика музыка һөйөүселәренә яҡшы таныш композитор, әлеге баҫманың музыкаль мөхәррире Айһылыу Сәлмәнова яңы проектҡа бик теләп ҡушылды. Педагог булараҡ, ул балаларға музыка тәрбиәһе биреү алымдарын яҡшы белә. Китаптың маҡсаты ла бит кескәйҙәргә музыка грамотаһының иң тәүге төшөнсәләрен аңлатыу. Музыкаль композицияларҙы һайлағанда баланың йәше, көйҙәрҙең аңлайышлы булыуы иҫәпкә алынды.
Тәүге музыкаль китабыбыҙ – уртаҡ ижади хеҙмәт емеше. Республиканың балалар баҡсаларында тәрбиәләнеүселәр менән бергә беҙ үҙебеҙ – нәшерселәр ҙә шатланабыҙ. Яңынан-яңы проекттар ижад итеүгә өмөт тә, хыялдар ҙа етерлек.
Әлиә ҒӘЛИМОВА әҙерләне.